Шундай ғәҙеллек һөйөүсе, тура һүҙле, бер үк ваҡытта шаян кешеләр оҡшай.
Просмотр содержимого документа
«Шундай кешеләр була»
Баймаҡ районының кескенә Яңғаҙы ауылында бер-береһен тулыландырып, ҡәҙер, хөрмәт күрһәтеп йәшәүсе парҙар байтаҡ. Ана шундай ике гүзәл йәрҙең береһе— Хәлит Сәлмән улы һәм Зәүрә Миңлеғәле ҡыҙы Теүәлбаевтар декабрҙең һуңғы көндәрендә сәстәрен сәскә бәйләп донъя көтә башлауҙарының 60 йыллығын билдәләй. Эйе, ышаныслы, ипле, егәрле Хәлит Теүәлбаевты бер күрешеүҙә үк үҙ иткән ағалары Таһир менән Кәримдең:
-Кейәүгә сыҡһаң, бары тик ошо егеткә генә сығаһың!-тигән һүҙҙәрен тыңлап, Байыш ауылында тыуып үҫкән Зәүрә Миңлеғәле ҡыҙы Яңғаҙынан һората килеүсе Хәлит Сәлмән улына ризалығын бирә. 1963 йылдың 13 декаберендә бата уҡытҡандан һуң, 31 декабргә туй көнө билдәләнә. Заманы шулай булғанға күрә, хәҙерге йәштәр кеүек парлашып, табын түрендә ҡотлауҙар ҡабул итеп ултырырға тура килмәй кәләшкә.
-Бабай ҡунаҡтар араһында мәж килә, ә мин туғандарымдың балаларын ҡарап, шаршау аҫтында ултырҙым ул көндө- тип көлөп хәтерләй Зәүрә Миңлеғәле ҡыҙы.
Ғинуар, февраль бурандары үтеү менән, март айында ҡалым биреп, Яңғаҙыға килен булып төшә ул. Үҙ ваҡытында ЗАГС-ҡа ла тормайҙар. “Ишмөхәмәт ауыл советында Яңғаҙы кешеһе Мырҙабулат ағай эшләй ине, шуға уңайһыҙландыҡ, совхозға күсеп барғас яҙылырбыҙ әле тип уйланыҡ”-ти үҙҙәре был хаҡта. Һәм бары тик 1965 йылдың 4 ноябрендә генә ЗАГС ҡағыҙын ҡулға алалар. Татыу, уңған парҙар биш балаға ғүмер бүләк итә. Тәүге балалары Рәсимә Хәлит ҡыҙының яҡты донъянан иртә китеүе генә бик тә үкенсле. Ҡалған дүртәүһе иһә, атай-әсәй фатихаһында һәр кеме үҙ ғаиләһе менән матур ғүмер итә. Ысынлап та, 16 йәшенән генә хеҙмәт юлын башлап, бер юлы ике урында ла эшләп, сая холҡо, әрһеҙлеге, йор теле, мәрәкәләре менән үҙенә башҡаларҙы ла ылыҡтырыусы Зәүрә Миңлеғәле ҡыҙы килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн дә өлгө булып тора. Сабыр, ярҙамсыл, тыныс холоҡло, бер ҡасан да кеше һүҙен кире бормаған Хәлит Сәлмән улы совхоз эшенән бушамаған осорҙа ла, ҡатын кеше балаларын эшкә өйрәтеп, мал-тыуарын, ҡош-ҡортон, ҡәйнәһен ҡарарға ла өлгөрә. Әлеге көндә лә, һуғыш осоро балалары булыуҙарына ҡарамаҫтан, йәштәрҙән кәм йәшәмәй улар. Һаман да һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫырап, дәртләнеп донъя көтәләр. Күҙҙәр генә тейә күрмәһен! Артабан да ҡәҙерлеләребеҙгә Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәп, иман юлында, ауырыу-һыҙланыуһыҙ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, бәрәкәтле, оҙон ғүмер насип булһын.
Гәүһәр туйығыҙ менән
Ҡотлайбыҙ, атай, әсәй.
Һеҙ булғанға шөкөр итеп,
Балаларығыҙ йәшәй.
Сикһеҙ рәхмәт һүҙебеҙҙе
Ҡабул итеп алығыҙ!
Киләсәктә беҙҙең өсөн
Иҫән-һауҙар булығыҙ!
Иң изге теләктәр менән – улдары: Илдус, Ирнис, Вәхит, килендәре:Гөлнара, Мәрзиә, Разалия, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре исеменән ҡыҙҙары—Миңзифа.