kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Мөхәббәткә кәртәләр юҡ.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Мөхәббәткә кәртә юҡ тиҙәр. Был һүҙҙәр менән килешеүселәр осрар. Тормош бит ул.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Мөхәббәткә кәртәләр юҡ.»

Яуҙа яралған мөхәббәт

Мөхәббәт кеүек изге, саф хис әҙәм балаһын ҡайҙа ла эҙләп таба. Бирғәле һәм Зөләйха Шаһиевтарҙы ла ул дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тап итә. 1944 йылда, иһә, ғүмерлеккә бергә булырға һүҙ ҡуйышҡан йәрҙәр ғаилә лә ҡора.

Бирғәле Нурғәле улы Баймаҡ районының Төркмән ауылында донъяға килә. Түбә ауылына күсеп, урта белем алғас, Белорет училищеһына уҡырға инә. Һуғыш башланғас, танкист һөнәренә уҡытып, һуғышҡа оҙаталар. Тик, дошманға булған нәфрәтен баҫтырып, оҙаҡ яу ҡырында йөрөү насип булмай уға. Волгоград өлкәһенең Дондағы Калач ҡалаһы өсөн барған һуғышта танктарын шартлаталар һәм ул ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. Ҡазан ҡалаһында урынлашҡан был дауаланыу йортонда осрата ла инде үҙенең ғүмерлек йәрен, татар ҡыҙы Зөләйханы.

Татарстандың Әтнә районы Юғары Сәрдек ауылында 14 бала араһында донъяға килгән Зөләйха иң зирәге була. 7 йыллыҡ белеме булған ҡыҙ артабан уҡыу ниәте менән Ҡазан ҡалаһының һөнәрселек училищеһына юллана. Тик, был теләге ни тиклем генә көслө булһа ла, ата-әсәһенең хәлен аңлап, тегеү фабрикаһына эшкә урынлаша. Башта ҡул менән төрлө кейемдәр тегә. Остаздарынан бер аҙ өйрәнеп алғас, тегеү машиналарынан да бик етеҙ эшләй башлай. Фин һуғышы башланғас, йәш-елкенсәк менән берлектә Зөләйханы ла Ҡазандағы бер госпиталгә кер йыуыу һәм киптереү эштәренә йәлеп итәләр. Был һуғыш туҡтау менән, 1940 йылда «Азат хатын» артелендә хеҙмәтен дауам итә. Илебеҙгә немец илбаҫарҙары ябырылыуын шунда ишетә. Әлегә тиклем йүнле эш хаҡы күрмәгән эшселәрегә көнөнә 500 грамм ғына икмәк бирә башлайҙар. Оҙаҡламай, күп кенә ҡатын-ҡыҙҙарҙы Быуа районының Һыуыҡһыу ауылы янына окоп ҡаҙырға алып китәләр. Был эште Зөләйхалар 3 ай буйына башҡара. Күрәһең, хәрбиҙәр фашистарҙы Ҡазан янына уҡ килеп етерҙәр, окоп һәм соҡорҙарҙың шул саҡта кәрәге лә тейер тип уйлағандарҙыр. Ул саҡтарҙа фронтта ғына түгел, тылда ла аҙ яфа сикмәйҙәр шул...

1944 йылда, госпиталдә эшләп йөрөгән сағында, Ҡазанға ҡайтарылған яралылар араһында башҡорт егете Бирғәле лә була. Сибәрлеге, уңғанлығы менән күптәрҙең йөрәген яндырған Зөләйханы ул тәүҙә ситтән генә күҙәтеп йөрөй. Таныштары аша егетенең булыу- булмауын да белешә. Шулай, дуҫлашып йөрөй торғас, бар ҡыйыулығын йыйып, бер көндө оҙатып та ҡуя. Тәүәккәл Баймаҡ егете көн дә осраша торғас, күңелен генә түгел, бар булмышын биләп алған татар ҡыҙына өйләнергә теләүен белдереп, тәҡдим дә яһай. 1944 йылдың 20 октяберендә улар Ҡазанда парлы ғүмер башлап ебәрә.

Һуғыш тамамланып, тыныслыҡ урынлашҡас, йәштәргә Баймаҡтан хат килеп төшә. Уны Бирғәленең атаһы, һуғышта ҡатнашып, Герман еренә ҡәҙәр барып етеп, рейхстагҡа байраҡ ҡаҙағандарын үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтыусы Нурғәле ҡартатайым (өләсәйем Кинйәһолтандың да атаһы) яҙып ебәргән була. Ул Сибай ҡалаһы тирәһендә руда ятҡылыҡтары табылыуы, эш буласағы тураһында хәбәр итеп, улы менән киленен ҡайтырға димләй. Оло кешенең һүҙен йыҡмай, бер-нисә төргәк һәм ике сумаҙан әйбер менән йәштәр Баймаҡҡа ҡайтып та төшә. Бәләкәс кенә булһа ла балсыҡтан өй ҙә һалып инәләр. Күп тә үтмәй, тәүге ҡыҙҙары Клара донъяға килә. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ыҙалыҡ та күрәләр. Зөләйха Мөхәмәтша ҡыҙының күҙ нурҙарын түгеп эшләгән сигеүле таҫтамал-яулыҡтарын икмәккә, картуфҡа алмаштырырға ла тура килә. Тиҙҙән, Ырымбурҙа яҡшы эш табыу мөмкинлеге ҙур булыуы тураһында ишеткән Бирғәле Нурғәле улы ғаиләһе менән шул тарафҡа юллана. Унда тракторсы булып эш башлай. Инде тормош яйлана башланы, тип ҡыуанып ғүмер иткән йәш ғаиләгә ҡайғы килә. Ҡыҙылсанан сабыйҙары донъя ҡуя. Оҙаҡламай улдары Ғәленең тыуыуы ғына бер аҙ тормоштарына йәм өҫтәй.

1951 йылда Шаһиевтар йәнә Баймаҡҡа әйләнеп ҡайта. Ғаилә башлығы автотранспорт предприятиеһына эшкә урынлаша. Ҡыҫтау булһа ла өс ғаилә бер бүлмәле өйҙә йәшәп торалар. Түҙгәнгә-түш ите. Яйлап, үҙ өйҙәре, мал-тыуарҙары барлыҡҡа килә. Татыу ғаиләләренә ҡыуаныс өҫтәп, бер-бер артлы улдары Ғәни, Вәли, ҡыҙҙары Таңһылыу, Әнисә, Гөлниса тыуа. 1962 йылда иһә, кинйә улдары Әнистең донъяға килеүе шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ ҡына була. Ҡәҙерле ҡатынының, ғәзиз балаларының хәстәрен күреп, йортоноң бәрәкәтен арттырыу ниәте менән янып, Бирғәле олатай көндө-көнгә, төндө-төнгә ялғап эшләй. Иш янына ҡуш, иренә ярҙам булһын, тип Зөләйха инәй ҙә тегеү машинаһында балаларына кейем-һалымды үҙе тегеп кейҙерә, һатып та ебәрә. Йөн иләп, шәлдәр бәйләп тә аҡса эшләй. Ояһында ни күрһә-осҡанда ла шул булыр, тигәндәй, ысынлап та, балалары эшкә өйрәнеп үҫеп, юғары белем алып, күптәре урынлы ерҙә эшләүгә өлгәшә. Ата-әсәләре кеүек матур ғаилә ҡоралар.

Тыуған ауылынан мең саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан сит-ят ергә килеп төпләнһә лә, Зөләйха Мөхәмәтша ҡыҙы Баймаҡ еренә ерегеп, үҙ кеше булып китә. Уңғанлығы, ихласлығы менән хөрмәт ҡаҙана. Башҡорт телен дә үҙ итә, туған телен дә онотмай. 47 йыл бергә ғүмер иткән Бирғәлеһен юғалтыу ҡайғыһын кисерһә лә, бирешмәй. ”Кеше ҡулына ҡалырға, балаларға ауыр йөк булырға яҙмаһын. Әҙ ауырыу, хәйерле үлем бир инде, Аллаҡайым”,-тип ҡабатларға яратҡан инәй биш ваҡыт намаҙын да теүәл үтәп, бәхетле ҡартлыҡта, 93 йәшкә етеп мәрхүмә була.

Шулай, яуҙа яралған мөхәббәт бик күп ауырлыҡтар аша сынығып, бик күптәр өсөн өлгө һәм ғүмерлек булып ҡала.






Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Мөхәббәткә кәртәләр юҡ.

Автор: Тувальбаева Разалия Наиловна

Дата: 28.01.2022

Номер свидетельства: 599064

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(55) "Ел фасылларында и?ат чагылышы "
    ["seo_title"] => string(35) "iel-fasyllarynda-izh-at-chaghylyshy"
    ["file_id"] => string(6) "231205"
    ["category_seo"] => string(13) "vsemUchitelam"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1442416940"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(191) "Разработка внеклассного мероприятия по родному (татарскому) языку и литературе на тему: "Рэхмэт, тормыш!""
    ["seo_title"] => string(97) "razrabotkavnieklassnoghomieropriiatiiaporodnomutatarskomuiazykuilitieraturienatiemurekhmettormysh"
    ["file_id"] => string(6) "302848"
    ["category_seo"] => string(22) "klassnomuRukovoditeliu"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1457332828"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(79) "Х?с?н Туфанны? м?х?бб?т лирикасы бел?н танышу "
    ["seo_title"] => string(49) "kh-s-n-tufannyn-m-kh-bb-t-lirikasy-biel-n-tanyshu"
    ["file_id"] => string(6) "139819"
    ["category_seo"] => string(10) "literatura"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1417797956"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(60) "Тесты по музыкальному искусству "
    ["seo_title"] => string(32) "tiesty-po-muzykal-nomu-iskusstvu"
    ["file_id"] => string(6) "120567"
    ["category_seo"] => string(6) "muzika"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "testi"
    ["date"] => string(10) "1413736087"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(101) "Выступление на тему"Баланы? у?ышка юлы гаил?д?н башлана" "
    ["seo_title"] => string(63) "vystuplieniie-na-tiemu-balanyn-un-yshka-iuly-ghail-d-n-bashlana"
    ["file_id"] => string(6) "184575"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1426070025"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

Распродажа видеоуроков!
ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства