kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Т??л? уттар

Нажмите, чтобы узнать подробности

Занятие для детей дошкольного возраста, по пожарной безопасности. используется элементы музыко терапии, песочной терапии, работы с перфокартой, эксперимент и цветная терапия, так же элементы ТРИЗ. Очень интерса для детей нетрадиционная работа цветным песком. Развивает мелкую маторику рук, развите речи детей и логическое мышление.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Т??л? уттар »

Төҫлө уттар

Маҡсат: Балаларҙың янғын хәүефһеҙлеге тураһында күҙаллауҙарын киңәйтеү: янғындың файҙаһы һәм зыяны, янғын сығыу сәбәптәре тураһында белемдәрен нығытыу. Предметтар араһынан янғын хәүефһеҙлеге янаған предметтарҙы табырға өйрәтеү, логик фекерләү, бәйләнешле телмәр үҫтереү: төтөнлө бүлмәлә үҙен нисек тоторға кәрәклеге тураһында өйрәтеү: традицион булмаған ысул менән төҫлө ҡомдар ярҙамында ҡорама йәбештереү.

Һүҙлек эше: ҡором, төтөн

Методик алымдар: көйгә фантазиялау, триз “Яҡшы – насар”, перфокарта менән эш “Янғын хәүефһеҙлеге предметтары”, тәжрибә, төҫлө ҡом менән ҡорама йәбештереү.

Дәрес барышы:

Балалар уйнап йөрөй.

Балалар, әйҙәгеҙ төркөмдө йыйыштырайыҡ та, мин бер көй алып килдем, шуны тыңлайыҡ. Ҡарағыҙ әле, беҙгә ҡунаҡтар килгән, улар менән һаулыҡ һорашайыҡ.

Балалар ултыралар.

Был көйҙө иғтибар менән менә тыңлайыҡ һәм һәр кем үҙенә көйгә ҡағылышлы нимә күҙ алдына килтерә алыр икән. Беҙҙең ҡунаҡтар ҙа күҙҙәрен йомоп көйҙө тыңлайҙар.

Көй тыңлау

Ошо көйҙө тыңлағандан хун, һинең күҙ алдына нимә килде?

1 – 2 баланан һорау

1 - 2 ҡунаҡтан һорау

1 – 2 балаланан һорау

Тимәк, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ, тип уйлайһығыҙ?

Балаларҙың яуабы – ут

Беҙ белеүебеҙсә уттың яҡшы яҡтары бар, ләкин уның насар яҡтары ла осрай. Әйҙәгеҙ беҙ ҡунаҡтар менән бергәләп уйнап алайыҡ.Был уйын “Яҡшы – насар” – тип атала. Ҡунаҡтар уттың яҡшы яғын әйтер, ә һеҙ насар яҡтарын әйтерһегеҙ (сиратлап әйттереү).

Ә хәҙер белемдәребеҙҙе өҫтәлдә ятҡан перфокарталарҙа нығытып ҡуяйыҡ.Ут сығыу ҡурҡынысы булдырған предметтарҙы һыҙып сығайыҡ

(1 – 2 балалнан ни өсөн был предметтарҙы һыҙҙың? -тип һорау)

Ыснлап та, ут сыға ҡалһа, беҙ нимә эшләйбеҙ?

Слайд - 01, 101 ( бер нисә бала адресын әйтә)

Слайд – Пожар

Балалар, ә янғын ваҡытында ут ҡына түгел, ә уның төтөнө лә лә ҡурҡыныс. Быны иҫбатлар өсөн әйҙәгеҙ тәжрибә үткәреп ҡарайыҡ.

Беҙ күреүебеҙсә, төтөн була һәм ҡором ултыра. Шул ҡором беҙҙең тын юлдарына ултыра һәм тын алыуы ҡыйынлаша.

Төтөн булған бүлмәлә, тонсоҡмаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Һыулы, еүеш салфетка менән ауыҙҙы һәм танауҙы ҡаплар кәрәк. Мин күрһәтәм – һеҙ ҡаплап ҡарағыҙ

(Дөрөҫ тын алдырыу)

Балалар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән уттың яҡшы һәм насар яҡтары тураһында һөйләштек. Ә һеҙ төрлө төҫтәге уттарҙы күргәнегеҙ бармы? Һеҙ ҡайҙа уны күрҙегеҙ? Яңыраҡ беҙҙең ҡалалар ниндәй байрамдар булды? Әйҙәгеҙ беҙ ҙә һеҙҙең менән салют эшләйек. Бының өсөн беҙгә төҫлө ҡомдар ярҙам итер

Мин эшләп күрһәтәм. Минең эргәмә килегеҙ.

Ҡунаҡтар ҙа эшләп ҡараһындар.

(Балалар һәм ҡунаҡтар эше)

Балалар, беҙ бөгөн һеҙҙең менән нимәләр тураһында һөйләштек?

Балаларҙың яуабы - ут тураһында.

Шул ут тураһында алған белемдәребеҙҙе әйтеп, ҡомдарҙы ошо һауытҡа һалайыҡ, ҡунаҡтар ҙа үҙҙәренең белемдәре менән уртаҡлашһындар.( Комдо алып килеп стаканға һалыу, һәм нимә белеүе тураһында әйтеү)

Күреүебеҙсә беҙҙең муатур ғына төҫлө ҡомдар ҡушылды һәм күңелдәребеҙ күтәрелеп китте. Һеҙҙең һәм ҡунаҡтарҙың да кңңеле гел шулай күтәренке булһын.

Ә ут тураһында бер ваҡытта ла онотмаҫ өсөн – беҙ һеҙгә бүләктәр әҙерләнек. (открыткалар таратыу)

Ә инде хәҙер ҡунаҡтар менән хушлашайыҡ та, эш урындарыбыҙҙы йыйыштырайыҡ, ҡулдарыбыҙҙы йыуайыҡ.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: ОБЖ

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Прочее

Скачать
Т??л? уттар

Автор: Асылбаева Мавлида Ахметовна

Дата: 26.10.2015

Номер свидетельства: 244090

Похожие файлы

object(ArrayObject)#862 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(21) "Олонхо тыла"
    ["seo_title"] => string(11) "olonkhotyla"
    ["file_id"] => string(6) "293292"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1455452192"
  }
}
object(ArrayObject)#884 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(72) ""Я -ветка в кроне моего" Праздник шежере "
    ["seo_title"] => string(47) "ia-vietka-v-kronie-moiegho-prazdnik-shiezhierie"
    ["file_id"] => string(6) "149657"
    ["category_seo"] => string(22) "klassnomuRukovoditeliu"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1420280809"
  }
}
object(ArrayObject)#862 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(22) "Урок музыки "
    ["seo_title"] => string(11) "urok-muzyki"
    ["file_id"] => string(6) "176475"
    ["category_seo"] => string(6) "muzika"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1424427291"
  }
}
object(ArrayObject)#884 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(100) "Сценарий утренника в первой младшей группе "Новый год" "
    ["seo_title"] => string(61) "stsienarii-utriennika-v-piervoi-mladshiei-ghruppie-novyi-ghod"
    ["file_id"] => string(6) "207781"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1430649592"
  }
}
object(ArrayObject)#862 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(29) "Я?ы йыл кил? бе?г?"
    ["seo_title"] => string(16) "ianyiylkilbiezgh"
    ["file_id"] => string(6) "264968"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1449818442"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства