kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Тема: Р.Ниғмәтиҙең “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” шиғырын өйрәнеү.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Маҡсат. Р.Ниғмәтиҙең тормошо һәм ижады менән таныштырыу, шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыу, уҡыусыларға Ватан төшөнсәһен тулыраҡ асып биреү, шағирҙың үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт, Тыуған илгә һөйөү, Ватанға тоғролоҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Р.Ниғмәтиҙең портреты, китаптары күргәҙмәһе,интерактив таҡта,мәҡәлдәр китабы, алфавит.

                                          Дәрес барышы. – 1 мин.

I. Ойоштороу эше. 1.Сәләмләү-

Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

- Хәйерле көн! ( уҡыусылар)

- Ултырығыҙ!

- Балалар ! Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек.

Иң тәүҙә телдәрҙе шымартып алайыҡ.  Слайд о.

Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙ кеше,

Ҡыҙыма килер йөҙ кеше,

Йөҙ кешенең араһынан,

Алып китер бер кеше.

II. Өй эшен тикшереү.- 2 мин.

- Өйгә ниндәй эш бирелгәйне? ( теләк буйынса кемдер Тыуған ил тураһында шиғыр һөйләй, кемдер Башҡортостан тәбиғәтен төшөрөп килтергән)

  • Уҡыусылар, әйҙәгеҙ әле, дәресебеҙҙе шиғриәт минуттарынан башлап ебәрәйек. (3- 4 уҡыусы шиғыр һөйләй) ( шунда уҡ билдәләрен әйтергә)

Төп өлөш. 1. Инеш әңгәмә. – 5 мин.

-Уҡыусылар, әле һеҙ ятлап киткән шиғыр юлдарында нимә тураһында һүҙ бара? (Тыуған ер)  Слайд 1

Уҡытыусы. Эйе, Ватан, Тыуған ер – һәр кемдең дә күңеленә яҡын төшөнсә. Һәр кемдең дә тыуған ере – Ватаны була. Ә нимә була икән ул Ватан? Бөгөнгө дәрестә  бына ошо һорауға яуап эҙләрбеҙ.

- Балалар, беҙҙең халҡыбыҙ борон- борондан үҙ Тыуған илен данлаған, уны яҡлап, күпме ир-егеттәр башын һалған. Тыуған ил хаҡында ата-бабаларыбыҙ йырҙар, көйҙәр сығарған, ә  шағирҙар күпме шиғри әҫәрҙәр ижад иткән. Шундай шағирҙарҙың береһе -. Әйткәндәй, балалар, һеҙ ул шағирҙың исемен үҙегеҙ табырһығыҙ. ( алфавиттан хәрефтең нисәнсе булып тороуын һанап, шағирҙың исем, фамилияһын табалар.) Слайд 2

    23 40 34 12 26

    18 12 5 17 40 26 12

- Эйе, дөрөҫ, был- Рәшит Ниғмәти. Слайд 3, Слайд 4.  Бөгөн дәрестә беҙ уның тормошона һәм ижадына байҡау яһарбыҙ һәм «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар» әҫәрен өйрәнербеҙ, һорауҙарға яуап бирербеҙ, Ватан тураһында мәҡәлдәр табырбыҙ һәм дәресте йыр менән тамалап ҡуйырбыҙ.

  • Ә хәҙер дәфтәрҙәребеҙҙе асып, бөгөнгө числоны, көндө, дәрестең темаһын матур итеп яҙып ҡуяйыҡ. ( таҡтала яҙылған)
  • “ Балыҡҡа – һыу, ҡошҡа – һауа, йәнлектәргә – урман, ә кешегә Ватан кәрәк ”.

2. Р.Ниғмәти тураһында әңгәмә. 4-5 мин.                   

Уҡытыусы. Кем һуң ул Р.Ниғмәти? Был һорауға яуап бирергә беҙгә ошо хронологик таблица ярҙам итер ( Слайд  5).( дәфтәрҙәренә күсереп алалар)

Уҡытыусы. Р. Ниғмәти 1909 йылдың 9 февралендә элекке Һамар губернаһы Пугачев өйәҙе (хәҙер Һамар өлкәһе, оло Чернигов районы) Ырғыҙ буйында ултырған Диңгеҙбай ауылының Ниғмәтулла исемле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала сағында уға уйынсыҡ тотоп, уйнап-көлөп уҙғарыу бәхете теймәй. Шуға ҡарамаҫтан, атаһы уға төрлө ҡыҙыҡлы әкиәттәр һөйләй. Р.Ниғмәти ете йәшендә ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға йөрөй башлай. Ул бик зирәк, тырыш бала була. Ләкин оҙаҡламай ул ата-әсәһеҙ ҡала, балалар йортона алына. 1924 йылда Өфөләге етем балалар өсөн асылған мәктәптә уҡый. Артабан юғары белем алып, төрлө урындарҙа эшләй. Шиғырҙар, поэмалар, драма әҫәрҙәре ижад иткән. балалар өсөн дә әҫәрҙәр яҙған. Р.Ниғмәти шулай уҡ тәржемәсе лә булған. А.Пушкин, М.Лермонтов, С.Злобин, В.Маяковский әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. 1959 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелә.

3. «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” шиғыры буйынса эш.- 3 мин.

Уҡытыусы. Ә хәҙер шағирҙың “ Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” шиғырына күсәйек. Иң тәүҙә был әҫәрҙе видеопроекторҙан был тыңлап үтәйек. Видео.

- Ә хәҙер ошо шиғырҙы дәреслектән сылбырлап уҡыйыҡ. – 2-3 мин.( 4 уҡыусы уҡый )

Б) Һүҙлек эше.(слайд)

  • Йофар – хуш еҫле матдә.
  • Сәсән – оҫта һүҙле, аҡыллы кеше.
  • Елеккә май тиртеү – көс йыйылыу. ( һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙып ҡуялар)
  •                      Һорауҙарға яуап биреү.

-  Беҙ һеҙҙең менән шиғырҙы проекторҙан ҡараныҡ, дәреслектән уҡыныҡ. Хәҙер шундай һорауҙарға яуап биреп ҡарағыҙ.  Слайд 6

1.Ни өсөн был шиғыр “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” тип атала ?

2. Ҡыҙыҡай атаһына ниндәй һорау бирә? (Ватан нимә ул?)

 3.  Атаһы нимә тип яуап бирә? Ошо юлдарҙы  табып уҡыйыҡ әле. (Тыуған ил, беҙ торған урын, ата-бабалар ғүмер кисергән ер)

 4. Беҙҙең Ватан ниндәй итеп һүрәләнгән? (ҙур, матур, бай, киң)

 5. Уның матурлығы  шиғырҙың ҡайһы юлдарында сағыла – табып уҡып күрһәтегеҙ. (яуаптар)

6. – Уҡыусылар, Ватан тигәс, һеҙҙең күҙ алдығыҙға нимәләр килде? (уҡыусылар яуабы)

- Эйе, Ватан тигәндә – Тыуған ил, тыуған ер, атай-әсәй, тауҙар-йылғалар, ҡоштар-йәнлектәр, халыҡтар, урман-яландар күҙ алдына килә.слайдтар 6)

Бер юлы һеҙҙең өйҙә төшөрөп килтергән һүрәттәрегеҙҙе лә ҡарап китәйек әле. ( билдәләрен уҡ. әйтә)

-Ә беҙҙең Ватан, Тыуған илебеҙ нисек атала? (Рәсәй, Башҡортостан).

                                   Һүҙлек эше.(слайд)

  • Йофар – хуш еҫле матдә.
  • Елеккә май тиртеү – көс йыйылыу. ( һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙып ҡуялар)

5. Һаулыҡ һаҡлау күнекмәләре: - 1мин.

 Эште ҡуйып бер аҙға,

 Уҙғарабыҙ хәрәкәт.

 Боронғолар әйткәндәр : “ Хәрәкәттә- бәрәкәт” тип

 Булырбыҙ һау- сәләмәт.

 ( парта янына сығып, күнекмәләр яһайҙар)

6.Мәҡәлдәр менән эш. 1- 2 мин.

Уҡыусылар, боронғо кешеләр беҙгә бик күп аҡыллы, тәрән мәғәнәле, тапҡыр һүҙле фекерҙәр әйтеп ҡалғандар. Ул һүҙҙәр нимә тип атала? Мәҡәл тиҙәр уларҙы. Хәҙер һеҙ мин тәҡдим иткән мәҡәлдәрҙе табығыҙ.

 Парлы эш: ( мәҡәлдәр ҡағыҙ битендә ваҡланып бирелә, шуларҙы  уҡыусылар йыйырға тейештәр. Кем тиҙерәк йыйыр?)

Үҙ илең – алтын бишек.

Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул.

Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил яҡшы.

Тыуған ерҙән дә матур ер юҡ.

Иле барҙың көнө бар.

Әсәбеҙ ҙә, атабыҙ ҙа – ғәзиз Ватаныбыҙ.

Иле ныҡтың биле ныҡ.

Тикшереү.

( Ваҡыт ҡалһа: мәҡәлдәр китабы менән эш. Ике төркөмгә бүленеп, Тыуған ил тур- да мәҡ- р эҙләйҙәр. Кем күберәк табыр? Таҡтаға сығып, ике мәҡәлде яҙып ҡуялар. )

III. Йомғаҡлау.  5 мин.

- Шулай итеп, балалар, бөгөн дәрестә һеҙҙең менән нимәләр белдек?

- Уҡыусылар, һеҙ был дәрестән матур, кәрәкле, файҙалы мәғлүмәт алғанһығыҙҙыр, тип уйлайым. Р.Ниғмәти исеменән әйтелгән теләктәргә мин дә ҡушылам. Мин дә һеҙҙең Тыуған илебеҙҙе, Ватаныбыҙҙы яратыуығыҙҙы, аҡыллы булыуығыҙҙы, аң-белемгә ынтылыуығыҙҙы теләйем. Ватан ул – Рәсәй, Башҡортостан. Башҡортостаныбыҙҙы яратайыҡ, ҡәҙерләйек. Илен, телен, халҡын яратҡан, уны һаҡлаған кеше генә ысын шәхес була ала. Өйҙә һеҙгә дәреслектә бирелгән шиғырҙы ятлап килергә кәрәк буласаҡ. Көндәлектәргә яҙып ҡуяйыҡ. Ә хәҙер дәресебеҙҙе йыр менән тамамлап ҡуяйыҡ инде.

Баһалау. Көндәлектәргә билдә ҡуйыу.2 мин.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Тема: Р.Ниғмәтиҙең “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” шиғырын өйрәнеү.»





Тема: Р.Ниғмәтиҙең “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” шиғырын өйрәнеү.

Маҡсат. Р.Ниғмәтиҙең тормошо һәм ижады менән таныштырыу, шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыу, уҡыусыларға Ватан төшөнсәһен тулыраҡ асып биреү, шағирҙың үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт, Тыуған илгә һөйөү, Ватанға тоғролоҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Р.Ниғмәтиҙең портреты, китаптары күргәҙмәһе,интерактив таҡта,мәҡәлдәр китабы, алфавит.

Дәрес барышы. – 1 мин.

I. Ойоштороу эше. 1.Сәләмләү-

Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

- Хәйерле көн! ( уҡыусылар)

- Уҡыусылар, бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килгән....

- Ултырығыҙ!

- Балалар ! Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек.

Иң тәүҙә телдәрҙе шымартып алайыҡ. Слайд о.

Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙ кеше,

Ҡыҙыма килер йөҙ кеше,

Йөҙ кешенең араһынан,

Алып китер бер кеше.

- II. Өй эшен тикшереү.- 2 мин.

- Өйгә ниндәй эш бирелгәйне? ( теләк буйынса кемдер Тыуған ил тураһында шиғыр һөйләй, кемдер Башҡортостан тәбиғәтен төшөрөп килтергән)

  • Уҡыусылар, әйҙәгеҙ әле, дәресебеҙҙе шиғриәт минуттарынан башлап ебәрәйек. (3- 4 уҡыусы шиғыр һөйләй) ( шунда уҡ билдәләрен әйтергә)

Төп өлөш. 1. Инеш әңгәмә. – 5 мин.

-Уҡыусылар, әле һеҙ ятлап киткән шиғыр юлдарында нимә тураһында һүҙ бара? (Тыуған ер) Слайд 1

Уҡытыусы. Эйе, Ватан, Тыуған ер – һәр кемдең дә күңеленә яҡын төшөнсә. Һәр кемдең дә тыуған ере – Ватаны була. Ә нимә була икән ул Ватан? Бөгөнгө дәрестә бына ошо һорауға яуап эҙләрбеҙ.

- Балалар, беҙҙең халҡыбыҙ борон- борондан үҙ Тыуған илен данлаған, уны яҡлап, күпме ир-егеттәр башын һалған. Тыуған ил хаҡында ата-бабаларыбыҙ йырҙар, көйҙәр сығарған, ә шағирҙар күпме шиғри әҫәрҙәр ижад иткән. Шундай шағирҙарҙың береһе - . Әйткәндәй, балалар, һеҙ ул шағирҙың исемен үҙегеҙ табырһығыҙ. ( алфавиттан хәрефтең нисәнсе булып тороуын һанап, шағирҙың исем, фамилияһын табалар.) Слайд 2

23 40 34 12 26

18 12 5 17 40 26 12

- Эйе, дөрөҫ, был- Рәшит Ниғмәти. Слайд 3, Слайд 4. Бөгөн дәрестә беҙ уның тормошона һәм ижадына байҡау яһарбыҙ һәм «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар» әҫәрен өйрәнербеҙ, һорауҙарға яуап бирербеҙ, Ватан тураһында мәҡәлдәр табырбыҙ һәм дәресте йыр менән тамалап ҡуйырбыҙ.

  • Ә хәҙер дәфтәрҙәребеҙҙе асып, бөгөнгө числоны, көндө, дәрестең темаһын матур итеп яҙып ҡуяйыҡ. ( таҡтала яҙылған)

  • Балыҡҡа – һыу, ҡошҡа – һауа, йәнлектәргә – урман, ә кешегә Ватан кәрәк ”.

2. Р.Ниғмәти тураһында әңгәмә. 4-5 мин.

Уҡытыусы. Кем һуң ул Р.Ниғмәти? Был һорауға яуап бирергә беҙгә ошо хронологик таблица ярҙам итер ( Слайд 5).( дәфтәрҙәренә күсереп алалар)

Уҡытыусы. Р. Ниғмәти 1909 йылдың 9 февралендә элекке Һамар губернаһы Пугачев өйәҙе (хәҙер Һамар өлкәһе , оло Чернигов районы) Ырғыҙ буйында ултырған Диңгеҙбай ауылының Ниғмәтулла исемле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала сағында уға уйынсыҡ тотоп, уйнап-көлөп уҙғарыу бәхете теймәй. Шуға ҡарамаҫтан, атаһы уға төрлө ҡыҙыҡлы әкиәттәр һөйләй. Р.Ниғмәти ете йәшендә ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға йөрөй башлай. Ул бик зирәк, тырыш бала була. Ләкин оҙаҡламай ул ата-әсәһеҙ ҡала, балалар йортона алына. 1924 йылда Өфөләге етем балалар өсөн асылған мәктәптә уҡый. Артабан юғары белем алып, төрлө урындарҙа эшләй. Шиғырҙар, поэмалар, драма әҫәрҙәре ижад иткән. балалар өсөн дә әҫәрҙәр яҙған. Р.Ниғмәти шулай уҡ тәржемәсе лә булған. А.Пушкин, М.Лермонтов, С.Злобин, В.Маяковский әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. 1959 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелә.

3. «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар шиғыры буйынса эш.- 3 мин.

Уҡытыусы. Ә хәҙер шағирҙың “ Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” шиғырына күсәйек. Иң тәүҙә был әҫәрҙе видеопроекторҙан был тыңлап үтәйек. Видео.

- Ә хәҙер ошо шиғырҙы дәреслектән сылбырлап уҡыйыҡ. – 2-3 мин.( 4 уҡыусы уҡый )

Б) Һүҙлек эше.(слайд)

  • Йофар – хуш еҫле матдә.

  • Сәсән – оҫта һүҙле, аҡыллы кеше.

  • Елеккә май тиртеү – көс йыйылыу. ( һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙып ҡуялар)

  • Һорауҙарға яуап биреү.

- Беҙ һеҙҙең менән шиғырҙы проекторҙан ҡараныҡ, дәреслектән уҡыныҡ. Хәҙер шундай һорауҙарға яуап биреп ҡарағыҙ. Слайд 6

1.Ни өсөн был шиғыр “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” тип атала ?

2. Ҡыҙыҡай атаһына ниндәй һорау бирә? (Ватан нимә ул?)

3. Атаһы нимә тип яуап бирә? Ошо юлдарҙы табып уҡыйыҡ әле. (Тыуған ил, беҙ торған урын, ата-бабалар ғүмер кисергән ер)

4. Беҙҙең Ватан ниндәй итеп һүрәләнгән? (ҙур, матур, бай, киң)

5. Уның матурлығы шиғырҙың ҡайһы юлдарында сағыла – табып уҡып күрһәтегеҙ. (яуаптар)

6 . – Уҡыусылар, Ватан тигәс, һеҙҙең күҙ алдығыҙға нимәләр килде? (уҡыусылар яуабы)

- Эйе, Ватан тигәндә – Тыуған ил, тыуған ер, атай-әсәй, тауҙар-йылғалар, ҡоштар-йәнлектәр, халыҡтар, урман-яландар күҙ алдына килә.слайдтар 6)

Бер юлы һеҙҙең өйҙә төшөрөп килтергән һүрәттәрегеҙҙе лә ҡарап китәйек әле. ( билдәләрен уҡ. әйтә)

-Ә беҙҙең Ватан, Тыуған илебеҙ нисек атала? (Рәсәй, Башҡортостан).

Һүҙлек эше.(слайд)

  • Йофар – хуш еҫле матдә.

  • Елеккә май тиртеү – көс йыйылыу. ( һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙып ҡуялар)

5. Һаулыҡ һаҡлау күнекмәләре: - 1мин.

Эште ҡуйып бер аҙға,

Уҙғарабыҙ хәрәкәт.

Боронғолар әйткәндәр : “ Хәрәкәттә- бәрәкәт” тип

Булырбыҙ һау- сәләмәт.

( парта янына сығып, күнекмәләр яһайҙар)

6.Мәҡәлдәр менән эш. 1- 2 мин.

Уҡыусылар, боронғо кешеләр беҙгә бик күп аҡыллы, тәрән мәғәнәле, тапҡыр һүҙле фекерҙәр әйтеп ҡалғандар. Ул һүҙҙәр нимә тип атала? Мәҡәл тиҙәр уларҙы. Хәҙер һеҙ мин тәҡдим иткән мәҡәлдәрҙе табығыҙ.

Парлы эш: ( мәҡәлдәр ҡағыҙ битендә ваҡланып бирелә, шуларҙы уҡыусылар йыйырға тейештәр. Кем тиҙерәк йыйыр?)

Үҙ илең – алтын бишек.

Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул.

Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил яҡшы.

Тыуған ерҙән дә матур ер юҡ.

Иле барҙың көнө бар.

Әсәбеҙ ҙә, атабыҙ ҙа – ғәзиз Ватаныбыҙ.

Иле ныҡтың биле ныҡ.

Тикшереү.

( Ваҡыт ҡалһа: мәҡәлдәр китабы менән эш. Ике төркөмгә бүленеп , Тыуған ил тур- да мәҡ- р эҙләйҙәр. Кем күберәк табыр? Таҡтаға сығып, ике мәҡәлде яҙып ҡуялар. )

III. Йомғаҡлау. 5 мин.

- Шулай итеп, балалар, бөгөн дәрестә һеҙҙең менән нимәләр белдек?

- Уҡыусылар, һеҙ был дәрестән матур, кәрәкле, файҙалы мәғлүмәт алғанһығыҙҙыр, тип уйлайым. Р.Ниғмәти исеменән әйтелгән теләктәргә мин дә ҡушылам. Мин дә һеҙҙең Тыуған илебеҙҙе, Ватаныбыҙҙы яратыуығыҙҙы, аҡыллы булыуығыҙҙы, аң-белемгә ынтылыуығыҙҙы теләйем. Ватан ул – Рәсәй, Башҡортостан. Башҡортостаныбыҙҙы яратайыҡ, ҡәҙерләйек. Илен, телен, халҡын яратҡан, уны һаҡлаған кеше генә ысын шәхес була ала. Өйҙә һеҙгә дәреслектә бирелгән шиғырҙы ятлап килергә кәрәк буласаҡ. Көндәлектәргә яҙып ҡуяйыҡ. Ә хәҙер дәресебеҙҙе йыр менән тамамлап ҡуяйыҡ инде.

Баһалау. Көндәлектәргә билдә ҡуйыу.2 мин.



Тыуған ер . Н.Әминева.

Тыуған ер ул –

Баш осоңа халҡың

Һинең өсөн сатыр ҡорған ер,

Бәп-бәләкәй тыуған йорт йылыһы

Гел һиҙелеп ,тойолоп торған ер.


Т.Мәҡсүтов. Башҡортостан.

Башҡортостан- мәғрур тауҙар иле,

Шаулап аға һиндә мул һыуҙар.

Урманыңда,күлең, ҡырҙарыңда

Ҡош-йәнлектәр оя ҡорһондар.


Ф.Рәхимғолова. Мин-Башҡортостандан.

Һораһалар ситтә ,һин ҡайҙан ,тип,

Ғорур ғына ҡарап торам да

Ирәйеп тә ,берсә кинәнеп тә,

Башҡортостандан,тим,Уралдан.

Ҡобайыр. Тыуған ер.

Ай ,тыуған ил ,тыуған ил,

Олатайҙар торған ер,

Дүрт аяҡлы януарға

Төйәк булған тыуған ер.







Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Всем учителям

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 6 класс

Скачать
Тема: Р.Ниғмәтиҙең “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” шиғырын өйрәнеү.

Автор: Динисламова Гульшат Гаяновна

Дата: 16.04.2017

Номер свидетельства: 409451


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

Распродажа видеоуроков!
ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства