Тема; Башкорт халык уйындары
Учитель: Һаумыһығыҙ, һаумы әле? – Шундай йылы һүҙ икән. Һәр күңелде иретерлек, һәр кемгә лә үҙ икән.
Ученики: Ҡыңғырау шылтыраны, беҙ ултырҙыҡ дәрескә. Китап-дәфтәрҙәр әҙер, тотонабыҙ беҙ эшкә.
Һаумыһығыҙ, балалар!
Матур үтһен көнөгөҙ!
Тик уң булһын эшегеҙ!
Балҡып торһон йөҙөгөҙ!
Эйе, балалар, бөгөнгө дәресте мин алғыш әйтеүҙән, теләктәр теләүҙән башлап ебәрҙем.
Хәҙер ,балалар, экранға ҡарайбыҙ.
Артикуляцион күнегеү: ( мин уҡыйым, ахыр балалар уҡый)
Тә-тә-тә – ултырабыҙ дәрестә.
Са-са-са – һөйләшәбеҙ башҡортса.
Ый-ый-ый – уҡыусы шиғыр уҡый.
Ыш-ыш-ыш – беҙ шундай тырыш.
Балалар, урыҫ телендә Ы хәрефенә башланған һүҙҙәрҙе беләгеҙме ?
Ундай һүҙҙәр юҡ.
Ә башкорт телендә Ы хәрефенә башланған һүҙҙәр бармы ?
Миҫалдар килтерәбеҙ? Ысын, ышыҡ, ыштан, ыласын, ынйы
(правда, штаны, сокол, укрытие,
Ниндәй һөҙөмтә эшләйбеҙ –
Ә хәҙер, балалар, башкорт халыҡ ижады буйынса белемдәрегеҙҙе тикшереп китәйек.
Беҙгә ата-бабаларҙан ҡалған байлыҡ ул. БХИ беҙ әкиәттәр, йомаҡтар, мәҡәлдәр, йырҙар керә. Авторы бармы ? ( Юҡ, быуындан-быуынға күскән, авторын онотҡандар)
. «Йомаҡтар»
Көн һайын ябыға, Йыл аҙағында үлә. (Календарь)
Ҡалаһы бар – халҡы юҡ, Диңгеҙе бар – һыуы юҡ. (Карта)
Һиндә лә бар, миндә лә бар, Әҙәмдә юҡ, донъяла бар. (Н хәрефе)
Һүҙе килә - үҙе килмәй. (Хат)
5) Көн үткәнде кем белә,
Мин онотһам, ул белә. (Сәғәт)
6) Тәҙрә башында терәү,
Һөйләп тора берәү. (Радио)
7) Береһе әйтә: «Йәй тыныс»,
Икенсеһе әйтә: «Ҡыш тыныс»,
Өсөнсөһө әйтә: «Йәй ҙә, ҡыш та бер тормош,
Юҡ ул миңә тиктормош». (Сана, арба, ат).
8.Иртә килә, кис ҡайта. (Ҡояш)
Мәҡәл һәм әйтемдәрҙе урыҫ теленә тәржемә итергә
Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ. -(Куй железо, пока горячо)
Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. -(Всему свое время)
Беҙ ҡапсыҡта ятмай. - (Шила в мешке не утаишь)
- Хәҙер мин текст уҡыйым, ә һеҙ ошо тексҡа ҡарата мәҡәлдәр әйтегеҙ.
а) Миләүшә ҡурсағына күлдәк тегергә булды. Әсәһенән бер киҫәк биҙәкле ситса һорап алды ла ҡырҡа башланы. Тегеп бөткәс, ҡурсағына кейҙерәйем тиһә, күлдәк тар булған. Миләүшәгә ниндәй мәҡәл әйтер инегеҙ? (Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.)
б) Йүгереү буйынса ярыш бара ине. Ғәзизйән команданы көтмәй йүгерҙе лә китте. Алдан килһә лә, уны еңеүсе итмәнеләр. Етмәһә, уның класының очкоһы кәмене. Ғәзизйәнгә ҡарата ниндәй мәҡәл әйтер инегеҙ? (Ашыҡҡан ашҡа бешкән.)
Э хәҙер ошо мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатығыҙ әле, балалар.
Әйткән һүҙ- атҡан уҡ.
Тел ҡылыстан үткер. ( бысаҡ йәки ҡылыс менән бармаҡты киҫһәбеҙ- бармаҡ ауырта, һүҙ менәндә кешене асыуландырырға, кәйефен төшөрергә була.)
Ниндәй Һығымта эшләйбеҙ- Һәр ваҡыт уйлап һөйләр кәрәк.
Кем эшләмәй, шул ашамай.
- Балалар, иғтибар менән һүрәткә ҡарайбыҙ һәм бөгөнгө дәрестең темаһын әйтәбеҙ?
- Нимә күрәгеҙ ? ( тулы яуап ҡайтарабыҙ)
- Балалар нимә эшләй ?
- Уларҙың кәйефтәре нисек ?
Шулай итеп , беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләшәбеҙ ?
Уйын.
Балалар, нимә ул уйын?
Уйын- ҡыуаныс бирә торған балалар шөгөлө.
Э һеҙ ниндәй уйындар беләһегеҙ ?
-
Нисек уйнайғыҙ был уйынды ?
- Ә ҡасан уйнайҙар ? ( Мәҡәл- Эш бөткәс, уйнарға ярай)
- Хәҙерге ваҡытта балалар күп ваҡытын компьютер артында, телефонда үткәрәләр.
Был дөрөҫме ?
(Юҡ, күҙ бөтә, баш ауырта, бил ауырта, нервылар ҡаҡшай. Компьютер артында бала Компьютер артында бала 30 минут ултырырға тейеш, ял итеү кәрәк.
- Командаларға нисек бүленәгеҙ?
- Ә нисек
Беҙгә ярҙамға һанашмаҡтар килә. Ниндәй һанашмаҡтарҙы беләгеҙ ?( считалки)
Бер бабай юлға сыҡҡан
Тәгәрмәсе ватылған.
Тәгәрмәсен йүнәтергә
Нисә сөй кәрәк булған?
Аладан-баладан
Бесәй йөрөй йылғанан
Сәүкә, сыпсыҡ
Һин ҡал, был сыҡ.
Әкиәттәр , йырҙар, йомаҡтар кеүек уйындар быуындан-быуынға тапшырылып, беҙҙең көнгә тиклем килеп еткән. Уйындар башҡорт халҡының культураһын, тормошон, көнкүрешен баҫтырырға ярҙам итә. Халыҡ уйындары баланы күп яҡтан үҫтерә, баланың хәтерен, фекерләүен үҫтерә һәм физик яҡтан нығыта.
Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Борон тыуған илде дошмандарҙан һаҡлау ир-егеттәр елкәһендә булған. Дошман менән ҡапма-ҡаршы һуғышыу ир-егеттәрҙән ҙур физик әҙерлек талап иткән. Шуға күрә халыҡ уйындарының күбеһе ир балаларҙы физик яҡтан үҫтереү маҡсатында ижад ителгән.
Бөгөн уйын өйрәнәбеҙ.
2 капитан һайлайбыҙ, ҡалған балалар икешәр буленәләр. Капитандан һорайҙар –нимә кәрәк ? Амамы әллә грушамы.
1 капитан һайлай.
«АҠ ТИРӘК, КҮК ТИРӘК» - күптәргә таныш һәм яратып уйналған уйындарҙың береһелер. Уның асылы шунда: балалар ике төркөмгә бүленеп, бер-береһенән 20-30 метр алыҫлыҡта ҡулға-ҡул тотоношоп, ҡапма-ҡаршы баҫалар. Беренсе яҡтағылар һамаҡлай:
.
Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Икенсе яҡ яуаплай:
Аҡ тирәк, күк тирәк ,
Беҙгә ______ кәрәк.
Исеме аталған уйынсы ҡаршы яҡҡа йүгереп барып тотоношҡан ҡулдарҙы өҙөп сығырға тырыша. Өҙөп сыға алһа, үҙ яғына бер уйынсыны алып ҡайта. Кире хәлдә ҡаршы яҡта ҡала. Уйын шул тәртиптә бер яҡта уйынсылар бөткәнсе дауам итә. «Аҡ тирәк, күк тирәк» - балаларҙың аяҡ, ҡул мускулдарын нығытыуға, сыҙамлылыҡты тәрбиәләүгә нигеҙләнгән
«ҠУЯНДАР МЕНӘН ҺУНАРСЫЛАР» йәки «ӨЙРӘК АТЫШЛЫ» уйынында туп файҙаланыла. Ике «һунарсы» ике яҡҡа тора, улар араһына «ҡуяндар (өйрәктәр)» урынлаша. Бер яҡтағы бала икенсе яҡҡа туп бәрә. Маҡсаты - ҡуяндарҙы (өйрәктәрҙе) “атып алыу”, кемгә туп тейә, шул уйындан сыға. Әгәр ҙә инде урталағы бала тупты ҡулы менән тотһа, уға «ғүмер өҫтәлә». Уйын бар ҡуяндар (өйрәктәр) атып алынғансы дауам итә. ( Был уйын балаларҙа ниндәй сифаттар тәрбиәләй ?
- мәргәнлек, балаларҙың аяҡ, ҡул мускулдарын нығытыуға)
Йомғвҡлау.
Шулай итеп, бөгөн беҙ дәрестә нимә белдебеҙ ?
Уйындар кәрәкме ул?
Уйындар балаларҙы физик яҡтан нығыта, баланың хәтерен, фекерләүен үҫтерә .
Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.