kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Алыҫтағы ҡояш яҡтыһы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Еңеүҙе яңҡынайтыуға ҙур өлөш индергән баһадир яугирҙәр хаҡында мәҡәлә.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Алыҫтағы ҡояш яҡтыһы»



Алыҫтағы ҡояш яҡтыһы

20 быуат илебеҙ тарихында ҡанлы эҙҙәрен аҙ ҡалдырманы, тиһәк һис кенә лә арттырыу булмаҫ. Шуларҙың иң аяуһыҙы—1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы. Ул ҡоро тарих ҡына түгел, халыҡтың баһалап бөткөһөҙ рухи мираҫы. Күпме генә йылдар үтһә лә, уға ҡарата булған ҡыҙыҡһыныу һуғыштың ҙур масштаблы эпопеяһына ғына түгел, ә һәр бер битенә айырым арта ғына бара.

Тиҫтәләрсә миллион кеше ғүмерен ҡыйып, яҙмышын селпәрәмә килтереп, тәнен генә түгел, йәнен дә зәғифләгән һуғыштың тамамланыуына быйыл 75 йыл. Ул ишек ҡағырға онотҡан бер генә өй ҙә юҡтыр, сөнки, Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән ҡаһарман һәр ғаиләлә тиерлек бар.

Шуларҙың береһе—Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуып үҫкән Ғәниулла Ғинниәтулла улы Хәбирйәнов. Беренсе класты ғына тамамлап киләһе йыл тура өсөнсөгә барған Ғәйнулла бик зирәк бала була. Илдә Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, хәрби комиссариатҡа бер-нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеп тә ыңғай яуап ала алмағас, 1927 йылда тыуған егет йәшен өҫтәтеп булһа ла моратына ирешә. Башта Тоцкийҙың йәйге лагерында радист һөнәрен үҙләштерә. Артабан иһә, СССР менән Иран сигенә хәрби ғәскәр сафына оҙатыла. Был осорҙа Иран Германияның союздашы була. Немецтар Сталинградты алыу менән улар ҙа Советтар Союзына һөжүм итергә тейеш була. Ғәрәп телен бик яҡшы белгән Ғәниулла фарсы телен дә тиҙ арала өйрәнеп ала. Иранға килеп төшкәс, шул илдә йәшәгән халыҡтар кеүек буй биҙәкле халат, түбәтәй кейеп ала. Иран сигендә дошман тылына сыҡҡан разведчиктар, ҡайһы берҙә тулы бер заставаны юҡ итеүгә өлгәшә. Һәр ваҡыт булып торған атышыуҙар һөҙөмтәһендә юғалтыуҙар ҙа була. Бер саҡ, радистар араһында йәшерен агент барлыҡҡа килә. Һиҙгер Ғәниулла Морзе азбукаһы менән мәғлүмәт тапшырыу аша агенттың шәхесен асыҡлауға өлгәшә.

Һуғыштағы ваҡиғалар хаҡында бер ҡасан, бер кемгә, бер нимә лә бәйән итмәй. Олораҡтарҙың һорауына: «Ҡыҙыыыҡ ул...»,- тип кенә яуап ҡайтарһа, балаларына иһә үҙ ваҡыты еткәс барыһын да һөйләсәге тураһында әйтә. Тик, уның бар серҙе сисер көнөн генә бер кем көтөп еткерә алмай. Һуғыш осоронда әсәһенә ҡара ҡағыҙ килеп тә, 9 йыл ғүмерен Ватаны өсөн фиҙа ҡылып, имен-һау ҡайтып, 7 балаһын үҫтереп, ҡыуанып йәшәр урынға, 1978 йылда эш урынында уғрылар тарафынан мәрхүм була. Сит тарафтарҙа дошман менән алышып еңеү яулаған ҡаһарман яугирҙың ғүмере шулай ҡыйыла...

Һуғыш—ул үлем менән йәшәү араһында көрәш кенә түгел, ә мөхәббәт тә. Уның кеүек изге, саф хис әҙәм балаһын ҡайҙа ла эҙләп таба. Бирғәле менән Зөләйханы ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тап итә. 1944 йылда иһә, ғүмерлеккә бергә булырға һүҙ ҡуйышып, ғаилә лә ҡоралар.

Бирғәле Нурғәле улы Шаһиев Баймаҡ районының Төркмән ауылында донъяға килә. Түбә ауылына күсеп урта белем алғас, Белорет училищеһына уҡырға инә. Ләкин, һуғыш башланыу сәбәпле, танкист һөнәренә уҡытып яуға оҙатыла. Тик, дошманға булған нәфрәтен баҫтырып, оҙаҡ яу ҡырында йөрөү насип булмай уға. Волгоград өлкәһенең Дондағы Калач ҡалаһы өсөн барған һуғышта танктары шартлай һәм ул, ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. Дауаланып сыҡҡандан һуң ҡабат һуғышҡа ебәрелмәй, Мәскәүҙән эвакуацияланған часта ҡалдырыла. Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда урынлашҡан дауаланыу йортонда һаулығын нығытҡан мәлдә үҙенең ғүмерлек йәре татар ҡыҙы Зөләйханы осрата.

Әтнә районының Юғары Сәрдек ауылында 1922 йылда донъяға килә ул. 14 балалы ғаиләлә иң зирәге булғанға күрә, 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлау менән Ҡазанға юл тота. Тик, ғаиләһенең хәлен аңлап, эшкә урынлаша. Әле һөнәре булмаған ҡыҙ тегеү фабрикаһында башта ҡул менән, аҙаҡ теген машинаһында бик оҫта тегеүсе булып китә. Бөйөк Ватан һуғышы башланып, госпиталдә кер йыуыусы һәм киптереүсе булып эшләгән осорҙа, дөрөҫөрәге 1944 йылда йәш ҡыҙҙың киләсәк яҙмышын хәл иткән ваҡиға була. Һуғыш яландарында яраланып, Ҡазанға госпиталгә ҡайтарылған яралылар араһында башҡорт егете Бирғәле Шаһиев та була. Сибәрлеге менән күп егеттәрҙе хайран иткән Зөләйхаға уның да күҙе төшә. Башта ситтән генә күҙәтеп йөрөй. Башҡалар арҡылы егетенең бармы, юҡмы икәнлеген дә белешкәс кенә, бер көндө ҡыҙҙы оҙатып ҡуя. Шулай осрашып йөрөгәндән һуң һөйгәненә тәҡдим яһай. 1944 йылдың 20 октяберендә ғаилә ҡоралар.

Баймаҡ ҡалаһында төпләнгән ғаилә ете балаға ғүмер бүләк итә. Яуҙа яралған мөхәббәт шулай ҡоростай ныҡ булып сыға.

Тылда ғына түгел, һалдаттар ҙа фронтта һәр саҡ ут эсендә булмай—улар хат яҙалар, гармунда, ҡурайҙа уйнайҙар, күңел асалар... Ҡурай тигәндәй, был тарих үҙе ҡурайсы, үҙе йыраусы Нурмөхәмәт Мусин тураһында булыр. Ул был тылсымлы ҡоралда уйнау серҙәрен Хәйбулла районы Смаҡ ауылынан булған данлыҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтан өйрәнә...

Һалдат бурысын үтәп ҡайтҡас, Нурмөхәмәт Һамарҙа тракторсылар әҙерләү мәктәбендә директор вазифаһын башҡара. Намыҫлы, егәрле егетте артабан уҡырға өндәп, Мәскәүгә юғары партия мәктәбенә ебәрәләр. Уны уңышлы тамамлап ҡайтҡас, тыуған яғы Баймаҡ районының Яңғаҙы ауылына хужалыҡ рәйесе итеп тәғәйенләнә. Халыҡтың ауыр тормошон еңеләйтергә тырышып, Нурмөхәмәт уларға иген таратып бирә. Дәүләт милкен рөхсәтһеҙ тотонғаны өсөн ғәйепләнеп, уны төрмәгә ябалар. 1943 йылда унан тура һуғышҡа алына. 29-сы Көнбайыш уҡсылар полкында үҙенең яу юлын башлай. Фронтта 361-се уҡсылар полкының станоклы пулемет отделениеһы командиры, 275-се уҡсылар гвардияһы полк старшинаһы дәрәжәһенә тиклем үрләтелә. Бөйөк Еңеүҙе ул Пруссия ерендә ҡаршылай. Әммә, Нурмөхәмәт Әбүләис улына тиҙ арала тыуған яҡтарына ҡайтыу мөмкин булмай. Гитлер Германияһын еңгәндән һуң, Алыҫ Көнсығышҡа оҙатыла. Унда Беренсе Байҡал аръяғы фронты составында Порт-Артурҙы алыуҙа, Квантун ғәскәрен тар-мар итеүҙә ҡатнаша.

Япондар менән һуғыш осоронда уның менән шундай хәл була. Һуғыш аҙға булһа ла тынып, ял иткән мәлдә ҡолап төшөп, емерелеп ятҡан самолеттың еҙ торбаһынан ҡурай эшләп, башҡорт көйҙәрен уйнап ебәрә. Илаһи ҡурай моңон ишетеп, янына башҡорт егеттәре йыйылып китә. Оло кинәнес менән рухланып тыңлайҙар Нурмөхәмәттең уйнағанын...

Эйе, кеше ниндәй генә мәлдәрҙә лә йәшәүгә дәртен, сәмен, барыһы ла яҡшы буласағына өмөтөн һәм ышанысын юғалтмай. Әгәр ҙә быларҙың береһе генә һиндә юҡ икән, тимәк, иртәгең дә юҡ. Ғәниулланы дошман тылынан сығып, бик күп йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, үҙ-үҙенә, иртәгәһе көнгә булған ышаныс тыуған яҡтарына алып ҡайта. Бирғәле менән Зөләйха Шаһиевтар ҙа шул маҡсат менән сәстәрен-сәскә бәйләһә, Нурмөхәмәт тә яҡты киләсәккә булған өмөт шәмдәренең һүнеүенә ирек бирмәй.

Р.Н.Теүәлбаева

Сибай ҡалаһы.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Алыҫтағы ҡояш яҡтыһы

Автор: Тувальбаева Разалия Наиловна

Дата: 04.12.2021

Номер свидетельства: 593458

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(61) "5 класс по теме "Медаль и мальчик". "
    ["seo_title"] => string(35) "5-klass-po-tiemie-miedal-i-mal-chik"
    ["file_id"] => string(6) "202396"
    ["category_seo"] => string(10) "literatura"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1429244028"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(52) "Класс с???те"?аулы? - ?ур байлы?""
    ["seo_title"] => string(32) "klass-s-g-tie-haulyk-z-ur-bailyk"
    ["file_id"] => string(6) "311992"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1459271005"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(59) "Классный час" Мое вечное солнце" "
    ["seo_title"] => string(37) "klassnyi-chas-moie-viechnoie-solntsie"
    ["file_id"] => string(6) "131862"
    ["category_seo"] => string(22) "klassnomuRukovoditeliu"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1416239967"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(63) "Урок башкирского языка. Тема "Зима""
    ["seo_title"] => string(36) "urok_bashkirskogho_iazyka_tiema_zima"
    ["file_id"] => string(6) "349627"
    ["category_seo"] => string(13) "vsemUchitelam"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1476624320"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(75) "Урок башкирского языка. Тема: "Наша семья""
    ["seo_title"] => string(45) "urok_bashkirskogho_iazyka_tiema_nasha_siem_ia"
    ["file_id"] => string(6) "349638"
    ["category_seo"] => string(13) "vsemUchitelam"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1476625321"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства