kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Конспект занятия в средней группе «Птицы весной»

Нажмите, чтобы узнать подробности

рррррррррррррррррррррррррррррррррррррррррррррррррррррррррррр

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Конспект занятия в средней группе «Птицы весной»»

Икенсе кескәйҙәр төркөмө . Яҡынса комплекслы – тематик план өлгөһө

Тема

Тәҡдим ителгән үткәреү ваҡыты

Эш йөкмәткеһе

Ойоштороу формалары

Йөмғаҡлау саралары варианттары

Белем илендә. Һаумы Баҡсам!

Сентябрҙың тәүге ике аҙнаһы

Һәр баланың кәрәклеген формалаштырыу. Балалар баҡсаһының традициялары һәм балаларҙың төркөмдә хоҡуҡтары һәм йөкләмәлре менән таныштырыу. Балалар баҡсаһына килеү менән шатлыҡ тойғолары тәрбиәләү.. иң яҡын социаль объект булараҡ балалар баҡсаһы менән таныштырыуҙы дауам итеү: балалар баҡсаһында эшләүселәр һөнәрҙәре (тәрбиәсе, кесе тәрбиәсе, музыка етәксеһе, табип, урам һепереүсе ), предметлы донъя, балалар баҡсаһында үҙ – үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, үҙ тиҫтерҙәре менән үҙ – ара мөнәсәбәт. Балалар араһында дуҫтарса мөғәлләмәт формалаштырыу (коллектив һәм художестволы эшмәкәрлек, бергә уйындар, дуҫлыҡ тураһында йырҙар).

Уйын күнегеүҙәре, шатлыҡ минуттары, театр эшмәкәрлеге, нәфис әҙәбиәт уҡыу, тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге,бағышһүрәттәр ҡарау. Уйын ситуациялары, балалар баҡсаһы буйлап экскурсиялар, дидактик уйындар, түңәрәк уйындар, маҡсатлы прогулкалар.

Балалар ҡатнашлығында күңел асыу саралары. Балалар байрам әҙерләүҙә ҡатнашмайҙар, әммә байрамда актив ҡатнашыусылар.

Сөмбөлә килде беҙгә!

3-4 аҙналар

Балаларҙы көҙгө тәбиғәт менән таныштырыу. Экологик үҙаң нигеҙҙәре үҫтереү, тәбиғәт объекттарына ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү , тәбиғәтте эстетик тойомлау формалаштырыу, тыуған

яҡҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Башҡорт халҡының тәбиғәт менән бәйле йолалары менән таныштырыу.Йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең үҙ – ара бәйләнеше тураһында төшөнсәләр биреү.

Нәфис әҙәбиәт уҡыу, карта, глобустар ҡарау, тәрбиәсенең тыуған яҡ, тәбиғәт тураһында һөйләүҙәре. Тәбиғәткә бәйле йолалар тураһында мәғлүмәттәр биреү.. дидактик уйындар “Кәрзинкәңдә нимә бар?”, “Көҙ билдәләрен әйт”, “Бвл ҡайсаҡ була?” һ.б. Видеофильмдар, фотоһүрәттәр, бағышһүрәттәр ҡарау.

Фтоткүргәҙмә “Алтын көҙ” көҙгә бәйле халыҡ йолаларын күрһәтеүсе байрамдар «Сөмбөлә килде беҙгә»

Минең ғаиләм

Октябрь

1 аҙна

Сәләмәт тормош рәүеше буйынса башланғыс төшөнсәләр биреү. Үҙ – үҙеңде тәрбиәләү буйынса гигеник күнекмәләр формалаштырыу. Гендер тәрбиәһе буйынса күҙаллауҙар үҫтереү. Үҙенең ғаилә ағзалары буйынса балаларҙың белемдәрен нығытыу.

Әңгәмәләр. Фотоһүрәттәр ҡарау. Сюжетлы һүрәттәр буйынса һөйләшеүҙәр.Сюжетлы – ролле уйындар “Ғаилә”, “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар”. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Диактик уйындар уйнау. Альбомдар ҡарау. Йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү.

Күргәҙмә “Минең ғаиләм”

Байрам “Беҙ – дуҫ ғаилә”

Минең тыуған ҡалам - Сибай.

Октябрь

2- 4 аҙналар

Балаларҙы үҙҙәренең йорттарында булған әйберҙәр, йорт йыһаздары, конкүреш приборҙары менән таныштырыу. Тыуған ҡала менән таныштырыу: уның исеме, төп иҫтәлекле урындары.

Транспорт төрҙәре менән таныштырыу, элементар юл ҡағиҙәләре менән таныштырыу. Ҡала кешеләре һөнәрҙәре

менән таныштырыу:, һатыусы, сәс ҡырҡыусы, шофер, автобус йөрөтөүсе

Сюжетлы – ролле уйындар “Автобус”, “Шофер”, “Юл хеҙмәте”, “Больница”, “Бөҙрахана”. Дидактик уйындар “Был нимә?”, “Айырып һал”, “Был ниндәй транспорт төрө”, “Һинең әсәйең кем булып эшләй” һ.б. Уйын ситуациялары. Хәрәкәтле уйындар. Экскурсиялар. Маҡсатлы прогулкалар.

Балалар баҡсаһы буйынса дөйөм фотокүргәҙмә “Минең яратҡан ҡалам”.

Беҙҙең тыуған ил - Башҡортостан

Ноябрь 1-2 аҙналар

Беҙ йәшәгән ерҙең халҡы, уларҙың бер – береһе менән дуҫ булыуҙары, татыу йәшәүҙәре тураһында тәү төшөнсөлөр биреү. Тыуған яҡтың тәбиғәте, уның матурлығы тураһында аңлатмалар биреү. Беҙгә яҡын тәбиғәт ҡомартҡыһы “Ғәҙелшә” шарлауғы менән таныштырыу. балаларҙы тыуған яғы менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Дидактик уйындар “Минең ғаиләм”, “Минең дуҫтарым”, “Был нимәнең өлөшө”, “Тәбғәттә үҙ – үҙеңде тотоу”, “Һөйләү буйынса таны” һ.б.

Сюжетлы – ролле уйындар “Минең ғаиләм, “Беҙгә ҡунаҡтар килде”, “Автобус”, “Тыуған көн” һ.б.

Тематик күңел асыу “Мин – Сибайҙа йәшәйем”

Әсә күңеле балала

Ноябрь

3-4 аҙналар

Әсәйгә ҡарата һөйөү, уны һаҡлау кеүек кешелек сифаттары тәрбиәләү. Әсәйҙәрҙең һөнәрҙәре тураһында тәү мәғлүмәттәр биреү (тәрбиәәсе, кесе тәрбиәсе, табип)

Сюжетлы – ролле уйын “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр”, уйын ситуациялары, , балалар менән ситуатив әңгәмәләр “Наҙлы һүҙҙәр”, “Әсәйемә нимә бүләк итһәм яҡшы булыр икән?”, әсәсйҙәр тураһында шиғырҙар уҡыу, шиғырҙар ятлау, ; әсәйҙәр тураһында йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү, бейеүҙәр өйрәнеү.

Әсәйҙәр менән кис ултырыу “Әчәйемлән дә ҡәҙерле кеше бармы доъяла?” фотокүргәҙмә “Минең һөйөклө әсәйем”

Гәлсәр ҡыш

Декабрь

1-2 аҙналар

Ҡыш тураһынад балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Ҡыш көндәре балаларҙың хәүефһеҙлеген һаҡлау. Һыу һәм боҙ менән тәжрибәләр яһау һәм балаларҙың эҙләнеү – тикшеренеү һәләттәрен формалаштырыу. Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Ҡышҡы тәби ғәт менән һоҡланыу тойғолары уятыу. Миҙгелдәге үҙгәрештәрҙе күрә белергә өйтәреү: һауа торошо, үҫемлектәр, ҡош – ҡорт һәм йәнлектәр.

Хәрәктле уйындар. Маҡсатлы прогулкалар. Әңгәмәләр. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Диактик уйындар “Был ҡайсаҡ була”, “Нимә үҙгәрҙе”, “Рәссәм нимә эшләп бөтөрмәгән”, “Дауам ит”, “Һүрәткә ҡарап һөйлә” һ б.

Ата – әсәйҙәр менән бергә спорт байрамы “Беҙгә бергә күңелле ”

Хуш киләһең, Яңы Йыл!

Декабрь

3-4 аҙналар

Яңы йыл – күңелле байрам икәне тураһында төшөнсәләр биреү, ; ата – әсәләр менән бергә яңы йыл сараларына әҙерләнеү, бүләктәр әҙерләү, Яңы Йыл айҡанлы төрлө теләктәр өйрәтеү. Ҡыш айҙары тураһында төшөнсә биреү. Йылы яҡтарҙа нисек Яңы Йыл үткәреүҙәре тураһында аңлатмалар биреү.

Шиғырҙар ятлау. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Хәрәкәтле уйындар уйнау. Ҡала майҙанына маҡсатлы экскурсиялар яһау. Шыршы байрамына уйынсыҡтар әҙерләү. Түңәрәк уйындары өйрәнеү. Йырҙар тыңлау һәм йырлау. Бейеүҙәр өйрәнеү.

Яңы Йыл иртәлеге

Китап – белем шишмәһе

Ғинуар

2-3 аҙналар

Китаптар аша белем алыу тураһында төшөнсәләр биреү. Беҙҙең яҡтың балалар яҙыусылары менән таныштырыу.

Китапҡа ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Китаптар ҡарау. Бағышһүрәттәр ҡарау. Китапсыҡ эшләү. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Балалар баҡсаһы китапханаһына экскурсия. Төркөм бүлмәһендә балалар яҙыусылары буйынса китаптар күргәҙмәһе ойоштороу. Китап нисек барлыҡҡа килә? – әңгәмә үткәреү. Өлкән төркөм балаларының китапхана мөйөшөндә уйнауҙарын күҙәтеү.

“Китап – белем шишмәһе”- балалар баҡсаһының шағирәһе Йыһангирова Г.М. ҡатнашлығында тематик тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге

Башҡорт халыҡ йолалары

Ғинуар

4 аҙна

Балаларға үҙ халҡының йоларары тураһында төшөнсәләр биреү,башҡорт халҡының йолаларын , традицияларын өйрәнеү. Халыҡ кейеме менән таныштырыу.

Нәфис әҙәбиәт уҡыу (һанашмаҡтар, әйтемдәр, йомаҡтар, әүрәткестәр, )башҡорт халыҡ уйынсыҡтары, , бағышһүрәттәр ҡарау, дидактик уйындар “Ҡырҡылған һүрәттәр”, “Шундай уҡты тап”, программа йөкмәткеһенә ярашлы башҡорт халыҡ әкиәттәре уҡыу һәм инценировка әҙрелә

“Өләсәйем һандығы” – күңел асыу сараһы

Теле барҙың иле бар

Февраль

1-2 аҙналар

Башҡорт теленә ҡарата ихтирам тәрбиәләү. Башҡортса саф матур итеп һөйләшеү. Яҡын һәм алыҫ ҡәрҙәшәтәре, атай – әсәй яғынан башҡа туғандар тураһында белемдәр нығытыу. Телевизор һәм радио аша башҡорт телендә тапшырыуҙар тураһында балаларға белемдәр биреү.

. Диактик уйындар “Был нимә”, “Нимә эшләй?”, “Айырып һал”, “Ниндәй”, “Әйтеп бөтөр”, “Күрһәт”, “Ҡырҡылған һүрәтте йый”, “Эшләп бөтөр” һ б. шиғырҙар ятлау. Әкиәттәр уҡыу. Балалар баҡсаһы музейына экскурсия. Әңгәмәләр үткәреү. Йырҙар өйрәнеү.

Шиғырҙар ятлау конкурсы ойоштороу

Ватанды һаҡлаусылар көнө

Февраль

3-4 аҙналар

Рәсәй Армияһы тураһында тәүге күҙаллауҙар формалаштырыу. Ир – егеттәр – тыуған илде һаҡлаусылар тигән төшөнсә биреү. Ә балалар , ҡарттар, ауырыу кешеләр ярҙамға һәм һаҡлауға мохтаж икәндәрен аңлатыу. Ватанға һөйөү тәрбиәләү.

Сюжетлы – ролле уйын “Ғаилә”; ситуатив әңгәмәләр, байрам тураһында һөйләшеүҙәр;

Һуғыш уйынсыҡтарын ҡарау, хәрби форма һүрәттәрен ҡарау, сюжетлы һүрәттәр ҡарау, фотоһүрәттәр, иллюстрациялар ҡарау; тема буйынса нәфис әҙәбиәт уҡыу; шиғырҙар ятлау; атайҙарға, олатайҙарға бүләктәр әҙерләү); йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү

Иртәлек.

Фотокүргәҙмә “Минең атайым – ил һаҡсыһы”

Ил биҙәге – ҡатын ҡыҙ

Март

1-2 аҙна

Әсәйҙәр менән ғорурланыу. Улар тураһында ҡайғыртыу тойғолары тәрбиәләү. Әсәй һөнәрҙәре (аш бешерә, кер йыуа, бала ҡарай һ.б.) тураһында белемдәр нығытыу.

Сюжетлы – ролле уйындар “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар”; дидактик уйындар “Кем нимә эшләй”; байрам тураһында әңгәмәләр; һүрәттәр ҡарау; нәфис әҙәбиәт уҡыу; шиғырҙар ятлау; бүләктәр әҙерләү, уйындар , йырҙар өйрәнеү.

Иртәлек. Фотокүргәҙмә “Минең һөйөклө әсәйем”

Яҙ етте

Март

3-4 аҙналар

Яҙ тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт араһындағы ябай бәйләнештәрҙе күрә белергә өйрәтеү. Сезон буйынса күҙәтә белеү. Тәбиғәттә тормош хәүефһеҙлеге һаҡлау ҡағиҙәләрен өйрәнеүҙе дауам итеү. Тәбиғәттә үҙ – үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәнеү. Элементарь эколгик тәрбиә биреү. Баҡсала яҙғы эштәр тураһында белемдәр формалаштырыу. Балалар баҡсаһы территорияһында үҫемлектәрҙе , сәскәләрҙе тәрбиәләргә өйрәтеү.

Иллюстрациялар ҡарау; дидактик уйындар; тәрбиәсенең хикәйәләре, сюжетлы – ролле уйындар “Бөҙрәхәна!», “Балалар баҡсаһы” бүлмә гөлдәрен күҙәтеү; әңгәмәләр “Беҙҙең майҙансыҡта сәскәләр үҫте”, «Беҙ бөжәктьәрҙән ҡурҡмайбыҙ»; нәфис әҙәбиәт уҡыу

“Хуш киләһең Нәүрез” байрамында ҡатнашыу; Һүрәттәр күргәҙмәһе

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ

Апрель

1-2 аҙналар

Һау – сәләмәт тормош рәүеше тураһында тәү төшөнсәләр формалаштырыу

Уйын – тәжрибәләр (һабын, теш щеткаһы, салфеткалар һәм һыу ) Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Хәрәкәтле уйындар. Уйын ситуациялары (кеше ауырыһа, үҙен нисек тоя?; Һау булыу яҡшымы, әллә ауырыумы?; Кеше ауырымаһын өсөн нимә эшләргә кәрәк?; Үҫтереүсе уйындар «Һаулыҡ пирамидаһы», «Аскорбинка һәм уның дуҫтары» һ.б.

Һаулыҡ көнө. Ата – әсәләр менән бергә һаулыҡ байрамы

Ер – беҙҙең йәшәгән урыныбыҙ

Апрель

3-4 аҙналар

Тыуған ил, тыуған ер тураһында балаларҙың күҙаллауҙарын үҫтереү. Иҫтәлекле урындар менән таныштырыуҙы дауам итеү.үҙ тыуған ереңә ҡарата ғорурланыу тойғоһо тәрбиләү

Балалар баҡсаһына яҡын өйҙәрҙе күҙәтеү. Балалар баҡсаһы территорияһы буйлап экскурсия., урам һепереүсе эшен һәм тәрбиәселәрҙең эшен күҙәтеү.. ҡала урамларын һәм иҫтәлекле урындарҙы һүрәтләгән картиналар ҡарау. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Үткен транспортты һәм кешеләрҙе күҙәтеү

Балалар эштәренән күргәҙмә

Еңеү яҙы

Май

1-2 аҙналар

Патриотик тәрбиә биреү. Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү. Еңеү байрамы тураһында күҙаллауҙар формалаштырыу. Һуғыш ветерандарына хөрмәт тәрбиәләү.

Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Иллюстрациялар ҡарау йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү, байрам тураһында әңгәмәләр.Еңеү паркына экскурсия. Ветерандар менән осрашыуҙар үткәреү.

Балалар эштәренән күргәҙмә. Тематик тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге

Музей донъяһы

Диагностика

Май

3-4 аҙналар

Башҡорт халҡының көнкүреше тураһында балаларҙың күҙаллауҙарын үҫтереү. Башҡорт халыҡ кейеме менән таныштырыуҙы дауам итеү. Боронғо һауыт – һаба тураһында белемдәрен байытыу.

Мини – музейга экскурсия. Башҡорт халыҡ кейемдәрен һәм һауыт – һабаларҙы ҡарау. Иллюстрациялар ҡарау. Башҡорт халыҡ кейемен биҙәкләү. Бишек йырҙары һәм әүрәткестәр өйрәнеү. Түңәрәк уйындары өйрәнеү һәм уйнау. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Халыҡ уйындары.

Әсәйҙәр ҡатнашлығында Фольклор байрамы “Бишек туйы”




Үҫеш карталары тултырыу

Уртансылар төркөмө

Тема

Тәҡдим ителгән үткәреү ваҡыты

Эш йөкмәткеһе

Ойоштороу формалары

Йөмғаҡлау саралары варианттары

Белем илендә

Сентябрь

1-2 аҙналар

Балаларҙың мәктәпкә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтереү, китапҡа һөйөү тәрбиәләү. Балалар араһында бере – береһенә ҡарата дуҫлыҡ мәнәсәбәттәре формалаштырыу.Балалар баҡсаһы менән таныштырыуҙы дауам итеү (балаларҙың иғтибарын балалар баҡсаһындағы үҙгәрештәргә йәлеп итеү). Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һөнәрҙәре тураһында белемдәрен киңәйтеү (тәрбиәсе, тәрбиәсе ярҙамсыһы, табип, урам һепереүсе, ашнаҡсы һ.б.)

Сюжетлы ролле уйындар “Больница”, “Балалар баҡсаһы” һ.б. тема буйынса әңгәмәләр. Гимнастик күнегеүҙәр (күҙҙәргә), хәрәктле уйындар. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау; йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү; Тәрбиәселәрҙең эшен күҙәтеү.Дидактик уйындар. Иллюстрациялар, һүрәттәр ҡарау. Йомаҡтар сисеү.

Күңел асыу сараһы “Белем иленә сәйәхәт”

“Беҙҙең дуҫ ғаилә”

Сөмбөлә килде беҙгә

Сентябрь

3-4 аҙналар

Балаларҙың көҙ тураһында белемдәрен киңәйтеү. Йәнле һәм тәбиғәт күренештәре араһындағы бәйләнеште күрә белеүен формалаштырыу (көндәр һуыта, күбәләктә юҡ булды, сәскәләр һулыны һ б.) сезон буйынса күҙәтеүҙәр ойоштороу. Ауыл хужалығы һөнәрҙәре тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу.Баҫыуҙа үҫкән башаҡлы үҫемлектәр менән таныштырыу. Йәшелсәләр һәм емештәр тураһында белемдәрен байытыу (экзотик һәм урындағы ). Тәбиғәттә хәүефһеҙлек һаҡлау буйынса күҙаллауҙарын киңәйтеү. Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Элементар экологик күҙҙалауҙар формалаштырыу.

Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау, йомаҡтар сисеү, көҙ билдәләре буйынса халыҡ әйтемдәрен өйрәнеү.йәшелсә – емештәр тураһында йомаҡтар уйлап сығарыу. дидактик уйындар “Был ниндәй йәшелсә”, “Айрып һал”, “Серле моҡсай”, “Бөжәк исемен ата”, “Тәбиғәттә үҙ – үҙеңде тоа бел” һ б. Саф һаула күҙәтеүҙәр. Иллюстрациялар ҡарау. Видеофильмдар, слайдтар ҡарау (ауыл хужалығы эштәре буйынса ). Экологик һуҡмаҡ буйынса сәйәхәт. Түңәрәк уйындары уйнау, йырҙар өйрәнеү. Көҙгө тәбиғәткә экскурсия.

Иртәлек “Сөмөлә килде беҙгә”

Балалар эштәренән күргәҙмә “Алтын көҙ”

Сибайым – тыуған ҡалам

Октябрь

1-2 аҙналар

Тыукған ҡала менән таныштырыуҙы дауам итеү. Тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү. Транспорт төрҙөре һәм уның тәғәйенләнеше тураһында белемдәрен киңәйтеү. Юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү. Ҡалала үҙ – үҙеңде тороу ҡағиҙәләре тураһында белемдәр арттырыу. Ҡала кешеләре һөнәрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Сибай ҡалаһында йәшәүсе арҙаҡлы шәхестәр менән таныштырыу.. Сибай ҡалаһының йәмәғәт биналары һәм уларҙың тәғәйенләнеше менән таныштырыу.

Балалар баҡсаһын уратып алған социаль объекттарға экскурсиялар. Сюжетлы – роле уйындар “Транспорт”, “Бөҙрәхана”, “Больница”, “Полиция”, “Магазин” һ.б. тәбиғәт пейзажын һүрәләгән картиналар, иллюстрациялар ҡарау. Арҙаҡлы шәхестәрҙең портреттарын ҡарау. Әңгәмәләр ойоштороу. Дидактик уйындар “Был ниндәй флаг”, “Был ниндәй транспорт””Был ниндәй үҫемлектең япрағы” һ.б. Тыуған яҡ тураһында нәфис әҙәбиәт уҡыу, шиғырҙар ятлау. Башҡортостан картаһы менән эш. Энциклопедиялар ҡарау.

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге: “Сибайым – тыуған ҡалам”.

Минең тыуған илем

Октябрь

3-4 аҙналар

Балалрға “Бәләкәй тыуған ил” төшөнсәһен һеңдереү.

Башҡортостандың ҙур ҡалалары менән (өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө , Салауат)таныштырыу. Тыуған ил, уның тарихы һәм мәҙәниәте тураһында тәүге күҙаллауҙарын формалаштырыу. Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар, уларҙың теле, мәҙәниәте тураһында башланғыс төшөнсәләр биреү. Тыуған яҡта үҫкән үҫемлектәре менән таныштырыу. тыуған яҡта йәшәүсе йәнлектәр, ҡоштар тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтеү.

Сюжетлы – ролле уйындар “Трансопрт”, “Ғаилә”, “Бөҙрахана”, “Магазин”. Тыуған ил тураһында нәфис әҙәбиәт уҡыу, шиғырҙар өйрәнеү, мәҡәлдәр, әйтемдәр әйрәнеү. Башҡортостандағы арҙаҡлы балалар яҙыусыһы менән танышыу. Башҡортостан картаһы менән эш. Энциклопедиялар ҡарау. Иллюстрациялар, фотоһүрәттәр , открыткалар ҡарау. Тыуған ил тураһында йырҙар өйрәнеү, уйындар уйнау. Яҙыусыларҙың портреттарын ҡарау. Экскурсиялар. Гербарийҙар әҙерләү. Дидактик уйындар.

Тематик тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге “Республикам минең”.

Балалар эштәренән күргәҙмә “Тыуған яҡ тәбиғәте ”

Икмәк – дәүләт байлығы

Ноябрь

1-2 аҙналар

Балаларҙы баҫыуҙа үҫкән башаҡлы үҫемлектәр (бойҙай, һоло, арпа) һәм уларҙан төрлө аҙыҡтар әҙерләү тураһында балаларға белемдәр биреү. Ауыл хужалығы эшсәндәренең профессиялары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү.Элементар экогоик күҙаллауҙар үҫтереүҙе дауам итеү. Башҡорт милли аштары менән таныштырыуҙы дауам итеү (ҡурмас, талҡан, һалма, бишбармаҡ һ.б.)Болонда, туғайҙа үҫкән үҫемлектәр тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу.

Сюжетлы – ролле уйындар “Магазин”, “Транспорт”, “Ырҙында”, “Элеватор ” һ.б. диактик уйындар “Нимә бешерҙем”, “Икмәк бешерер өсөн нимә кәрәк”, “Икмәк нисек өҫтәлгә килә?”, “Үҫемлекте атап әйт”, “Өлөштәрен әйт” һ.б.

Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар өйрәнеү. Йырҙар тыңлау., өйрәнеү. Түңәрәк уйындары уйнау. Уйын ситуациялары булдырыу. Әңгәмәләр. Иллюстрациялар ҡарау. Музейгә экскурсия. Ата – әсәләр менән бергә милли аштар күргәҙмәһе әҙерләү. Икмәк магазинына экскурсия.

Тематик күңел асыу сараһы “Икмәк – йәшәү сығанағы”, “Икмәк беҙгә ҡайҙан килгән”. Ондан әҙерләнгән милли аштар күргәҙмәһе.

Әсә күңеле балала – бала күңеле далала

Ноябрь

3-4 аҙналар

Әсәйҙәрҙең һөнәрәҙре тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү (тапиб, һатыусы, ашнаҡсы, уҡытыусы, сәс киҫеүсе, хат ташыусы).уларҙың эш ҡоралдары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Әсәйҙәргә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Уларға ҡарата хәсәтрлекле ҡараш үҫтереү. Баланың әсәй өсөн ярҙамсы икәнен аңлатыу эштәне дауам итеү. Экскурсиялар ваҡытында тормош хәүефһеҙлеген һаҡлау ҡағиҙәләрен нығытыу. Балалрға халыҡ мәҡәлдәре , ҡанатлы һүҙәре тураһында белемдәр биреү.

Сюжетлы – ролле уйындар “Ғаилә”, “Магазин”, “Бөҙрәхәна”, “Больница”. Диактик уйындар “Был предмет кемгә кәрәк”, “Һатыусы булам тиһәң”, “Айырып һал”, “Ярай- ярамай”, “Һүҙҙәр теҙмәһе”, “Наҙлы һүҙҙәр” һ.б.

Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Уйындар өйрәнеү. Йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү. Фотоһүрәттәр ҡарау. Фотоальбомдар әҙерләү. Шәфҡәт туташтары бүлмәһенә экскурсия. Аш- һыу бүлмәһенә экскурсия. Ситауциялы һөйләшеүҙәр. Маҡсатлы прогулкалар. Тәрбиә буйынса мәҡәлдәр, халыҡ һүҙҙәре өйрәнеү.

Һаулыҡ байрамы “Әсәйҙәр менән бергә”

Гәлсәр ҡыш.

Декабрь

1-2 аҙналар

Ҡыш тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Һауа торошон билдәләү һәм аңлата белергә өйрәтеү. Һауа торошо тураһында халыҡ һынамыштары менән таныштырыу. Йыл миҙгелдәренең үҙгәреүе кешегә , үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһына тьәҫир итеүе тураһында белешмәләр биреү.Ҡышҡы спорт төрҙәре менән таныштырыу. Ҡыш көндәре кешеләрҙең хәүефһеҙлеген һаҡлау ҡағиҙәләре тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу.Һыу һәм боҙ менән эксперименттар үткәргәндә балаларҙың аҡыл – зиһенен үҫтереү һәм эҙләнеү – тикшеренеүгә ҡыҙыҡһыныуҙарын формалаштырыу.

Сюжетлы – ролле уйындар “Ғаилә”, “Больница”, “Почта”, “Магазин” һ.б. Диактик уйындар “Был ҡайсаҡ була”, “Һүрәткә ҡарап һөйләйбеҙ”, “Ҡыш билдәләрен әйт”, “Мнемотаблица менә эш”,”Экологик пирамида”, “Туҡланыу сылбыры”, “Юл ҡағиҙәләре”, “Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре”, “Был йәнлек ҡайҙа йәшәй”, “Һөйләү буйынса таны”, “Был ниндәй спорт төрө” һ.б. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Ҡышҡы хәрәкәтле һәм халыҡ уйындары уйнау. Түңәрәк уйындары “Беҙ күңелле балалар” һ.б. маҡсатлы прогулкалар. Экскурсиялар. Ҡышҡы ярыштар. Һыу һәм боҙ менән тәжрибәләр үткәреү. Ҡыш тураһында рәссәамдарҙың картиналарын һм иллюстрациялар ҡарау. Йәнлектәр темаһына коллекциялар йыйыу.

Ҡышҡы паркка сәйәхәт.

Балалар эштәренән күргәҙмә “Гәлсәр ҡыш”

Тематик белем биреү эшмәкәрлеге “Ҡарбабайҙа ҡунаҡта”

Хуш киләһең, Яңы Йыл!

Декабрь

3-4 аҙналар

Балаларҙың Яңы Йыл тураһында белемдәрен киңәйтеү: (иртәлектәр, спектаклдәр, әкиәттәр; каникулдар, ата – әсәләр менән бергә байрамдар, ; теләктәр әйтеү; Ҡыш бабайҙың тыуған иле Лапландия тураһында мәғлүмәттәр биреү), ҡыш миҙгелдәре тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу.

Сюжетлы – ролле уйындар. Дидактик уйындар “Ҡышҡы байрамдар”, “Ҡышҡы уйындар”, “Һүҙҙәр теҙмәһе”, “Һаулыҡ пирамидаһы” һ.б. Түңәрәк уйындары өйрәнеү. Йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Маҡсатлы прогулкалар. Экскурсиялар. Бүләктәр әҙерләү. Шыршы байрамына уйынсыҡтар әҙерләү. Төркөм бүлмәһен байрамса биҙәү.

Яңы йыл иртәлеге: “Ҡуяндың өйө туҙҙан, ә төлкөнөкө боҙҙан” Балалар эштәренән күргәҙмә.

Китап – белем шишмәһе

Ғинуар

2-3 аҙналар

Китаптар ҡарау һәм уларға һаҡсыл ҡараш булдырыу. Программаға ярашлы күренекле башҡорт һам рус яҙыусылары менән таныштырыу.

Сюжетлы – ролле уйындар “Китапхана”, Библиотекаға экскурсия. Китап магазинына экскурсия.; Әңгәмәләр. Дидактик уйындар “Уйлап тап, мин кем?”, “Яратҡан геройҙарҙың атрибуттарын дөрөҫ тап”, “Китап нисек эшләнә?” һ.б. Проект эштәре (китап мөйөшө булдырыу, китаптар күргәҙмәһе). Коллекциялар әҙерләү (яратҡан геройҙар); әҙәби геройҙар мотивтары буйынса музыка тыңлау.

“Нәфис һүҙ оҫтаһы” шиғыр конкурсы

Башҡорт халыҡ йолалары

Ғинуар

4 аҙна

Башҡорт халыҡ йоларары менән таныштырыу (бишек туйы, миҙгел байрамдары) башҡорт халҡының төп кәсеп һөнәрҙәре менән таныштырыу (малсылыҡ, ҡортсолоҡ). Халыҡ ижады өлөгөләре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Халыҡ уйынсыҡтары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Фольклор өлөгөләрен бөтә төр эшмәкәрлектәрҙә ҡулланыу.

Балалар баҡсаһы музейына экскурсия. Сибай ҡалаһының крайҙы өйрәнеү музейына экскурсия. Сюжетлы – ролле уйындар “Ҡортсолоҡ”, “Малсылыҡ”. Мәҡәлдәр өйрәнеү. Йомаҡтар сисеү. Уйынсыҡтар магазинына экскурсия. Бишек йырҙары, әүрәткестәр, халыҡ һүҙҙәре өйрәнеү. Диактик уйындар “Был ниндәй уйынсыҡ”, “Уйынсыҡ нимәнән эшләнгән?”, “Мәҡәлде әйтеп бөтөр”, “Йомаҡтар уйлап тап” һ.б. Уйынсыҡтар коллекцияһы .

“Тыуған көн” йола байрамын үткәреү

Ағастан эшләнгән халыҡ уйынсыҡтары күргәҙмәһе

Дөйөм ата-әсәләр йыйылышында сығыш: “Балаларғ рухи тәрбиә биреү юлдары

Теле барҙың – иле бар

Февраль

1-2 аҙналар

Башҡорт теленә ҡарата ихтирам тәрбиәләүҙе дауам итеү. Башҡортса саф матур итеп һөйләшеү. Ата – әсәһенең милләте буйынса үҙенең милли сығышы менән таныштырыу. башҡорт халҡының үтәкне , теле, арҙаҡлы кешеләре тураһында тәүге мәғлүмәттәр туплау. Балаға уның ошо милләтең бер вәкиле, уны дауам иттереүсе икәнлеген аңлатыу.

Сюжетлы – ролле уйын “Китапхана”. Китапхана ойоштроу. Дидактик уйындар “Һөйләмде дөрөҫ төҙө”, “Был нимә?”, “Нимә эшләне”, “Ниндәй Нисек?., “Нимә ҡайҙа урынлашҡан?”, “Сюжетлы һүрәттәр буйынса хикәйә төҙө”, “Сериялы һүрәттәргә ҡарап һөйләм төҙө” , “Был ниндәй музыка ҡоралы?”һ.б. Тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү, йомаҡтар сисеү. Музыка тыңлау һәм йырҙар өйрәнеү. Музейгә экскурсия.

Мини – музейҙар конкурсы: “телефондар мини музейын төҙөү”

”Беҙҙең Армия. Гендер тәрбиәһе.

Февраль

3 - 4 аҙналар

Балаларҙы хәрби һөнәрҙәр тураһында башланғыс төшөнсәләр биреү (һалдат, танкист, осоусы, моряк, ил һаҡсыһы, ракетасылар, йәйүле ғәскәр һалдаттары). Хәрби техника менән таныштырыу (танк, самолет, хәрби крейсер). Рәсәй флагы менән таншытырыу. Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү Гендер тәрбиәһе биреү(малайҙарҙа көслө, ҡыйыу булыу теләген формалаштырыу, тыуған илде һаҡларға, яҡларға тейешле икнәдәрен аңдарына һеңдереү, ҡыҙҙарҙа буласаҡ ил һаҡсыларына хөрмәт итеү тойғолары тәрбиәләү).

Сюжетлы – ролле уйындар “Һалдат”, “Осоусылар”. Дидактик уйындар “Траспорт төрөн атап әйт”, “Был ниндәй һөнәр кешеһе?”, “Флагты төҙө”, “Тышҡы күренеш буйынса төркөмлә” һ.б. Иҫтәлекле урындарға экскурсиялар. Йәмәғәт транспорттарын күҙәтеү. Маҡсатлы прогулкалар. Фотокүргәҙмә ойоштороу “Минең атайым - һалдат” . нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү. Йомаҡтар сисеү. Батырлыҡ тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ҡаланың крайҙы өйрәнеү музейына экскурсия.

Атайҙар ҡатнашлығында семинар – практикум: “Оҫта ҡуллы атайҙар”.

Ил биҙәге - ҡатын ҡыҙ

Март

1-2 аҙналар

Әсәйҙәргә, өләсәйҙәрәгә ҡарата ҡәҙер – хөрмәт тәрбиәләү. Әсәйҙәрҙең һөнәрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Гендер тәрбиәһе буйынса балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Бүләктәр әҙерләүгә балаларҙы йәлеп итеү.

Сюжетлы – ролле уйындар “Ғаилә”, “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар”, “Магазин”, “Больница”, “Ателье”.

Дидактик уйындар “Кем күберәк наҙлы һү әйтер?”, “Һөнәрҙең эш ҡоралдарын ата”. чыч

Иртәлек “Нисек итеп Мамонтенок әсәһен эҙләгән?”

Балалар эштәренән күргәҙмә

Яҙ килә. Хуш киләһең, Науруз!

Март

3-4 аҙналар

Миҙгел байрамы Наүруз тураһында мәғлүмәттәр биреү. Яҙ миҙгеле билдәләре тураһында балаларҙың белемдәрен камиллаштырыу. Ҡояштың ер йөҙөнә яҡтылыҡ, йылылыҡ биреүе һәм тормош сығанағы булып тороуы хаҡында аңлатыу. Яҙ миҙгеленең кешегә , үҫемлектәр, йәнлектәр тураһында белешмә биреү. Һауа торошон миҙгелгә ярашлы билдәләргә өйрәтеүҙе дауам итеү. Тәүлек өлөштәрен билдәләргә өйрәтеү. Театр төрҙәре менән таныштырыу, театрлаштырылған тамашалар әҙерләү.

Йырлы – бейеүле түңәрәк уйындары, йырҙар. . Дидактик уйындар “Үҫемлектәң өлөштәрен тап”, “Үҫеш сылбыры”, “Ашарға ярай - ярамай”, “Үрсеү пирамидаһы”, “Туҡланыу пирамидаһы”, “Һүрәткә ҡарап һөйлә.”, “Был ниндәй бөжәк?” Һ.б. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Тәбиғәткә бәйле мәҡәлдәр, йомаҡтар , әйтемдәр өйрәнеү. Паркка экскурсия. Ҡояшты күҙәтеү. Тәбиғәткә бәйле теләктәр. Театрлшатырылған тамаша

Театрлаштырылған тамаша: “тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?”

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ

Апрель

1 – 2 аҙналар

Һаулыҡ һәм сәләмәт тормош рәүеше тураһында балаларҙың белемдәрен камиллаштырыу. Балаларҙа бөхтәлккә, үҙенең тышҡы ҡиәфәтендә матурлыҡ, таҙалыҡ һаҡлауға ынтышлыш тәрбиәләү. Гигиена кәрәк – яраҡтары менән үҙ – аллы эш итә белергә өйрәтеүҙе дауам итеү. Саф һауала төрлө хәрәктле уйындар ойоштоу һәм үткәреү. Кәүҙә һәм һиҙеү ағзаларының тирә – йүнде, ысынбарлыҡты аңлау һәм өрәнеүҙәге роле тураһында төшөнсәләрҙе киңәйтеү.тән тиреһе тураһында төшөнсә биреү. Кешегә файҙалы витмаиндар һәм башҡа аҙыҡтар тураһында күҙаллауҙар үҫтереү. “Һаулыҡ” һәм “ауырыу” төшөнсәләре менән таныштырыу.

Сюжетлы – ролле уйындар “Больница”, “Ғаилә”, “Бөҙрәхана”. Хәрәкәтле уйындар. Спорт күнекмәләре. Физик тәрбиә биреү буйынса эшмәкәрлектәр. Ритмик гимнастика. Иртәнге гимнастика. Сыныҡтырыу саралары. Дидактик уйындар “Нимә кәрәк?”, “Аскорбинка һәм уның дуҫтары”, “Витаминдарҙың файҙаһы”, “Кешенең тән өлөшө”, “Тире нисек тын ала?” һ.б.иллюстрациялар ҡарау. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Ял минуттары. Аптекаға экскурсия. “Танау, ҡолаҡ, танау”. Күңелле уйын “Карусель”.

“Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” .

Тематик белем биреү эшмәкәрлеге: “Күк йөҙөндә ниҙәр күрәм?”

Ер – беҙҙең уртаҡ йортобоҙ.

Апрель

3-4 аҙналар

Йәшәгән еребеҙгә, эскән һыуыбыҙға аңлы, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.Үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһына ҡыҙыҡһыныу һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Кешеләрҙең, йәнлектәрҙең йәшәү шарттары (ер өҫтөндә, һыуҙа – ерҙә, ерҙә һәм һауала, тупраҡта) йәшәү шарттары тураһында мәғлүмәттәр биреү.Балаға күк есемдәре (ҡояш, ай, йондоҙҙар) һәм башҡа күренештәр тураһында аңлатыуҙы дауам итеү. Һыу үҙенсәлектәре менән таныштырыуҙы дауам итеү.тәбиғи материалдарҙың (ҡом, балсыҡ, һыу, таш, ағас) үҙенсәлектәре һәм уларҙың хужалыҡ өсөн әһәмиәте тураһындағы төшөнсәләрҙе байытыу.

Сюжетлы – ролле уйын “Зоопарк”, “Малсылыҡ”, “Ҡортсолоҡ. Эстафета уйындары. Һүрәттәр, иллюстрациялар ҡарау. , иллюстраций по теме праздника; ситуациялы һөйләшеүҙәр, әңгәмәләр Тәбиғәтте һаҡлау ҡағиҙәләре. Тема буйынса күҙәтеүҙәр һәм тәжрибәләр. Ландшафт төрҙәре эшләү (һыу ятҡылыҡтары, шарлауыҡ) , таштар колллекцияһы йыйыу. Үҫтереүсе уйындар “Һыу ниндәй була?”, “Серле таяҡ”, “Ҡырҡылған һүрәттәр”, “Үҫемлектәр донъяһы”, “Хайуандар донъяһы”, “Һыу аҫты донъяһы”, “Сырмалсыҡ” һ.б. " нәфис һәм фәнни- әҙәбиәт уҡыу. Энциклопедялар ҡарау. Әңәгәмәләр «Һыуһыҙ йәшәү буламы)?, «Һыу ҡурҡынысы», һыуҙың, ерҙең файҙаһы тураһында ижади һөйләүҙәр. Проект эштәре “Макет, альбом, плакат эшләү һәм уны яҡлау”. (ижади эштәр күргәҙмәһе.; йомаҡтар сисеү һәм уйлап сығарыу; һыу һәм ҡом менән уйындар. Йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү. Хәрәктле уйындар. Экологик һуҡмаҡта эш.

Һыу – изге һәм иң ҙур байлыҡ - байрам

Еңеү яҙы

Май

1 аҙна

Балаларға патриотик тәрбиә биреү.

Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Һәйкәлдәр менән таныштырыу. олатайҙар һәм өләсәйҙәрҙең хәрби миҙалдары һәм ордендары тураһында һөйләү.

Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Иллюстрациялар ҡарау. Йырҙар өйрәнеү һәм йырлау. Әңгәмәләр һәм ситуатив һөйләшеүҙәр. Еңеү паркына һәм һәйкәлдәр янына экскурсия. Крайҙы өйрәнеү музейына сәйәхәт. Һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар. Фотокүргәҙмәләр ойоштороу

Тематик күргәҙмә. Тематик белем биреү эшмәкәрлеге. Фотокүргәҙмә “Минең олатайым – ил һаҡсыһы”

Музей донъяһы

Май

2-3 аҙна

Музей менән аралашыу күнекмәһе һәм тотороҡло ихтыяж формалаштырыу. Башҡорт халҡының кәсеп – һөнәрҙәре, көнкүреше тураһында балаларҙың белемдәрен байытыу. (әйберҙәр һәм йыһаздар) Башҡорт ҡатын – ҡыҙҙарына һәм ирҙәренә хас булған әхлаки сифаттар тәрбиәләү.Халҡыбыҙҙың боронғо һауыт – һабалары менән таныштырыуҙы дауам итеү.

Экскурсиялар. Әңгәмәләр. Коллекциялар йыйыу. Макеттар төҙөү. Художестволы ижад эшмәкәрлеге. .Альбомдар әҙерләү. Әҙәбиәт йыйыу. Башҡорт халыҡ уйындары. Дидактик уйындар “Балаҫты төҙө”, “Һауыт – һабаны йый”, “Төҫө буйынса тап”, “Был ниндәй йыһаз?” , “Башҡорт халыҡ кейеме”

Сюжетлы – ролле уйындар “Ҡортсолоҡ”, “Малсылыҡ”. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Ауыҙ – тел ижады өйрәнеү.

Тематик тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге “Малы барҙың яйы бар”

Салауат батыр

Май

4 аҙна

Башҡорт халыҡ батыры Салауат менән таныштырыу. Патриотик тәрбиә биреү. Батырлыҡ тураһында белемдәр байытыу. Башҡорт тарихына балаларҙы ылыҡтырыу. Салуат ижады һәм уның тормошо менән таныштырыу. Һунарсы һөнәре һәм һунарсылыҡ тураһында балаларға тәү мәғлүмәттәр биреү.

Салауат һәйкәле янына маҡсатлы экскурсиялар. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Ҡобайырҙар, шиғырҙар өйрәнеү. Сюжетлы – ролле уйын “Һунарсылыҡ”. Дидактик уйындар “Батыр кейеме”, “Һунарсыға нимә кәрәк?”, “Һүрәтте төҙө” һ.б. хәрәкәтле уйындар “Кем тиҙерәк, “Һунарсылар”, “Таҫыл егет”, “Ҡарлы сәп”, “Һунарсы һәм ҡуяндар” һ.б.”

Спорт байрамы “Салуат рухы беҙҙең 



Өлкәндәр төркөмө. Яҡынса комплекслы – тематик план өлгөһө

Тема

Тәҡдим ителгән үткәреү ваҡыты

Эш йөкмәткеһе

Ойоштороу формалары

Йөмғаҡлау саралары варианттары

Белем илендә

Диагностика

Сентябрь

1-2 аҙналар

Балаларҙың мәктәпкә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтереү, китапҡа һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итеү. Балалар араһында бере – береһенә ҡарата дуҫлыҡ мәнәсәбәттәре формалаштырыу.Мәктәп менән таныштырыу. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һөнәрҙәре тураһында белемдәрен киңәйтеү (тәрбиәсе, тәрбиәсе ярҙамсыһы, табип, урам һепереүсе, ашнаҡсы һ.б.)

Сюжетлы ролле уйындар “Больница”, “Балалар баҡсаһы” һ.б. Тема буйынса әңгәмәләр. Мәктәп бинаһына экскурсия. Физминуткалар өйрәнеү. Диактик уйындар “Был әйбер кемгә һәм ни өсөн кәрәк?”, “Тиҙерәк йый”, “Танып бел”, “Эш өсөн нимә кәрәк?”, “Аш бешереү өсөн нимә кәрәк?” һ.б. нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Йырҙар һәм музыкаль уйындар өйрәнеү. Хәрәктле уйындар. Маҡсатлы прогулкалар.

Балалар баҡсаһында белем байрамы.

Сөмбөлә килде беҙгә

Сентябрь

3-4 аҙналар

Балаларҙы көҙ билдәләре менән таныштырыуҙы дауам итеү.Тәбиғәт күренештәре тураһында балаларҙың белемен тәрәнәйтеү (һыу, һауа, ямғыр, ысыҡ, томан, ҡырау, тамсы) Миҙгел байрамдары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт тураһында һәм уларҙың үҙ – ара бәйләнеше тураһында күҙаллауҙар үҫтереү. Тәбиғәткә һаҡсыл һәм аңлы ҡараш тәрбиәләү. Тәбиғәттә үҙ – үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен нығытыу. Йәшелсә – емеш тураһында дөйөмләштерелгән төшөнсәләрҙе нығытыу. Ағасты, ҡыуаҡты тышҡы күренештәренә ҡарап билдәдәргә өйрәтеүҙе дауам итеү. Күсер һәм ҡышлаусы ҡоштар тураһында белемдәрен киңәйтеү.Баҡсала һәм урманда үҫкән ашарға яраҡлы еләктәр тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү.

Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау, йомаҡтар сисеү, көҙ билдәләре буйынса халыҡ әйтемдәрен өйрәнеү.Йәшелсә – емештәр тураһында йомаҡтар уйлап сығарыу. Дидактик уйындар “Был ҡайҙа үҫә?”, “Һүрәткә ҡарап һөйлә”, “Тәбиғәт күренештәре”, “Серле моҡсай”, “Йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт”, “Тамыры, һабағы”,”Был ҡасан була?”, “Баҡсасы уйыны”, “Тәбиғәттә үҙ – үҙеңде тоа бел” һ б. Саф һаула күҙәтеүҙәр. Иллюстрациялар ҡарау. Видеофильмдар, слайдтар ҡарау. Экологик һуҡмаҡ буйынса сәйәхәт. Түңәрәк уйындары уйнау, йырҙар өйрәнеү. Көҙгө тәбиғәткә экскурсия. Гербарийҙар һәм коллекциялар йыйыу.

Байрам “Сөмбөлә килде беҙгә”

“Көҙ портреты” – балалар эштәренән күргәҙмә.

Башҡортостаным илем!

Октябрь

1-2 аҙналар

Тыуған ил тураһында төшөнсәләр киңәйтеү. Башҡортостандағы ҡалалар тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Башҡортостандағы төрлө милләт халыҡтары, мәҙәниәте, теле, ғөрөф – ғәҙәте һ.б. буйынса балаларға белемдәр биреү. Башҡортостандың тәбиғәте, ҡурсаулыҡтар, тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Башҡортостанда үҫкән үҫемлектәр тураһында белемдәр киңәйтеү.Ҡыҙыл китап. Башҡортостандың файҙалы ҡаҙылмалары. Башҡортостан дәүләт символдарын өйрәнеү

Сюжетлы – ролле уйындар “Зоопарк”, “Китапхана”, “Ғаилә”, “Трансопрт”, “Элемтә бүлеге”. Дидактик уйындар “Ҡыҙыл китап”, “Үҫемлекте таны”, “Был ниндәй халыҡтың кейеме?”, “Биҙәкте төҙө”, “Халыҡ уйынсығын төҙө”, “Карта буйынса эш” , “Файҙалы ҡаҙылмалар ”, “Флагты төҙө” һ.б. энциклопедялар менән эш. Коллекциялар йыйы. Музейға сәйәхәт. Паркка маҡсатлы экскурсиялар. Экологик һуҡмаҡта эш. Нәфи әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар, мәҡәлдәр, йомаҡтар өйрәнеү. Түңәрәк уйындары. Йырҙар, бейеүҙәр өйрәнеү. Гимн тыңлау.

Иртәлек “Бапшҡортостан – нурлы ил!”

Балалар эштәренән күргәҙмә.

Беҙ Рәсәйҙә йәшәйбеҙ.

Октябрь

3 – 4 аҙналар

Тыуған ил- Рәсәй тураһында төшөнсәне киңәйтеү. Уның баш ҡалаһы Мәскәү, башҡа ҙур ҡалалар менән таныштырыу. Күрше суверенлы илдәр – Татарстан, Сыуаштстан, Марий Эл республикалар, Ырымбур, Силәбе , Пермь өлкәләре менән таныштырыу. Рәсәй Федерацияһының дәүләт тамғалары (флаг, герб, гимн) менән таныштырыу. рус халҡының биҙәү – ҡулланма сәнғәте өләгләре менән танышыу.

Сюжетлы – ролле уйындар. Диактик уйындар “Флагты айыр”, “Был ниндәй халыҡтың гимны”, “Был ҡала ҡайҙа урынлашҡан?”, “Ниндәй илдәр беләһең?”, Төрлө халыҡ халыҡ уйындары өйрәнеү. Гимн тыңлау. Йыҙар өйрәнеү. Халыҡ ижады өлгөлөре өйрәнеү. Ҡала музейына экскурсия. Видеояҙмалар ҡарау. Энциклопедиялар менән эш.

Иртәлек “Халыҡтар дуҫлығы”

Икмәк – дәүләт байлығы

Ноябрь

1-2 аҙналар

Балаларҙы баҫыуҙа үҫкән башаҡлы үҫемлектәр (бойҙай, һоло, арыш) һәм уларҙан төрлө аҙыҡтар әҙерләү тураһында балаларға белемдәрен киңәйтеү. Уларҙы үҫтереү ысулдары менән таныштырыу. Ҡый үләндәрен танырға, айырырға өйрәтеү. Ауыл хужалығы эшсәндәренең профессиялары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү.Элементар экологик күҙаллауҙар үҫтереүҙе дауам итеү. Башҡорт милли аштары (өлөш, ыумас, һурпа, ҡурмас, күмәс, талҡан, бауырһаҡ, бәлеш) менән таныштырыуҙы дауам итеү Болонда, туғайҙа үҫкән үҫемлектәр тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу. Башҡортостанда хужалыҡ эштәре – игенселек менән таныштырыуҙы дауам итеү.

Сюжетлы – ролле уйындар “Магазин”, “Транспорт”, “Ырҙында”, “Элеватор ”, “Икмәк магазины” һ.б. Диактик уйындар “Нимә бешерҙем”, “Икмәк бешерер өсөн нимә кәрәк”, “Икмәк нисек өҫтәлгә килә?”, “Үҫемлекте атап әйт”, “Өлөштәрен әйт” , “Был нидәй ашамлыҡ”, “Тәме буйынса таны”, “Икмәк магазинында ” һ.б.

Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар өйрәнеү. Йырҙар тыңлау., өйрәнеү. Түңәрәк уйындары уйнау. Уйын ситуациялары булдырыу. Әңгәмәләр. Иллюстрациялар ҡарау. Музейгә экскурсия. Ата – әсәләр менән бергә милли аштар күргәҙмәһе әҙерләү. Икмәк магазинына экскурсия. Коллекциялар йыйыу. Тәжрибәләр үткәреү “Бойҙай, арыш нисек үҫеп сыға?”

Тематик тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге “Икмәк – тормош сығанағы”

Әсә күңеле балала - бала күңеле далала

Ноябрь

3-4 аҙналар

Әсәйҙәрҙең һөнәрәҙре тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү (тапиб, һатыусы, ашнаҡсы, уҡытыусы, сәс киҫеүсе, хат ташыусы, төҙөүсе, тегенсе, ).уларҙың эш ҡоралдары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеүҙе дауам итеү. Әсәйҙәргә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Уларға ҡарата хәсәтрлекле ҡараш үҫтереү. Баланың әсәй өсөн ярҙамсы икәнен аңлатыу эштәрен дауам итеү. Экскурсиялар ваҡытында тормош хәүефһеҙлеген һаҡлау ҡағиҙәләрен нығытыу. Балалрға халыҡ мәҡәлдәре , ҡанатлы һүҙәре тураһында белемдәр биреү.

Сюжетлы – ролле уйындар “Ғаилә”, “Магазин”, “Бөҙрәхәна”, “Больница”, “Төҙөүсе”, “Буяусы”. Диактик уйындар “Был предмет кемгә кәрәк”, “Буяусы булам тиһәң”, “Айырып һал”, “Ярай- ярамай”, “Һүҙҙәр теҙмәһе”, “Наҙлы һүҙҙәр” , “Был кемжең эш ҡоралы” һ.б

Нәфис әҙәбиәт уҡыу.Әкиәттәр тыңлау. Уйындар өйрәнеү. Йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү. Фотоһүрәттәр ҡарау. Фотоальбомдар әҙерләү. Магазинға, бөҙрәханаға экскурсиялар Ситауциялы һөйләшеүҙәр. Маҡсатлы прогулкалар. Тәрбиә буйынса мәҡәлдәр, халыҡ һүҙҙәре өйрәнеү.

Әсәйҙәр өсөн концерт.

Күргәҙмә “Әсәйем портреты”

Гәлсәр ҡыш

Декабрь

1-2 аҙналар

Ҡыш тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү.Тәбиғәт күренештәре тураһында балаларҙың белемен тәрәнәйтеү (ҡар, бәҫ, боҙ, ҡылау) Һауа торошо тураһында халыҡ һынамыштары менән таныштырыуҙы дауам итеү. Йыл миҙгелдәренең үҙгәреүе кешегә , үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһына тьәҫир итеүе тураһында белемдәрен киңәйтеү. Ҡышҡы спорт төрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Ҡыш көндәре кешеләрҙең хәүефһеҙлеген һаҡлау ҡағиҙәләре тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу.Һыу, ҡар һәм боҙ менән тәжрибәләр үткәргәндә балаларҙың аҡыл – зиһенен үҫтереү һәм эҙләнеү – тикшеренеүгә ҡыҙыҡһыныуҙарын формалаштырыу. Һәр ваҡыт ҡыш булған урындар тураһында балаларҙың күҙаллауҙарын үҫтереү. Арктика һәм Антарктика йәнлектәре тураһында балаларға белемдәр биреү.

Сюжетлы – ролле уйындар “Ғаилә”, “Больница”, “Почта”, “Магазин”, “Һунарсы” һ.б. Диактик уйындар “Был ҡайсаҡ була”, “Һүрәткә ҡарап һөйләйбеҙ”, “Ҡыш билдәләрен әйт”, “Мнемотаблица менә эш”,”Экологик пирамида”, “Туҡланыу сылбыры”, “Юл ҡағиҙәләре”, “Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре”, “Был йәнлек ҡайҙа йәшәй”, “Һөйләү буйынса таны”, “Был ниндәй спорт төрө” һ.б. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Ҡышҡы хәрәкәтле һәм халыҡ уйындары уйнау. Түңәрәк уйындары, маҡсатлы прогулкалар. Экскурсиялар. Ҡышҡы ярыштар. Ҡар , һыу һәм боҙ менән тәжрибәләр үткәреү. Ҡыш тураһында рәссәамдарҙың картиналарын һәм иллюстрациялар ҡарау. Йәнлектәр темаһына коллекциялар йыйыу.

Ҡышҡы паркка сәйәхәт.

Балалар эштәренән күргәҙмә “Гәлсәр ҡыш”

Тематик белем биреү эшмәкәрлеге

Хуш киләһең Яңы Йыл!

Декабрь

3-4 аҙналар

Балаларҙың Яңы Йыл тураһында белемдәрен киңәйтеү: (иртәлектәр, спектаклдәр, әкиәттәр; каникулдар, ата – әсәләр менән бергә байрамдар, ; теләктәр әйтеү; Ҡыш бабайҙың тыуған иле Лапландия тураһында мәғлүмәттәр биреү), ҡыш миҙгелдәре тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыуҙы дауам итеү. Башҡа илдәрҙә Яңы йыл байрамдарын нисек үткәрелеүе тураһында мәғлүмәттәр биреү.

Бөтә төр эшмәкәрлектәр буйынса эштәр. Дидактик уйындар “Ҡышҡы байрамдар”, “Ҡышҡы уйындар”, “Һүҙҙәр теҙмәһе”, “Һаулыҡ пирамидаһы” , “Ҡышлаусы ҡоштарҙы айыр”, “Көн - төн”, “Шыршы ҡайҙан беҙгә килгән?” һ.б. Түңәрәк уйындары өйрәнеү. Йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Тәбиғәткә маҡсатлы прогулкалар. Экскурсиялар. Бүләктәр әҙерләү. Шыршы байрамына уйынсыҡтар әҙерләү. Төркөм бүлмәһен һәм уйын майҙансыҡтарын байрамса биҙәү. Театр уйындары.

Яңы йыл иртәлектәре. Яңы йыл плакаттары конкурсы

Китап – белем шишмәһе

Ғинуар

2-3 аҙналар

Китаптар ҡарау һәм уларға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙе дауам итеү. Программаға ярашлы күренекле башҡорт һам рус яҙыусылары менән таныштырыу. китап әҙерләү процессы менән таныштырыу. Китапҡа ҡағылышлы һөнәрҙәре менән таныштырыу: , хәреф йыйыусы, баҫыусы.

Сюжетлы – ролле уйындар “Китапхана”, “Ғаилә”. Библиотекаға экскурсия. Китап магазинына экскурсия.; Әңгәмәләр. Дидактик уйындар “Уйлап тап, мин кем?”, “Яратҡан геройҙарҙың атрибуттарын дөрөҫ тап”, “Китап нисек эшләнә?”, “Әкиәтте йый”, “Ҡағыҙ нисек эшләнә?” һ.б. Проект эштәре (китап мөйөшө булдырыу, китаптар күргәҙмәһе). Коллекциялар әҙерләү (яратҡан геройҙар); әҙәби геройҙар мотивтары буйынса музыка тыңлау. Тематик китап күргәҙмәләре. Китаптар ремонтлау. Уйын – драматизациялар.

Балалар китапханаһына экскурсия. Башҡорт балалар яҙыусыһына арналған тематик күргәҙмә

Башҡорт халыҡ йолалары

Ғинуар

3-4 аҙналар

Башҡорт халыҡ йолалары менән таныштырыуҙы дауам итеү (Нардуған, йөн тетеү, һуғым, ҡурмас ҡурыу ), башҡорт халҡының төп кәсеп һөнәрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү (солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ). Халыҡ ижады өлөгөләре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Биҙәү – ҡулланма сәнғәте өлгөләре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Фольклор өлөгөләрен бөтә төр эшмәкәрлектәрҙә ҡулланыу.

Сибай ҡалаһының крайҙы өйрәнеү музейына экскурсиялар. Сюжетлы – ролле уйындар “Солоҡсолоҡ”, “Һунарсылыҡ”, “Малсылыҡ” һ.б. Мәҡәлдәр өйрәнеү. Йомаҡтар сисеү. Диактик уйындар “Көсеп – һөнәрҙе атап әйт“, “Ит аштары” һ.б. ” Кәсеп – һөнәргә ҡағылышлы мәҡәлде әйтеп бөтөр”, “Йомаҡтар уйлап тап” һ.б. Бейеүле – таҡмаҡлы уйындар. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Музыка тыңлау һәм йырҙар өйрәнеү.

Музейҙа тематик белем биреү эшмәкәрлеге

Теле барҙың – иле бар

Февраль

1-2 аҙналар

Башҡорт теленә ҡарата ихтирам тәрбиәләүҙе дауам итеү. Ата – әсәһенең милләте буйынса, үҙенең милли сығышы менән таныштырыуҙы дауам итеү. Башҡорт һәм рус халҡының үткәне , теле, арҙаҡлы кешеләре тураһында тәүге мәғлүмәттәр туплау. Балаға уның ошо милләтең бер вәкиле, уны дауам иттереүсе икәнлеген аңлатыу. Башҡортостандағы төрлө милләт халыҡтары, мәҙәниәте, теле, ғөрөф – ғәҙәте һ.б. буйынса балаларға белемдәр биреүҙе дауам итеү.

Сюжетлы – ролле уйын “Китапхана”. Китапхана ойоштроу. Дидактик уйындар “Һөйләмде дөрөҫ төҙө”, “Был нимә?”, “Нимә эшләне”, “Ниндәй Нисек?., “Нимә ҡайҙа урынлашҡан?”, “Сюжетлы һүрәттәр буйынса хикәйә төҙө”, “Сериялы һүрәттәргә ҡарап һөйләм төҙө” , “Был ниндәй музыка ҡоралы?”, “Милли кейем”, “Биҙәнеү әберҙәре”. Тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү, йомаҡтар сисеү. Музыка тыңлау һәм йырҙар өйрәнеү. Музейгә экскурсия. Этикет ҡағиҙәләрен өйрәнеү. Энциклопедиялар ҡарау.

Мини – музейҙар конкурсы

Беҙҙең Армия.

Февраль

3-4 аҙналар

Балаларҙың Армия тураһында белемдәрен киңәйтеү. Тыуған илде һаҡлау - ул ир – заттарҙың бурысы икәнен аңлатыу.тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Төрлө хәрби һөнәрҙәр менән таныштырыу: йәйәүле армия, диңгеҙ һуғышсандары, һауа һуғышсылары, танк ғәскәре,. Хәрби техника менән таныштырыуҙы дауам итеү.Гендер тәрбиәһе биреүҙе дауам итеү.

Сюжетлы – ролле уйындар “Ил һаҡсыһы”, “Осоусылар”. Дидактик уйындар “Траспорт төрөн атап әйт”, “Был ниндәй һөнәр кешеһе?”, “Флагты төҙө”, “Тышҡы күренеш буйынса төркөмлә”, “Был ниндәй ғәскәр”, “Эшләп бөтөр”, “Айырып һал”, “Дүртенсе артыҡ” һ.б. Иҫтәлекле урындарға экскурсиялар. Йәмәғәт транспорттарын күҙәтеү. Маҡсатлы прогулкалар. Фотокүргәҙмә ойоштороу “Олатайым миҙалдары” . Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү. Йомаҡтар сисеү. Батырлыҡ тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ҡаланың крайҙы өйрәнеү музейына экскурсия.Иллюстрациялар, предметлы һүрәттәр менән эш.Ғәскәр төрҙәре буйынса уйынсыҡтар коллекциялары йыйыу.

Атайҙар ҡатнашлығында музыкаль – спорт байрамы “Ир – бала илгә терәк”.

Ил биҙәге – ҡатын ҡыҙ

Март

1-2 аҙналар

Әсәйҙәргә, өләсәйҙәрәгә ҡарата ҡәҙер – хөрмәт тәрбиәләү. Әсәйҙәрҙең һөнәрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Әсә кешенең йәмғиәт ағзаһы булараҡ, үҙенгә генә хас сифаттары, башҡарған эше тураһында төшөнсәләр биреү. Гендер тәрбиәһе буйынса балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Бүләктәр әҙерләүгә балаларҙы йәлеп итеү.

Сюжетлы – ролле уйындар “Ғаилә”, “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар”, “Магазин”, “Больница”, “Ателье”, “Элемтә бүлеге”, “Тәрбиәсе”.

Дидактик уйындар “Кем күберәк наҙлы һү әйтер?”, “Һөнәрҙең эш ҡоралдарын ата”, “Һүрәткә ҡарап һөйлә”. Мнемотаблицалар менән эш. Сериялы һүрәттәр. Ситуациялы һүрәттәр буйынса эш. Элемтә бүлегенә экскурсия. Кейем – һалым магазинына экскурсия. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Йырҙар өйрәнеү. Уйындар. Ҡатын –ҡыҙҙарға, тәрбиәгә ҡағылышлы ауыҙ – тел ижады өлгөләре, өгөт – нәсихәттәр өйрәнеү.

Иртәлек “Ил биҙәге – ҡатын ҡыҙ”

Балалар эштәренән күргәҙмә

Яҙ килә! Хуш киләһең, Нәүрез!

Март

3-4 аҙналар

Миҙгел байрамы Наүруз тураһында мәғлүмәттәр биреүҙе дауам итеү. Яҙ миҙгеле билдәләре тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу. Яҙ миҙгеленең айырым билдәләре тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу. Күсер ҡоштарҙың әйләнеп ҡайтыуы, тәбиғәттә йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт араһындағы бәйләнеше тураһында белемдәр киңәйтеү.Йәнлектәрҙең һәм үҫемлектәрҙең тәбиғәттәге үҙгәрештәргә ҡарата ҡулайлашыуы тураһында күҙаллауҙар үҫтереү. Яҙғы эштәр буйынса белемдәр арттырыу. Урман, болно, ялан, ҡыр тураһында белемдәрҙе нығытыу.Болонда (һыуҙа ) йәшәүсе бөжәктәр тураһында күҙаллауҙар киңәйтеү. Театр менән таныштырыу эштәре.

Халыҡ уйындары. Дидактик уйындар “Үҫемлекте таны”, “Был үҫемлек ҡайҙа үҫә”, “Дүртенсе артыҡ”, “Тышҡы күренеше буйынса танып бел”, “Был нимәнең һабағы (сәскәһе, олоно, япрағы, ботағы)?”, “Хеҙмәт өсөн нимә кәрәк?”, “Был ҡайсаҡ була”, “Хайандарҙы айыр”, “Тәбиғәт күренешен ата”. Һыу, һауа менән тәжрибәләр. Яҡтылыҡ тураһында тәжрибәләр үткәреү. Магнит менән тәжрибәләр. Моделдәр менән эш. Коллекциялар йыйыу. Түңәрәк уйындары. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Һүрәттәр ҡарау. Тәбиғәткә экскурсиялар. Маҡсатлы прогулкалар. Экологик һуҡмаҡта эш. Йырҙар, бейеүҙәр өйрәнеү. Музыка тыңлау. Ябай музыка ҡоралдарында уйнау.

Нәүрез байрамы – театрлаштырылған тамаша

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ

Апрель

  1. аҙна

Сәләмәт тормош рәүеше тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Кеше организмының эшмәкәрлеге үҙенсәлектәре һәм уның бер бөтөн булыуы тураһында балаларҙың белемдәрен байытыу. Баланың үҙ организмының үҙенсәлектәре тураһында төшөнсәләр нығытыу (Миңә әфлисун ашарға ярамай, сөнки минедә аллергия. Миңә күҙлек кейеп йөрөргә кәрәк.) Сәләмәт йәшәү рәүешенең мөһим компоненттары (дөрөҫ туҡланыу, хәрәкт, йоҡо һәм ҡояш, һауа һәм һыу – беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙ) һәм һаулыҡты ҡаҡшатыу факторҙары тураһында күҙаллауҙарын киңәйтеү. Көн режимы, гигиена тураһында белемдәрен киңәйтеү. Олимпия хәрәкте тураһында төшөнсәләр биреү.

Эстафеталар, ярыштар. Спорт комплекстарына экскурсиялар (бассейн, стадион, боҙ һарайы һ.б.)проект эштәре. Өҫтәл уйындары. Энциклопедиялар ҡарау. Әңгәмәләр. Һүрәттәр конкурсы “Әсәй, атай һәм мин – һау – сәләмәт ғаилә”. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Физик тәрбиә биреү саралары. Викториналар. Коллекциялар әҙерләү (файҙалы үләндәр, ашамлыҡтар, эсемлектәр).

Спорт байрамы “Әсәй , атай һәм мин – сәләмәт ”. Фотокүргәҙмә “Беҙҙең ғаилә – спорт ғаиләһе”

Беҙ – буласаҡ йыһангирҙәр

Апрель

2 аҙна

Ер шары һәм уның юлдашы Ай тураһында белемдәрен киңәйтеү. Уларҙың йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәткә йоғонтоһон аңлатыу эштәрен дауам итеү. Йыһан тураһында белемдәр биреү. Глобус һәм карталар менән таныштырыуҙы дауам итеү. Күренекле йыһангирҙәр менән таныштырыу. Һауа транспорты тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү.

Сюжетлы – ролле уйын “Йыһан карабы”. Проект эше “Космодром һәм ракета”. Ҡоролмалар төҙөү. Йыһан тураһында фонояҙмалар тыңлау һәм йырҙар өйрәнеү. Музыкаль – ритмик импровизациялар. Йыһангирҙәр тураһында альбомдар эшләү, фотоһүрәттәр, иллюстрациялар ҡарау. Әңгәмәләр. Хикәйәләр уҡыу. Ю.Гагарин, В.Терешкова тураһында мәғлүмәттәр биреү. Ижади һөйләүҙәр “Мин айға осам”, “Мин йыһангир булһам”. “Ай ҡыҙы”

Легендаһы.

Йыһан тураһында видеояҙма ҡарау. Тематик тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге “Йыһан киңлеге”.

Һүрәттәр күргәҙмәһе “Йыһанда”

Ер – беҙҙең уртаҡ йортобоҙ.

Апрель

3-4 аҙналар

Ер шары , ҡояш системаһы тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыуҙы дауам итеү. Ерҙәге тереклектең төрлөлөгө (ҡоштар, хайуандар, үҫемлектәр, бөжәктәр) тураһында белемдәрен арттырыу. Үҫемлектәрҙең (һыуҙа , болонда, сүллектә, йылы яҡта һ.б.) йәнлектәрҙең йәшәү һәм үрсеү урындары тураһында балаларҙың күҙаллауҙарын киңәйтеү. Йәнлектәрҙең төркөмсәләргә бүленеүе (имеҙеүеселәр, һөйрәлеүселәр), уларҙың йәшәү рәүеше, тышҡы күренше, туҡланыуы, үрсеү юлдары тураһында белемдәр биреү.

Ер шарында йәшән халыҡтың төрлөлөгө, уларҙың йәшәү рәүеше тураһында мәғлүмәттәр биреү. Йондоҙнамә тураһында төшөнсә биреү. Ҡайһы бер металдар һәм минералдар өлгөһө менән танышыу.

Сюжетлы – ролле уйын “Сәйәхәт”. Уйын – эстафеталар. Картиналар, иллюстрациялар ҡарау. Ситуациялы һөйләшеүҙәр, әңгәмәләр. Күҙәтеүҙәр . тәжрибәләр. Һыу ятҡылыҡтары буйынса коллекциялар йыйыу. Дидактик уйындар “Һыу ятҡылыҡтарны дөрөҫ әйт”, “Һыуҙы нисек һәм нимә менән таҙартып була?”, “Һыу ниндәй була?”, “Тылсымлы таяҡ”, “Ҡырҡылған һүрәттәр”, “Нимә артыҡ”, “Сырмалсыҡ”, “Йәнлектәр донъяһы”, “Һыу аҫты донъяһы”, “Үҫемлектәр донъяһы” һ.б.

Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Фәнни – популяр әҙәбиәт менән танышыу. Ситуатив фекер алышыуҙар “Һыуһыҙ (ерһеҙ) йәшәп буламы?”,”Тәбиғәт стихиялары”. Проект әҙерләү (альбомдар , макеттар, плакаттар). Күргәҙмәләр. Коллектив эш. Йомаҡтар. Викториналар. Һыу менән уйындар. Музыкаль саралар. Музыка тыңлау, йырҙар өйрәнеү. Хәрәкәтле уйындар. Ҡоштарға оялар эшләү.

Күңел асыу сараһы “Ер – беҙҙең йортобоҙ”

Еңеү яҙы

Май

1 аҙна

Патриотик тәрбиә биреү. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, һуғышта беҙҙең еңеү тураһында балаларҙың белемләрен киңәйтеү.

Һуғыш геройҙарына һәйкәлдәр, бюстар, таҡтаташтар менән таныштырыу. Балаларға хәрби миҙал – ордендар тураһында белешмәләр биреү. Төрлө ғәскәр төрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү (йәйәү, һыу, диңгеҙ, һауа, танк). Хәрби техника менән таныштырыуҙы дауам итеү.Гендер тәрбиәһе биреүҙе дауам итеү.

Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Иллюстрациялар ҡарау. Музыка тыңлау, йырҙар өйрәнеү. Ситуатив һөйләшеүҙәр. Сюжетлы – ролле уйындар “Ил һаҡсыһы”, “Танкист”, “Моряк”, “Летчик”. Дидактик уйындар “Был ниндәй ғәскәр?”, “Дүртенсе артыҡ”, “Сағыштыр”, “уйлап тап” һ.б. Хәрби техника (уйынсыҡтар) коллекциялары йыйыу. Музейға экскурсия. Фотоальбомдар әҙерләү. Иҫтәлекле урындарға экскурсиялар.

Иртәлек “Еңеү көнө”

Фотокүргәҙмәләр.

Музей донъяһы

Май

2 аҙна

Музей менән аралашыу күнекмәһе һәм тотороҡло ихтыяж формалаштырыуҙы дауам итеү. Башҡорт халҡының кәсеп – һөнәрҙәре, көнкүреше тураһында балаларҙың белемдәрен байытыуҙы дауам итеү. Һынлы сәнғәт, архитектура өлгөләре менә таныштырыу. “Ағиҙел” берекмәһендә яһалған сағыу һауыттар, “Салауат быяла” берекмәһендә әҙерләнгән һауыт – һаба өлгөләре менән таныштырыу. “Солоҡсолоҡ”, “Малсылыҡ” кәсеп һөнәрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү.

Экскурсиялар. Әңгәмәләр. Коллекциялар йыйыу. Макеттар төҙөү. Художестволы ижад эшмәкәрлеге. Альбомдар әҙерләү. Әҙәбиәт йыйыу. Башҡорт халыҡ уйындары. Дидактик уйындар “Балаҫты төҙө”, “Һауыт – һабаны йый”, “Төҫө буйынса тап”, “Был ниндәй йыһаз?” , “Был һауыт – һаба нимәнән эшләнгән?”, “Һынлы сәнғәт материалдарын атап әйт” , “Һөт аҙыҡтары”, “Ҡымыҙ нисек эшләнә?” һ.б.

Сюжетлы – ролле уйындар “Солоҡсолоҡ” , “Малсылыҡ”. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Ауыҙ – тел ижады өйрәнеү.

Тематик тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге “Эх, ҡымыҙы ла, ҡымыҙы!”

Салауат батыр рухы

Диагностика.

Май

3- 4 аҙналар

Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев менән таныштырыуҙы дауам итеү. Батырсылыҡ, етеҙлек, сослоҡ, мәргәнлек сифаттары тәрбиәләү (гендер тәрбиәһе). Салауаттың ижады менән таныштырыуҙы дауам итеү (ҡобайырҙар, шиғырҙар). Салауаттың йәшәгән урыны, ғаиләһе, уның баласағы тураһында белемдәр арттырыу. Өфө ҡалаһында Салауат Юлаев һәйкәле буйынса мәғлүмәттәр биреү.

Салауат Юлаев бюсы янына экскурсиялар. Салаут тураһында нәфис әҙәбиәт уҡыу. “Ай, Уралым, Уралым!” ҡобайырын өйрәнеү. Шиғырҙар ятлау. Художестволы – эстетик эшмәкрлек: “Салауат батыр” – һынлы һүрәт, “Салауаттың аты” – йәбешетреү. Теамтик тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге: “Ил намыҫы - Салауат”, “Салауаттың ғаиләһе”, “Салауат исеме бирелгән ҡалалар һәм урамдар”. Һ.б. Китаптар күргәҙмәһе. Картиналар репродукциялары ҡарау. Иллюстрациялар ҡарау. Салауаттың портретын әҙерләү. Әңгәмәләр “Салауат исемен кемдәр, нимәләр йөрөтә? ” (хоккей командаһы, урамдар, парктар, кешеләр). Салауат батыр тураһында йырҙар һәм бейеүҙәр өйрәнеү.

Тематик тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге “Ил намыҫы - Салауат”





Мәктәпкә – әҙерлек төркөмө. Яҡынса комплекслы – тематик план өлгөһө

Тема

Тәҡдим ителгән үткәреү ваҡыты

Эш йөкмәткеһе

Ойоштороу формалары

Йөмғаҡлау саралары варианттары

Белем илендә

Диагностика

Сентябрь

1-2 аҙналар

Уҡырға әҙерлек эштәре алып барыу, уҡыу эшмәкәрлегенә әҙерләү. Балаларҙың мәктәпкә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтереү, китапҡа һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итеү. Балалар араһында бере – береһенә ҡарата дуҫлыҡ мәнәсәбәттәре формалаштырыу. Янғындан һаҡғланыу, ҡурҡыныс янаған хәүефле осраҡтарҙа үҙ – үҙеңде һаҡлау ҡағиҙәләре менән таныштырыу. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренең (мөдирҙең, тәрбиәселәрҙең, музыка һәм физкультура етәксеһенең) исем – фамилияһын, атаһы исемен дөрөҫ атарға өйрәтеү. Мәктәп тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Уҡытыусы һөнәренә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү.

Сюжетлы ролле уйындар “Больница”, “Балалар баҡсаһы”, “Мәктәп”, “Янғын һүндереүселәр” һ.б. Тема буйынса әңгәмәләр. Мәктәп буйлап экскурсия. Мәктәп китапханаһына экскурсия. Физминуткалар өйрәнеү. Диактик уйындар “Был әйбер кемгә һәм ни өсөн кәрәк?”, “Тиҙерәк йый”, “Танып бел”, “Эш өсөн нимә кәрәк?”, “Мәктәпкә нимәләр кәрәк?” һ.б. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Йырҙар һәм музыкаль уйындар өйрәнеү. Хәрәктле уйындар. Маҡсатлы прогулкалар. Янғын һүндереү бүлегенә экскурсия.

Балалар баҡсаһында белем байрамы.

Сөмбөлә килде беҙгә

Сентябрь

3-4 аҙналар

Балаларҙың көҙ билдәләре тураһында белемдәрен киңәйтеү. Йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт тураһында һәм уларҙың үҙ – ара бәйләнеше тураһында күҙаллауҙар үҫтереү. Тәбиғәткә һаҡсыл һәм аңлы ҡараш тәрбиәләү. Тәбиғәттә үҙ – үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен нығытыу. Йыл миҙгелдәре тураһында балаларҙың белемдәрен системаға һалыу.

Миҙгел байрамдары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Тәбиғәт мөйөшөндәге һәм тәбиғәттәге үҫемлектәрҙе тышҡы күренеше, төҙөлөшө буйынса айыра, әйтә белеү. Урман еләктәре, бәшмәктәре, уларҙың ашарға яраҡлы һәм ярамай торғандары тураһындә төшөнсәләрҙе нығытыу. Йылға – күл, урман, болон , яландарҙың балалар баҡсаһы ихатаһында үҫкән үҫемлектәр мөхите менән бәйләнешен аңлатыу. Төрлө йәнлектәрҙең ҡышлауға төрлөсә әҙерләнеүе (аҙыҡ туплау, май йыйыу, йөн ҡойоу һ.б.) менән таныштырыу.

Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау, йомаҡтар сисеү, көҙ билдәләре буйынса халыҡ әйтемдәрен өйрәнеү. Үҫемлектәр тураһында йомаҡтар уйлап сығарыу. Дидактик уйындар “Төҙөлөшө буйынса айыр”, “Йәнлектәр ҡышҡылыҡҡа нисек әҙерләнәләр”, “Был ҡайҙа үҫә?”, “Һүрәткә ҡарап һөйлә”, “Тәбиғәт күренештәре”, “Серле моҡсай”, “Йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт”, “Тамыры, һабағы”,”Был ҡасан була?”, “Ашарға ярай, ярамай”, “Тәбиғәттә үҙ – үҙеңде тота бел” һ б. Саф һауала күҙәтеүҙәр. Иллюстрациялар ҡарау. Видеофильмдар, слайдтар ҡарау. Экологик һуҡмаҡ буйынса сәйәхәт. Түңәрәк уйындары уйнау, йырҙар өйрәнеү. Көҙгө тәбиғәткә экскурсия. Гербарийҙар һәм коллекциялар йыйыу.

Байрам “Сөмбөлә килде беҙгә”

“Көҙгө пейзаж” – балалар эштәренән күргәҙмә.

Башҡортостаным илем!

Октябрь

1-2 аҙналар

Тыуған ауыл, ҡала, уның тарихы һәм үҫеше, географик яҡтан урынлашҡан урыны, архитектура үҙенсәлектәре, иҫтәлекле урындары, хужалыҡ тармаҡтары тураһында дөйөм төшөнсәләр формалаштырыу. Уның ҡалалары, йылға, күлдәре, шифаханалары тураһында белемдәрен киңәйтеү. Республикабыҙҙың башҡалаһы Өфөнөң тарихы, мәҙәни һәм тарихи ҡомартҡылары, бөгөнгө уңыштары тураһында мәғлүмәттәр биреү. Тыуған яҡтың тарихы, үткәне, мәҙәниәте, хужалыҡ үҫеше, данлыҡлы кешеләре тураһында белемдәрен формалаштырыу.

Сюжетлы – ролле уйындар “Сәйәхәт”, “Китапхана”, “Театр”, “Трансопрт”, “Элемтә бүлеге”, “Музей” һ.б.. Дидактик уйындар “Ҡыҙыл китап”, “Был ниндәй халыҡтың кейеме?”, “Биҙәкте төҙө”, “Карта буйынса эш” , “Файҙалы ҡаҙылмалар ”, “Дәүләт символикаларын йый”, “Ауыл һәм ҡаланың айырмаларын тап”, “Ниндәй хужалыҡ төрө” һ.б. Энциклопедиялар менән эш. Коллекциялар йыйыу. Музейға сәйәхәт. Паркка маҡсатлы экскурсиялар. Экологик һуҡмаҡта эш. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар, мәҡәлдәр, йомаҡтар өйрәнеү. Түңәрәк уйындары. Йырҙар, бейеүҙәр өйрәнеү. Гимн тыңлау. Проект эштәре әҙерләү “Башҡортостан ҡалалары”, “Башҡортостан йылғалары” һ.б.

Иртәлек “Бапшҡортостан илкәйем!”

Балалар эштәренән күргәҙмә.

Беҙ Рәсәйҙә йәшәйбеҙ.

Октябрь

3 – 4 аҙналар

Тыуған ил- Рәсәй тураһында төшөнсәне киңәйтеү. Уның баш ҡалаһы Мәскәүҙең тарихы, мәҙәни һәм тарихи ҡомартҡылары, башҡа ҙур ҡалалар менән таныштырыу. Рәсәй Федерацияһының дәүләт тамғалары (флаг, герб, гимн) тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Рәсәй Федерацияһының президенты һәм башҡа дәүләт башлыҡтары тураһында балалалрҙың күҙаллауҙарын үҫтереү.Рус һәм башҡа милләт халҡының ғөрөф – ғәҙәте, байрамдары, ауыҙ – тел ижады тураһында ябай мәғлүмәттәр биреү.

Сюжетлы – ролле уйындар “Сәйәхәт”, “Транспорт”, “Элемтә бүлеге” һ.б. Диактик уйындар ”Был кемдең кейеме?”, “Дәүләт символикалары”, “Флагты айыр”, “Был ниндәй халыҡтың гимны”, “Был ҡала ҡайҙа урынлашҡан?”, “Ниндәй илдәр беләһең?” , “Картанан эҙләп тап”, “Нимәһе менән айырыла?” һ.б., Төрлө халыҡ уйындары өйрәнеү. Гимн тыңлау. Йыҙар өйрәнеү. Халыҡ ижады өлгөлөре өйрәнеү. Ҡала музейына экскурсия. Видеояҙмалар ҡарау. Энциклопедиялар менән эш. Рус халҡының әҙәбиәте өлгөләре менән танышыу.

Иртәлек “Беҙ Рәсәйҙә йәшәйбеҙ”

Икмәк – дәүләт байлығы

Ноябрь

1-2 аҙналар

Ауыл хужалығы һөнәрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Кеше хеҙмәтен еңеләйтеүсе машиналар тураһында төшөнсәләрҙе киңәйтеү (сәскес, тырма, комбайн).

Балаларҙы баҫыуҙа үҫкән башаҡлы үҫемлектәр һәм уларҙан төрлө аҙыҡтар әҙерләү тураһында балаларға белемдәрен киңәйтеүҙе дауам итеү. Уларҙы үҫтереү ысулдары менән таныштырыу. Туғайҙа үҫкән үләндәр, башаҡлы һәм шифалы үҫемлектәр менән таныштырыуҙы дауам итеү.

Ауыл хужалығы эшсәндәренең һөнәрҙәре, уларҙың хеҙмәтенең әҙәмиәте тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Элементар экологик күҙаллауҙар үҫтереүҙе дауам итеү.

Башҡортостанда хужалыҡ эштәре – игенселек менән таныштырыуҙы дауам итеү.

Сюжетлы – ролле уйындар “Магазин”, “Транспорт”, “Элеватор ”, “Икмәк магазины”, “Малсылыҡ”, “Ҡымыҙсылыҡ” һ.б. Диактик уйындар”, Был ҡайҙа үҫә?” “Нимә бешерҙем”, ”Үҫемлектең үрсеү схемаһы“, Икмәк бешерер өсөн нимә кәрәк”, “Икмәк нисек өҫтәлгә килә?”, “Үҫемлекте атап әйт”, “Өлөштәрен әйт” , “Был нидәй ашамлыҡ”, “Тәме буйынса таны”, “Икмәк магазинында ” һ.б.

Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар өйрәнеү. Йырҙар тыңлау., өйрәнеү. Түңәрәк уйындары уйнау. Уйын ситуациялары булдырыу. Әңгәмәләр. Иллюстрациялар ҡарау. Музейгә экскурсия. Икмәк магазинына экскурсия. Коллекциялар йыйыу. Тәжрибәләр үткәреү. Күҙәтеүҙәр.Гербарийҙар әҙерләү.

Тематик тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге “Икмәк – тормош сығанағы”

Әсә күңеле балала - бала күңеле далала

Ноябрь

3-4 аҙналар

Әсәйҙәрҙең һөнәрҙәре тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү ( төҙөүсе, ташсы, тегенсе, китапханасы, дизайнер, модельер). Уларҙың эш ҡоралдары, хеҙмәтенең әһәмиәте тураһында аңлата белергә өйрәтеү. Мәҙәниәт һәм көнкүреш учреждениялары менән таныштырыу (театр, кинотеатр, ателье) Әсәйҙәргә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Уларға ҡарата хәстәрлекле ҡараш үҫтереү. Гендер тәрбиәһе.Баланы енси булмышына ҡарап үҙенең ғаиләлә, йәмғиәттә башҡарасаҡ роле тураһында аңлатыу. Ҡыҙ – буласаҡ әсәй, ғаилә усағын һаҡлаусы.

Сюжетлы – ролле уйындар “Әсәйҙәр - ҡыҙҙар”, “Театр”, “Магазин”, “Бөҙрәхәна”, “Поликлиника”, “Ташсы”, “Аптека”, “Тиҙ ярҙам”, “Ателье” һ.б. Диактик уйындар “Был предмет кемгә кәрәк”, “Буяусы булам тиһәң”, “Айырып һал”, “Ярай- ярамай”, “Һүҙҙәр теҙмәһе”, “Наҙлы һүҙҙәр” , “Был кемдең эш ҡоралы?” , “Моделгә ҡарап һөйлә”.

Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Уйындар өйрәнеү. Йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү. Фотоһүрәттәр ҡарау. Фотоальбомдар әҙерләү. Театр бинаһына, ательегә экскурсиялар. Ситауциялы һөйләшеүҙәр. Тәрбиә буйынса мәҡәлдәр, халыҡ һүҙҙәре өйрәнеү.

Иртәлек “Әсәйем – ҡәҙерлем!”

Ҡул эштәре күргәҙмәһе

Гәлсәр ҡыш

Декабрь

1-2 аҙналар

Ҡыш тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү.Ҡышҡы тәрбиғәт үҙенсәлектәре тураһында белемдәрен байытыу (һыуыҡ, ҡар күпләп яуыу, әсе елдәр, туңдырыу, ҡырау).Ауылда, ҡалала кешеләрҙең торошо һәм хеҙмәте тураһында белемдәр киңәйтеү. Һауа торошо тураһында халыҡ һынамыштары менән таныштырыуҙы дауам итеү. Арктика һәм Антарктика тәбиғәте менән таныштыру. Ер шарында төрлө ярымшарҙарында ҡыштың үҙенсәлектәре тураһында күҙҙалауҙарын үҫтереү. Ҡышҡы спорт төрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү. Ҡыш көндәре кешеләрҙең хәүефһеҙлеген һаҡлау ҡағиҙәләре тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу. Көн һәм төн тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу.

Сюжетлы – ролле уйындар “Поликлиника”,”Аптека”, “Күҙ табибы”, “Почта”, “Һунарсы” һ.б. Диактик уйындар “Был ҡайсаҡ була”, “Һүрәткә ҡарап һөйләйбеҙ”, “Ҡыш билдәләрен әйт”, Мнемотаблица, моделдәр менән эш. ”Экологик пирамида”, “Туҡланыу сылбыры”, “Юл ҡағиҙәләре”, “Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре”, “Йыл миҙгелдәре“.Был йәнлек ҡайҙа йәшәй”, “Һөйләү буйынса таны”, “Был ниндәй спорт төрө” һ.б. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Сериялы, сюжетлы һүрәттәр буйынса эш. Шиғырҙар ятлау. Ҡышҡы спорт һәм халыҡ уйындары уйнау. Түңәрәк уйындары, маҡсатлы прогулкалар. Экскурсиялар. Ҡышҡы ярыштар. Ҡар , һыу һәм боҙ менән тәжрибәләр үткәреү. Ҡыш тураһында рәссамдарҙың картиналарын һәм иллюстрациялар ҡарау. Йәнлектәр темаһына коллекциялар йыйыу.

Ҡышҡы паркка сәйәхәт. Күҙәтеүҙәр.

Балалар эштәренән күргәҙмә “Гәлсәр ҡыш”

Тематик белем биреү эшмәкәрлеге

Хуш киләһең Яңы Йыл!

Декабрь

3-4 аҙналар

Балаларҙы Яңы йыл байрамын әҙерләүгә актив йәлеп итеү (иртәлектәр, спектаклдәр, әкиәттәр, ата – әсәләр менән бергә байрамдар). Башҡа илдәрҙә Яңы йыл байрамдарын нисек үткәрелеүе тураһында мәғлүмәттәр биреүҙе дауам итеү.

Бөтә төр эшмәкәрлектәр буйынса эштәр. Дидактик уйындар “Миҙгел байрамдары”, “Спорт уйындары”, “Ассоциация буйынса тап”, “Һаулыҡ пирамидаһы” , “Көн - төн”, “Төрлө битлектәр” һ.б. Түңәрәк уйындары өйрәнеү. Йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Тәбиғәткә маҡсатлы прогулкалар. Экскурсиялар. Бүләктәр әҙерләү. Шыршы байрамына уйынсыҡтар әҙерләү. Төркөм бүлмәһен һәм уйын майҙансыҡтарын байрамса биҙәү. Уйын драматизациялар.

Яңы йыл иртәлектәре. Яңы йыл плакаттары конкурсы

Китап – белем шишмәһе

Ғинуар

2-3 аҙналар

Программаға ярашлы күренекле башҡорт һам рус яҙыусылары менән таныштырыуҙы дауам итеү. Китапҡа ҡағылышлы һөнәрҙәре менән таныштырыу: , хәреф йыйыусы, баҫыусы, дизайнер, оператор. Китап төрҙәре менән таныштырыу (әҙәби, ғилми, энциколопедик, балалар өсөн). Китап төҙөлөшө тураһында балаларға мәғлүмәттәр биреү (тышы, титул бите, биттәре, текст, иллюстрациялар һ.б.). Ҡағыҙ төрҙөре тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Китапҡа ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. “Ҡыҙыл китап” тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү.

Сюжетлы – ролле уйындар “Китапхана”,”Мәктәп”. “Типография” һ.б. Ҡала китапханаһына экскурсия. Китап магазинына экскурсия. Типографияға экскурсия. Әңгәмәләр “Китап нисек эшләнә?”, “Ҡағыҙ нисек эшләнә?”, “Аҡыллы китаптар” ни өсөн көрөк?” Дидактик уйындар. Тәбиғәт тураһында һәм балалар энциклопедияларынан күргәҙмә ойштороу. Проект эштәре (китап мөйөшө булдырыу, китаптар күргәҙмәһе). Коллекциялар әҙерләү (яратҡан йәнһүрәт геройҙары); Тематик китап күргәҙмәләре. Китаптар ремонтлау. Китапсыҡтар эшләү. Уйын – драматизациялар. Маҡсатлы прогулкалар, күҙәтеүҙәр. Балалр үҙҙәре уйлап сығарған әкиәттәрҙе сәхнәләштереү.

Типографияға экскурсия. Балалар яҙыусыларына арналған тематик күргәҙмә.

Халыҡ йолалары

Ғинуар

3-4 аҙналар

Башҡорт халыҡ йолалары менән таныштырыуҙы дауам итеү (кейеҙ баҫыу, ҡаҙ өмәһе, шәл бәйләү һ.б.). Башҡорт халҡының төп кәсеп һөнәрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү (ағас эшкәртеү һәм биҙәү). Төрлө милләт халыҡтары, уларҙың ғөрөф – ғәҙәттәре, йолалары, кейеме, йәшәйештәге шөғөлө тураһында ябай мәғлүмәттәр биреү. Ағастан эшләнгән предметтар (фанера, таҡта, бүрәнә һ.б.) тураһында күҙҙалауҙар формалаштырыу.

Сибай ҡалаһының крайҙы өйрәнеү музейына экскурсиялар. Сюжетлы – ролле уйындар “Ҡымыҙсылыҡ”, “Һунарсылыҡ”, “Малсылыҡ” һ.б. Рус һәм башҡорт мәҡәлдәрен өйрәнеү. Йомаҡтар сисеү. Диактик уйындар “Ағас эшкәртеү“, “Һарыҡ беҙгә нимә бирә?”, “Мәҡәлде әйтеп бөтөр”, “Һүҙъяһалыш уйыны”, ” Кәсеп – һөнәргә ҡағылышлы мәҡәлде әйтеп бөтөр”, “Йомаҡтар уйлап тап” һ.б. Бейеүле – таҡмаҡлы уйындар. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Музыка тыңлау һәм йырҙар өйрәнеү. Ата – әсәләр ҡатнашлығында йола байрамы әҙерләү

Йола байрамы “Шәл бәйләү”

Теле барҙың – иле бар

Февраль

1-2 аҙналар

Үҙенеү сығышын белеү балала үҙ милләтенең мәҙәниәтен, телен, ғөрөф – ғәҙәтәрен, тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу. Башҡорт халҡы- боронғо халыҡ икәнлеген аңлатыу. “Урал батыр, “Аҡбуҙат” эпостары менән таныштырыу. Боронғо ҡалалар тураһында мәғлүмәттәр биреү (Арҡайым, Таналыҡ, Олаир) Халыҡ телдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләүҙе дауам итеү. Шәжәрә тураһында мғлүмәттәр биреү.Башҡорт , рус һәм республикала йәшән башҡа милләт халыҡтарының ғөрөф – ғәҙәте, йолалары,ауыҙ – тел ижады тураһында ябай мәғлүмәттәр биреү. Ер шарындағы төрлө дәүләттәр (АҠШ, Англия, Франция, Ҡытай, Япония) тураһында мөғлүмәттәр биреү. Мәғлүмәт – аралашыу сараларының яңы төрҙәре тураһында ябай ғына төшөнсәләр биреү, уларҙың эше тураһында аңлатыу (компьютер, электрон элемтәһе, интернет, кеҫә телефоны, СМС ебәреү һ.б.)

Сюжетлы – ролле уйын “Китапхана”, “Сәйәхәт”, “Элемтә”, “Интернет”, “Евросеть” һ.б. Дидактик уйындар. Сюжетлы һүрәттәр буйынса хикәйә төҙөү. Сериялы һүрәттәргә ҡарап һөйләмдәр төҙөү . Тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү, йомаҡтар сисеү. Музыка тыңлау һәм йырҙар өйрәнеү. Музейгә экскурсия. Этикет ҡағиҙәләрен өйрәнеү. Энциклопедиялар ҡарау. Коллекциялар йыйыу (кеҫә телефондары, карточкалар һ.б.)

Мини – музейҙар конкурсы

Беҙҙең Армия.

Февраль

3-4 аҙналар

Рәсәй Армияһы тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Тыуған илде һаҡлау - ул ир – заттарҙың бурысы икәнен аңлатыу.Тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Төрлө хәрби һөнәрҙәр тураһында балаларҙың белемдәрен нығытыу :Йәйәүле армия, диңгеҙ һуғышсандары, һауа һуғышсылары, танк ғәскәре,. Хәрби техника менән таныштырыуҙы дауам итеү.Гендер тәрбиәһе биреүҙе дауам итеү. Енси булмышына ҡарап , үҙенең ғаиләлә, йәмғиәттә башҡарасаҡ роле тураһында аңлатыу (малай – ул, ир, атай, ғаилә башлығы, ил һаҡсыһы).

Сюжетлы – ролле уйындар “Ил һаҡсыһы”, “Осоусылар”, “Танкистар”, “Карап” һ.б. Дидактик уйындар “Траспорт төрөн атап әйт”, “Был ниндәй һөнәр кешеһе” , “Тышҡы күренеш буйынса төркөмлә”, “Был ниндәй ғәскәр”, “Эшләп бөтөр”, “Айырып һал”, “Дүртенсе артыҡ” һ.б. Иҫтәлекле урындарға экскурсиялар. Йәмәғәт транспорттарын күҙәтеү. Маҡсатлы прогулкалар. Фотокүргәҙмә ойоштороу. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү. Йомаҡтар сисеү. Батырлыҡ тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ҡаланың крайҙы өйрәнеү музейына экскурсия.Иллюстрациялар, предметлы һүрәттәр менән эш.Ғәскәр төрҙәре буйынса уйынсыҡтар коллекциялары йыйыу.

Атайҙар ҡатнашлығында музыкаль – спорт байрамы “Ир – бала илгә терәк”.

Ил биҙәге – ҡатын ҡыҙ

Март

1-2 аҙналар

Бөтә төр эшмәкәрлектәр ойоштороу. Әсәйҙәргә, өләсәйҙәрәгә, тәрбиәселәргә, ҡыҙҙарға ҡарата ҡәҙер – хөрмәт тәрбиәләү. Гендер тәрбиәһе буйынса балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Бүләктәр әҙерләүгә балаларҙы йәлеп итеү. Туҡыма төрҙөре менән таныштырыу (ситса, капрон, ебәк, атлас, трикотаж, йән, синтепон һ.б.)

Сюжетлы – ролле уйындар “Ғаилә”, “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар”, “Магазин”, “Аптека”, “Ателье”, “Элемтә бүлеге”, “Тәрбиәсе”, “Бөҙрәхәна” һ.б.

Дидактик уйындар. Мнемотаблицалар, моделдәр менән эш. Сериялы һүрәттәр, ситуациялы һүрәттәр буйынса эш. Ательегә экскурсия. Кейем – һалым магазинына экскурсия. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Йырҙар өйрәнеү. Уйындар. Мәҡәлдәр, халыҡ һүҙҙәре өйрәнеү. Фотокүргәҙмә әҙерләү. Проект эштәре әҙерләү “Мин - кеше”

Иртәлек “Ил биҙәге – ҡатын ҡыҙ”

Балалар эштәренән күргәҙмә

Яҙ килә! Хуш киләһең, Нәүрез!

Март

3-4 аҙналар

Яҙ миҙгеленең айырым үҙенсәлектәре тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу. Ҡош төрҙәре тураһында дөйөм төшөсләрә биреү (биҙәү өсөн – декоратив ҡош, йорт ҡоштары, күсер ҡоштар, ҡышлаусы ҡоштар). Уларҙы тышҡы күренештәре, холоҡтары, туҡланыу, үрсеү ысулдары һәм башҡа үҙенсәлектәре буйынса таный белергә өйрәтеү.Йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттәге үҙ – ара бәйләнеш тураһында белемдәрен системаға һалыу. Экзотик хайандар менән таныштырыу (дөйә, фил, ишәк).Нәүрез байрамы тураһында белемдәрен арттырыу. Көн һәм төн тураһында балаларҙың белемләрен байытыу, һауа трошона һәм тәбиғәт миҙгеленә бәйләп асыҡларға өйрәтеү.Театр атрибуттары әҙерләү, костюмдар тегеү.

Халыҡ уйындары. Дидактик уйындар “Йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт”, “Был үҫемлек ҡайҙа үҫә”, “Дүртенсе артыҡ”, “Тышҡы күренеше буйынса танып бел”, “Был нимәнең һабағы (сәскәһе, олоно, япрағы, ботағы)?”, “Хеҙмәт өсөн нимә кәрәк?”, “Көн - төн”, “Хайуандарҙы айыр”, “Тәбиғәт күренешен ата”. Һауа менән тәжрибәләр. Яҡтылыҡ тураһында тәжрибәләр үткәреү. Моделдәр менән эш. Коллекциялар йыйыу. Түңәрәк уйындары. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Һүрәттәр ҡарау. Тәбиғәткә экскурсиялар. Маҡсатлы прогулкалар. Экологик һуҡмаҡта эш. Йырҙар, бейеүҙәр өйрәнеү. Музыка тыңлау. Ябай музыка ҡоралдарында уйнау. Миҙгелгә ҡағылышлы теләктәр, һынамыштар, юрауҙар өйрәнеү.Театр көнөна арналған тамашалар ойоштороу.

Нәүрез байрамы – театрлаштырылған тамаша

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ

Апрель

  1. аҙна

Сәләмәт тормош рәүеше тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Кеше организмының эшмәкәрлеге үҙенсәлектәре һәм уның бер бөтөн булыуы тураһында балаларҙың белемдәрен байытыу. Кешенең тышҡы яҡтан айырылып торған сифаттары (буй, һын, күҙ, сәс төҫө) һәм аҡыл һәләтлелектәре тураһындағы төшөнсәләрҙе системалаштырыу.Кәүҙәнең төҙөлөшө, ҡайһы бер эске ағзалары (йөрәк, үпкә, ашҡаҙан, ҡан тамырҙары) тураһында төшөнсә биреү. Сәләмәт йәшәү рәүешенең мөһим компоненттары (дөрөҫ туҡланыу, хәрәкәт, йоҡо һәм ҡояш, һауа һәм һыу – беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙ) һәм һаулыҡты ҡаҡшатыу факторҙары тураһында күҙаллауҙарын киңәйтеү. Көн режимы, гигиена тураһында белемдәрен киңәйтеү.Сыныҡтырыу төрҙәре һәм ҡағиҙәләре, уларҙың файҙаһы тураһында күҙҙаллауҙарын киңәйтеү.Ҡояштың, һыуҙың һәм һауаның кеше томошона һәм уның һаулығына бәйле булыуы тураһында күҙаллауҙарын үҫтереү. Олимпия хәрәкте тураһында төшөнсәләр биреү.

Эстафеталар, Спорт уйындары һәм ярыштары.Спорт фестивалдәре. Спорт комплекстарына экскурсиялар (бассейн, стадион, боҙ һарайы һ.б.) Проект эштәре. Өҫтәл уйындары. Энциклопедиялар ҡарау. Әңгәмәләр. Гәзиттәр конкурсы “Әсәй, атай һәм мин – һау – сәләмәт ғаилә”. Нәфис әҙәбиәт уҡыу.. Викториналар. Коллекциялар әҙерләү (спорт төрҙәре ).дидактик уйындар “Кешенең тән төҙөлөшө”, “Кешенең эске ағзалары”, “Йәшәү өсөн нимә кәрәк?” һ.б.

Спорт байрамы “Әсәй , атай һәм мин – сәләмәт ”. Фотокүргәҙмә “Беҙҙең ғаилә – спорт ғаиләһе”

Беҙ – буласаҡ йыһангирҙәр

Апрель

2 аҙна

Ерҙең Ҡояш һәм үҙе тирәләй әйләнеүенә бәйле булыуын аңлатыу. Йыһан тураһында белемдәр арттырыу. Глобус һәм карталар менән таныштырыуҙы дауам итеү. Күренекле йыһангирҙәр менән таныштырыу. Һауа транспорты тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Ҡояш системаһы планеталары һәм йондоҙҙар , йондоҙлоҡтар тураһында белемдәр биреү. Йондоҙамә тамғалары буйынса үҙенең холҡ – фиғел үҙенсәлектәрен таба, күрә , аңлай белергә өйрәтеү.

Сюжетлы – ролле уйын “Йыһан карабы”. Проект эше “Космодром”. Ҡоролмалар төҙөү. Йыһан тураһында фонояҙмалар тыңлау һәм йырҙар өйрәнеү. Музыкаль – ритмик импровизациялар. Йыһангирҙәр тураһында альбомдар эшләү, фотоһүрәттәр, иллюстрациялар ҡарау. Әңгәмәләр. Хикәйәләр уҡыу. Ижади һөйләүҙәр. К.Д.Циолковский, С.П.Королев тураһында һөйләшеүҙәр. “Ҡош юлы ” легендаһы.

Компьютер технологияларын ҡулланып тематик тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге “Йыһан киңлеге”.

Һүрәттәр күргәҙмәһе “Йыһан”

Ер – беҙҙең уртаҡ йортобоҙ.

Апрель

3-4 аҙналар

Ер шары , ҡояш системаһы тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыуҙы дауам итеү. Күсер ҡоштарҙың тышҡы күренештәре, холоҡтары, туҡланыу, үрсеү ысулдары менән таныштырыуҙы дауам итеү. Аквариум – балыҡтарҙың йәшәү урыны, мөхите, ундағы балыҡтар менән таныштырыуҙы дауам итеү. Бөжәктәр тураһындағы тураһындағы төшөнсәләрҙе киңәйтеү: уларҙың туҡланыу төрҙөре (үҫемлектәр, сәскә һуты, бөжәктәр менән), төркөмләргә өйрәтеү. Ҡаҙылма байлыҡтар тураһында белемдәр киңәйтеү. (алтын, баҡыр, тимер рудаһы ).Ҡоро ер һәм һыу ятҡылыҡтары тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү.

Сюжетлы – ролле уйын “Сәйәхәт”, “Йыһан”. Уйын – эстафеталар. Картиналар, иллюстрациялар ҡарау. Ситуациялы һөйләшеүҙәр, әңгәмәләр. Күҙәтеүҙәр . тәжрибәләр. Дидактик уйындар. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Фәнни – популяр әҙәбиәт менән танышыу. Ситуатив фекер алышыуҙар “Һыуһыҙ (ерһеҙ) йәшәп буламы?”,”Тәбиғәт стихиялары”, “Тәбиғәт байлыҡтары”. Проект әҙерләү (макеттар, металл төрҙәре). Күргәҙмәләр. Коллектив эш. Йомаҡтар. Викториналар. Музыка тыңлау, йырҙар өйрәнеү. Хәрәкәтле уйындар. Ҡояш системаһы макетын төҙөү.

Тематик сара “Ҡояш системаһы ”

Еңеү яҙы

Май

1 аҙна

Патриотик тәрбиә биреү. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, һуғышта беҙҙең еңеү тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү.

Һуғыш геройҙарына һәйкәлдәр, бюстар, таҡтаташтар менән таныштырыуҙы дауам итеү. Балаларға хәрби миҙал – ордендар тураһында белешмәләр биреү. Төрлө ғәскәр төрҙәре менән таныштырыуҙы дауам итеү (йәйәү, һыу, диңгеҙ, һауа, танк). Хәрби техника менән таныштырыуҙы дауам итеү.Гендер тәрбиәһе биреүҙе дауам итеү.

Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Иллюстрациялар ҡарау. Музыка тыңлау, йырҙар өйрәнеү. Ситуатив һөйләшеүҙәр. Сюжетлы – ролле уйындар “Ил һаҡсыһы”, “Танкист”, “Моряк”, “Летчик”. Дидактик уйындар.Хәрби техника (самолет уйынсыҡтары, танкылар) коллекциялары йыйыу. Музейға экскурсия. Фотоальбомдар әҙерләү. Иҫтәлекле урындарға экскурсиялар. Проект эштәре әҙерләү (ғәскәр төрҙәре)

Иртәлек “Еңеү көнө”

Балалар эштәренән күргәҙмә

Музей донъяһы

Май

2 аҙна

Музей менән аралашыу күнекмәһе һәм тотороҡло ихтыяж формалаштырыуҙы дауам итеү. Башҡорт халҡының кәсеп – һөнәрҙәре, көнкүреше тураһында балаларҙың белемдәрен байытыуҙы дауам итеү. Скульптура һәм биҙәү – ҡулланма сәнғәте өлгөләре тураһында балаларҙың белемдәрен байытыу.башҡорт һәм рус халҡының көнкүреш тормошон, шөғөлөн, һөнәрен асыҡ күрһәткән музей экспонаттары менәнт яҡындан таныштырыу.

Экскурсиялар. Әңгәмәләр. Коллекциялар йыйыу. Макеттар төҙөү. Художестволы ижад эшмәкәрлеге. Альбомдар әҙерләү. Әҙәбиәт йыйыу. Башҡорт халыҡ уйындары. Дидактик уйындар “ Башҡорт тирмәһе”, “Рус өйө”. Сюжетлы – ролле уйындар “Солоҡсолоҡ” , “Малсылыҡ”., “Ҡымыҙсылыҡ”, “Һунарсылыҡ. Нәфис әҙәбиәт уҡыу. Халыҡтарҙың ауыҙ – тел ижады өйрәнеү. Уйын проекттары әҙерләү.

Тематик тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге “Башҡорт аты”

Салауат батыр рухы

Диагностика.

Май

3- 4 аҙналар

Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев менән таныштырыуҙы дауам итеү. Салауат Юлаевтың тыуған яҡ тәбиғәте, файҙалы ҡаҙылмалары менән таныштырыу.салауттың үҫмер сағындағы көнкүреше һәм төп шөғөлдәре тураһында мөғлүмәт биреү. Салауат Юлаевтың һәләте (шағир, сәсән, импровизатор) менән таныштырыу. башҡорт ир – егетенең образы һәм уның мәғәнәһе тураһында белемәдрен байытыу. С.Юлаевтың көрәш юлы һәм уның һуғы яҙмышы менән таныштырыу

Салауат Юлаев бюсы янына экскурсия. Салаут тураһында нәфис әҙәбиәт уҡыу, хикәйәләр тыңлау. Һүрәкә ҡарап һөйләү. Сюжетлы – ролле уйынға “Салауат ғәскәре” атрибут эшләү. . Шиғырҙар ятлау. Һүрәт төшөрөү “Салауат портреты”. Салауаттың бала сағы тураһында хикәйә сәхнәләштереү.Хәрәктле уйындар “Ҡош атыу”, “Һунарсылар”, “Тирмә”, “Сәп һуғыу”. Салауттың бюсын балсыҡтан әүәләү. Йырҙар өйрәнеү. Бейеүҙәр һалыу.

Спорт байрамы “Беҙ – йәш Салауатсылар”




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Конспект занятия в средней группе «Птицы весной»

Автор: Мухамедьянова Гульсара Салаватовна

Дата: 19.04.2019

Номер свидетельства: 507661

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(121) "Музыкальное занятие для средней группы "Музыкальное путешествие" "
    ["seo_title"] => string(74) "muzykal-noie-zaniatiie-dlia-sriedniei-ghruppy-muzykal-noie-putieshiestviie"
    ["file_id"] => string(6) "206308"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1430148544"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(142) "Конспект   занятия   СОСТАВЛЕНИЕ РАССКАЗА НА ТЕМУ «КАК ПТИЦЫ ВЕСНУ ВСТРЕЧАЮТ» "
    ["seo_title"] => string(82) "konspiekt-zaniatiia-sostavlieniie-rasskaza-na-tiemu-kak-ptitsy-viesnu-vstriechaiut"
    ["file_id"] => string(6) "197671"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1428289604"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(141) "Интегрированное занятие в средней группе "Как хорошо, что к нам пришла весна" "
    ["seo_title"] => string(88) "intieghrirovannoie-zaniatiie-v-sriedniei-ghruppie-kak-khorosho-chto-k-nam-prishla-viesna"
    ["file_id"] => string(6) "233357"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1443082134"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(169) "Конспект НОД в средней группе  по развитию речи и художественному творчеству по теме "Весна" "
    ["seo_title"] => string(106) "konspiekt-nod-v-sriedniei-ghruppie-po-razvitiiu-riechi-i-khudozhiestviennomu-tvorchiestvu-po-tiemie-viesna"
    ["file_id"] => string(6) "215307"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1432643979"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(163) "Конспект комплексного занятия в средней группе по изодеятельности на тему «Первоцветы»."
    ["seo_title"] => string(80) "konspekt_kompleksnogo_zaniatiia_v_srednei_gruppe_po_izodeiatelnosti_na_temu_perv"
    ["file_id"] => string(6) "505464"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1554035689"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства