Консультация для родителей на башкирском языке о роли родного языка
Просмотр содержимого документа
«Туған телем минең»
Туған тел мөхите - тәрбиәлә төп шарт
Тәбиғәттең ғәжәйеп серҙәренең береһе ул туған тел. Туған телдең Тәбиғәт тарафынан бар ителгәне һәм һәр милләт үҙ телендә һөйләшһен өсөн уны ҡурсалау шарттары булдырғаны билдәле. Тик беҙ уға иғтибар итмәйбеҙ, сөнки әсә кеше ғоманлы саҡта уҡ баланың киләсәгенә бер генә йүнәлеш билдәләп ҡуйып, шул маҡсатҡа ғына ынтыла. Ул - баланың юғары белем алыуы, башҡаларҙан кәм - хур булмауы, ә быға фәҡәт рус теллегә әйләндереү арҡаһында ғына өлгәшеүе.
Бөйөк Пушкин, Достоевскийҙар заманында ла Рәсәйҙә француз телен өҫтөн ҡуйыу, юғары ҡатлам балаларын ошо телгә өйрәтеү өсөн өйҙә махсус "уҡытыусылар" тотоу, туған теле булған рус теленән айырыу кеүек тайпылыштар булған. Илдең алдынғы ҡарашлы әһелдәре был хәлдең төптө дөрөҫ түгеллеге хаҡында ул заманда ла шаң ҡаҡҡандар. Тимәк, улар бала тәрбиәләүҙә, уның зиһенен, һәләтен үҫтереүҙә туған телдең ни тиклем әһәмиәтле булыуы хаҡында белгән.
Тәбиғәт кешегә күп телдәр өйрәнергә һәм һөйләшергә һәләт биргән икән, был тиктәҫкә түгел. Тәбиғәттең ошо ғәжәп бүләген “нисә тел өйрәнһәң дә өйрән, тик туған телең иҫәбенә булмаһын” тип аңларға кәрәк.
Туған тел хәрефтәр йыйылмаһы ғына түгел, ә өндәр йыйылмаһы, ул моң. Шуға ла өндәр хәрефтәргә ҡарағанда сағыштырғыһыҙ күп. Ошо моң балаға әсә ҡарынында уҡ һалына һәм бөтөн булмышына һеңә. Сабый яҡты донъяға шул холоҡ – фиғеле, һәләте менән тыуа. Артабан, тәрбиәгә нигеҙләнеп, әҙер орлоҡто үҙ тамырында, үҙ ҡалыбында үҫтереп ебәрергә генә кәрәк.
Әсә һөтө менән бирелгән һәм артабан үҫтереп ебәрелергә тейеш һәләтте ҡырҡа үҙгәртеп, икенсе юҫыҡҡа бороу, икенсе тел мөхитенә күсереү – тәбиғәт ҡанундарынан тайпылыу ул. Ә уның нимәгә килтереүе тирә - яғыбыҙға күҙ һалғанда ла, донъя илдәре буйынса фекер йөрөткәндә лә асыҡ күренә. Туған телдән – моңдан, тимәк, әсә менән баланы бәйләп торған, күҙгә күренмәгән нурҙан айырыу – атай - әсәй өсөн генә түгел, йәмғиәткә лә ҡиммәткә төшә. Маҡсатһыҙлыҡ, тәрбиәһеҙлек, ил яҙмышына ҡарата вайымһыҙлыҡ, ғөмүмән, битарафлыҡ ошонан башлана ла инде, сөнки туған телдән айырылыу – туған тарихтан, ижадтан айырылыу тигән һүҙ. Ә халыҡтың бөтөн фәлсәфәһе, ҡиммәтле аҡылы, уй – фекере, ғилеме, тәрбиә ҡанундары ижадҡа һалынған (мәҡәлдәр генә ни тора!) Үҙ халҡыңдың фәлсәфәһен белмәй тороп, дөйөм донъя фәлсәфәһен үҙләштереү – нигеҙһеҙ һалынған йорт һымаҡ.
Халыҡ ижадына һалынған ғилемде белмәү арҡаһында кеше үҙ милләтенең рухи байлығынан мәхрүм ҡала һәм милләтен, тимәк, үҙен кәмһетә. Ә үҙеңде кәмһетеп, башҡаларҙы ҙурлау, ябай ғына итеп әйткәндә, ҡоллоҡ ул. Һине бер кем дә “беҙҙе ҙурлайһың, тимәк, һин беҙҙеке”, тип ҡабул итмәйәсәк. Ҡабул иткән сүрәттә лә үҙеңдең күңелең берекмәйәсәк. Күңел – тәбиғәттән булдырылған төшөнсә, уны үҙгәртеп булмай. Ул нисек яралған, барыбер шул ҡалыпҡа тартыла. Тәбиғәт ҡануны шундай – кеше ҡырҡ йәштәрҙе үткәс, үҙ булмышына тартылыу айырыуса ныҡ һиҙелә. Ул тартылыу – һағыныу тойғоһо. Кеше үҙ булмышын һағына башлай, күңел бушлығы тоя. Ошо бушлыҡты ни менән тулыландырырға белмәй эҙләнә.
Туған телдең кеше күңеленә, сәләмәтлегенә тәьҫире – ғәжәп тәрән, киң һәм ҡоласлы ғилем ул. Әйтәһе төп фекерҙең әрәсәһе шул: тәбиғәт ҡанундарынан тайпылырға ярамай, шуға атай - әсәйҙәр балаларын күңел һыйыныр туған тел мөхитенән айырмаһын ине.