kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Һөнәрҙәр. Яһалма исем.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Һөнәр исемдәрен һөйләмдә активлаштыру. Милли – төбәк компоненттар        ҡулланып,  балаларҙың белем дәрәжәһен,

ҡыҙыҡһыныусанлыҡтарын үҫтереү; Хеҙмәт эйәһенә хөрмәт тәрбиәләү, һәр һөнәрҙең мөһим булыуын билдәләп үтеү. 

 

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Һөнәрҙәр. Яһалма исем.»

Тема. Һөнәрҙәр. Яһалма исем. 3 класс

Максат:

  1. Уҡыусыларҙы һөнәрҙе белдереүсе һүҙҙәр, яһалма исем менән таныштырыу. Грамматика буйынса белемдәрен, һүҙлек менән эшләү

күнекмәләрен нығытыу. Уҡыусыларҙың һүҙлек, телмәр һәләтлектәрен байытыу, тел байлығын арттырыу. 

  1. Һөнәр исемдәрен һөйләмдә активлаштыру. Милли – төбәк компоненттар        ҡулланып,  балаларҙың белем дәрәжәһен,

ҡыҙыҡһыныусанлыҡтарын үҫтереү;

  1. Хеҙмәт эйәһенә хөрмәт тәрбиәләү, һәр һөнәрҙең мөһим булыуын билдәләп үтеү. 

Дәрес  төрө: яңы материал менән танышыу дәресе.

Уҡытыу методы: күрһәтеү-аңлатыу, эҙләнеү методтары.

Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, карточкалар менән эш, таҡтала һәм дәфтәрҙә эш, һүҙлек менән эш, тәржемә итеү, уҡытыусының тасуири уҡыуы, уҡыҡсыларҙың сылбырлы уҡыуы, ИКТ ҡулланыу, ял минуты, дидактик уйын, 2 уҡыусының алдан тема буйынса яттан шиғыр һөйләүе.

Предмет буйынса нәтижәләр: Уҡыусыларҙы һөнәрҙе белдереүсе һүҙҙәр, яһалма исем менән танышыуы. Уҡыу техникаһын камиллаштырыуы.

Метапредмет буйынса нәтижәләре: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, үҙ эшеңде, парыңдың эшен тикшерә алыу, билдәне белдерә торған һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде бәйәләү.

Шәхси нәтижәләр: Хеҙмәт эйәһенә хөрмәт тәрбиәләү, һәр һөнәрҙең мөһим булыуын аңлау.

Принциптар: фәннилек, теория һәм практика берлеге, эҙмә-эҙлеклелек, коммуникатив.

Йыһазландырыу: 3 сө  класс дәреслеге: Башҡорт теле. М.С.Дәүләтшина, Н.Н.Кинйәбаева, эш дәфтәре, аңлатма һүҙлеге,текст яҙылған

карточкалар, компьютер, проектор, экран, тема буйынса презентация матералдары, таҡта, аҡбур.








Дәрес этаптары

Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)

Йыһаҙдар

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу (ойоштороу моменты)


II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу

  1. У: -Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!

Б: Һаумы, ҡояш!

Һаумы, зәңгәр һауа!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!


Һеҙҙе күреүемә бик шатмын.


  1. Артикуляцион күнегеү.

һең – балам нисек йәшәйһең?
һың – үҙең бик күп уҡыйһың.
һаң – әгәр һәр саҡ тырышһаң
һең –маҡсатыңа етерһең.


У: Уҡыусылар, һеҙҙең әлегә маҡсатығыҙ ниндәй?

У: Дөрөҫ, һеҙҙең маҡсатығыҙ тырышып, “4”ле, “5” ле билдәләренә генә уҡырға.

Дәрестә актив ҡатнашып, дөрөҫ һәм тулы яуаптар биреп, яҡшы билдәләр алыуығыҙҙы теләйем. Һеҙгә ҙур уңыштар.

Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар.

Хор менән ҡабаталайҙар.

Ҡулдарҙы өҫкә күтәреү.

Уҡытыусыға баш эйеү

Бер-береңә ҡарау.

 


Хор менән ҡабаталайҙар






Уҡыусылар яуаптар әйтәләр

Регулятив:үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша.


Шәхси: белем алыуға, уҡытыусыға, дәрескә ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.







Проектор

Презетация








III. Уҡыу мәсьәләһен

(проблемаһын) ҡуйыу

Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ икән? Быны белер өсөн С. Михалковтың

“А что у Вас?” тигән шиғырындан ҡыҫҡа өҙөк тыңлап үтәйек.

С лесенки ответил Вова:
- Мама - летчик?
Что ж такого?
Вот у Коли, например,
Мама - милиционер!
А у Толи и у Веры
Обе мамы - инженеры!
А у Левы мама - повар!
Мама-летчик?
Что ж такого!

И спросила Нина тихо:
- Разве плохо быть портнихой?
Кто трусы ребятам шьет?
Ну, конечно, не пилот!
Летчик водит самолеты -
Это очень хорошо!
Повар делает компоты -
Это тоже хорошо.
Доктор лечит нас от кори,

Есть учительница в школе.


У: Балалар, нисек уйлайһығыҙ, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ?

Б: Һөнәрҙәр тураһында.

У:Дөрөҫ! Һөнәрҙәр тураһында.

Тағы ла ниндәй эштәр башҡарырбыҙ?

Б: Уҡырбыҙ. 

Б:Дәфтәрҙә яҙма эш башҡарырбыҙ.

.Б: Башҡорт телендә аралашырбыҙ.

Б:Һүҙлек запасын арттырырбыҙ.

У.: Бик күп эштәр башҡарырға теләйһегеҙ икән. Ул эштәрҙе башҡарып, һеҙ нимәгә өйрәнерһегеҙ?

Б.: Белемебеҙҙе арттырырбыҙ

У.: Эйе, балалар. Беҙҙең бөгөнгө дәресебеҙҙең беренсе маҡсаты- һөнәрҙәр тураһында белемебеҙҙе тәрәнәйтербеҙ, тел байлығын арттырырбыҙ. Икенсе маҡсаты- һөнәргә ҡағылышлы яһалма исемдәрҙең нисек яҙылыуы, яһалыуы тураһында өйрәнербеҙ.

2 уҡыусы шиғыр һөйләй

























Уҡыусылар яуаптар әйтәләр






Уҡытыусы менән берлектә дәрестә нимә эшләйәсәктәре тураһында әйтәләр.

Регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр.


Шәхси: уҡыу эшмәкәрлегенә мотиваци, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша.










































IV. Яңы материалды өйрәнеү (моделләштереү)

Уҡыу проблемаһын сисеү.

У.:Ә нимә һуң ул һөнәр? Был һорауға яуапты белер өсөн, Ожеговтың аңлатмалы һүҙлегенә мөрәжәғәт итәйек .


У.: Аңлатмалы һүҙлектә шулай яҙылған: Профессия - это у людей основоной род занятий, трудовой деятельности. Тимәк, һөнәр- ул кеше хеҙмәте һәм эшсәнлегенең төп төре.


У:Шиғыр юлдарында ниндәй һөнәрҙәр ишеттегеҙ? Һанап үтегеҙ.

Б.: повар, летчик, портной, доктор, учительница

У.:Ә хәҙер ошо һөнәр исемдәрен башҡортса әйтеп ҡарайыҡ.

Повар- ашнаҡсы

Летчик-осоусы

Портной-тегенсе

Доктор-табип,доктор,врач

Учительница- уҡытыусы

У.: Тағы ла ниндәй һөнәрҙәр беләһегеҙ?

Б.: төҙөүсе, һатыусы, тәрбиәсе, эшсе.

У.: Һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу өсөн, уларҙы һүҙлеккә яҙып ҡуяйыҡ.

У.: Уҡыусылар, таҡтаға бирелгән һүҙҙәрҙе киренән уҡып сығығыҙ һәм әйтегеҙ, улар ҡайһы яҡтары менән оҡшаш?

уҡытыусы тегенсе

һатыусы тәрбиәсе

ашнаҡсы эшсе,

Б: Һәр бер һүҙҙең аҙағында –сы /-се ҡушылған.

У.: Дөрөҫ, уларҙың ялғауҙары бер төрлө.

У.: Ни өсөн беренсе бағаналағы һүҙҙәргә –сы ялғауы,икенсе бағанала –се аффиксы ялғанған.


У.:Үҙегеҙ ҡағиҙә уйлап ҡарағыҙ.


У.: Дөрөҫ, әгәр тамыр һүҙҙә ҡалын һүҙынҡылар булһа, ҡалын ялғау : -сы. Ә нәҙек һүҙынҡылар булһа, нәҙек ялғау –се ҡушыла.

Мәҫәлән: бейеү+се, йыр+сы.

Шулай уҡ рус теле аша беҙҙең телгә ингән һүҙҙәр бар. Ул һүҙҙәрҙә аффикстар ялғанмай.


У: Уҡыусылар, дәреслектәрҙе асып,шул һүҙҙәрҙе ҡарап үтәйек. 3-сө күнегеү, 38-се бит.


У.; Уҡыусылар,әйҙәгеҙ,үҙебеҙ ҙә бирелгән һүҙҙәрҙән һөнәр исемдәре яһап ҡарайыҡ.

Эш дәфтәрендә эш. 28-се бит,1-се күнегеү:

  • -сы/-се ялғауҙарын өҫтәп яҙ.

  • Бер нисә һүҙ менән һөйләмдәр төҙө.

У.: Уҡыусылар, уҡыусы һүҙенә ҡарағыҙ әле.Уның ялғауы ниндәй?

Б.: -сы ялғауы бар.

У.; Тимәк, һеҙҙең дә бәләкәс кенә һөнәрегеҙ бар. Һеҙ ниндәй эштәр башҡараһығыҙ?

Б.: Мәктәптә уҡыйбыҙ.

У.; Дөрөҫ. Ә инде үҫеп, үҙеңә теләгән һөнәрҙе һайлар, эшләр өсөн тырышып уҡырға кәрәк.

Уҡытыусы менән берлектә һүҙлектән һөнәр һүҙенең аңлатмаһын ҡарау








Уҡыусылар яуаптар әйтәләр.



Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар.


Һүҙлек һүҙҙәрен дәфтәргә яҙыу







Уҡыусылар яуаптар әйтәләр.









Башҡорт телендә

һуҙынҡылар

ҡалын нәҙек

а,о,у,ы ә,ө,ү,и,е(э)

булыуын әйтәләр.


Ҡағиҙә төҙөйҙәр.





Кағиҙәне бер нисә уҡыусы ҡабатлай




һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар.




Эш дәфтәрендә эшләйҙәр.





Уҡыусылар яуаптар әйтәләр.





Коммуникатив: диалогҡа инә, һорауҙарға яуап бирә, башҡаларҙы тыңлай һәм әңгәмәгә ҡушыла, һөйләмдәр төҙөй белеү формалаша.


Танып белеү: логик фекерләүгә,һорауға яуап биреү өсөн кәрәкле мәғлүмәтте (яуапты) табырға өйрәнәләр.


Шәхси: Хеҙмәт эйәһенә хөрмәт тәрбиәләү, һәр һөнәрҙең мөһим булыуын аңлайҙар.

Ожеговтың аңлатмалы һүҙлеге












Проектор,

Презентация


Һүҙлек дәфтәре












Проектор презентация













Дәреслек









Эш дәфтәре




Проектор,

презентация

V. Ял минуты

У.; Арып та киттегеҙ кеүек. Ял итеп алайыҡмы?

Б.; Ял минуты бик тә кәрәк

Дәрестең уртаһында.

Төрлө хәрәкәттәр яһау

Арыуҙы оноттора.


Күрһәт  әле,  үҫкәнем

Нисек  һыйыр  һауалар?

Бына шулай,  бына  шулай

Шулай  һыйыр  һауалар.

Күрһәт  әле,  үҫкәнем

Нисек  бесән  сабалар?

Бына шулай,  бына  шулай

Шулай  бесән  сабалар.

Күрһәт  әле,  үҫкәнем

Нисек  машина  йөрөтәләр?

Бына шулай,  бына  шулай

Шулай  машина  йөрөтәләр.

Күрһәт  әле,  үҫкәнем

Нисек  итеп бейейҙәр?

Бына шулай,  бына  шулай

Шулай  итеп бейейҙәр.

Хәрәкәттәр яһау

Шәхси: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша,уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.


VI.Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу)

  1. Тексты өҫтөндә эш.

У.: Ә хәҙер уҡыусылар, дәреслектә бирелгән тексты уҡып үтәйек.

  • Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы.




У.:Ниндәй һөнәрҙәр осраны һеҙгә? Әйтеп китәйек.

Б: һатыусы, төҙөүсе, тәржемәсе, кондитер.


У.: Тексты аңладығыҙмы? Үҙебеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ.

Һөйләм

Дөрөҫ

Дөрөҫ түгел

Әлфиә магазинда эшләй.

+


Булат -төҙөүсе

+


Гөлназ башҡорт телен яҡшы белә


+

Резиданың атаһы врач булып эшләй.

+


Вера ашнаҡсы булып эшләй.


+



  1. Төркөмдәрҙә эш.

У.: Хәҙер, балалар, карточкалар менән эшләйбеҙ.


1-се төркөм.

- Һаумы,...!

- Һаумы,...!

- Атайыңдың исеме нисек?

- Уның исеме ....

- Ул ҡайҙа эшләй?

-Ул ... .

- Ул кем?

- Ул ... .

- Ул нимә эшләй?

-Ул .. .

-Һау бул!

-Һау бул!


2-се төркөм. Нөктәр урынына тейешле һүҙҙәрҙе ҡуйығыҙ.

Атайым................эшсе булып эшләй.

Апайым фабрикала .............. тегә.

Мин ............... булып эшләйем.

Ҡустым киләсәктә............ булырға теләй.


Ҡулланыр өсөн һүҙҙәр: тәржемәсе, заводта, күлдәк, осоусы.


3-сө төркөм. Һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, уҡырға.

Врач балалар уҡыта.

Осоусы машина йөрөтә.

Төҙөүсе пальто тегә.

Уҡытыусы балалар дауалай.


  1. Аудиояҙма тыңлау.


У.:Ә хәҙер, уҡыусылар, Роберт Миңнуллиндың “ Малайҙар һөйләшә” тигән шиғырын иғтибар менән тыңлағыҙ.

У.: Уҡыусылар,ниндәй һөнәрҙәр ишеттегеҙ?

Б.: Комбайнсы, космонавт, һалдат.



  1. Лото уйыны




Дәреслек менән эш.


Тексты тасуири уҡыйҙар.

- Уҡыусыларҙың сылбырлап уҡыуы;

- Хор менән уҡыу.




Уҡыусылар яуаптар әйтәләр.

















Күп нөктәләр урынына һүҙҙәр уйлап әйтәләр.


Диалогты ролләп уҡыйҙар













Нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәрҙе ҡуйып ,уҡыйҙар







Һөйләмдәрҙе уҡыйҙар.









Шиғыр тыңлайҙар.


Һорауға яуап бирәләр.

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен аңлау,ҡабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу,ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү формалаша.


Танып белеү: кәрәкле яуапты һайлап алырға, дөрөҫ, структуралы һөйләм төҙөргә өйрәнәләр.


Коммуникатив: һорауҙарға яуап бирә, башҡаларҙы тыңлай,һөйләмдәр төҙөй, әңгәмәгә ҡушыла, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтә белеү формалаша.














Дәреслек






















Карточкалар
































Компьютер

Аудиояҙма,







Пректор

презентация

VII.Өйгә эш

1.Һөнәрҙәрҙе белдергән һүҙҙәрҙе ятларға;

2.Эш дәфтәренең 30-сы битендәге 1-се күнегеүҙе эшләргә.

3. “Минең ғаилә һөнәре” презентация төҙөргә.

Көндәлеккә өйгә эште яҙалар.

Регулятив: Яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыра белеү.


VIII. Дәресте йомғаҡлау.

Эшмәкәрлеккә рефлексия.

-Уҡыусылар, беҙ бөгөн дәресә күп һөнәрҙәр тураһында һөйләштек. Ә нисек уйлайһығыҙ: һөнәрҙең ҡайһы әһәмиәтлерәк, һәйбәтерәк?

- Тимәк, уҡыусылар, бына шулай итеп әйтергә була: Бөтә эш тә әһәмиәтле, барыһы ла яҡшы.


-Дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй ине?

-Маҡсатыбыҙға ирештекме?

-Нимә белдек?

-Кемдәр бик һәйбәт эшләне?

-Кемдәр үҙҙәрен маҡтай алалар?

-Кем иптәшен маҡтарға теләй? Ни өсөн?

-Кем бөгөн алған белемен киләсәктә ҡуллана алам, бөтәһен дә аңланым тип уйлай, йәшел түңәрәк күтәрегеҙ. 

-Кемгә әле белемдәрен нығытырға кәрәк, һеҙ һары түңәрәк күтәрегеҙ.

-Кемгә бөгөн бик ауыр булды, кемгә ярҙам кәрәк ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ


Бик тырышып эшләнегеҙ. Рәхмәт!

Баһаларҙы ҡуйырға ярҙам итегеҙ әле, уҡыусылар!


Һорауға яуап бирәләр.







Уҡыусылар яуап бирә. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр.

Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалау

Регулятив: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Йәшел, һары,ҡыҙыл түңәрәктәр












Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 3 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Һөнәрҙәр. Яһалма исем.

Автор: Нигматзянова Гулшат Фаузиевна

Дата: 31.01.2023

Номер свидетельства: 624561

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(23) "Иса Байза?ов "
    ["seo_title"] => string(13) "isa-baizak-ov"
    ["file_id"] => string(6) "174990"
    ["category_seo"] => string(7) "prochee"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1424196010"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(49) "Иса Байзақов Алтай аясында"
    ["seo_title"] => string(28) "isa_baizak_ov_altai_aiasynda"
    ["file_id"] => string(6) "349238"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1476466165"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(53) "Алтай аясында.     Иса Байза?ов"
    ["seo_title"] => string(28) "altai-aiasynda-isa-baizak-ov"
    ["file_id"] => string(6) "314902"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1459786871"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(38) "Исем сифат. 6-сы класс"
    ["seo_title"] => string(22) "isiem-sifat-6-sy-klass"
    ["file_id"] => string(6) "294646"
    ["category_seo"] => string(13) "vsemUchitelam"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1455699935"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(121) "План-конспект урока на тему:Исем темасын гомумил?штереп кабатлау. "
    ["seo_title"] => string(72) "plan-konspiekt-uroka-na-tiemu-isiem-tiemasyn-ghomumil-shtieriep-kabatlau"
    ["file_id"] => string(6) "132979"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "planirovanie"
    ["date"] => string(10) "1416427154"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства