kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Конспект урока на тему " Минең тыуған илем".

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект урока "Минең тыуған илем"

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Конспект урока на тему " Минең тыуған илем".»

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округының

137-се мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы







«Минең тыуған илем»

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше (ҡабатлау).













Үткәрҙе: Мофазалова Л.Н.,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы











2017 йыл





Тема: Минең тыуған илем. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше (ҡабатлау).

Маҡсат: тема буйынса уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләрен үҫтереү; Башҡортостан, уның тәбиғәте тураһында үткәндәрҙе ҡабатлау; тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше темаһын ҡабатлау.

Йыһазландырыу: компьютер, интерактив таҡта, проектор, китаптар күргәҙмәһе.

Дәрестең эпиграфы:

Башҡортостан – минең тыуған ерем,

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз төйәгем.

Балҡып йәшә һин гел ҡояш кеүек

Эй, ҡәҙерле тыуған ерем.

Дәрес барышы

I.​ Ойоштороу моменты.

1.​ Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырығыҙ. Йылы һүҙҙәр менән, шатлыҡ өләшеп дәресте башлайыҡ.

Һаумыһығыҙ! Һаумы әле!

Ниндәй йылы һүҙ икән.

Һәр күңелде иретерлек,

Һәр кемгә лә үҙ икән.

Берәү әйтә танышына:

“Туған, хәйерле иртә!”

Йылы һүҙҙән тыуған шатлыҡ

Көнө буйына етә.

Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер

Тотонайыҡ беҙ эшкә.

Дәресте башлар алдынан телебеҙҙе башҡорт теленә күсереп алайыҡ.

2.​ Фонетик күнегеүҙәр.

а) Ә Ө Ү

әсәй Өфө үлән

әтәс өкө үгеҙ

б) ҡ – ҡарағат

ғ – ағас

һ – һыу һибә

ҙ - ҙур ҡыуаҡ

ң – минең, һинең, уның

ҫ – ағастар үҫә

са-са-са бейей ул башҡортса

ҫа-ҫа-ҫа ҡалай оҫта баҫа.

II.​ Өй эшен тикшереү. Өйгә 225-се күнегеү бирелде. Тикшереү. Баһалау.

III.​ Үткән темаларҙы иҫкә төшөрөү, ҡабатлау.

IV.​ Яңы тема буйынса эш.

1.​ Дәфтәрҙе астыҡ. Бөгөнгө датаны яҙабыҙ. Бөгөн нисәһе? Аҙнаның ниндәй көнө? Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ икән, һеҙ үҙегеҙ әйтерһегеҙ, ә бының өсөн кроссвордты дөрөҫ тултырырға кәрәк.

-​ Ағаһы ла, ҡустыһы ла эшләпәле (бәшмәк)

-​ Ағас түгел, япраҡлы, тун түгел, тегелгән (китап)

-​ Ял көнө (йәкшәмбе)

-​ Туны аҡ та, йомшаҡ та

Үҙе бер аҙ ҡурҡаҡ та (ҡуян)

-​ Олатай төшөрөлгән һүрәт

-​ Энәһе бар, ебе юҡ (терпе)

-​ Көҙ, ҡыш кейә торған аяҡ кейеме (итек)

-​ Үҙе аға, яры юҡ, барып етер ере юҡ (болот)

-​ Әсәй төшөрөлгән һүрәт

-​ Атай төшөрөлгән һүрәт

-​ Көҙ сисенә, яҙ кейенә (ағас)

-​ Бөгөн ниндәй көн (кесаҙна)

БӘШМӘК

КИТАП

ЙӘКШӘМБЕ

ҠУЯН

ОЛАТАЙ

ТЕРПЕ

ИТЕК

БОЛОТ

ӘСӘЙ

АТАЙ

АҒАС

КЕСАҘНА

Шулай итеп, бөгөнгө дәрестең темаһы – Башҡортостан. Һорауҙарға яуап биреү.

1.​ Һеҙ Башҡортостан тураһында нимәләр беләһегеҙ?

2.​ Ул ҡайҙа урынлашҡан?

3.​ Башҡортостан Республикаһының майҙаны күпме?

4.​ Унда күпме халыҡ йәшәй?

5.​ Баш ҡлаһын беләһегеҙме?

6.​ Башҡортостанда нисә район, нисә ҡала, ҡала тибындағы ҡасаба, ауыл бар?

7.​ Иң бейек түбәне беләһегеҙме? Ул диңгеҙ кимәленән нисә метрға күтәрелә?

8.​ Иң ҙур йылға?

9.​ Иң ҙур күл ниндәй?

Текст уҡыу, һорауҙарға яуап биреү.

Башҡортостанда “Икенсе Швейцария” тип әйтәләр. Тәбиғәте иҫ киткес матур булғанғалыр ул. Матур тәбиғәтте һаҡлай ҙа белергә кәрәк. Яҙын да, йәйен дә, көҙөн дә тәбиғәткә зыян килтереүселәр күп. Ял итеүселәр күпләп сүп ҡалдыра, янғын сығара.

Ерҙәге ҡағыҙ киҫәге ике йылда серей. Быяла утыҙ йылға түҙә. Полиэтилен бөтөнләй серемәй. Сәйәхәткә сыҡҡанда йөрөгән ерҙе сүпләмәҫкә кәрәк.

-​ Был текста нимә тураһында һүҙ бара?

-​ Ни өсөн Башҡортостанды “Икенсе Швейцария” тип әйтәләр?

-​ Тәбиғәтте беҙ нисек һаҡлай алабыҙ?

-​ Башҡортостанды, тәбиғәтте, тәбиғәткә, ҡағыҙ, сәйәхәткә һүҙҙәре ниндәй килештә килеүен әйтеп үтергә.

V.​ Физкультминутка. Ултырып арып киттек. Ял итеп алайыҡ.

VI.​ Килештәрҙе ҡабатлау. Хәҙер һеҙҙең менән Башҡортостан һүҙен килеш менән үҙгәртәйек. Рус теленән килештәрҙе иҫтә ҡалдырыуҙың бер төрө бар. Килештәрҙең тәүге хәрефтәренән һөйләм төҙөлә: Иван рубит дрова, Варвара топит печь. Башҡорт телендә килештәрҙе иҫтә ҡалдырырға ниндәй һөйләм ярҙам итер? (Тимур эйәртеп Талипты тышҡа уйнарға сыҡты)

Тимур – төп килеш. Кем? Нимә?

Эйәртеп – эйәлек килеш. Кемдең? Нимәнең?

Талипты – төбәү килеш. Кемгә? Нимәгә?

Тышҡа – төшөм килеш? Кемде? Нимәне?

Уйнарға –урын-ваҡыт килеш. Кемдә? Нимәлә?

Сыҡты – сығанаҡ килеш. Кемдән? Нимәнән?

(Уҡыусылар “Башҡортостан” һүҙен килештә үҙгәртеп яҙа)

VII.​ Өйгә эш. “Башҡортостан” һүҙе менән һүҙҙәр уйлап яҙырға. 239-сы күнегеү.

VIII.​ Йомғаҡлау. Бөгөн дәрестә нимәләр белдегеҙ? Уҡыусыларҙы баһалау. Дәресте башҡорт телендә йыр менән тамамлау. Һау булығыҙ!



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 5 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Конспект урока на тему " Минең тыуған илем".

Автор: Муфазалова Лилия Нуримановна

Дата: 30.03.2017

Номер свидетельства: 404884

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(104) "Конспект урока по башкирскому языку: ??н?рсе мен?н ?йр?нсек"
    ["seo_title"] => string(64) "konspiekt-uroka-po-bashkirskomu-iazyku-hon-rsie-mien-n-oir-nsiek"
    ["file_id"] => string(6) "310762"
    ["category_seo"] => string(13) "vsemUchitelam"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1459092894"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(175) "Конспект урока "?н?с  Карины?  “Тиен” ??м Зиннур  Х?сниярне?   “Тукран т??б?се” ?с?рл?рен  чагыштыру. "
    ["seo_title"] => string(97) "konspiekt-uroka-n-s-karinyn-tiien-h-m-zinnur-khosniiarnien-tukran-t-ub-sie-s-rl-rien-chaghyshtyru"
    ["file_id"] => string(6) "189462"
    ["category_seo"] => string(12) "russkiyYazik"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1426922796"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(90) "Конспект урока по технологии "Молочные продукты" "
    ["seo_title"] => string(52) "konspiekt-uroka-po-tiekhnologhii-molochnyie-produkty"
    ["file_id"] => string(6) "117346"
    ["category_seo"] => string(12) "tehnologiyad"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1412773041"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(151) "Конспект урока по истории "Отечественная война 1812 года" ( с технологической картой""
    ["seo_title"] => string(80) "konspiekt_uroka_po_istorii_otiechiestviennaia_voina_1812_ghoda_s_tiekhnologhichi"
    ["file_id"] => string(6) "351342"
    ["category_seo"] => string(8) "istoriya"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1477158903"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(108) ""Конспект урока истории Казахстана" в 7  полиязычном классе "
    ["seo_title"] => string(61) "konspiekt-uroka-istorii-kazakhstana-v-7-poliiazychnom-klassie"
    ["file_id"] => string(6) "210876"
    ["category_seo"] => string(8) "istoriya"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1431514243"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства