Конспект организованной образовательной деятельности в 1 младшнй группе по лепке "Столбики для забора" на башкирском языке
Просмотр содержимого документа
«Столбики для забора»
Тема: Ҡоймаға бағаналар.
Маҡсат: балсыҡты ике ус араһында тура хәрәкәттәр менән әүәләргә өйрәтеү;
әүәләнгән әйберҙәрҙе уйын өсөн ҡулланырға күнектереү;
әтәскә ярҙам итеү теләге уятыу.
Һүҙлек эше: бағана, ҡойма, һоро, бүре, әүәләйем.
Әҙерлек эше: уйынсыҡтар менән уйнау.
Ҡулланма: балсыҡ, таҡталар, биҙәлгән өй, шыршылар, ҡуян, бүре, әтәс фигуралары.
Дәрес барышы.
Балалар өҫтәл артында ултыра. Икенсе өҫтәлдә биҙәкләнгән (расписной) өй. Уның янында шыршылар.
Өй артынан ҡуян килеп сыға ла эскә ҡарай, тыңлап тора. (Уйынсыҡтар менән күрһәтеп уйнау).
Ҡапыл шыршы артынан һоро бүре күренә, әтәсте күреп ҡала ла, уны тоторға уйлай. (Ситуацияны уйынсыҡтар менән уйнап күрһәтеү).
Аңлатыу, күрһәтеү.
Балалар, минең ҡулымда балсыҡ йомарлағы. Мин уны ике усым араһында әүәләйем һәм ҡойма өсөн бағаналар килеп сыға. (Күрһәтеү).
Хәҙер һеҙ шундай уҡ бағаналар эшләп ҡарағыҙ.
Балалар балсыҡ йомарлағы алып ике ус араһында әүәләйҙәр, бағаналар барлыҡҡа килә.
Әүәләү техникаһын нығытыу буйынса айырым эш.
Балалар эштәрен бөткәс тәрбиәсе маҡтай.
Тәрбиәсе менән балалар бағаналарҙан ҡойма төҙөй ҙә әтәсте уның артына йәшерәләр.