Оло йөрәкле кеше тип кемгә әйтәләр? Әлбиттә, башҡаларға зыяны теймәгән, иғтибарлы, кешелекле, кеселекле кешегәлер.
Просмотр содержимого документа
«Оло йөрәкле кеше»
Ҡәҙерле редакция! Һеҙҙең ҡотлауҙар тапшырыуы аша беҙ ҡәҙерле кешебеҙ Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе Динислам Нурислам улы Сафинды 65 йәшлек күркәм юбилейы менән тәбрик иткебеҙ килә. Ул 1958 йылдың 17 ноябрендә Зөләйха һәм Нурислам Сафиндарҙың ике ҡыҙҙан һуң көтөп алған улдары булып донъяға килә. 1974 йылда Иҫәнгилде һигеҙ йыллыҡ мәктәбен, 1976-ла Сиҙәм урта мәктәбен тамамлай. 1977 йылда әрме хеҙмәтенә алынып, Мәскәү өлкәһенең Серпухов ҡалаһында һалдат бурысын үтәп ҡайта. 1980 йылда иһә, күптән күҙ һалып йөрөгән ошо уҡ ауылдың һылыуы Зәйтүнә Нотфрәхмән ҡыҙына өйләнә. Бер-береһен тулыландырып торған йәрҙәр алты балаға ғүмер бүләк итеп, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерә. Шул уҡ ваҡытта, күп итеп мал-тыуарын, ҡош-ҡортон да көтәләр. Силәгенә күрә ҡапҡасы тиҙәр, беҙҙең атай менән әсәй кеүектәрҙе. Икеһе лә шул хәтлем тыныс, ябай, кешелекле, мәрхәмәтле, изге йөрәклеләр. 38 йыл буйына ҡартатайыбыҙ һәм ҡәртәсәйебеҙ менән бергә ғүмер кисереп, ҡәҙерләп, хөрмәт күрһәтеп йәшәп, һуңғы юлға ла оҙаттылар. Йәндәре йәннәттә булһын. Әлеге көндә лә улар шул нигеҙҙә ғәзиз балаларын һөйөндөрөп, гөрләтеп донъя көтөүҙәрен дауам итә. Күҙҙәр генә теймәһен! Аллаһыма шөкөр, алтыбыҙ ҙа күңелебеҙгә ятҡан һөнәр алып, һәр беребеҙ үҙ ояһын ҡороп, атай-әсәйебеҙҙән өлгө алып йәшәргә тырышабыҙ. Өлкән улдары Илфат килендәре Зилара менән Аҡъярҙа төпләнеп, өс балаға ғүмер бирҙеләр. Уларҙың иң ололары Нургиз, Динислам Нурислам улын—ҡартатай, Зәйтүнә Нотфрәхмән ҡыҙын ҡәртәсәй иткән егет быйылдан һалдат бурысын үтәп йөрөй. Имен-һау ғына ҡайтырға насип булһын үҙенә. Улдары Илшат һәм Нәзир кәләштәре Зинира һәм Юлиә менән Сибай ҡалаһында йәшәйҙәр. Ә инде ҡыҙҙары Юлиә һәм Дилүзә кейәүҙәре Рөстәм һәм Фәррух менән Ханты-Манси өлкәһенең Сорғот ҡалаһындабыҙ. Кинйәбикәләре Әминә лә шәфҡәт туташы һөнәрен алып, Сорғоттағы дауаханала хеҙмәт юлын башланы. Атайыбыҙҙың ун ейән-ейәнсәре ҡартатай тип өҙөлөп торалар.Ул да бигерәк бала йәнле, ихлас кеше булыраҡ, һәр саҡ күңелдәрен күрергә тырыша. Юбилейы менән ҡотлап уға изге теләктәребеҙҙе еткергебеҙ килә. Иң мөһиме—ныҡлы һаулыҡ, хәйерле, бәрәкәтле, иманлы, парлы, оҙон ғүмер юлы насип булһын. Атай, беҙ һине ныҡ яратабыҙ һәм барыһы өсөн дә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
Был көн шундай күнеллелер—һин тыуғанға,
Был донъя шундай яктылыр—һин булғанға.
Бөтә йыһан шатланғандыр—һин тыуғанда.
Тирә-яҡта һәр саҡ байрам—һин булғанда.
Бөгөнгөләй һөйкөмлө бул!
Бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре уҫкәндә лә,
Яҙ япраҡтар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә,
Ергә ҡарҙар яуғанда ла!
Ҡотло булһын юбилейың!
Ҡотлау менән хәләл ефете—Зәйтүнә, улдары—Илфат, Илшат, Нәзир, ҡыҙҙары—Юлиә, Дилүзә, Әминә, килен—кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары һәм барлыҡ туғандары.