kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Беҙ бала саҡ иленән

Нажмите, чтобы узнать подробности

Бала саҡ-иң матур, бәхетле саҡ. Тик бик йәл, уның ҡәҙерен йылдар үткс кенә аңлайһың икән.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Беҙ бала саҡ иленән»

Беҙ бала саҡ иленән

Эй, хыялый, бер ҡатлы бала саҡтар...Ҡайҙарҙа ғына тороп ҡалдығыҙ икән? Һағындыра, юҡһындыра бит һеҙҙе! Үҙ мәлендә ҡәҙерен генә белмәгәнбеҙ икән шул...Барыбыҙҙың да тиҙерәк үҫкебеҙ, ауылдан ҡалаға киткебеҙ килә ине...

Йылдың һәр миҙгелендә тыштан инмәй торғайныҡ. Йәй булһа быуамы, кисеүме—ҡарап та тормай рәхәтләнеп һыу инеп, ҡырға барып еләк йыя торғайныҡ. Кескәй йылға ярында ҡойонан бәлештәр “бешереп”, уларҙы матур-матур сәскәләр менән биҙәй инек. Тауға барып, өй “төҙөп” уйнаған саҡтарыбыҙ ҙа аҙ булманы. Кис етеп килһә, үрьяҡҡа, тау итәгенә, көтөү ҡаршыларға йүгерәбеҙ. Әсәй ҡушҡан эште бөтөп, икмәк ҡаймаҡлап, өҫтәнә шәкәр һибеп ашап, ҡатыҡ йә сәй эсеп алыу менән тағы уйнарға ашығабыҙ. “Ун ике таяҡ”, “Йәшенмәк”, “Баҫтырыш” беҙҙең кискә табан уйнай торған уйындарҙан һаналды. Йәшенләп, ҡойоп ямғыр яуып үткәндән һуң, ҡояш күренеп, йәйғор ҡалҡыу менән тышҡа ашығабыҙ, йылы ғына күләүектәр буйлап йүгереп үтәбеҙ. Эх...

Ә инде көҙ миҙгелендә, баҡсала тәмле-тәмле алмалар өлгөргән саҡта, кемдәрҙең баҡсаһында ниндәй алма бешкәнлеген яҡшы белгән ҡыҙҙарға эйәреп, инәйҙәрҙән тәмлекәй һорарға китәбеҙ. Әлбиттә, сумарт, ихлас инәйҙәребеҙ баҡса ишектәрен шар асып индереп ебәрә. Беҙ нимә, күлдәк итәктәребеҙҙе күтәренкерәп тотабыҙ ҙа алмаҡайҙарҙы сүпләп тултырабыҙ. Аҙаҡ, ҡәнәғәт күңел менән инәйҙәребеҙгә рәхмәттәр яуҙырып, хуш еҫле емештәрҙе ашай-ашай ҡайтырға сығабыҙ. Уларҙың урта өлөшө ҡалғансы кимереп, ҡалғанын юл ситендә үлән йолҡоп йөрөүсе ҡаҙҙарға ырғытабыҙ. Улар ни талаша башлай. Беҙ ҡыҙыҡ күреп күҙәтәбеҙ, рәхәтләнеп көләбеҙ. Йәмле әбейҙәр сыуағы мәлендә ҡырға китәбеҙ. Унда әлморон менән ағас япраҡтарын йыябыҙ. “Кем иң матурын таба”,-тип тә ярыша инек.

Ҡыш—үҙе бер ғүмер. Тәүге ҡар яуыуын һағынып көткән беҙ, быйма, бәлтәләребеҙҙе кейеп, шәл ябынып, ҡыйыҡ эсендә ятып тутыға башлаған саналарҙы төшөртөп алабыҙ ҙа тауға ашығабыҙ...Әлбиттә, яңы ғына яуған ҡар йоҡаҡ булыуы сәбәпле ирей. Тупраҡҡа буталып, бысранып ҡайтып өйҙә әсәйҙәрҙән әрләнгән саҡтар ҙа булманы түгел! Иң ҡыҙығы ҡарҙың ныҡлап ятыуынан һуң башлана торғайны. Кемдә тауҙан шыуырлыҡ нимә бар—шуны алабыҙ ҙа йүгерәбеҙ. Ҡараңғы төшкәнсе тау итәге балалар тауышынан гөрләп торор ине. Ҡаты ҡарҙы соҡоп окоптар эшләп уйнаған саҡтар ҙа булды. Йылғаның өҫтөн боҙ ҡаплау менән, малайҙар уйыны тип тормай, башы кәкре ағастарҙы—сәкәнгә, һыйыр тиҙәктәрен—шайбаға әйләндереп хоккей уйнай инек.

