Предмет: Ту?ан тел
Тема: Сифатты? ??йл?мд?ге роле ??м исем урынында ?улланылыуы.
Ма?сат: У?ыусылар?а сифат ??? т?рк?м? тура?ында белемд?рен т?р?н?йте?. Сифатты? ??йл?мд?ге ролен, уны? исем урынында, ? исемде? сифат урынында кил? алыуы ха?ында белем бире?. У?ыусылар?а изгелек тиг?н ????е? м???н??ен а?латыу, я?шы, изге эшт?р эшл?рг? ?нд??
Йы?азландырыу: Таблица, аудиоя?ма, мультимедиялы та?та, карточкалар.
Д?рес барышы
- Ойоштороу моменты
Х?йерле ирт?, у?ыусылар.
?аумы?ы?ы?.
- ?тк?нд?р?е ?абатлау.
Ним? ул сифат?
Сифат нинд?й ?орау?ар?а яуап бир??
3. Я?ы тема а?латыу.
- Бе? исем ха?ында белемебе??е ю??а ?ына ны?ытманы?. Ни ?с?н был бе?г? к?р?к булды ик?н? Ошо ?орау?а яуапты ?е? ??еге? ?айтарыр?ы?ы?.
? б?г?н д?рест? бе? сифат ха?ында белемебе??е та?ы ла арттырыбы?, я?ы м??л?м?тт?р аласа?бы?. Сифатты? ??йл?мд?ге ролен, икенсе бер ??? т?рк?м урынында ?улланыла алыуын асы?лаяса?бы?.
- Д?фт?р?е асып б?г?нг? датаны ??м теманы я?ып ?уйы?ы?.
- ? х??ер, балалар, б?г?нг? д?ресте? эпиграфы мен?н танышайы?:
Изгелекте? ба?а?ы ?ур халы? ?с?н,
Изгелек ?ыл ер, ?ыу ??м д? балы? ?с?н.
Р?шит Ш?к?р
- Ним? ул изгелек? ?е? нисек а?лай?ы?ы? ошо т?ш?нс?не? (Балалар?ы? яуаптары)
- Эйе, афарин балалар, бик матур тулы яуаптар ?айтар?ы?ы?, ысынлап та изгелек – ул нинд?й?ер я?шы, фай?алы эш эшл??, икенсе бер кешене, тере й?нде шатландырыу.
. Та?тала ??йл?мд?р я?ыл?ан.
3. Батыр бер ?лер, ?ур?а? ме? ?лер.
- Сифатты к?р??т.(а?ыллы)
- Сифат нинд?й ??? т?рк?м? алдынан килг?н?(исем)
- ??йл?мд? нинд?й ки??к?(аны?лаусы, эй?, тултырыусы)
?ы?ымта: Исемд?н алда кил?, ??м исемд?н алда килг?нд? аны?лаусы ролен баш?ара ??м зат, ?ан, килеш мен?н ??г?рм?й.
Сифат исем урынында ла килерг? м?мкин.
Был осра?та ул зат, ?ан, килеш мен?н ??г?р?.
??йл?мд? тултырыусы, эй?, аны?лаусы булып кил? ала.
Исем д? сифат ролен баш?ара ала.
4. Теманы ны?ытыу
.1. Тексты у?ы?ы?. Унда ним? тура?ында ??? бара?
2. Текстан сифат урынына ?улланыл?ан исемд?р?е ????ре асы?лап килг?н ??? мен?н к?сереп я?ы?ы?. ??йл?мд? нинд?й ки??к булып киле?ен асы?ла?ы?.
Мин ?е?лемде, ?улынан ет?кл?п, ?анды? эрг??ен? алып кил?м. Шунда у? карауат а?тына инеп, ??емде? б?т? уйынсы?тарым ?алын?ан тартманы алып сы?ам. Мине? ?йбер??рем байта?. Таш атым, а?ас мылты?ым, б?л?к?с арбам, им?н с?тл??ект?рем, матур ??р?тт?р т?ш?р?лг?н ?а?ы??арым бар. ?алала?ы ?ылыу апай алып килг?н ?ы?ыллы-й?шелле тутой?ошом мен?н тимер б?кем д? ю?алма?ан ине ул са?та…
Бына ни тиклем уйынсы?ым бар ине мине?! Шулар?ы? б?т??ен д? мин Оксана?а алдына те?еп ?уй?ым.
Мостай К?рим “Бе??е? ?й??? й?ме”
5. Йом?а?лау.
- Б?г?н д?рест? нинд?й тема ?ттек?
- Сифат исем урынында ?улланыл?анда нинд?й ??енс?лекк? эй? була?
- Ни ?с?н бе? д?рес башында исем ха?ында белемебе??е камиллаштыр?ы??
- Д?рест?н нинд?й ф??ем алды?ы??
- Эпиграф?а кире ?йл?неп ?айтайы? (эпиграфты к?м?кл?п, берг? у?ыу.)
6. ?й эше.
- Балалар, бе? б?г?н изгелек ха?ында фекер алышты?, был т?ш?нс?не? м???н??ен асы?ланы?. ?е? бары?ы? ?а я?шы эшт?р ?ылабы? тип ра?ланы?ы? ??м мин ышанам. ?й?? 2015 йыл барышында эшл?г?н и? изге эшеге? тура?ында айырым д?фт?р битен? я?ып килеге?. Ошо битт?реге??е ?ыш Бабай?а еб?рербе?. С?нки ул “2015 йылда баш?ар?ан и? изге эш” тиг?н конкурс и?лан итк?н.
Просмотр содержимого документа
«Исем сифат. 6-сы класс»
Предмет: Туған тел
Класс: 6
Тема: Сифаттың һөйләмдәге роле һәм исем урынында ҡулланылыуы.
Маҡсат: Уҡыусыларға сифат һүҙ төркөмө тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү. Сифаттың һөйләмдәге ролен, уның исем урынында, ә исемдең сифат урынында килә алыуы хаҡында белем биреү. Уҡыусыларҙа изгелек тигән һүҙҙең мәғәнәһен аңлатыу, яҡшы, изге эштәр эшләргә өндәү
Йыһазландырыу: Таблица, аудиояҙма, мультимедиялы таҡта, карточкалар.
Дәрес барышы
Ойоштороу моменты
Хәйерле иртә, уҡыусылар.
Һаумыһығыҙ.
Үткәндәрҙе ҡабатлау.
Нимә ул сифат?
Сифат ниндәй һорауҙарға яуап бирә?
3. Яңы тема аңлатыу.
- Беҙ исем хаҡында белемебеҙҙе юҡҡа ғына нығытманыҡ. Ни өсөн был беҙгә кәрәк булды икән? Ошо һорауға яуапты һеҙ үҙегеҙ ҡайтарырһығыҙ.
Ә бөгөн дәрестә беҙ сифат хаҡында белемебеҙҙе тағы ла арттырыбыҙ, яңы мәғлүмәттәр аласаҡбыҙ. Сифаттың һөйләмдәге ролен, икенсе бер һүҙ төркөм урынында ҡулланыла алыуын асыҡлаясаҡбыҙ.
- Дәфтәрҙе асып бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ..
- Ә хәҙер, балалар, бөгөнгө дәрестең эпиграфы менән танышайыҡ:
Изгелектең баһаһы ҙур халыҡ өсөн,
Изгелек ҡыл ер, һыу һәм дә балыҡ өсөн.
Рәшит Шәкүр
- Нимә ул изгелек? Һеҙ нисек аңлайһығыҙ ошо төшөнсәне? (Балаларҙың яуаптары)
- Эйе, афарин балалар, бик матур тулы яуаптар ҡайтарҙығыҙ, ысынлап та изгелек – ул ниндәйҙер яҡшы, файҙалы эш эшләү, икенсе бер кешене, тере йәнде шатландырыу.
. Таҡтала һөйләмдәр яҙылған.
3. Батыр бер үлер, ҡурҡаҡ мең үлер.
- Сифатты күрһәт.(аҡыллы)
- Сифат ниндәй һүҙ төркөмө алдынан килгән?(исем)
- Һөйләмдә ниндәй киҫәк?(аныҡлаусы, эйә, тултырыусы)
Һығымта: Исемдән алда килә, һәм исемдән алда килгәндә аныҡлаусы ролен башҡара һәм зат, һан, килеш менән үҙгәрмәй.
Сифат исем урынында ла килергә мөмкин.
Был осраҡта ул зат, һан, килеш менән үҙгәрә.
Һөйләмдә тултырыусы, эйә, аныҡлаусы булып килә ала.
Исем дә сифат ролен башҡара ала.
4. Теманы нығытыу
.1. Тексты уҡығыҙ. Унда нимә тураһында һүҙ бара?
2. Текстан сифат урынына ҡулланылған исемдәрҙе үҙҙәре асыҡлап килгән һүҙ менән күсереп яҙығыҙ. Һөйләмдә ниндәй киҫәк булып килеүен асыҡлағыҙ.
Мин һеңлемде, ҡулынан етәкләп, һандыҡ эргәһенә алып киләм. Шунда уҡ карауат аҫтына инеп, үҙемдең бөтә уйынсыҡтарым һалынған тартманы алып сығам. Минең әйберҙәрем байтаҡ. Таш атым, ағас мылтығым, бәләкәс арбам, имән сәтләүектәрем, матур һүрәттәр төшөрөлгән ҡағыҙҙарым бар. Ҡалалағы һылыу апай алып килгән ҡыҙыллы-йәшелле тутойғошом менән тимер бәкем дә юғалмаған ине ул саҡта…
Бына ни тиклем уйынсығым бар ине минең! Шуларҙың бөтәһен дә мин Оксанаға алдына теҙеп ҡуйҙым.
Мостай Кәрим “Беҙҙең өйҙөң йәме”
1.Мәҡәлдәрҙе уҡығыҙ. Уларҙа нимә тураһында һүҙ бара?
2. Мәҡәлдәрҙән исем урынына ҡулланылған сифаттарҙы үҙҙәре асыҡлап килгән һүҙ менән күсереп яҙығыҙ.
Түҙемле сабыр, аҡыллы ғына донъяла һыйышып, башҡалар менән уртаҡ тел табып йәшәй ала. Аҡыллы: “Ҡуйҙым,”- тиер, иҫәр: “Еңдем,”- тиер. Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел. Яманға тарыма, тарыһаң арыма. Яҡшы менән юлдаш булһаң – ирешерһең моратҡа. Яман менән юлдаш булһаң – ҡалырһың оятҡа. Хаҡ эште халыҡ һөйөр.яҡшы кеше ҡайҙа булһа – яҡшы эш шунда.)
5. Йомғаҡлау.
- Бөгөн дәрестә ниндәй тема үттек?
- Сифат исем урынында ҡулланылғанда ниндәй үҙенсәлеккә эйә була?
- Ни өсөн беҙ дәрес башында исем хаҡында белемебеҙҙе камиллаштырҙыҡ?
- Дәрестән ниндәй фәһем алдығыҙ?
- Эпиграфҡа кире әйләнеп ҡайтайыҡ (эпиграфты күмәкләп , бергә уҡыу.)
6. Өй эше.
- Балалар, беҙ бөгөн изгелек хаҡында фекер алыштыҡ, был төшөнсәнең мәғәнәһен асыҡланыҡ. Һеҙ барығыҙ ҙа яҡшы эштәр ҡылабыҙ тип раҫланығыҙ һәм мин ышанам. Өйҙә 2015 йыл барышында эшләгән иң изге эшегеҙ тураһында айырым дәфтәр битенә яҙып килегеҙ. Ошо биттәрегеҙҙе Ҡыш Бабайға ебәрербеҙ. Сөнки ул “2015 йылда башҡарған иң изге эш” тигән конкурс иғлан иткән.