1 сл. Хәйерле иртә! Мин “Аленушка” балалар баҡсаһынан Исламғолова Гөлназ Билал ҡыҙымын.
2 сл. Бөгөн оҫталыҡ дәресендә тәҡдим итәсәк темам: “Шиғри ижад аша мәктәпкәсә өлкән йәштәге тәрбиәләнеүселәрҙең телмәрен үҫтереү”.
3 сл. Ни өсөн мин был йүнәлештә эшләйем? Беренсенән, балаларҙың телмәр үҫеше йылдан-йыл түбәнәйеүе барыбыҙға ла мәғлүм. Һәм ошо йүнәлештә эшләп, шиғыр ижад итеү аша тәрбиәләнеүселәрҙең телмәрен байытырға, үҫтерергә мөмкин булыуына инандым.
Икенсенән, йәмғиәттең йылдам үҫеше замана кешеһенән килеп тыуған бөтә мәсьәләләрҙе лә ижади ҡараш аша, продуктив хәл итеүҙе талап итә. Ниндәйҙер яңылыҡтар уйлап сығарыу, ижад итеү проблемаһы шул тиклем актуаль булып китте, хатта уны “быуат проблемаһы” тип әйтергә лә мөмкин. Бала саҡ – шиғри һәләтте үҫтереүгә иң ҡулай осор. Һәр балала төрлө һәләт йәшеренгән. Нәҡ ошо ваҡытта, һәр сабый үҙ алдына донъя серҙәрен асҡан саҡта, уның таланты ла, үҙенсәлекле ҡарашы ла күренә. Шиғыр сығарыу, шиғыр ижады баланың ижади мөмкинлектәрен асырға, асҡас уны үҫтерергә булышлыҡ итә. Беҙҙең “Аленушка” балалар баҡсаһында ла ижади эшмәкәрлеккә, бигерәк тә һүҙ ижадына айырыуса ҙур иғтибар бирелә.
Өсөнсөнән, бер нисә йыл элек төркөмдә йөрөгән тәрбиәләнеүселәрҙең, шул иҫәптә үҙемдең ҡыҙымдың да, һүҙҙәргә оҫта ғына итеп рифма һайлауҙарына, шиғыр ижад итергә һәләтлектәре булыуына иғтибар иттем һәм телмәр үҫтереү шөғөлдәрендә, шәхси эшмәкәрлектә ошо йүнәлештә төплөрәк эш башланым.
Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы ижади йүнәлештә эшмәкәрлек итеү — белем биреү программаһында ҡуйылған бурыстарҙың береһе.
4 сл. Шиғыр ижады эшмәкәрлегендә мин Ридә Хәнифовна Гасанова, Любовь Николаевна Гасанованың “Башҡорт халҡының милли мәҙәниәте нигеҙендә мәктәпкәсә йәштәгеләрҙең һүҙ ижадын үҫтереү”, Р.Х.Гасанованың “Нәфис әҙәбиәт аша мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың образлы телмәрен үҫтереү”, Л.Н.Гасанова, Р.Х.Гасанованың “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәр үҫеше” әсбаптарын ҡулланам. Шулай уҡ О.С.Ушакова, Е.М.Струнинаның “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү методикаһына”, Т.А.Сидорчук, Н.Н.Хоменконың “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү технологияһына” таянып эшемде планлаштырам.
5 сл. Ижади эшмәкәрлек ошондай маҡсаттар һәм бурыстар ҡуя:
Маҡсат: шиғыр ижад итеү аша тәрбиәләнеүселәрҙең телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеү, шарттар тыуҙырыу.
Бурыстар: Тәрбиәләнеүселәрҙе шиғыр ижад итеү нигеҙҙәре менән таныштырыу; Лексик-грамматик бәйләнештәрҙе һиҙергә, күрергә күнектереү, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу; бирелгән рифмалашҡан һүҙҙәр нигеҙендә ике, дүрт юллыҡтар төҙөү күнекмәләре биреү;
Тәрбиәләнеүселәрҙе ижади эшмәкәрлеккә ылыҡтырыу;
Был эште өлкән төркөмдә башлайым. Ижади юҫыҡта эш ойошторолған белем биреү эшмәкәрлегендә шөғөлдөң бер элементы, алымы булараҡ, шәхси эшмәкәрлектә, төркөмсә менән эшмәкәрлектә алып барыла. Башлыса бөтә күнегеүҙәр ҙә уйын алымы аша башҡарыла.
Ә хәҙер, хөрмәтле коллегалар, шиғыр яҙыуҙың бер нисә серен бергәләп асыҡларға тәҡдим итәм.
6 сл. Шөғөл, ғәҙәттә, телмәр үҫеше йүнәлешендә булараҡ, телдәргә күнегеүҙәрҙән башлана. Иң ҡулланышлы күнегеүҙәрҙең береһен һеҙгә тәҡдим итәм:
Да-да-да – ҡуян саба урманда,
Ды-ды-ды – иңләп-буйлап урманды,
Дә-дә-дә – бөжәктәр ҙә үләндә,
Ды-ды-ды – ҡуян күреп ҡыуанды.
Бындай күнегеүҙәрҙе тәрбиәләнеүселәр тәүҙә тәрбиәсе артынан ҡабатлаһа, һуңыраҡ темаға ярашлы үҙҙәре лә төҙөй башлай. Шуға оҡшаш күнегеүҙәр тәрбиәләнеүселәрҙең фонематик ишетеү һәләтен үҫтереүгә, рифмалашыусы һүҙ һайларға булышлыҡ итә.
7 сл. Тәүге шөғөлдәрҙә балаларҙы әҙәби жанрҙар - хикәйә, әкиәт, шиғыр - менән практик таныштырабыҙ.
Ике тексты тыңлағыҙ һәм сағыштырып ҡарағыҙ: Мин барығыҙға ла билдәле булған шиғырҙы алдым.
Аяғына йөн ойоҡ кейеп, ҡулына төпһөҙ тырыз тотоп, бесәй еләккә китте.
Бесәй китте еләккә,
Тырыз элеп беләккә.
Аяғында йөн ойоҡ,
Тырызының төбө юҡ.
Был ике текст нимәһе менән оҡшаш? (Уларҙың йөкмәткеләре бер, бер үк картина төшөрөр инек)
Ә нимәләре менән айырыла? (Беренсе текст прозала бирелгән, икенсе текст поэзияла һәм ҡолаҡҡа ятышлыраҡ).
8 сл. Шиғри юлдар бер ритмға һалынған һәм улар матурыраҡ, моңлораҡ ишетелә. Тимәк, шиғыр сығарыуҙың беренсе сере – ритм. Башҡорт телендә беҙ иң беренсе нәүбәттә ижектәрҙең тап килеүенә, йәғни иҫәбенә иғтибар итәбеҙ. Барығыҙға ла яҡшы таныш шиғыр миҫалында ҡарап үтәйек:
Иғтибар итһәгеҙ, был шиғырҙың һәр юлында 7-шәр ижек.
9 сл. Икенсе сере ниндәй тип уйлайһығыҙ, хөрмәтле коллегалар?
Дөрөҫ, ул рифма – шиғырҙағы һуңғы ижектәрҙең, һүҙҙәрҙең яраҡлашыуы. Мәҫәлән, әйҙәгеҙ әле экранға күҙ һалайыҡ һәм алда ҡарап үткән шиғыр миҫалында рифмаларын ҡарайыҡ:
10 сл. Рифмалаштырыуға, рифманы билдәләүгә бик күп төрлө уйындар тәҡдим итергә мөмкин, мәҫәлән: “Кем күберәк рифма әйтә?”, “Ниндәй һүҙ артыҡ?” (экранда). “Шиғырҙың аҙағын әйтеп бөт”, “Яңғыраубикә”. Был уйындарҙың барыһы ла балаларҙың өн ишетеү һәләтен үҫтереүгә, һүҙлеген байытыуға булышлыҡ итә.
“Кем күберәк рифма әйтә?” уйынын бергәләп уйнайыҡ.
Киләһе уйыныбыҙ “Ниндәй һүҙ артыҡ?”
11 сл. Ошо рифмалаштырыуҙарға таянып, буриме, моноримдар ижад итәбеҙ. (экранда)
Буриме – ул шиғыр юлдарының аҙаҡтары рифмалашыуы. Уйын ябай: бирелгән рифмаларҙы шиғырҙың һәр юлының аҙағына дөрөҫ урынлаштырырға кәрәк. Яҙ – наҙ,
Килеп етте йылы ...
Күңелдәргә тулды ....
Рифмаларҙың тап килеүенә тағы ла бер алым тәҡдим итергә мөмкин: ул – монорим. Монорим ул – шиғырҙың бөтә юлдарының да рифмалашыуы. Экранда беҙҙең тәрбиәләнеүселәр сығарған моноримға өлгө бирелгән.
12 сл. Беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙ лимериктар төҙөргә ярата. Лимериктың төп ҡағиҙәләрен һеҙ экранда күрәһегеҙ:
Йәшәгән, ти…………?
Ниндәй ул……………?
Ни эшләгән…………?
Кем (нимә) менән аралашҡан ……?
Һығымта.
Йәшәгән, ти, бер ҡыҙсыҡ,
Булған, ти, бик ҡылансыҡ.
Маҡтанған ға туҡтауһыҙ
Уйнаған ул гел яңғыҙ.
Маҡтаныу – насар ғәҙәт.
13 сл. Шиғыр ижадының өсөнсө сере - ул төрлө сағыштырыуҙар, йәнләндереүҙәр, эпитеттар, метафоралар.
Был йәһәттән беҙ метафораны ҡарап үтәйек:
Билдәле булыуынса, метафора ул – ике предмет өсөн дә уртаҡ булған билдәне бер предметтан икенсе предметҡа күсереү.
14 сл. Метафора төҙөү алгоритмы экранда.
- Иң беренсе обьект һайлана. Ҡар бөртөгө - I объект
Ошо обьектҡа ҡарата метафорик фраза төҙөлә. Объекттың сифатын белдергән һүҙ уйлайбыҙ. Аҡ
- Икенсе обьект һайлайбыҙ. Сәскә - II объект
(беренсе обьект менән сифаты яғынан оҡшаш булырға тейеш) - Беренсе обьекттың урынын билдәләйбеҙ. Һауала, күктә Метафоралы фраза төҙөр өсөн икенсе обьект алына һәм беренсе обьекттың урынлашҡан урыны билдәләнә . Һауалағы ап-аҡ сәскәләр -
Был алым башлыса йомаҡтар ижад иткәндә отошло ҡулланыла.
15 сл. Тағы ла бер мауыҡтырғыс алымдарҙың береһе – синквейн. Мәктәпкәсә кескәй төркөм балалары менән дә рифмалашмаған шиғырҙар – синквейндар – төҙөргә була. Был алымдың отошлолоғо шунда: артығын алып ташлап төп фекерҙе билдәләү, дөйөмләштеү, классификациялау күнекмәләре бирә.
Синквейн - үтелгән темаларҙы йомғаҡлағанда бик уңайлы алым.
Синквейн төҙөү ҡағиҙәһе экранда:
Беренсе юл - бер һүҙҙе тәшкил, исем йөкмәткеһен билдәләүсе 1 һүҙ
Икенсе юл - ике һүҙҙән тора, был әйберҙең йәки күренештең үҙенсәлеген, сифатын асыҡлаусы һүҙҙәр булырға мөмкин. 2 – 3 һүҙ.
Өсөнсө юлда - төп темаға ҡағылышлы эш – хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәр. 2 – 3 һүҙ.
Дүртенсе юлда - бала билдәләнгән темаға ҡағылышлы һөйләмдәр төҙөй. Бишенсе юлда - бер генә һүҙ йәки һүҙбәйләнеш тәшкил итә. Был һүҙ, һүҙбәйләнеш бирелгән теманың төп йөкмәткеһен асыҡлай.
16 сл. Әйҙәгеҙ әле, бергәләп ғаилә темаһына синквейн төҙөйөк. (БЕРГӘ)
Дидактик синквейнды төрлө лексик темаларға буйынса төҙөргә мөмкин.
17 сл. Үрҙә атап үтелгән алымдарҙы мин эшемдә әүҙем ҡулланам, әлбиттә. Әммә баланың әҙәбиәткә, ижади эшмәкәрлеккә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын юғалтмаҫ өсөн тәрбиәсегә яңы инновацион алымдар ҡулланырға, һәр шөғөлгә ижади күҙлектән ҡарап әҙерләнергә тура килә. Шуға ла үҙемдең белемемде ошо йүнәлештә арттырырға тырышам һәм яңы алымдар эҙләйем, уларҙы практикала ҡулланам. Быйылғы уҡыу йылында әле яңыраҡ ҡына синквейн алымына оҡшаш тағы бер алымды өйрәнә башланым. Ул “ҡырлы күпмөйөш” йәки инсайт.
«Инсайт» - ул килеп тыуған мәсьәләне яңыса, оригиналь юл менән хәл итеү, ябай әйберҙе, ғәҙәти күренеште стандарт булмағанса күреү. Инсайт алымы балаларҙың телмәрен дә, фекерләү һәләтен дә үҫтереүгә булышлыҡ итә. Уны йомғаҡлау дәрестәрендә ҡулланыу бик отошло.
18 сл. Экранда ижади күпмөйөш алымының ҡағиҙәһе
19 сл. һәм ошо ҡағиҙәгә таянып ижади эш бирелгән: Мин ҡыш темаһын алдым.
1 – се юл – Объект ниндәй? (билдә белдереүсе һүҙҙәр) Һыуыҡ ҡыш, буранлы ҡыш, сатлама һыуыҡлы ҡыш
2 – се юл – Объект тураһында ниндәй ҙә булһа һорау Ҡыш нимәһе менән күңелгә яҡын?
3 – сө юл – Нимә менәндер бәйләү. Яңы йыл байрамы, ҡар бабайы әүәләү.
4 – се юл – Объект ниндәй мәғәнәгә эйә? Ҡышҡы уйындар сыныҡтыра.
5 – се юл – Объектҡа ҡарата сағыштырыуҙар, икенсе объект менән сағыштырыу. Ҡыштың юрғаны аҡ мамыҡ.
6 – сы юл – поэтик сағыштырыу, эпитет. Ҡыш ул әкиәт һымаҡ.
Һуңғы этабы - ошо килеп сыҡҡан юлдарҙы шиғырға һалырға кәрәк. Бының өсөн ҡайһы бер һүҙҙәрҙе алып ташларға, бәлки алыштырырға ла кәрәк булыр. Был эш еңелдәрҙән түгел, әлбиттә, әммә бик мауыҡтырғыс. Экранға иғтибар итегеҙ.
20 сл. Ә хәҙер, коллегалар, бергәләп, схемаға таянып яҙ миҙгеле тураһында ижади күпмөйөш төҙөп ҡарарға тәҡдим итәм.
1-се юл: Яҙ ниндәй булырға мөмкин? Ҡояшлы, күңелле, иртә,
2-се юл: Яҙға ҡағылышлы ниндәй ҙә булһа һорау – Яҙ һеҙгә оҡшаймы? Яҙ быйыл иртә килдеме? Яҙға ҡыуанаһығыҙмы?
3-сө юл: Яҙҙы икенсе берәй нимә менән бәйләргә мөмкин? Яҡшы кәйеф, сәсеү ваҡыты, тәбиғәт уяныуы
4-се юл: Яҙ ниндәй мәғәнәгә эйә? Яҙ күңелдәрҙе күтәрә. Мөхәббәт тойғоларын уята. Бөтә тәбиғәт уяна.
5-се юл: Яҙға ҡарата ниндәй сағыштырыуҙар ҡулланырға була? (Тик яуаптар тулы булһын). Яҙ - ул гүзәллек. Яҙ - ул һылыу ҡыҙ. Яҙ - ул йәшел таҡыя.
6-сы юл: сағыштырыу, эпитет. Ҡояшлы, күп һыулы, йәнле, көләс,
Хөрмәтле коллегалар, беҙ һеҙҙең менән шиғырыбыҙ өсөн материал йыйҙыҡ. Ә хәҙер ошо һүҙҙәрҙе шиғри формаға йыйырға кәрәк. Нисә юл килеп сығыуы мөһим түгел.
21-22-23 сл. Һүҙ ижадының бик әһәмиәтле этабы булып ижадты баһалау тора. Бәлки өлкәндәр өсөн был бик үк мөһим дә түгелдер, ә бына бала өсөн был бик кәрәк. Шуға күрә ижад юлына яңы баҫҡан баланың тәүге ижад емештәрен иғтибар менән тыңларға, уны ҡанатландырырға, дәрләндерергә кәрәк.
24-25-26 сл. Ижад итеү йүнәлеше беҙҙең балалар баҡсаһында, әйтеп үтеүемсә, бер нисә йыл дауамында алып барыла һәм беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙҙең, педагогтарҙың был юҫыҡта эш һөҙөмтәләре лә бар. Экранда беҙҙең сығарған йыйынтыҡтар һәм шиғырҙарыбыҙ баҫылған баҫмалар.
27 сл. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!