Тема : Теҙмә ҡушма һөйләмдәр. “ Тыуған ил өсөн яуҙа һәләк булыусыларға мәңгелек дан!” (Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл)
Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш : у) теҙмә ҡушма һөйләмдәр темаһы буйынса алған белемдәрҙе хәтергә төшөрөү, нығытыу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәткән Александр Матросов тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү, уҡыусыларҙың һөйләү ҡеүәһен үҫтереү, туған телебеҙҙең матурлығын аңлау,тасуири, дөрөҫ уҡыу күнекмәләрен нығытыу,һүҙлек байлығын арттырыу;.тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу,уҡыусыларҙа Тыуған илгә һөйөү,батырҙарыбыҙ менән ғорурланырға өйрәтеү.
Метапредмет өлкәһендәге үҫеш : дәрескә ҡуйылған маҡсатты аңлау,уны тормошҡа ашырырға тырышыу,дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте табыуға өлгәшеү,үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшен тикшерә,баһалай алыу, әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү,һорауҙарға яуап биреү..
Предмет өлкәһендәге үҫеш : дәрестең йөкмәткеһе буйынса өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү, һүрәтләнгән ваҡиғалар аша проблемаларҙы асыҡлау,анализлау.
Уҡытыу алымдары : әңгәмә,һорау-яуап,һүҙлек менән эш,тәржемә эше,тасуири уҡытыу һәм бәхәс ойоштороу.
Йыһазландырыу: дәрескә презентация, проектор,ноутбуктар,китаптар .
Һүҙлек эше:
Кимәл – уровень.
Эҙәрмән – следопыт.
Аяған – һаҡлаған.
Ҡаһарманлыҡ – подвиг.
Дәрес барышы:
-Хәйерле көн, уҡыусылар!
-Хәйерле көн!
-Һәр берегеҙ күршегеҙгә уңыштар теләп, күтәренке кәйефтә дәресебеҙҙе башлайыҡ! (Уҡыусылар бер-береһенә ҡарап йылмайыша һәм уңыш теләй ала).
I. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу
Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу өсөн ситуация тыуҙырыу:
-Уҡыусылар,һеҙҙең фекерегеҙсә, дәрестә уңышлы эшмәкәрлек алып барыу өсөн нимәләр кәрәк?
-Ихтыяр көсө туплау
-Иғтибарҙы эшкә йүнәлтеү.
-Ҡыйыулыҡ,берҙәмлек кеүек сифаттар...
-Яҡшы, килешәм. Ә бына дәрестең темаһын бергә уйларға кәрәк буласаҡ.Таҡтаға - иғтибар.
Ҡайтырбыҙ тип киткәйнегеҙ ҙә бит,
Ҡайтманығыҙ тыуған илдәргә.
Яу ҡырҙары күптән тынды инде,
Шул ҡырҙарҙа мәңге ҡалдығыҙ.
Һеҙ үлемһеҙ, үлемегеҙ менән
Еңеү булып балҡый данығыҙ!
(Ғ.Рамазанов)
(Хор менән уҡыйҙар)
- Ҡайһы осор ? Кемдәр тураһында һүҙ бара? Ниндәй ваҡиға менән бәйле?
- Бөйөк Ватан һуғышы осоро.
-Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙ өсөн баштарын һалған батырҙарыбыҙ хаҡында.
- Быйылғы йылда Бөйөк Еңеүгә -75 йыл!
-Дөрөҫ.Уҡыусылар ошо шиғыр юлдарында ниндәй һөйләмдәр ҡулланылған?
-Ҡушма һөйләмдәр, минеңсә.
-Эйе.Ҡушма һөйләмдәрҙең ҡайһы төрө тип уйлайһығыҙ?
-Теҙмә ҡушма һөйләмдәр, тип уйлайым.
-Экранға иғтибар! (Александр Матросов тураһында “Шакирйән Мөхәмәтйәнов батырлығы”документаль фильмынан өҙөк тәҡдим итеү).
-Был фильм кем тураһында, ниндәй осор менән бәйле?
-Был фильмдә Александр Матросовтың батырлығы тураһында һөйләнелә.
(Шиғыр юлдарын уҡыу, фильмдан өҙөк ҡарау, уҡыу мәсьәләһен формалаштырып әйтеү.)
- Шиғыр юлдары менән таныштыҡ, фильмдән өҙөк ҡараныҡ, тимәк, бөгөнгө дәрестең темаһы нимә менән бәйле буласаҡ?
-Бөйөк Ватан һуғышы, Александр Матросовтың батырлығы
-Ҡушма һөйләм һәм уның төрҙәре ;
- Дөрөҫ билдәләнегеҙ, укыусылар! Дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуйырһығыҙ?
- Теҙмә ҡушма һөйләм һәм уның төрҙәрен өйрәнеүҙе дауам итеү;
-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың батырлығы тураһында һөйләшеү ;
-Һөйләү телмәрен үҫтереү.
-Афарин,уҡыусылар. Дәрестең эпиграфы итеп, шағир Ғилемдар Рамазановтың шиғыр юлдарын ҡалдырһаҡ ризаһығыҙмы?
-Эйе.
-Өй эшенә нимә бирелгән ине?
-Ҡушма һөйләм темаһын ҡабатларға. Рәүеф Насировтың “Үлһәм,Матросов тип эҙләрһең” повесынан өҙөктө уҡып килергә ине.
2.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү .
-Уҡыусылар, дәресебеҙҙә өс төркөм эшләйәсәк. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн үҙ аллы, микротөркөмдәрҙә, төркөмдәрҙә эштәр тәҡдим ителә.Эшебеҙҙе эҙәрмәндәр клубы ултырышы формаһында ойошторайыҡ. Һүҙлек - таҡтала. Аңлашылмаған һүҙҙәр осраһа, алдығыҙҙа һүҙлектәр ята, мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Шулай уҡ иғтибар итегеҙ баһалама таблицаларына , дәрестең һәр этабында үҙегеҙгә баһалар ҡуйып барыуығыҙ һорала, һуңынан бер нисә уҡыусы үҙенең баһаларының һөҙөмтәһен билдәләп китер. (Эш дәфтәренә шкала,диаграмма.смайлдар һ. б. ҡулланып, эшеңә баһа ҡуйыуҙы ойоштороп була.)
Эҙәрмәндәр клубының рәйесе итеп Нәргизә Мифтахованы, уның сәркәтибе итеп Айым Мәғәфүрованы һайлайыҡ. Клубтың ултырышында ниндәй мәсьәләләр ҡаралыуы хаҡында рәйескә һүҙ.
Эҙәрмәндәр клубы ултырышы мәсьәләләре:
1.Ҡушма һөйләмдәр темаһын хәтергә төшөрөү;
2.Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең төрҙәрен һөйләмдәр ярҙамында билдәләү;
3.Александр Матросов –Шакирйән Мөхәмәтйәнов тураһында әңгәмә ҡороу;
4.Рәүеф Насировтың “Үлһәм,Матросов тип эҙләрһең”әҫәре буйынса фекер алышыу.
4. Эҙәрмәндәр клубы ултырышының ҡарарын ҡабул итеү.
Дәфтәрегеҙҙе асып, бөгөнгө датаны, теманы һәм эпиграфты теркәп ҡуйығыҙ. Тема экранда : Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең төрҙәрен өйрәнеү. “ Тыуған ил өсөн яуҙа һәләк булыусыларға - мәңгелек дан!” (Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл)
Үткән дәрестә ҡушма һөйләм темаһын ҡабатлау өҫтөндә эш башлағайныҡ. Хәҙер таҡтаға өс уҡыусы сыға.Ҡайһы эҙәрмәндәр өҫтәле таҡталағы шиғыр юлдарындағы ҡушма һөйләмдәрҙең төрөн шәберәк билдәләр икән?
1.Ҡайтырбыҙ тип киткәйнегеҙ, тик
Ҡайтманығыҙ тыуған илдәргә.
2.Яу ҡырҙары күптән тынды инде,
Һәм ят ерҙәрҙә мәңге ҡалдығыҙ.
3. Һеҙ үлемһеҙ, үлемегеҙ менән
Еңеү булып балҡый данығыҙ!
(Уҡыусылар баһалама таблицаларына баһалар ҡуйып бара)
-Эҙәрмәндәр клубы ултырышын дауам итәбеҙ. Артабанғы эшебеҙ - ҡушма һөйләм темаһын нығытыу. Ниндәй һөйләм ҡушма һөйләм тип атала? Ҡушма һөйләм төрҙәре.
-Ике йәки бер нисә ябай һөйләмдән төҙөлгән, уларҙы мәғәнә һәм интонация уртаҡлығы берләштергән һөйләмдәр.
-Ҡушма һөйләмдең төрҙәре: теҙмә ҡушма һөйләм һәм эйәртеүле ҡушма һөйләм.
-Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙәге ябай һөйләмдәр үҙ-ара теҙеү юлы менән бәйләнә,үҙ-ара тиң һөйләмдәр.
-Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙәге ябай һөйләмдәр бер-береһенә буйһоноп киләләр,баш һәм эйәрсән һөйләмдәрҙән тора,береһенән икенсеһенә һорау ҡуйып була.
-Дөрөҫ. Таҡталағы һөйләмдәрҙе ҡарап китәйек.
-Беренсе һөйләм. Ике ябай һөйләмдән төҙөлгән теҙмә ҡушма һөйләм.
-Нимә ярҙамында ябай һөйләмдәр төҙөлгән?
-Ҡаршы ҡуйыу теркәүесе ярҙамында төҙөлгән.
-Икенсе һөйләм. Ике ябай һөйләмдән йыйыу теркәүесе ярҙамында төҙөлгән теҙмә ҡушма һөйләм.
-Өсөнсө һөйләм. Ике ябай һөйләмдән интонация ярҙамында төҙөлгән теҙмә ҡушма һөйләм.
-Килешәм. Ошо һөйләмдәр нигеҙендә теҙмә ҡушма һөйләмдең төрҙәрен асыҡлап булырмы?
-Эйе. Теркәүестәр ярҙамында төҙөлгәне –теркәүесле т.ҡ.һ., интонация ярҙамында төҙөлгәне – теркәүесһеҙ т.ҡ.һ.
-Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙәге ябай һөйләмдәр ниндәй теркәүестәр ярҙамында бәйләнә?
-Йыйыу, ҡаршы ҡуйыу ,бүлеү һәм аныҡлау теркәүестәре нигеҙендә.Алдығыҙҙа таблицаға таянып эшләргә мөмкин.
(Уҡыусылар баһалама таблицаларына баһалар ҡуйып бара)
Ҡушма һөйләмдәр
Үҙ аллы булған ике йәки бер нисә һөйләмдән төҙөлгән ҡушма һөйләм –
теҙмә ҡушма һөйләм
Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм
Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм
Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр төрлө күренештәрҙе һәм хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлағанда ,уларҙы эҙмә-эҙ һөйләп биргәндә ҡулланыла
Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр бер үк ваҡытты бер-бер артлы башҡарылған эш-хәрәкәт, күренеш һәм хәл-ваҡиғаларҙы ,ҡапма-ҡаршылыҡты , эш-хәрәкәттәрҙең ҡабатланыуын белдерә
Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең
төрҙәрен билдәләү :
№
Мәғәнә яғынан
Миҫалдар
1
Эҙмә-эҙ, бер-бер артлы башҡарылған эш- хәрәкәт, күренеш һәм хәл-ваҡиғаларҙы аңлатыусы
Поезд килеп туҡтаны, вагон ишектәре асылды, пассажирҙар төшә башланы.
2
Бер үк ваҡытты башҡарылған эш- хәрәкәт, күренеш һәм хәл-ваҡиғаларҙы белдереүсе теҙмә ҡушма һөйләмдәр
Тиҙҙән ҡомалаҡтар үрмәләр, ҡара бөрлөгәндәр бешер, муйылдар шау сәскәгә күмелер, һандуғастар һайрар, кәкүктәр саҡырыр.
3
Киләсәк заманда буласаҡ эш-хәрәкәт, күренеш һәм хәл-ваҡиғаларҙы белдереүсе теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр
Эш табып,өй һалырһың, мал-тыуар алырһың, балаларыңды уҡытырһың, беҙ һиңә килербеҙ, ҡыуанырбыҙ.
4
Үткән заманда булған эш-хәрәкәт,күренеш һәм хәл-ваҡиғаларҙы аңлатыусы теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм
Эш өҫтөндә ҡайнап үтте йылдарым,
Йырҙар булып түгелеп барҙы йылдарым.
5
Билдәле ваҡытҡа туранан –тура мөнәсәбәте булмаған эш-хәрәкәт,күренеш,хәл-ваҡиғаларҙы аңлатыусы теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм
Көнөң яҡты, юлың тигеҙ, күңелең таҙа – матур кеше һин.
6
Ҡапма – ҡаршылыҡты белдереүсе һөйләмдәрҙән торған теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм
Ярһып-ярһып ҡысҡырҙы - яуап биреүсе булманы.
7
Бер-береһен асыҡлаусы һөйләмдәрҙән төҙөлгән теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм
Юлдағыларға юл булһын, аҙашҡандар ҡауышһындар,эҙләгәндәр табышһындар.
8
Бер-береһен дөйөмләштереүсе һөйләмдәрҙән торған теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм
Кешенең аҡылы булһын, бер эштән дә ҡурҡмаһын - шул саҡта ғына донъяла йәшәй ала.
9
Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдә уртаҡ эйәрсән киҫәк
Донъяла беҙҙең өсөн дуҫ бар, дошман бар,Ватан бар,сит донъя бар,иҫтәлектәр бар.
10П
Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм аиама һөйләмдәрҙән яһала
Унда йыуа,һулда ҡаҡы,артыңда ҡымыҙлыҡ,алдыңда ҡуҙғалаҡ.
Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә
теркәүестәр ҡулланыла
1
Йыйыу
да-дә,ҙа-ҙә,ла-лә,та-тә,һәм,йәнә,тағы,етмәһә
Инде генә ҡояш сыҡҡайны,тағы болоттар ҡабарып сыҡты.
2
Ҡаршы ҡуйыу
ә,ләкин,тик,әммә,шулай ҙа,бәлки,юғиһә
Ул егет тураһында төрлө хәбәрҙәр йөрөй,ләкин беҙ уға ышанмайбыҙ.
3
Бүлеү-ҡабатлау
йә,йәки,әле,әллә,берсә,ни-ни
Берсә эҫе ҡояш ҡыҙҙыра,берсә һалҡын ел йүгерә.
4
Һығымта яһаусы
теркәүес һәм хатта,тимәк,шулай итеп,ғөмүмән,әйтерһең дә,шулай итеп
Юл ҡыҫҡараҡ та, тигеҙ ҙә , тимәк, машинаға әйбер тейәп буласаҡ.
5
Аныҡлау
Йәғни
Беҙҙең ауылда яңы йола барлыҡҡа килде, йәғни бесән сапҡан кешеләр бер-береһенә ярҙам итәләр.
III. Ял минуты
Уҡыусыларҙың күҙҙәре өсөн гимнастика эшләтергә мөмкин.
- Афарин, уҡыусылар! Ә хәҙер дәреслектән Рәүеф Насировтың “Үлһәм,Матросов тип эҙләрһең”әҫәре нигеҙендә эҙәрмәндәр клубы ултырышын дауам итәбеҙ. Әҫәргә таянып, өс төркөмгә лә Александр Матросовтың кем булыуын асыҡларға кәрәк булыр.
1.Кем ул Шакирйән Мөхәмәтйәнов? (1943 йылдың 27 февралендә Псков өлкәһе Чернушки ауылы өсөн ҡаты һуғышта кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплай һәм үҙенең батальонының уңышлы һөжүмен тәьмин итә. Был батырлығы өсөн ҡыҙылармеец Матросовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә)
2.Уның тураһында нимәләр беләһегеҙ? (Шакирйән Мөхәмәтйәнов 1923 йылдың 5 февралендә Ҡунаҡбай ауылында Башҡортостандың Учалы районы тыуған. Милләте башҡорт. Бәләкәйҙән үк әсәйһеҙ ҡала. Ульяновск өлкәһе Иваново балалар йортонда, 1940-42 йылдарҙа Өфөләге НКВД ҡарамағында булған хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнә. Балалар йортонда Александр Матросов тигән яңы исем һәм фамилия ала. 1942 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм Ырымбур янындағы Краснохолмск хәрби-пехота училищеһына уҡырға алына. 1943 йылдың ғинуарында Калинин фронтына 91-се айырым уҡсылар бригадаһына хеҙмәткә ебәрелә)
2.Александр Матросов образын тыуҙырыуға арналған ниндәй әҫәрҙәрҙе, фильмдәрҙе беләһегеҙ? ( Рәүеф Насировтың “Үлһәм, Матросов тип эҙләрһең”повесы, Әнүәр Бикчәнтәев “Бөркөт һауала үлә”повесы, Яныбай Хамматов”Тыуған көн” романы, Павел Журба”Герой Советского Союза Александр Матросов”, книга И.Легостаева “Үлемһеҙлеккә ташланыу”(“Бросок в бессмертие”), “Александр Матросовтың үлемһеҙ батырлығы”( ”Бессмертный подвиг Александра Матросова”). Фильмдәр: “Александр Матросов. Провда о подвиге”, “Рядовой Александр Матросов”, ”Бессмертный подвиг Александра Матросова ”, 1990 йылда Политик әҙәбиәт нәшриәтендә (Издательство политической литературы )”Мәңгелеккә теркәлгән”(“Занесены навечно”) тигән ике томлыҡ биографик белешмәләркитабы)
3.Уның исемен мәңгеләштереү буйынса нимәләр беләһегеҙ? ( 1943 йылдың 8 сентябрендә герой хеҙмәт иткән 254-се гвардия уҡсылар полкына Александр Матросов исеме бирелә. Өфөлә Александр Матросовҡа һәйкәл ҡуйылған. Салауат ҡалаһында Матросов бульварында Матросовҡа бюст ҡуйылған. 2015 йылда Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында Александр Матросовтың ҡаһарманлығына арналған тәүге хәрби-тарихи реконструкция үтә)
4. Үткән дәрестәрҙә бөйөк Еңеүгә арналған ҡайһы әҫәрҙәрҙе өйрәнгән инек? (М.Кәрим “Ҡара һыуҙар” ,”Үлмәҫбай” поэмалары, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”повесы, Ә.Атнабаев”Әсә хөкөмө”драмаһы, Р.Сафиндың” Ҡыр ҡаҙҙары”шиғыры һ.б.
5. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан батырҙарҙан кемдәрҙе беләһегеҙ?
(Шайморатов генерал,Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Таһир Кусимов һ.б.)
(Уҡыусылар баһалама таблицаларына баһалар ҡуйып бара)
Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн үҙ аллы ,микротөркөмдәрҙә, төркөмдәрҙә эштәр тәҡдим ителә.
1.Фишбоун: Шакирйән Мөхәмәтйәнов һәм Александр Матросовтың оҡшашлыҡтары
-әҫәрҙәге төп проблеманы асыҡлау;
-төп геройҙарҙың биографияһындағы уртаҡ һыҙаттарҙы билдәләү;
- маҡсатҡа ирешеү өсөн нимәләр эшләгәнен асыҡлау;
1. Төп проблема : ялғанлыҡты фашлап, оло хәҡиҡәтте кире аяҡҡа баҫтырырға ынтылыу. Александр Матросовтың ысын исеме: Шакирйән Мөхәмәтйәнов - башҡорт милләтенән, Учалы районы Ҡунаҡбай ауылы егете,башҡорт Геройы.
2.Уларҙың биографияһындағы уртаҡ һыҙаттар : күгәрсен үҫтерергә яратҡан; һыуҙа батып барған балаларҙы ҡотҡарған; үҙенән кескәйҙәргә яҡлашҡан ; гитарала уйнаған; “һуғыш” уйындарын ойоштороп йөрөгән, икеһе лә бер үк “матрос” бейеүен башҡарған; һәр ваҡыт матрос тельняшкаһы кейеп йөрөгән; фотоһүрәттәренең оҡшашлығы
3. Атаҡлы журналист, эҙәрмән Рәүеф Насиров “Үлһәм,Матросов тип эҙләрһең” повесын ижад итә. Матросовтың башҡортлоғон бик күп документаль материалдар һәм мәғлүмәттәр нигеҙендә иҫбатлай.
Перекрестная дискуссия (бәхәс):
-һәр уҡыусы геройҙарҙы яҡлап, аргументтар яҙа;
-аргументтар микрогруппаларҙа берләштерелә. Һәр микрогруппа (һайлап алып)ике геройға ла ҡарата бер нисә аргументтан торған исемлек тәҡдим итә;
-аргументтарҙың дөйөм исемлеге төҙөлә;
Рәсми биографияһында:
Документтар юҡ
1.Днепропетровск ҡалаһында тыуған
Унда тыуғанын кире ҡағалар: Киев өлкәһе тәртип һаҡлау идаралығы №17/5-474.1965
2.Тыуған йылы - 1924
Бер ниндәй ҙә документ юҡ
3.Атаһы –Матвей,эшсе,кулактар ҡулынан үлгән
Раҫлаған документтар юҡ
4.А.Матросовтың йәшәгән урындары: Днепропетровск ҡалаһы, Ульяновск өлкәһенең Ивановка ауылы, Өфө балалар хеҙмәт колонияһы, фронт
Документтар юҡ
Китаптағы асыштар,өҫтәлмә мәғлүмәттәр
1.Учалы районы Ҡунаҡбай ауылы. Ысын исеме – Шакирйән Мөхәмәтйәнов
Үҙҙәренең ҡултамғалары менән раҫлайҙар:
1.Г.Черников – Ирғәлин Ғәзнәүи – ул да Ҡунаҡбай ауылы кешеһе, бергә Шакирйән менән ил гиҙәргә сығып киткән.
2.Уның ҡустыһы З.Ирғәлин-Силәбе өлкәһе
3.Учалы районы халҡы
4.Ҡунаҡбай ауылы халҡы
2. Матросов фамилияһы уйлап табылған
Бер үк балалар йортонда булғандар: Р.Сәйфетдинов,В.Калмыков,П.Халтурин, Х.Баҡыев
3.Милләте-башҡорт, башҡортҡа оҡшағайны
Р.Сәйфетдинов,В.Калмыков,П.Халтурин, Х.Баҡыев, М.Сәйфетдинов, Ғ.Халиков, Н.Шестакова
4. Башҡортса һөйләшә ине
Бергә йөрөгән Р.Сәйфетдинов,В.Калмыков,П.Халтурин, Х.Баҡыев
5. Тыуған йылы- 1924
Бер ниндәй документ та юҡ:
Е.Сатышева – Димитровград ҡалаһы,
Н.Шестакова-Өфө ҡалаһы,
П.Огурцов – Саратов өлкәһе Балаково ҡ.
Шакирйәндең тыуған йылы - 1923
Учалы ҡала Советы биргән справка(ф.34.оп.2. 3-сө китап, 9-сы бит.
6.Матросовтың йәшәгән урындары
Учалы районы Ҡунаҡбай ауылы - 1934 йылға тиклем,1936-1941й.Ҡунаҡбайға өс тапҡыр ҡайтып китә.
Ил буйлап сәйәхәт итә: Димитровград ҡалаһы –(1936 й.)-Ульяновск өлкәһенең Ивановка ауылы – (1939 й.)- Куйбышев - Саратов ҡалаһы – Өфө балалар хеҙмәт колонияһы(1941-1942й.)-Краснохолмск пехота училищеһы – фронт
(Уҡыусылар баһалама таблицаларына баһалар ҡуйып бара)
- Рәүеф Насировтың “Үлһәм, Матросов тип эҙләрһең” әҫәренә анализ өсөн уйлау, фекерләү кимәлендә « алты эшләпә » алымын ҡулланыу отошло булыр тип уйланым.
-Ҡыҙыл эшләпә – әҫәрҙең геройҙарына, ҡылығына, тәбиғәт күренешенә ҡарашын, хис- тойғоһон белдерә.
-Һары – әҫәрҙән ниндәй яҡшы нәмәне үҙең өсөн алырға мөмкинлеген эҙләй.
-Йәшел – геройға, әҫәрҙе уҡыусыға кәңәш бирә.
-Ҡара – геройҙың эшмәкәрлегендә насар һыҙаттарҙы таба, икеләнә.
-Аҡ – геройҙан, әҫәрҙән алған мәғлүмәттәрҙән нимә өйрәнергә була.
-Күк – сюжетты дауам ит.
( Уҡыусыларҙың сығыштары)
(Уҡыусылар баһалама таблицаларына баһалар ҡуйып бара)
-Артабан өс төркөмгә лә повестан теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе табырға:
1. Рәхәт, көн ҡыҙыу, хатта һыуҙан сыҡҡы килмәй.( Теҙмә ҡушма һөйләм)
2.Тимәк, батырлыҡ Шакирйәндең шәхси сифаты булған, быға нигеҙ бәләкәйҙән ,Ҡунаҡбай ауылында уҡ һалынған. (Теркәүесһеҙ т.ҡ.һ.)
3.Ул геройҙарҙың социаль сығышы ла бер төрлө булмаған: батшалар ҙа, полководецтар ҙа, халыҡ араһынан сыҡҡандары ла булған. (Теркәүесһеҙ т.ҡ.һ.)
(Уҡыусылар баһалама таблицаларына баһалар ҡуйып бара)
- Афарин,уҡыусылар! Артабан алған белемебеҙҙе нығытыу маҡсатында экранда мәҡәлдәрҙең яртыһы бирелгән,ҡалған яртыһын һеҙгә табырға.
-Батыр бер үлер, (ҡурҡаҡ мең үлер)
-Батырҙың ҡылған эше яҡшылыҡ булыр,(ҡурҡаҡтың эше хыянат булыр)
-Ысын ир-егет бар икән, (ил хур булмаҫ)
-Изгелек ит,( халыҡ белер)
-Батырлыҡ - мәңгелек, (ҡурҡаҡлыҡ – хурлыҡ)
- Илен, халҡын ныҡ аяған – батыр булыр,
-Йән аяған – бахыр булыр.
(Уҡыусылар баһалама таблицаларына баһалар ҡуйып бара)
4. Рефлексив анализ.
-Рәхмәт, уҡыусылар.Ултырыш аҙағына етте. Бөгөн ултырышта ҡуҙғатылған мәсьәләләр хәл ителдеме? Әйҙәгеҙ,тикшерәйек.
(Эҙәрмәндәр клубы ултырышы мәсьәләләре:
1.Ҡушма һөйләмдәр темаһын хәтергә төшөрөү;
2.Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең төрҙәрен һөйләмдәр ярҙамында билдәләү;
3.Александр Матросов –Шакирйән Мөхәмәтйәнов тураһында әңгәмә ҡороу;
4.Рәүеф Насировтың “Үлһәм,Матросов тип эҙләрһең”әҫәре буйынса фекер алышыу.
4. Эҙәрмәндәр клубы ултырышының ҡарарын ҡабул итеү)
Эҙәрмәндәр клубы рәйесенә – һүҙ :
- Бөгөнгө ултырышта беҙ ҡушма һөйләмдәр темаһын хәтергә төшөрҙөк, теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең төрҙәрен һөйләмдәр ярҙамында билдәләнек, Александр Матросов –Шакирйән Мөхәмәтйәнов тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ, Рәүеф Насировтың “Үлһәм,Матросов тип эҙләрһең”әҫәре буйынса фекер алыштыҡ. Эҙәрмәндәр клубы ултырышының ҡарарын ҡабул итеү генә ҡалды.
Сәркәтип Айымға – һүҙ:
Эҙәрмәндәр клубы ултырышының ҡарары:
-Ҡушма һөйләм темаһын ҡабатлауҙы, нығытыуҙы дауам итергә;
- Нығытыуҙы текстар ярҙамында эшләү;
-Шакирйән Мөхәмәтйәнов тураһында күберәк мәғлүмәттәр туплау;
- Рәүеф Насировтың “Үлһәм, Матросов тип эҙләрһең” повесын тулыһынса уҡып бөтөрөү;
Рәйес:-Әйҙәгеҙ, тауыш бирәйек. Кем ошо ҡарарҙы ҡабул итәбеҙ тиҙәр,тауыш бирә. Ҡарарға ҡаршылар, риза түгелдәр бармы? Рәхмәт. Ҡарар ҡабул ителде.
-Рәхмәт,уҡыусылар. Уҡыусылар,дәресебеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Эпиграфҡа кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Бөгөн дәрестә ниндәй темаға һөйләшеү алып барҙыҡ?
V . Дәрестәге эшмәкәрлекте б аһалау. Баланы үҙ эшен баһалауҙы ойоштороу. Һәр уҡыусы баһаны ни өсөн ҡуйғанын аңлата.
(Уҡыусылар үҙҙәренә баһа ҡуялар. Баһалар буйынса уҡыусыларҙың фекерҙәре)
VI. Өй эше.
1. “Бөйөк Ватан һуғышының Советтар Союзы Геройы - Шакирйән Мөхәмәтйәнов” темаһына ҡушма һөйләмдәр нигеҙендә проект төҙөү.
2. Инша яҙыу. Тыуған ил өсөн яуҙа һәләк булыусыларға - мәңгелек дан!
3. Ижади эш: повесть буйынса сценарий төҙөргә.
VII. Йомғаҡлау
-Бөгөн беҙ дәресте маҡсатлы алып барҙыҡ. Ҡушма һөйәм темаһын да яҡшы үҙләштергәнһегеҙ, артабан да эште был йүнәлештә дауам итербеҙ.Батырҙар тураһында әңгәмә лә ҡорҙоҡ.Утта янмаҫ батыр ирҙәр – халыҡ күңелендә, улар мәңге онотолмаясаҡ! Тыуған ил өсөн яуҙа һәләк булыусыларға - мәңгелек дан! Тормош дауам итә.Ә һеҙ - беҙҙең киләсәк.Тыныс тормошта илебеҙгә, ата- әсәйҙәргә, ғаиләгеҙгә хеҙмәт итергә яҙһын ! Һуғыштар булмаһын, тыныс торһон Ер шары.Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән илебеҙҙең абруйын күтәрергә насип булһын!