Яҙ миҙгеле етеү менән тағы ла тауға йүгерәбеҙ. Умырзая сәскәһенә һоҡланып, “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгәнен белгәнгә һәм башҡа ырымдарға ла ышанып өҙмәй инек, ә инде ҡыңғырау, күгәрсен күҙен кемуҙарҙан йүгереп йөрөп өҙөп ала инек. Ҡуҙғалаҡ, ҡарғантай, кәзә йыуаларын йыябыҙ, сылтырап ағып ятҡан ҡар һыуын күҙәтәбеҙ. Йылға буйына барып боҙ китеүен тамаша ҡылыуҙан да бер рәхәтлек табабыҙ. Итектәребеҙҙең һыңарын уйламаҫтан йөҙҙөрөп ебәргән саҡтарыбыҙ ҙа булғыланы. Ҡойоға ҡолап, өҫтөбөҙҙө бысратып ҡайтыуҙы әйтеп тә тораһы түгел! Был миҙгелдә яратып уйнаған уйыныбыҙ үҙебеҙсә “Очко” тип йөрөткән “Лапта” ине. Таяҡтың шәп һуҡҡанын һайлап алып, күҙ ҡараһылай һаҡлап йөрөтә, һыйыр йөнөнән туп та эшләп ала инек...

Хәҙер үҙебеҙ атай-әсәй булып, хәтирәләргә бирелерлек йәшкә еткәндә, балаларыбыҙға ҡарап күңел һыҡтай. Улар өсөн тышҡа сығып уйнап инеү—иң ауыр эш эшләүгә тиң. Зәңгәр экрандарға, гаджеттарға текәлеп ултырыуҙан оло кинәнес табалар. Йыш ҡына үҙ-үҙеңә шундай һорау бирәһең: “Әгәр ҙә бала саҡта телевизорҙа күп каналдар, телефон, компьютерҙар булһа, беҙ үҙебеҙ нимә эшләр инек икән, ә?! Бик тә ҡыҙыҡ...”



Беҙҙең урам инәйҙәре

Ауылым инәйҙәре хаҡында күңелем түрендә һәр саҡ иң яҡты уйҙар йөрөтәм. Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылының Мифтахетдин Аҡмулла урамында Бибиниса, Хөмәйрә, Мәүлидә, Шәмсинур, Рафиға, Разия, Зифа, Ғилминур, Мәхүпъямал, Фазила, Бөртөкбикә, Нурия, Зйнәп, Гөлйәүһәр, Маһикамал һәм Камила исемле инәйҙәр йәшәне.

Тормоштоң бар ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә татыһалар ҙа, улар ихласлыҡтарын, дәрттәрен һуңғы көндәренәсә юғалтманы. Бигерәк тә Мәхүпъямал инәй шаянлығы менән алдыра торғайны. Концерт килһенме, байрам булһынмы, бейергә төшөп китер, һәр саҡ мәрәкәле һүҙҙәре менән көлдөрөп, күңелдәрҙе күтәрер ине. Арпа, сөйәл, өсйәнде имләүсе, мейе ҡағыусы ла булды. Бер ҡасан да насар кәйефтә йөрөмәне, бер кемде лә кире ҡағып сығарманы. Һәр саҡ ихлас булды. Күршеһендә йәшәүсе апһыны, ғүмере буйы совхоз бейәләрен һауып тәмле ҡымыҙы менән һыйлаусы Ғилминур инәй менән байрам етһә, бал итәкле күлдәктәрен кейеп, камзулдарының тәңкәләрен сыңлатып, матур яулыҡтарын яҙып ябынып, береһе етеҙ, икенсеһе һәлмәк баҫып урам буйлап үтеп китеүҙәре әле лә күҙ алдымда.

Фазила инәй иһә төҙ кәүҙәле, үтә тыныс, һылыу ғына ине. Яулығын һәр саҡ уртаға бөкләп, алға ҡарай бәйләп йөрөнө. Ә инде Бөртөкбикә инәйгә килгәндә, ул сәсән телле, оҫта ҡуллы кеше булды. Ниндәй генә сара үтмәһен, һәр саҡ шиғыр, мөнәжәт, бәйеттәрен әйтте. Емеш-еләктән ҡаҡ ҡойоу тиһеңме, балаҫ һуғыу, бәйләү, тегеү булһынмы—барыһын да булдырҙы. Уның күршеһе Нурия инәйҙе иһә белмәүселәр һирәктер. Ул әүлиәбеҙ Мөжәүир Уйылдан улы Сиражединовтың фатихаһы менән халыҡ имсеһе булып танылыу алды. Быуындарының һыҙлауына зарланып, имгәнеп килеүселәрҙе ҡараны. Хатта, район табиптары: “Башта Нурия инәйгә барып күренегеҙ”-тип сирлеләрҙе уға йүнәлтеп ебәрер булған тип тә һөйләнеләр. Аҡ йөҙлө, гәлсәр тауышлы инәйҙең шифалы ҡулдарын әле һаман юҡһыныусылар бар. Зәйнәп инәйҙең тышҡы мөләйем йөҙө, эскерһеҙ йылмайыуы, тулыраҡ кәүҙәһе күҙ алдымда. Беҙҙең баҡса артында ғына йәшәнеләр. Ул ҡыш көнө мәрхүмә булды. Минең сабый бала күңелемдә мәйетте һуңғы юлға оҙатыуҙы тәүбашлап күреүем тап уны алып киткән мәл ине. Ат санаһына көрән юрғанға төрөп алып сығып һалыуҙары, ҡыҙҙарының һыҡтап илауҙары әле һаман күҙ алдымдан китмәй...

Зифа инәйгә килгәндә, ул урамыбыҙ инәйҙәре араһында йәштәрҙән һаналды. Исеме есеменә тура килеп торған, ҡул эштәренә, аш-һыуға маһир инәйҙең ғүмере генә ҡыҫҡа булды. Гөлйәүһәр инәйгә килгәндә, ул бөтмөр, егәрле, үтә тыныс, оҫта мейес эшләүсе булараҡ иҫемдә ҡалған. Яҙмыш тарафынан күп һынала торғас, һаулығы тамам ҡаҡшап, донъяһын етемһерәтеп китеп барыуы йәл булды...Уның күршеләре Маһикамал һәм Камила инәйҙәр ҙә күптән гүр эйәләре. Маһикамал инәй иртә аяҡтан яҙып, мәктәптә уҡыған саҡтарымда уның тупһала тирә-йүнде күҙәтеп, ауылдың саф һауаһын һулап ултырған саҡтарын күрә торғайным. Камила инәй көр тауышы менән айырылып торҙо. Мыҡты кәүҙәле, ҙур күҙле, һылыу ҡатын булды. Магазинға килһенме, урамдамы һәр кемде көлдөрөп хәбәрен һөйләп китер ине...Бибиниса инәй ҙә эш тип янған кеше булды. Бигерәк ҡаҡса, оҙон буйлы булып хәтеремдә уйылып ҡалған. Хөмәйрә инәйгә килгәндә, ул яйлап баҫып атлап йөрөүсе, һынсыл ҡарашлы, оҫта таҡмаҡсы булды. Уның күршеһе Мәүлидә инәй барыһынан да алда китте. Шуғалырмы, холҡо тураһында бер нимә лә әйтә алмайым, әммә тышҡы һылыу йөҙөн иҫләйем. Шәмсинур Һәм Рафиға инәйҙәр ут күрше булып, бик татыу, апалы-һеңлеле кеүек көн иттеләр. Яңғыҙҙары бала тәрбиәләп үҫтереп, һәр саҡ өйҙәрен ап-аҡ итеп аҡлап, таҙа, матур йәшәнеләр. Разия инәйҙең белмәгән эше юҡ ине. Уның һуҡҡан балаҫтары, кейеҙҙәре,һырыған юрғандары һаман үҙен һағына төҫлө. Яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылып, юғалтыуҙар кисереп, тормоштоң әсе елдәренә бирешмәй, донъяһын бына итеп көтөп йәшәһә лә, әжәлгә көсө етмәне, етмеш бишен дә тултырмай китеп барҙы...

Эйе, бер генә урам, ә күпме кеше яҙмыштары ярылып ята унда! 20-се быуаттың бөтә афәттәрен күргән, үҙ иңендә татыған көслө рухлы, иманлы ҡатын-ҡыҙҙар бит улар! Һағындыра, юҡһындыра үҙҙәрен. Мәңгелек йоҡоғоҙ тыныс, йәндәрегеҙ йәннәттә булһын алсаҡ, дәртле, ихлас, егәрле, мөләйем йөҙлө инәкәйҙәрем минең!




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам

Скачать
Беҙ бала саҡ иленән

Автор: Разалия Тувальбаева

Дата: 19.05.2023

Номер свидетельства: 631916

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(110) "Ата-?с?л?р йыйылышы тема "Белем илен? с?й?х?т, й?ки ал?а ??м ал?а!!!""
    ["seo_title"] => string(69) "ata-s-l-r-iyiylyshy-tiema-bieliem-ilien-s-i-kh-t-i-ki-alg-a-h-m-alg-a"
    ["file_id"] => string(6) "261452"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1449141149"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(125) "Тема: Р.Ниғмәтиҙең “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” шиғырын өйрәнеү."
    ["seo_title"] => string(73) "tiema_r_nig_m_tiz_ien_k_yz_ymdyn_horauz_aryna_iauaptar_shig_yryn_oir_nieu"
    ["file_id"] => string(6) "409451"
    ["category_seo"] => string(13) "vsemUchitelam"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1492319318"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(75) "Мостай Кәримдең 1950-70-се йылдарҙағы ижады."
    ["seo_title"] => string(48) "mostai_k_rimdien_1950_70_sie_iyldarz_ag_y_izhady"
    ["file_id"] => string(6) "354754"
    ["category_seo"] => string(7) "prochee"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1478113303"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(156) "А.Алиш ?киятл?ре буенча IV класста класстан тыш уку д?ресе.  Тема: "?киятл?р иле”н? с?ях?т. "
    ["seo_title"] => string(96) "a-alish-kiiatl-rie-buiencha-iv-klassta-klasstan-tysh-uku-d-riesie-tiema-kiiatl-r-ilie-n-s-iakh-t"
    ["file_id"] => string(6) "201421"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1429037743"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(66) "конспект урока по башкирскому языку"
    ["seo_title"] => string(34) "konspiekturokapobashkirskomuiazyku"
    ["file_id"] => string(6) "259356"
    ["category_seo"] => string(13) "vsemUchitelam"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1448727090"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства