kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Сценарий утренника в первой младшей группе "Новый год"

Нажмите, чтобы узнать подробности

“Тылсымлы бей?л?й??р.”

(Икенсе кеск?й??р т?рк?м?)

Балалар зал?а ин?л?р шыршы тир?л?п торалар.

А.б:Нинд?й ?уна? бе?г? килг?н

Шыршы е?ен алып килг?н

??енд? уттар лампалар

Ул бит шундай бик матур

Уны? мен?н берг? бе?г?

Килеп инер я?ы йыл

?отлар ?е??е ?ар?ылыу

айыу б?ре ?уяндар

то?он й?км?п килеп инер

?а?ынып к?тк?н ?ыш бабай.

Балалар шыршыбы? шундай ?упшы,?й??ге? шыршыны ма?тап йырлап алайы? ?ле.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Сценарий утренника в первой младшей группе "Новый год" »

Тылсымлы бейәләйҙәр.”

(Икенсе кескәйҙәр төркөмө)

Балалар залға инәләр шыршы тирәләп торалар.

А.б:Ниндәй ҡунаҡ беҙгә килгән

Шыршы еҫен алып килгән

Үҙендә уттар лампалар

Ул бит шундай бик матур

Уның менән бергә беҙгә

Килеп инер яңы йыл

Ҡотлар һеҙҙе ҡарһылыу

айыу бүре ҡуяндар

тоғон йөкмәп килеп инер

һағынып көткән Ҡыш бабай.

Балалар шыршыбыҙ шундай ҡупшы,әйҙәгеҙ шыршыны маҡтап йырлап алайыҡ әле.


Йыр:”Йәшел шыршы”.

(Балалар ултыралар)

Музыка уйнай,залға ҡуян инә эт менән һөйләшеп.

Ҡуян.Әллә ҡайҙа булды,кеҫәмдә генә ята ине.

Эт.Ҡуян , нимә эҙләйһең?

Ҡуян. Бына ошо кеҫәмдә генә ята ине.

Эт. Һуң нимә ул?

Ҡуян. Бейәләйем төшөп ҡалған шуны күрмәнеңме?

Эт. Юҡ күрмәнем,әйҙә һуң эҙләп киләйек.

Ҡуян.Һаумыһығыҙ балалар!

Эт.Һаумыһығыҙ ҡунаҡтар!

Эт.балаларҙан һорап ҡарайыҡ һуң.

Ҡуян.Балалар һеҙ минең бейәләйемде күрмәнегеҙме?

Балалар.Юҡ күрмәнек.

А.б. Ошомы?

Ҡуян. (ҡыуанып)Эйе, эйе.(бейәләйҙе ала).Уның эсендә хат бар ине.(хатты ала,уҡый) : «Хөрмәтле балалар,ата-әсәләр,тәрбиәселәр һәм ҡунаҡтар!Һеҙҙе яңы йыл менән ҡотлайым,тиҙҙән килеп етермен.Ҡыш бабай.»

Ура-а-а!Ҡыш бабай етеп килә!

Эт.Ҡыш бабай килгәнсе күңелле йырҙар йырлап алайыҡ.

Түңәрәк уйын «Сәп-сәп-сәп итә».

(Телефон шалтырай)

Эт менән ҡуян.Ҡыш бабай ,Ҡыш бабай.

(Музыка уйнай, эт трубканы ала)

Эт.Алло!

Тауыш.был «Аҡбуҙат»балалар баҡсаһымы?

Эт.Эйе…

Тауыш.беҙ юлда.Ҡарһылыу ейәнсәрем менән килеп етәбеҙ тиҙҙән!

Ҡаршы алығыҙ!

Эт.ярай.ярай.беҙ һеҙҙе көтәбеҙ.һағынып бөттөк инде.

Эт.(Ҡуянға)Ура-а-а!киләләр!әйҙә киттек ҡаршы алырға.

(сығып китәләр)

А.б. балалар әйҙәгеҙ бергәләп йырлап алайыҡ,ҡыш бабай менән ҡарһылыу беҙҙе ишетеп тиҙерәк килеп етерҙәр.

Йыр «маленькая елочка»

(Алыҫтан ҡыңғырау тауыштары ишетелә, ике бала ат булып алда киләләр.артта Ҡыш бабай,Ҡарһылыу килә)

Ҡыш бабай.Эһе-һей!һаумыһығыҙ балалар,һәм дә килгән ҡунаҡтар.Һеҙҙе яңы йыл менән ҡотлайым,һаулыҡ.бәхет,шатлыҡтар теләйем.

Ҡарһылыу.Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ

Төплө булһын аяғың

Кешеләргә бәхет туплап

Балҡып торһон бар яғың!

А.б. балалар менән бергә.Һаумы һаумы ҡыш бабай

Һаумы,һаумы Ҡарһылыу!

А.б. Ҡыш бабай ,Ҡарһылыу һеҙҙе балалар һағынып көттөләр,йырҙарҙың иң матурҙарын әҙерләнеләр.тороғоҙ түңәрәккә йырлап-бейеп алайыҡ.

(Шыршыны уратып торалар)

Ҡыш бабай.Балалар шыршыла ниңә уттары янмай?Әйҙәгеҙ тылсымлы һүҙҙәр әйтеп шыршы уттарын ҡабыҙайыҡ.

Шыршы матур,шыршы матур

Уттарыңды яндырсы

Һинең янда йырлап,бейеп

Ҡыуандырып алһаңсы.

А.б. Балалар әйҙәгеҙ шыршының бергәләп:

Ян,ян,ян шыршы

Бул һәр саҡ шулай ҡупшы!-тип әйтәйек.

(Шыршыла уттар ҡабына.балалар ҡыуана).

Ҡарһылыу.Ә хәҙер бергәләп йырлап-бейеп алайыҡ.

Йыр «Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу»(ултыралар)

Ҡыш бабай.Һай,афарин балалар!Уф арып киттем.Эҫе булып китте.

Ҡарһылыу.Ҡайҙа ҡыҙҙар,ҡар бөртөктәре,әйҙәгеҙ бейеп Ҡыш бабайға һыуыҡ һауа килтерәйек.

баш осонда йым-йым итә

Ап-аҡ ҡына биҙәктәр

Йомшаҡ ҡына үҙҙәре

Улар ҡар бөртөктәре


Бейеү «Ҡар бөртөктәре»

(Бейеү бөткәс Ҡыш бабай һыуыҡ һауа йыйып ала)

Ҡыш бабай. Бына һыуыҡ һауа ла йыйып алдым,әйҙәгеҙ уйнап алайыҡ.Уйын туңдырам булыр.

Уйын «Туңдырам»

А.б.Ҡыш бабай,Ҡарһылыу,балалар һеҙгә тип үҙҙәренең һөнәрҙәрен әҙерләнеләр.

Ҡыш бабай.Әйҙәгеҙ беҙ ҡарһылыу ҡыҙым менән һеҙҙе тыңлап алайыҡ,һөнәрҙәрегеҙҙе күрәйек.

Шиғырҙар.

А.б. Ҡыш бабайҙы беҙ бик һағынып көттөк тиҙәр беҙҙең уңған батыр малайҙарыбыҙ.Һүҙ уларға.

Йыр «Ҡыш бабай»(Фәнзил,Арслан)

Шиғырҙар

А.б.баҫ,баҫ өҙә баҫ

Матур баҫа түгелме

Матур баҫып бейегәндә

Күңел аса түгелме

Бейеү «Батырҙар»

Ҡарһылыу.Ҡыш бабай әллә берәй уйын уйнап алайыҡмы?ниндәй уйын алып килдең?

Ҡыш бабай.Әлбиттә уйындарым күп.Балалар әйҙәгеҙ ҡар йомғаҡтары менән уйнап алайыҡ.

Уйын «Ҡар йомғаҡтары»

А.б. Рәхмәт Ҡыш бабай,ә беҙҙең һөнәрҙәр дауам итә.Ҡыҙҙар матур йыр әҙерләнеләр.

Йыр «Йомроҡай»

А.б. Әйҙә йырла,әйҙә бейе

Йырлап бейеп күңел ас

Нисек шулай шатланмаҫҡа

Тормош күңелле булғас.

Бейеү «Парлы»

Шиғырҙар

А.б. Һәр ҡошсоҡтоң үҙ моңо бар

Ул үҙ көйөн көйләп ҡыуана

Һин дә шул ҡошсоҡ кеүек

Моң өләшәһең донъяға.әдилә башҡарыуында йыр.

Йыр «Тек-тек итеп сәғәт һуға»(Әдилә)

Шиғырҙар.

А.б. ҡыш бабай беҙҙең балалар ҡыш тураһында бик матур йыр беләләр.

Йыр «Ап-аҡ ҡына ҡар яуа»

Ҡыш бабай. Һай афарин,балалар.

Бейенегеҙ,йырланығыҙ

Күңел астығыҙ бергә

Ә хәҙер дуҫтарым һеҙҙе

Бүләкләр ваҡыт етте.

Ҡарһылыу ҡыҙым ҡайҙа беҙҙең бүләктәр.(Ҡарһылыу күрһәтә:малайҙарға,ҡыҙҙарға)

Ҡыш бабай. Бына ошондай бүләктәр һеҙҙе төркөмдә көтәсәк.Ә хәҙер беҙгә ҡайтырға ваҡыт етте,урмандарҙа эштәр күп әле,башҡа балаларҙы ла ҡотларға кәрәк.теләктәр әйтә.

Ҡарһылыу. Тағы ла бер йыл үтеп киткәс беҙ һеҙгә килербеҙ,аҡыллы булып әсәйҙәрегеҙҙе.атайҙарығыҙҙы тыңлап үҫегеҙ.Осрашҡанға тиклем хушығыҙ!

(Сығалар)

А.б. Ә беҙҙең байрам дауам итә.Әйҙәгеҙ төркөмгә ҡайтып Ҡыш бабайҙың күстәнәс-бүләктәрен ҡарайыҡ.






































Яңы йыл(Әдилә)


1.Тек-тек итеп сәғәт һуға

Яңы йыл килә икән

Беҙгә бүләк өләшергә

Ҡыш бабай елә икән.

Ҡуш.:

Ҡыш бабай килә икән

Ҡарһылыу көлә икән

Беҙгә бүләк өләшергә

Ҡыш бабай елә икән.

2.Яңы йылдың юлдарына

Һибелгән аҡ ҡар икән

Ҡыш бабайҙың Ҡарһылыуҙың

Аҡбуҙаты бар икән.






Ҡыш бабай.(Малайҙар)

Ҡыш бабайҙың аҡ туны

Бигерәк матур вәт шуны

Тунын кейә лә бейей

Матур баҫа әйт шуны.

Эй,Ҡыш бабай,Ҡыш бабай

Матур бабай шуҡ бабай

Яҙ етеү менән ҡаса

Эҙләһәң дә юҡ малай

В белой шубе Дед Мороз

Красный пояс,красный нос

Не сиди ка ты в тише

С нами вместе попляши



























Тылсымлы бейәләйҙәр.”

(Уртансылар төркөме)

Балалар залға инәләр шыршы тирәләп торалар.

Хәрәкәттәр яһайҙар.

А.б:Уҙған йылдар бигерәк ҡәҙерле шул,

Һәр көнөндә күпме иҫтәлек

Тарихтың был данлы йылында ла

Күпме булды матур көндәре

А.б.Ә шулай ҙа шатлыҡлыраҡ булһын

Ҡәҙерлерәк булһын яңыһы.

Илһамланып күпме янаһы бар

Уңыштарға юлдар яраһы.

Гармун уйнап,йырҙар яңғырап торһон

Иҫке йылдың һуңғы кисендә.

Балалар шыршыбыҙ шундай ҡупшы тик ниңәлер уттары янмай әйҙәгеҙ тылсымлы һүҙҙәрҙе әйтеп шыршы уттарын ҡабыҙайыҡ.(шыршы уттарын ҡабыҙыу.)

А.б. Янсы, янсы ян шыршы

Бул һәр саҡ шулай ҡупшы.

А.б.Бына шыршыбыҙҙа уттар ҡабынды,уны маҡтап йырлап алайыҡ.

Йыр:”Йәшел шыршы”.

(ултыралар).

Залға Ҡарһылыу инә.Шиғыр һөйләй.Бейей.

Ҡар һылыуы ҡар ҡыҙы тип

Миңә шулай әйтәләр

Һәм дә шыршы байрамына

Бик һағынып көтәләр.

(бейәләй таба)

Уй был бит минең олатайым Ҡыш бабайҙың бейәләйҙәре.миңә уны илтергә кәрәк.Улар бит ябай түгел тылсымлы Ҡыш бабайҙы тик ошо бейәләйҙәр генә ҡотҡарасаҡ.(телефон шалтырай)

Ҡарһылыу:Ало тыңлайым

Тауыш:Ҡыш бабай бәләгә тарыны.

Ҡарһылыу:Миңә уны табырға кәрәк.

Тауыш:Һине урмандар көтөр

ә һуңынан мәмерйә

ишекте таба алһаң

булыр унда Ҡыш бабай.

Ҡарһылыу:мәмерйәне табырмын

Ишеген мин асырмын

Ҡыш бабацҙы ҡоткарырмын.

(Йүгереп сығып китә.Бейәләйҙе онота.)

Шүрәле инә.

Шүрәле:Ха-ха-ха!Ҡарһылыуҙы алданым ул да хәҙер юғаласаҡ.Мин бит сихырсы –Шүрәле яҡшылыҡты яратмайым.Минең батшалығым ер аҫты ә унда бит ҡараңғы.(бейәләйҙе алып)Ә-ә-ә;бейәләйҙе оноттоңмы ә Ҡыш бабайҙы тик ошо тылсымлы бейәләйҙәр генә ҡотҡарасаҡ.(көйгә ҡуян инә)

Шүрәле:Быныһы кем тағы ла.Әй ҡылый күҙ һинме әллә.

Ҡуян:Һин урланың бейәләйҙе бир бейәләйҙе тиҙерәк юғиһә мин йәшен ҡуптарам.

(барабан уйнай.)

Шүрәле:Яратмайым тауышты туҡта етте тейем бит.

А.Б.:Балалар әйҙәгеҙ Ҡуянға ярҙам итәйек уйнап алайыҡ әле.

Уйын”Сәп-сәп-сәп итә(түңәрәк уйын)

Шүрәле:Туҡтағыҙ етте инде.Ҡолағым тона инде.

А.Б.:Ҡуян дуҫ һинең генә көсөң етмәҫ саҡыр береһен ярҙамға.

Ҡуян:Эйе дөрөҫ.Мин беләм кем еңерен хәҙер үҙен саҡырам.

Эй Төлкө дуҫ кил ярҙамға.

(Ҡуян сыға)

А.Б.:Балалар әйҙәгеҙ Төлкө килгәнсе йырлап алайыҡ.

Йыр”Маленькая елочка.”

Шүрәле.:Матур йырланығыҙ әммә мин йырҙы яратмайым.

Төлкө:Нимә булып китте.

А.Б.:Беҙ байрамға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы көтәбеҙ тик улар бәләгә тарыны уларҙы тик тылсымлы бейәләйҙәр генә ҡотҡарасаҡ ә М.ә. беҙгә бирмәй байрамды боҙорға уйлай.

Төлкө:Хәҙер мин уның менән һөйләшеп ҡарармын.Эй сихырсы шүрәлем бир миңә бейәләйҙе бирмәһәң ярай уйнап алайыҡ әйҙә.(яулыҡ сығара)Мин күҙеңде бәйләрмен булыр бында ҡараңғы ә һин шул ҡараңғыла мине эҙләп табырһың.килештекме.(Балаларға ҡарап)Ә һеҙ дуҫтар миңә ярҙам итегеҙ бергә уйнап алығыҙ.(Төлкө сыға)

Уйын”Һәпәләк”

Шүрәле эҙләй таба алмай.

Шүрәле:Эләктеңме,әһә,(күҙен асһа төлкө юҡ)Ох һин алдаҡсы төлкө..мине алдап ҡастыңмы бейәләйҙе урлап.Ярай ,ярай был байрамды боҙорға килеп сыҡманы ә бына икенсе байрамды барыбер боҙормын.Ха-ха-ха...(сығып китә)

А.Б.:Балалар оҙаҡламай Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙа килеп етер йырлап алайыҡ улар беҙҙең тауышты ишетеп тиҙерәк килеп етерҙәр.

Йыр”Ҡыш бабай”Малайҙар йырлай.

(Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу инә)

Ҡыш бабай:Һаумыһығыҙ балалар ҡунаҡтар.Ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә ә шулай уҡ төлкөгә ҡуянға.

А.Б.:Арып та бөттөгеҙ инде ултырып ял итеп алығыҙ балалар бейеп күрһәтерҙәр һеҙгә.

Ҡулдар сабып алҡышларға

Дуҫтар булығыҙ әҙер

Уңған матур балалар

Бейергә төшә хәҙер.

БейеүБатырҙар”

Ҡарһылыу:Әйҙәгеҙ түңәрәктә бейергә.

Йыр”Яңы йыл полькаһы

Ҡыш бабай:Уф эҫе булып китте ҡыҙым саҡыр ярҙамсыларыңдыһыуыҡ һауа йыйырға.

Ҡарһылыу:Әйҙәгеҙ ҡыҙҙар шыршы тирәләй бейеп алайыҡ, Ҡыш бабайға һыуыҡ һауа етмәй.

Бейеү:”Ҡар бөртөктәре”

А.Б.:Ҡыш бабай һиңә тип беҙҙең Эльвина менән Диана йыр әҙерләнеләр.

Йыр”Яңы йыл”(Эльвина,Диана)

Ҡарһылыу:Афарин балалар һеҙ бик уңған балалар.

А.Б.:Әйҙә йырла,әйҙә бейе

Уйнап бейеп күңел ас

Нисек шулай шатланмаҫҡа

Тормош күңелле булғас

.Йыр”Ап-аҡ ҡына ҡар яуа

Ҡ.б.:Һай афарин балалар.

Ҡарһ.:Олатай әйҙә әле балаларҙың зирәклеген беләйек,йомаҡтар әйтәйек.

Йомаҡтар сисеү.

А.Б.:Ҡыш бабай Ҡарһылыу һеҙҙе балалар бик һағынып көттөләр шиғырҙар әҙерләнеләр һөнәрҙәрен күрһәтергә тип ашығып ултыралар.

Ҡ.б.:рәхим итегеҙ.

А.Б:Әйҙәгеҙ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға шиғырҙарыбыҙҙы һөйләп ишеттерәйек.

Шиғырҙар.

Ҡарһылыу:Бигерәк уңған балалар.Матур итеп йырланығыҙ бейенегеҙ шиғырҙар һөйләнегеҙ.

А.Б.:Әйҙәгеҙ бергәләп шыршы тирәләй йырлап алайыҡ

Йыр”Шыршы ҡупшы”

Ҡыш бабай:Минең тылсымлы бейәләйем ҡайҙа әле ул ә бына ул.Балалар һеҙ хәҙер күҙҙәрҙе ныҡ итеп йомоғоҙ мин бер,ике,өс тиһәм асырһығыҙ,килештекме.

Ҡ.б.:”Алатыр-балатыр

Йылыҡас,йомроҡас

Шарам би,тарам ки,

Бер,ике,өс,

Күҙеңде ас.

(бәләкәй бейәләйҙе ҙур тоҡ бейәләйгә алыштыралар.)

Ҡарһылыу:Бына тылсымлы бейәләй ҙур булып үҫеп сыҡты.Эсен асып ҡарайыҡ әле нимә бар икән.

Бүләктәр өләшеү

А.Б.:Балалар әйҙәгеҙ бергәләп рәхмәт әйтәйек.

Ҡ.б.:Һеҙҙе барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайбыҙ.

Ҡарһылыу:Яңы йыл һеҙгә тик шатлыҡ ҡыуаныстар ғына килтерһен.

Ҡ.б.:Беҙгә ҡайтырға ваҡыт,эштәрҙә күп әле,башҡа балаларҙыла ҡотларға кәрәк.

(Хушлашып сығалар)

А.Б.:Балалар әйҙәгеҙ төркөмгә ҡайтып Ҡыш бабайҙың бүләктәрен,күстәнәстәрен ҡарайыҡ.Яңы йыл менән!

(Сығалар)






























Тылсымлы бейәләйҙәр.”

(Уртансылар төркөме)

Балалар залға инәләр шыршы тирәләп торалар.

Хәрәкәттәр яһайҙар.

А.б:Ниндәй ҡунаҡ беҙгә килгән

Шыршы еҫен алып килгән

Үҙендә уттар лампалар

Ул бит шундай бик матур

Уның менән бергә беҙгә

Килеп инер яңы йыл

Ҡотлар һеҙҙе ҡарһылыу

айыу бүре ҡуяндар

тоғон йөкмәп килеп инер

һағынып көткән Ҡыш бабай.

Балалар шыршыбыҙ шундай ҡупшы тик ниңәлер уттары янмай әйҙәгеҙ тылсымлы һүҙҙәрҙе әйтеп шыршы уттарын ҡабыҙайыҡ.(шыршы уттарын ҡабыҙыу.)

Йыр:”Йәшел шыршы”.



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 1 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Сценарий утренника в первой младшей группе "Новый год"

Автор: Тулубаева Гульшат Гисовна , Зубаерова Янбика Гиниятовна

Дата: 03.05.2015

Номер свидетельства: 207781

Похожие файлы

object(ArrayObject)#862 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(64) "«Здравствуй, здравствуй новый год»"
    ["seo_title"] => string(34) "zdravstvui-zdravstvui-novyi-ghod-1"
    ["file_id"] => string(6) "255445"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1447936444"
  }
}
object(ArrayObject)#884 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(133) "Сценарий новогоднего утренника "В гостях у сказки" первая младшая группа"
    ["seo_title"] => string(75) "stsienariinovoghodnieghoutriennikavghostiakhuskazkipiervaiamladshaiaghruppa"
    ["file_id"] => string(6) "283136"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1453797971"
  }
}
object(ArrayObject)#862 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(86) "Сценарий утренника "Наурыз" для средней группы."
    ["seo_title"] => string(46) "stsienariiutriennikanauryzdliasriednieighruppy"
    ["file_id"] => string(6) "313648"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1459517333"
  }
}
object(ArrayObject)#884 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(86) "Сценарий утренника "День матери" для 2-го класса"
    ["seo_title"] => string(52) "stsienarii-utriennika-dien-matieri-dlia-2-gho-klassa"
    ["file_id"] => string(6) "266314"
    ["category_seo"] => string(22) "klassnomuRukovoditeliu"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1450121123"
  }
}
object(ArrayObject)#862 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(181) ""Койгунчугаштын бажынынга ойнап-хоглээл!" сценарий новогоднего утренника для детей младшей группы"
    ["seo_title"] => string(104) "koighunchughashtynbazhynynghaoinapkhoghleelstsienariinovoghodnieghoutriennikadliadietieimladshieighruppy"
    ["file_id"] => string(6) "271896"
    ["category_seo"] => string(6) "muzika"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1451831165"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства