kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Мостай Кәримдең 1950-70-се йылдарҙағы ижады.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Методическая разработка  предназначена для проведения урока  для студентов 1 курса. О творчестве великого башкирского поэта М. Карима.

Тема: М.  Кәримдең 1950-70-се йылдарҙағы әҙәбиәте.

Маҡсат: Студенттарҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғриәте менән таныштырыу; М.Кәрим ижадына йәмғиәттең иғтибарын арттырыу; Мостай Кәримдең ижады аша башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу һәм илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү; шиғырға анализ яһарға өйрәнеү; студенттарҙың башҡортса һөйләү һәләтен камиллаштырыу; студенттар араһында башҡорт әҙәбиәтенең классик һәм заманса поэзияһын пропагандалау.

Йыһазландырыу: М. Кәрим яҙған әҫәрҙәрҙән күргәҙмә, китаптар, фото-альбом, гәзит-журналдар, карточкалар, мультимедиапроектор.

Дәрес барышы

I. Ойоштороу мәле.

II. Өйгә эш тикшереү. (М. Кәримдең тормош юлы һәм башланғыс ижады тураһында һөйләү).

III. Яңы тема өйрәнеү.

- Әҙәбиәтебеҙҙең иң яҡты йондоҙҙарының береһе Мостай Кәримде бөтә өлкәлә лә уңышлы эшләгән шәхес булараҡ беләбеҙ.

Һәр жанрҙа ул үҙ һүҙен тапты, үҙ моңона тоғро ҡалды. Шулай ҙа, һеҙгә проза йәки поэзия яҡыныраҡмы, тигән һорауға ул күп тапҡырҙар «барыбер поэзия» тип яуап бирә. Әҙәбиәткә Мостай ағай шиғри һуҡмаҡтан килә, һәм был һуҡмаҡ, йылдар үтеү менән, шиғриәтебеҙ үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләүсе оло юлға әйләнә.

- Ҡәҙерле студенттар, әйҙәгеҙ М. Кәримдең шиғырҙарын осорҙарға бүлеп ҡарайыҡ (алдан өйҙә уйлап киләләр).

- Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән Мостай Кәримдең 1950-70-се йылдарҙа яҙылған шиғырҙарына байҡау яһап ҡарайбыҙ. Был осорҙы Мостай ағай ир ҡорона кереп, олпатланып әҙәбиәт өлкәһендә, йәмғиәт тормошонда актив эш башлаған осор тип әйтә алабыҙ. Уның ижады ла сифат яғынан яңырыу кисерә, тематикаһы киңәйә, шиғриәтенең философик асылы тәрәнәйә.

1954 йылда Мостай Кәримдең «Европа – Азия» тигән шиғырҙар циклы баҫылып сыға. Унда Тыуған яҡ, Тыуған республика, Тыуған ил образдары бөтә лирик күркәмлеге менән тасуирлана. Был цикл «Кереш» шиғыры менән башлана (әсә кешенең йөрәк аҫтындағы балаһын һаҡлауын тыныслыҡ менән сағыштырыу, һ.б.), шулай уҡ, бында авторҙың «Ҡайын япрағы тураһында», «Россиянмын» тигән киң билдәле шиғырҙары ла инә.

(Студенттар алдында «Европа – Азия» циклына ингән шиғырҙар йыйынтығы ята. Был йыйынтыҡтан авторҙың «Ҡайын япрағы тураһында» һәм «Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде» - тиһең.» шиғырҙарына анализ яһау).

«Ҡайын япрағы тураһында» шиғырын студент тасуири итеп уҡый.

Шиғырҙың идея- тематик йөкмәткеһен асыҡлау.

- Әҫәр нимә тураһында?

- Ул ни өсөн шулай атала?

Әҫәрҙең композицияһы.

- Шиғырҙы нисә өлөшкә бүлергә мөмкин, ни өсөн?

- Һәр бүлектә нимә һүрәтләнә?

- Бүлектәргә ниндәй исемдәр бирер инегеҙ?

Шиғырҙың идеяһы.

- Әҫәрҙең төп фекере ниндәй?

- Автор шиғыр аша беҙгә нимә әйтергә теләгән?

(Әҫәрҙә автор Башҡортостанды ҡайын япрағы менән сағыштыра һәм уның яҙмышы хаҡында уйланыуҙар аша тарихҡа мөрәжәғәт итә, үткән юлын барлай, бөгөнгөһө менән шатлана. Ысынлап та, бейек ҡайындың бер япрағы - ул Башҡортостан. Данлы, яулы юлдар үткән ғорур илем. Ошо япраҡта уның үткәне, бөгөнгөһө, яҡты киләсәге сағылыш таба. Ә уның киләсәге беҙҙең, һеҙҙең ҡулда.

Шиғырҙың йөкмәткеһен өс өлөшкә бүлеп ҡарарға мөмкин. Тәүге бүлектә шағир Башҡортостанды ҡайындың бер япрағы менән сағыштыра. Ә ҡайынды - Рәсәй менән тиңләй. Уның бөйөкләгән, юғарылығын билдәләй.

Икенсе өлөшөндә илебеҙҙең быуаттар буйына үҙенең телен, ерен, илен һаҡлап алып ҡалыуы, “ҡорт”тарға бирешмәүе тураһында бәйән итә.

Шиғырҙың өсөнсө өлөшөндә автор ирек яулаған илебеҙгә ҡарап һоҡланауы, хазина, байлыҡтары менән ғорурланауы, ошо илдә бәхет таңы атыуына сикһеҙ шат булыуын яҙа).

 

(объект→активация йәки 2 тапҡыр баҫырға)

(Студеннтар М. Кәрим үҙе уҡыған «Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде» - тиһең.» шиғырын тыңлайҙар)

Был осорҙа йәмғиәт эшендә ҡайнаған Мостай ағай ил буйынса, сит илдәргә бик күп йөрөй. Юлда уның «Вьетнам яҙмалары», «Каштан сәскә атҡан ерҙә», «Болғар дәфтәренән» шиғыр циклдары тыуһа, «Кабардин-Балҡар дәфтәре»ндә автор үҙе өсөн үҙ илен “аса”. Был шиғырҙарында Мостай Кәрим киң планда уйланылған «Европа – Азия» темаһын дауам итә.

  • Шулай итеп, М.Кәрим үҙенең етмеш йылға яҡын ижад ғүмерендә Башҡортостанды ҙурланы, уны фронтта һаҡланы, уның өсөн янды, көйҙө, әҫәрҙәр ижад итте. Уның йөрәге һәр ваҡыт Башҡортостан менән бергә типте. Беҙ М.Кәрим менән ғорурланабыҙ, һоҡланабыҙ, уның ижады алдында башыбыҙҙы эйәбеҙ. Беҙ, һеҙ, киләсәк быуынға уның ижад емештәрен, уның уй-фекерҙәрен еткереп йәшәргә тейешбеҙ. Шул саҡта ғына беҙ илебеҙҙең тәбиғәтен, тарихын, телен, ғөрөф-ғәҙәт, йолаларын,ерен һаҡлап алып ҡала алабыҙ, сөнки киләсәк беҙҙең ҡулда!

 

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Мостай Кәримдең 1950-70-се йылдарҙағы ижады.»

Тема: М. Кәримдең 1950-70-се йылдарҙағы әҙәбиәте.

Маҡсат: Студенттарҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғриәте менән таныштырыу; М.Кәрим ижадына йәмғиәттең иғтибарын арттырыу; Мостай Кәримдең ижады аша башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу һәм илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү; шиғырға анализ яһарға өйрәнеү; студенттарҙың башҡортса һөйләү һәләтен камиллаштырыу; студенттар араһында башҡорт әҙәбиәтенең классик һәм заманса поэзияһын пропагандалау.

Йыһазландырыу: М. Кәрим яҙған әҫәрҙәрҙән күргәҙмә, китаптар, фото-альбом, гәзит-журналдар, карточкалар, мультимедиапроектор.

Дәрес барышы

I. Ойоштороу мәле.

II. Өйгә эш тикшереү. (М. Кәримдең тормош юлы һәм башланғыс ижады тураһында һөйләү).

III. Яңы тема өйрәнеү.

- Әҙәбиәтебеҙҙең иң яҡты йондоҙҙарының береһе Мостай Кәримде бөтә өлкәлә лә уңышлы эшләгән шәхес булараҡ беләбеҙ.

Һәр жанрҙа ул үҙ һүҙен тапты, үҙ моңона тоғро ҡалды. Шулай ҙа, һеҙгә проза йәки поэзия яҡыныраҡмы, тигән һорауға ул күп тапҡырҙар «барыбер поэзия» тип яуап бирә. Әҙәбиәткә Мостай ағай шиғри һуҡмаҡтан килә, һәм был һуҡмаҡ, йылдар үтеү менән, шиғриәтебеҙ үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләүсе оло юлға әйләнә.

- Ҡәҙерле студенттар, әйҙәгеҙ М. Кәримдең шиғырҙарын осорҙарға бүлеп ҡарайыҡ (алдан өйҙә уйлап киләләр).

- Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән Мостай Кәримдең 1950-70-се йылдарҙа яҙылған шиғырҙарына байҡау яһап ҡарайбыҙ. Был осорҙы Мостай ағай ир ҡорона кереп, олпатланып әҙәбиәт өлкәһендә, йәмғиәт тормошонда актив эш башлаған осор тип әйтә алабыҙ. Уның ижады ла сифат яғынан яңырыу кисерә, тематикаһы киңәйә, шиғриәтенең философик асылы тәрәнәйә.

1954 йылда Мостай Кәримдең «Европа – Азия» тигән шиғырҙар циклы баҫылып сыға. Унда Тыуған яҡ, Тыуған республика, Тыуған ил образдары бөтә лирик күркәмлеге менән тасуирлана. Был цикл «Кереш» шиғыры менән башлана (әсә кешенең йөрәк аҫтындағы балаһын һаҡлауын тыныслыҡ менән сағыштырыу, һ.б.), шулай уҡ, бында авторҙың «Ҡайын япрағы тураһында», «Россиянмын» тигән киң билдәле шиғырҙары ла инә.

(Студенттар алдында «Европа – Азия» циклына ингән шиғырҙар йыйынтығы ята. Был йыйынтыҡтан авторҙың «Ҡайын япрағы тураһында» һәм «Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде» - тиһең...» шиғырҙарына анализ яһау).

«Ҡайын япрағы тураһында» шиғырын студент тасуири итеп уҡый.

Шиғырҙың идея- тематик йөкмәткеһен асыҡлау.

- Әҫәр нимә тураһында?

- Ул ни өсөн шулай атала?

Әҫәрҙең композицияһы.

- Шиғырҙы нисә өлөшкә бүлергә мөмкин, ни өсөн?

- Һәр бүлектә нимә һүрәтләнә?

- Бүлектәргә ниндәй исемдәр бирер инегеҙ?

Шиғырҙың идеяһы.

- Әҫәрҙең төп фекере ниндәй?

- Автор шиғыр аша беҙгә нимә әйтергә теләгән?

(Әҫәрҙә автор Башҡортостанды ҡайын япрағы менән сағыштыра һәм уның яҙмышы хаҡында уйланыуҙар аша тарихҡа мөрәжәғәт итә, үткән юлын барлай, бөгөнгөһө менән шатлана. Ысынлап та, бейек ҡайындың бер япрағы - ул Башҡортостан. Данлы, яулы юлдар үткән ғорур илем. Ошо япраҡта уның үткәне, бөгөнгөһө, яҡты киләсәге сағылыш таба. Ә уның киләсәге беҙҙең, һеҙҙең ҡулда.

Шиғырҙың йөкмәткеһен өс өлөшкә бүлеп ҡарарға мөмкин. Тәүге бүлектә шағир Башҡортостанды ҡайындың бер япрағы менән сағыштыра. Ә ҡайынды - Рәсәй менән тиңләй. Уның бөйөкләгән, юғарылығын билдәләй.

Икенсе өлөшөндә илебеҙҙең быуаттар буйына үҙенең телен, ерен, илен һаҡлап алып ҡалыуы, “ҡорт”тарға бирешмәүе тураһында бәйән итә.

Шиғырҙың өсөнсө өлөшөндә автор ирек яулаған илебеҙгә ҡарап һоҡланауы, хазина, байлыҡтары менән ғорурланауы, ошо илдә бәхет таңы атыуына сикһеҙ шат булыуын яҙа).

(объект→активация йәки 2 тапҡыр баҫырға)

(Студеннтар М. Кәрим үҙе уҡыған «Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде» - тиһең...» шиғырын тыңлайҙар)

Был осорҙа йәмғиәт эшендә ҡайнаған Мостай ағай ил буйынса, сит илдәргә бик күп йөрөй. Юлда уның «Вьетнам яҙмалары», «Каштан сәскә атҡан ерҙә», «Болғар дәфтәренән» шиғыр циклдары тыуһа, «Кабардин-Балҡар дәфтәре»ндә автор үҙе өсөн үҙ илен “аса”. Был шиғырҙарында Мостай Кәрим киң планда уйланылған «Европа – Азия» темаһын дауам итә.

  • Шулай итеп, М.Кәрим үҙенең етмеш йылға яҡын ижад ғүмерендә Башҡортостанды ҙурланы, уны фронтта һаҡланы, уның өсөн янды, көйҙө, әҫәрҙәр ижад итте. Уның йөрәге һәр ваҡыт Башҡортостан менән бергә типте. Беҙ М.Кәрим менән ғорурланабыҙ, һоҡланабыҙ, уның ижады алдында башыбыҙҙы эйәбеҙ. Беҙ, һеҙ, киләсәк быуынға уның ижад емештәрен, уның уй-фекерҙәрен еткереп йәшәргә тейешбеҙ. Шул саҡта ғына беҙ илебеҙҙең тәбиғәтен, тарихын, телен, ғөрөф-ғәҙәт, йолаларын,ерен һаҡлап алып ҡала алабыҙ, сөнки киләсәк беҙҙең ҡулда!




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Прочее

Скачать
Мостай Кәримдең 1950-70-се йылдарҙағы ижады.

Автор: Яубасарова Фирюза Рамилевна

Дата: 02.11.2016

Номер свидетельства: 354754

Похожие файлы

object(ArrayObject)#865 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(56) "Урок по башкирской литературе "
    ["seo_title"] => string(32) "urok-po-bashkirskoi-litieraturie"
    ["file_id"] => string(6) "120440"
    ["category_seo"] => string(13) "vsemUchitelam"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1413721055"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства