kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Дополнительная общеобразовательная программа

Нажмите, чтобы узнать подробности

 “Башҡорт халыҡ ижады” түңәрәгенең уҡыу- уҡытыу  программаһы “Мәғариф тураһында”ғы законға, “Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттарына, “Башҡортостан халыҡтары телдәре” законына, 2021/2022 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары исемлегенә,Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһынының  уҡыу планына таянып эшләнде.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Дополнительная общеобразовательная программа»

Муниципаль район Ауырғазы районы

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Талбазы башҡорт гимназияһы


МО ултырышында ҡаралған



протокол №1

Килешәм

Уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары



______ И.Р. Мәҡсүтов

Раҫлайым

Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Талбазы башҡорт гимназияһы директоры

_____ С.Р.Юлмөхәмәтова


Приказ № .08.2021 .






Дәрестән тыш эшмәкәрлек буйынса

уҡыу-уҡытыу эш программаһы



Дәрестән тыш эшмәкәрлек йүнәлеше: дөйөм интеллектуаль

Дәрестән тыш эшмәкәрлектең исеме: “Башҡорт халыҡ ижады”

Ойоштороу формаһы:түңәрәк(кружок)

Класс: 3

Дөйөм сәғәттәр һаны: 34

Аҙнаға сәғәттәр һаны: 1

.

Уҡытыусы: Сатлыҡова Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы















Аңлатма яҙыу

“Башҡорт халыҡ ижады” түңәрәгенең уҡыу- уҡытыу программаһы “Мәғариф тураһында”ғы законға, “Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттарына, “Башҡортостан халыҡтары телдәре” законына, 2021/2022 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары исемлегенә,Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһынының уҡыу планына таянып эшләнде.

Был документтарҙа милли мәктәптәрҙә туған телде тейешле кимәлдә уҡытыу, уның мөһим проблемалары, заманса уҡытыуҙың бурыстары, йүнәлештәре, юлдары билдәләнгән. Икенсе быуын хөкүмәт стандарттарының талаптарына ярашлы бала башҡорт теле буйынса белем алыу менән бер рәттән яңы йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе тупларға,уңышлы уҡыусы һәм эшмәкәр шәхес сифаттарына эйә булырға тейеш.

Түңәрәктә яңы технологиялар ( үҫтереүсе уҡытыу, проблемалы, проектлау) һәм уйындар ҡулланыла.

Тәрбиәле кеше, тәрбиәле быуын – тәрбиәле йәмғиәт, ышаныслы бөгөнгөбөҙ, өмөтлө киләсәгебеҙ ул. Шуның өсөн уҡыу йорттарында төплө белем биреү менән бер рәттән уҡыусыла кешелеклелек һыҙаттары, әҙәплелек тәрбиәләү мөҡәддәс бурыс һынала. Ә кеше үҙ халҡының быуындан быуынға күсә килгән рухи байлығына эйә булғанда, физик камиллыҡҡа өлгәшкәндә һәм әхләҡи сафлыҡҡа ынтылғанда ғына үҙен тәрбиәле, әҙәпле, мәҙәниәтле, йәмғиәттең тулы ҡанлы ағзаһы итеп иҫәпләй ала. Фәҡәт сәләмәт рухлы кеше генә йәмғиәтебеҙ, халҡыбыҙ өсөн ниҙер эшләй, уның алға китеүенә тос өлөш индерә ала.

Икенсе быуын хөкүмәт стандарттарының талаптарына ярашлы бала белем алыу менән бер рәттән яңы йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе тупларға, уңышлы уҡыусы һәм эшмәкәр шәхес сифаттарына эйә булырға тейеш.

Бала туған телендә аралаша, тирә – яғындағы донъяны танып белә. Башланғыс класҡа килгәс, тәү башлап уҡырға, яҙырға өйрәнә. Тик бында бер мәсьәлә килеп тыуа: заман балалары башҡорт телен насар белә. Мәктәптә уҡыу программаһына ярашлы, ҡалған предметтар менән бер рәттән башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнә башлай.

Уҡыу программаларының көнүҙәк темалары булып: тыуған илебеҙ Рәсәй, республикабыҙ Башҡортостан һәм уның халҡы, башҡорт халҡының тарихы, йола һәм ғөрөф – ғәҙәттәре, мәҙәниәте, тәбиғәте өйрәнелә. Балаларҙа башҡорт халҡының тарихына, йолаһына һәм ғөрөф – ғәҙәттәренә, мәҙәниәтенә, тәбиғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм маҡсатҡа ирешеү өсөн уҡыу программаһы сиктәренән сығып, тәрбиәүи эш планында был йүнәлештә эште дауам итергә кәрәк.

Ундай тәрбиәгә өлгәшеүҙә һәр халыҡтың үҙенең һыналған тәрбиә ҡанундары – халыҡ педагогикаһы ҙур роль уйнай.

«Башҡорт халыҡ ижады» дәрестәре түбәндәге маҡсаттар ҡуйыла:

- башҡорт теленән баланың һүҙлек запасы самалы булыуын иҫәпкә алып, темаға ярашлы эштәр башҡарыу.

- һәр дәрестә өйрәнелгән яңы һүҙҙәрҙе баланың әүҙем телмәренә индереү өсөн төрлө һүҙбәйләнеш, һөйләмдәрҙә ҡабатлап, иҫкә төшөрөү мотлаҡ.

- әҫәр геройҙарының ҡылыҡ- фиғелдәрен баһаларға, әҙәби геройҙар өлгөһөндә яҡшыны насарҙан, изгелекте яуызлыҡтан, ярҙамды хаслыҡтан, мөхәбәтте нәфрәттән айырырға, кеше психологияһын тойомларға, төрлө ыңғай әҙәби сюжет ситуациялары өлгөһөндә үҙ-ара мөнәсәбәт ҡороу оҫталығына өйрәнеү.

Программаның төп принциптары.

1.Һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу.

Хөкүмәт стандарттары талаптарына ярашлы шәхси үҫеште программаға таянып, балалар өсөн төрлө интеллектуаль кимәлдәге эштәр менән тәьмин итеү бурысы тора. Был төрлө кимәлдәге үҫеш менән уҡырға килгән һәм шулай уҡ тәбиғәттән төрлө аң – аҡылға эйә булған балаларҙы программа йөкмәткеһен үҙләштереүҙе уның шәхси мөмкинселектәрен, булмышын иҫәпкә алып ойоштороуға булышлыҡ итәсәк.

2. Фәнни – теоретик белем биреү.

Әҫәрҙе өйрәнеүҙе төп фәнни - теоретик төшөнсәләрҙе үҙләштереүгә нигеҙләп ҡороу. Төшөнсәләрҙе баланың аң - зиһен кимәлен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, аралашыу оҫталығын шымартыу объекты итеп ҡулланыу.

3.Һәр баланы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү.

Был принцип баланы аҡыллы, эмоциональ-эстетик, рухи-әхләҡи, һау-сәләмәт йәшәргә өйрәтә. Тимәк, уҡытыусы ошо йүнәлештәрҙә тейешле шарттар булдырырға бурыслы.

4. Баланың тәбиғәттән бирелгән, ата-бабалары булмышынан күскән ыңғай сифаттарын иҫәпкә алыу. Балаға тәбиғәттән бирелгән йәки ата-бабаһынан күскән аң, зиһен, фекерләү, эмоциональ булмыш, телмәр сфераларындағы ыңғай һыҙаттарҙы күтәреү, уларҙы иҫәпкә алып, баланың аҡылын үҫтереүҙе тормошҡа ашырыу. Башҡорт милләтенә, халҡына хас яҡшы сифаттарҙы нығытыу, дауам итеү.

5. Баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау, нығытыу.

Бының өсөн махсус рәүештә программа материалы нигеҙендә уҡыу ситуациялары тыуҙырыу, баланы уйнатып, уйландырып, мауыҡтырғыс итеп үткәреү талап ителә.

Уҡыусының фекерен, телмәрен үҫтереү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу мөһим. Бер партала ултырған ике уҡыусы үҙ – ара һөйләшергә, фекер алышырға тейеш. Улар ғаиләһе, ата – әсәһе, туғандары тураһында, өйҙәге, мәктәптәге эштәре буйынса ла һөйләшәләр. Уҡыусы үҙ уйын тартынмай әйтеп бирһен өсөн, шарттар булдырыла. Бала уҡытыусыға ла һорау ҡуйырға баҙнат итә, иптәшенә һорауҙар бирә. Һорай белеү, һорау ҡуя белеү, йәғни үҙең белмәгәнде асыҡларға баҙнат итеү юғары баһалана.

Икешәр, дүртәр – бишәр уҡыусы төркөмдәргә бүленеп эшләгәндә, бала һорау бирергә, фекерен үҙенсә әйтергә һәм яҡларға, кешенең әйткәнен иғтибар менән тыңлап, уны баһаларға өйрәнә. Уй – фекерен аныҡ итеп әйтергә кәрәклеген төшөнә, иптәштәренә лә иғтибарлы була бара.

«Башҡорт халыҡ ижады » дәресендә тәрбиәүи саралар:

-йәш быуында тарихи һәм милли үҙаңды үҫтереү;

- тәбиғәттә бөтә тереклек берҙәм икәнен танытыу;

- тәбиғәт байлыҡтарын һаҡсыл файҙаланыу;

- тыуған ереңә һәм ғәзиз халҡыңа изгелек эшләү;

- ата һүҙен тотоу, кешелеккә хеҙмәт итеү;

- ғаиләлә татыулыҡ булдырыу, атайҙарҙың ғаилә терәге генә түгел,ил терәге лә икәнлеген аңлатыу;

- милли ғорурлыҡ, үҙаң, милли хәтер һәм әҙәплелек тәрбиәләү;

- бала күңеленә нәфислек, гүзәллек, матурлыҡты тоя һәм баһалай белеүҙе һеңдереү;

- ил терәге булған батырҙарға, ил ағаһы булыр аҡһаҡалдарға ихтирам тәрбиәләү.

«Башҡорт халыҡ ижады » түңәрәгендә ҡулланылған формалар:

-экскурсиялар;

-яҙыусылар һәм шағирҙар менән осрашыу;

- балалар китапханаһына сәйәхәт;

-тыуған ҡты өйрәнеү музейына барыу;

- күренекле кешеләр менән осрашыуҙар үткәреү;

-викториналар үткәреү;

-түңәрәк өҫтәл;

-ижади эштәр эшләү, һүрәт төшөрөү;

-сәхнәлә сығыш яһау;

-китапсыҡтар эщләү;

-презентациялар ҡарау.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

«Башҡорт халыҡ ижады » түңәрәгендә башҡорт әҙәбиәте предметы ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла:

  • Предмет кимәлендә белемгә эйә булыу;

  • Уҡыу техникаһын үҫтереү, текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу;

  • Яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу;

  • Тел тураһында белем алыу һәм системалаштырыу;

  • Башҡорт теленең тәрбиәүи потенциалын ҡулланыу;

Программаның йөкмәткеһе

Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, үҙ эсенә ала.

  1. Тел асҡысы халыҡта. Тел тураһында шиғырҙар өйрәнеү, ҡәҙерен белергә өйрәтеү.

  2. Халҡым йыйған ынйылар. Бишек йырҙарын өйрәнеү.

  3. Таҡмаҡтар. Таҡмаҡ уйлап сығарыу.

  4. Бармаҡтар менән уйындар өйрәнеү. Бармаҡтар ярҙамында төрлө йәнлектәр күрһәтеү. Әкиәт сәхнәләштереү.

  5. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен өйрәнеү. Сәхнәләштереү.

  6. Тәбиғәт тураһында яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен өйрәнеү.

Уҡыу йылы аҙағына уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар

Шәхси үҫеш кимәле.

«Башҡорт халыҡ ижады » түңәрәген үткәргәндә , уҡыусыны шәхси үҫеш кимәлен үҫтереү бурыстарын ҡуя:

  • телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;

  • тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларыңды белдереү;

  • кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;

  • уҡылған әҫәрҙең геройҙарына һәм уларҙың эшенә ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.

Метапредмет кимәле

Ойоштороу эшмәкәрлеге:

  • уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

  • дәрестә эш барышын һөйләп барыу;

  • дәреслек материалы менән эшләү барышында уйҙы, фаразды әйтеү;

  • уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

  • коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү.

Танып белеү эшмәкәрлеге:

  • дәреслектең, матур яҙыу өлгөләренең айышына төшөнөү (тышы, йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);

  • дәреслектән, текстан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу;

  • бергәләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;

  • уҡылған текстың йөкмәткеһен һөйләү.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

  • фекереңде телдән формалаштырыу;

  • кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау;

  • тыңлай белеүҙең уңышлы аралашыуға шарт булыуын үҙләштереү;

  • тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;

  • уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы үтәү тураһында килешеү.

Предмет үҙләштереү кимәле:

  • тексты һөйләмдәр теҙмәһенән әйыра белеү;

  • бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ уҡыу;


Универсаль- уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуҙы индергән планлаштырылған һөҙөмтәләр.

1. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү:

-үҙ аллы эш итергә , белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;

-атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә , уҡыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ихтирамлы булырға;

- мәктәп йыһаздарына, уҡыу-әсбаптарына һаҡсыл булырға;

- Тыуған илде яратырға, ерҙе, телде һаҡларға;

- һаулыҡты нығытырға;

- ҡунаҡта, кинола йәки экскурсияла һәм башҡа йәмәғәт урындарында әҙәпле булырға, файҙалы ял итергә;

- кеше менән аралышыу этикетын үҙләштерергә.

2. Предмет буйынса белем алыу:

- әкиәт төҙөй белергә.

- бишек йырҙарын белергә.

- бармаҡтар менән төрлө йәнлектәр һүрәтләй белергә.

- башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарын белергә.

3. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштеү:

- үҙ аллы белем алырға , мәғлүмәт йыйырға һәм уларҙы ҡуллана белергә;

-дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләргә: дәрескә маҡсат ҡуйырға һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңында тота белергә һәм тормошҡа ашырырға, эште дөрөҫ планлаштырырға, эҙләнеү эше алып барырға;

-эҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләргә;

-тиҫтерҙәре һәм оло кешеләр менән итәғәтле һөйләшергә, кеше менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштерергә;

-эшләгән эштәрен дөрөҫ баһаларға һәм кәрәк икән төҙәтмәләр индерергә.

Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;

- төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү;- толерантлыҡ;

- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү;

- төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

-мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

-һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

-анализлай һәм синтезлай белеү;

-сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

-фекерләй белеү;

Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- һөйләү һәм яҙма формала яуап бирә белеү;

-телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу;

- телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

-үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

-башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

-дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;

-һорауҙар бирә белеү.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. М.Бураҡаева, Ф.Күзбәков. “Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм...” – Өфө.2010

2. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Салауат Галин. “Китап”. Өфө.2009.

3.Башҡорт халыҡ ижады. I том. Өфө.1995 й.

4. Башҡорт халыҡ ижады. II том . Өфө. 1997.й.

5.Әкиәттәр. Өфө. 1996 й.

Өҫтәлмә әҙәбиәт:

1) Мәктәп календары – 2019, Иликаева Ә.Й.

Башҡортса сайттар.

1.“Аманат” Республика балалар-үҫмерҙәр журналы http://www.amanatrb.ru/

2. “Аҡбуҙат” Башҡортостан Республикаһының балалар журналы http://www.akbuzat-br.ru/




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Внеурочная работа

Категория: Планирование

Целевая аудитория: 3 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Дополнительная общеобразовательная программа

Автор: Сатлыкова Айгуль Чингизовна

Дата: 26.01.2022

Номер свидетельства: 598936

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(147) "Дополнительная общеобразовательная программа "Делопроизводство на компьютере""
    ["seo_title"] => string(88) "dopolnitiel-naia-obshchieobrazovatiel-naia-proghramma-dieloproizvodstvo-na-komp-iutierie"
    ["file_id"] => string(6) "253776"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1447664374"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(211) "ДОПОЛНИТЕЛЬНАЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ПРОГРАММА (Дополнительная общеразвивающая программа) «Мастерская фоамирана»"
    ["seo_title"] => string(80) "dopolnitiel_naia_obshchieobrazovatiel_naia_programma_dopolnitiel_naia_obshchiera"
    ["file_id"] => string(6) "358438"
    ["category_seo"] => string(7) "prochee"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1479038075"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(258) "Дополнительная общеобразовательная программа социально-гуманитарной направленности «ОСНОВЫ СОЦИАЛЬНО-ПРОЕКТНОЙ ДЕЯТЕЛЬНОСТИ ВОЛОНТЁРА»"
    ["seo_title"] => string(80) "dopolnitelnaia_obshcheobrazovatelnaia_programma_sotsialno_gumanitarnoi_napravlen"
    ["file_id"] => string(6) "580616"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1621226810"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(197) "Дополнительная общеобразовательная программа (дополнительная общеразвивающая программа) «Юный художник»"
    ["seo_title"] => string(80) "dopolnitelnaia_obshcheobrazovatelnaia_programma_dopolnitelnaia_obshcherazvivai_2"
    ["file_id"] => string(6) "658169"
    ["category_seo"] => string(3) "izo"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "planirovanie"
    ["date"] => string(10) "1729521761"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(184) "Дополнительная общеобразовательная программа (дополнительная общеразвивающая программа) «юность»"
    ["seo_title"] => string(80) "dopolnitelnaia_obshcheobrazovatelnaia_programma_dopolnitelnaia_obshcherazvivai_3"
    ["file_id"] => string(6) "659613"
    ["category_seo"] => string(9) "ekologiya"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1731824943"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства