Бер кем дә мәңгелек түгел. Был фани донъяла һәр кемдән дә бер эҙ ҡала
Просмотр содержимого документа
«Беҙҙән ниндәй эҙ ҡалыр.»
Баш һүҙ
Бер кем дә мәңгелек түгел. Әммә, был фани донъяларҙа кеше күпме генә ғүмер кисерһә лә, үҙ артынан яҡты эҙ ҡалдырырға тейештер. Тормоштоң бар ауырлығын: етемлек, аслыҡ, яланғаслыҡты иңдәрендә татып үҫә ул. Шулай ҙа, Мораҡ педучилищеһын тамамлап, һөнәр алып сыға. Яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып, дүрт тиҫтәгә яҡын ғүмерен уға арнай.
Һүҙем, ҡартатайым Итбаев Зәкирйән Сәфәрғәле улы тураһында. Тормош юлы хаҡында ҡыҫҡа ғына шуларҙы әйтергә була. Мең дә туғыҙ йөҙ ҙә утыҙынсы йылдың егерме дүртенсе ғинуарында Ейәнсура районының Бикбау ауылында донъяға килә. Әле бәләкәй генә сағында әсәйҙән етем ҡала. Атаһы икенсе ҡатынға өйләнеп, Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылында уҡ фронтҡа алынып, хәбәрһеҙ юғала. Бөтә ауырлыҡты ла еңеп сығып, уҡытыусы дипломын алғас, йүнәлтмә буйынса, яҙмыш уны Хәйбулла районының ялан яғына, Әбделнәсир ауылына алып килә. Унда бер йыл эшләгәс, күрше Иҫәнгилде ауылына килеп хеҙмәт юлын дауам итә. Артабан Нәжиә Низамитдин ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, ике балаға ғүмер бүләк итәләр. Өсөнсө сабыйҙарын ҡулдарына алған саҡта ҡара ҡайғы килә. Әле яңы егермеһен тултырған йәш кәләше яҡты донъя менән хушлаша. Ҡырҡ көн генә йәшәп, сабый ҙа күҙҙәрен мәңгелеккә йома. Былар һәм Зәкирйән Итбаевтың оҙаҡ йылдар буйына Хәйбулла, Ейәнсура районы гәзиттәрендә, республика баҫмаларында төрлө ваҡыттарҙа донъя күргән мәҡәләләрен бер урынға туплау маҡсаты менән ошо китап яҙылды. Мәҡәләләрендә ул өлгөлө ғаиләләр, бала сағы, ата-әсәһе, туғандары, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре, тормоштоң төрлө саҡтары тураһын да уйланыуҙарын бәйән итә. Үҙенең хеҙмәт юлының нисек башланыуы, ниндәй ауырлыҡтар аша үтеүе, иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәре тураһында ике тапҡыр “Эш йылдарынан ҡалған тәьҫорттар”, “Үҙем тураһында үҙем” тигән атама аҫтында дәфтәр битенә яҙып ҡалдырған. Тәүгеһенең яҙыу ваҡыты билдәһеҙ, икенсеһен туҡһанынсы йылдар аҙағында яҙыуы билдәле. Матбуғат биттәрендә баҫылғандарын иһә, йөкмәткеләренә ҡарап:
“Иҫәнгилде ауылының дан ғаиләләре”
“Әбделнасир ауылының маҡтауға лайыҡ халҡы”
“ Сиҙәм ҡасабаһы эшсәндәре”
“Вәлиттең күркәм кешеләре”
“Тыуған яғым-йәмле Бикбауым!”
“Атай-әсәй, туғандарым”
“Әл дә һеҙ бар, район гәзиттәре!”
“Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә мәңгелек дан!”-тигән атамалар аҫтында төркөмләп сығылды.