Сибай ҡалаһы “Аленушка” балалар баҡсаһының
юғары категориялы тәрбиәсеһе
Исламғолова Гөлназ Билал ҡыҙы
Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә “Икмәк – ил байлығы” темаһына ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге
Эшмәкәрлек төрө: танып белеү
Маҡсат: балаларҙа икмәктең ҡиммәте тураһында төшөнсә формалаштырыу.
Бурыстар:
Игенсе хеҙмәте тураһында балаларҙың белемдәрен тәрәнәйтеү, кеше хеҙмәтен еңелләштергән машиналар (сәскес, тырма, комбайн һ.б.) тураһында төшөнсәләр биреү, икмәктең өҫтәлгә ҡайҙан килеү юлдарын аңлатыу. Икмәк тураһында һөйләүҙә (шиғыр сығарыуҙа) синквейн алымы (схемаға таянып) менән таныштырыу.
Һүҙлек запасын байытыу, балаларҙың бәйләнешле телмәрҙәрен, ижади һәләтен үҫтереү.
Балаларҙа икмәк үҫтергән кешеләргә ихтирам, улар менән ғорурланыу тойғоһо, икмәккә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: икмәк каравай, тоҙ, синквейн төҙөү схема – моделе, таҡта, арыш, бойҙай башағы, иген бөртөгө, ноутбук, экран, йомаҡтарға схемалар, туп, йомғаҡ, бәләкәй батмустар, синквейн буйынса плакат төҙөү өсөн һүрәттәр, арыш икмәге, аҡ икмәк, шпажкалар.
Һүҙлек эше:
Һүҙлекте байытыу: агроном, ырҙын табағы(элеватор), бойҙай, башаҡ, башаҡтың мыйыҡтары, көлсә, ураҡ, көлтә, механизатор.
Һүҙлекте әүҙемләштереү: комбайнсы, тракторсы, күпереп бешкән, арыш икмәге, һабаҡ.
Методтар һәм алымдар: тикшеренеү эше, әңгәмә, практик эш, презентация ҡарау, һорауҙарға яуап биреү, педагогик ситуация, схемалар менән эшләү, дидактик уйындар, йомаҡ сисеү.
Алдан башҡарылған эш: мәҡәлдәр өйрәнеү, шиғырҙар ятлау, уҡыу, йомаҡтар сисеү, схема буйынса һөйләү, “Икмәктең оҙон юлы” альбомын төҙөү, “Башаҡ” әкиәтен уҡыу, тоҙло ҡамырҙан икмәк изделиелары, “Әпәкәй” шиғырын ятлау.
Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге барышы:
Балалар уйын мөйөшөндә “Магазин”, “Төшкө аш әҙерләү” сюжетлы –ролле уйындары уйнайҙар. Тәрбиәсе балалар янына бара.
Тәрбиәсе: “Сюрприз!” Балалар, ҡарағыҙ әле, мин һеҙгә бөгөн нимәлер килтерҙем. (Ҡулымда ҡумта эсендә каравай)
Балалар тәрбиәсе янына киләләр.
Ҡулыма икмәк һалынған коробка алам.
Тәрбиәсе: Балалар, минең ҡулымда нимә? (Яуаптар: ҡумта, коробка). Балалар, ҡумтаны асмай ғына эсендә нимә икәнен белә алабыҙмы? (Яуаптар: эйе, юҡ). Ә ул ҡумтаның эсендә нимә булғанын асмайынса нисек белер инегеҙ? (Яуаптар: Ҡумтаны һелкетеп ҡарар инем. Ҡумтаны күтәреп ҡарар инем. Ҡумтаны еҫкәп ҡарар инем.)
Тәрбиәсе: Балалар, һеҙ уны еҫкәп ҡарарға була тигәйнегеҙ. Беҙ нисек еҫкәйбеҙ. (Балалар күрһәтә) Әйҙәгеҙ, танау менән тын алайыҡ та, танауҙан кире тынды сығарайыҡ. Хәҙер танау менән тын алабыҙ ҙа ауыҙҙан кире тынды сығарабыҙ. (Бер нисә тапҡыр).
Тәрбиәсе: Балалар, мин һеҙгә ошо коробканы еҫкәп ҡарарға тәҡдим итәм.
(Балаларға яҡынлатып алып барам). Ниндәй еҫ һиҙҙегеҙ? (Яуаптар: Мин икмәк еҫен һиҙҙем. Мин торт еҫен һиҙҙем.)
Тәрбиәсе: Дөрөҫ һиҙгәнһегеҙме икән, йомаҡ сисеп тикшерәйек әле.
Бик ҡәҙерләп кенә телеп
Ашъяулыҡҡа һалалар,
Ул өҫтәлдә иң бөйөк аш,-
Был ни була,балалар? (Яуап: Икмәк)
Коробканы асам, күрһәтәм.
Тәрбиәсе: Балалар, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәбеҙ тип уйлайһығыҙ?
(Яуаптар: Беҙ бөгөн икмәк тураһында һөйләшәбеҙ.)
Ҡулыма икмәк, тоҙ алам.
Тәрбиәсе: Балалар, беҙ бөгөн, ысынлап та, иң төп ризыҡ – икмәк тураһында һөйләшәбеҙ. Рус халҡы ҡәҙерле ҡунаҡтарын икмәк – тоҙ менән ҡаршы ала. Был ҡунаҡсыллыҡ, муллыҡ билдәһе һанала. Ҡунаҡтар уны ҡәҙерләп кенә һындырып алып ашайҙар.
Тәрбиәсе: Балалар, һеҙ икмәкте нимә менән ашарға яратаһығыҙ?
(Мөмкин булған яуаптар: Икмәкте май менән ашарға яратам. Икмәкте бал менән ашарға яратам. Икмәкте варенье менән ашарға яратам.)
Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ, икмәкте варенье менән ашайбыҙ тип күҙ алдына килтерәйек. Тәүҙә тәмле вареньеның үҙен генә ашап алайыҡ та. (“Тәмле ҡайнатма” күнегеүе.) Яҫы телде сығарып, өҫкө ирендәрҙе ялайбыҙ. Ауыҙҙы япмайбыҙ. Хәҙер уңдан һулға түңәрәк хәрәкәт менән ирендәрҙе ялайбыҙ. Хәҙер икмәкте ҡайнатма менән ашап алайыҡ. Икмәкте һәйбәтләп сәйнәп тороп ашайбыҙ. (“Сәйнәү” күнегеүе) Тәмлеме? Әйҙәгеҙ, әйтәйек әле, М-мм-м, тәмле.
Тәрбиәсе: Икмәк, икмәккәй. Әйҙәгеҙ, беҙ һеҙҙҙең менән бергәләп икмәкте тасуирлайыҡ. Ниндәй икмәк? Бына ошо тылсымлы йомғаҡты бер – берегеҙгә биреп, икмәктең ниндәй булыуын әйтегеҙ, бер – берегеҙҙең яуабын ҡабатламаҫҡа тырышығыҙ. Мин башлайым әле: туҡлыҡлы икмәк, ...
(Тәмле икмәк, түңәрәк икмәк, шаҡмаҡ икмәк, йылы икмәк, ҡабарып бешкән икмәк, хуш еҫле икмәк, туҡлыҡлы икмәк, йомшаҡ икмәк, ҡаты икмәк, аҡ икмәк, ҡара икмәк, сөсө икмәк, әсе икмәк, файҙалы икмәк,...)
Тәрбиәсе: Афарин, балалар, бик күп һүҙҙәр менән икмәкте тасуирларға була икән.
Балалар, мин һеҙгә ултырғыстарығыҙға үтеп ултырға тәҡдим итәм.
Тәрбиәсе: Балалар, беҙҙҙең ил яңыраҡ ниндәй байрамды билдәләне?
(Яуаптар: Халыҡ берҙәмлеге көнө.)
Тәрбиәсе: Рәсәйҙә төрлө милләт халҡы берҙәм, татыу йәшәй. Рәсәйҙә ниндәй халыҡтар бар әле?
(Яуаптар: Башҡорттар, татарҙар, рустар, ҡаҙаҡтар, әрмәндәр, сыуаштар).
Тәрбиәсе: Балалар, һәр бер халыҡтың үҙенең милли икмәге бар. Әйҙәгеҙ, беҙ улар менән әҙерәк танышып алайыҡ. Рустарҙың икмәге ниндәй тинек? – каравай, кавказ халҡының – лаваш, әрмән халҡының – матнакаш, ҡаҙаҡтарҙың – бауырһаҡ, узбәктәрҙең – оби – нон, башҡорттарҙың икмәге – көлсә.
Һүрәттәр магнитлы таҡтаға эленә бара.
Тәрбиәсе: Балалар, бәлки берәйһегеҙҙең көлсәне ашағаны барҙыр? Бәлки өләсәйҙәрегеҙҙең бешергәнен күргәнегеҙ барҙыр? (Балаларҙың яуаптары) Бына мин бәләкәй саҡта минең өләсәйем көлсә бешерә торғайны. Көлсәнең ҡамырын ойоған һөттә баҫалар ҙа мейес һүрелгәс, көлдә бешерәләр. Әйҙәгеҙ әле, бергәләп көлсә тип әйтәйек. Әйҙә, ..., һин әйтеп ҡара. (Бер нисә баланан һорау).
Тәрбиәсе: Икмәк бик ҡиммәтле, файҙалы ризыҡ. Балалар, икмәк нимәһе менән файҙалы тип уйлайһығыҙ? (Яуаптар: Икмәк ашаһаң, үҫәһең. Икмәктә витаминдар бар. Икмәк туҡлыҡлы.)
Тәрбиәсе: Дөрөҫ әйттегеҙ, балалар. Икмәктә кеше организмының нерв системаһын нығытыусы, хәтерен яҡшыртыусы В витамины бик күп тупланған.
Тәрбиәсе: Балалар, ә икмәкте ҡайҙан алалар?
(Яуаптар: Икмәкте магазиндан алалар. Икмәкте икмәк бешереү урындарынан алалар. Кеше үҙе өйҙә бешерә. Әсәйем икмәкте өйҙә бешерә.)
Тәрбиәсе: Иген үҫтереү менән игенселәр шөғөлләнә.
Әйҙәгеҙ, игенде элек нисек үҫтергәндәре һәм хәҙер нисек үҫтереүҙәре тураһында фильм ҡарайыҡ.
Иген үҫтереү тураһында презентация ҡарау.
Тәрбиәсе: Балалар, иген үҫтереү өсөн күпме кешенең көс һалыуын, күңел йылыһын биреүен күрҙегеҙ. Элек иген үҫтереү һәм хәҙерге ваҡытта үҫтереү айырыламы? Нимәһе менән?
(Яуаптар: Элек эште ҡул менән башҡарғандар. Бөтә нәмәне ҡул менән эшләгәндәр. Хәҙер эште көслө техника эшләй.)
Тәрбиәсе: Ултырғыстарығыҙ янында тороп уйнап алырға тәҡдим итәм. Икмәк менән бәйле һөнәрмәнде (профессияны) ишетһәгеҙ, сәпәкәйләгеҙ, әгәр икмәк менән бәйле булмаһа, аяҡтар менән тыпырлатығыҙ.
Агроном, тракторсы, уҡытыусы, икмәк бешереүсе, кондитер, комбайнсы, менеджер, һатыусы, токарь, механизатор.
Тәрбиәсе: Бик иғтибарлыһығыҙ, афарин! Ә хәҙер урындарығыҙға ултырыуығыҙҙы һорайым.
Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ, бергәләп агроном һүҙен ҡабатлайыҡ. (Агроном)
Бергәләп, айырым ҡабатлау.
Тәрбиәсе: Балалар, агроном нимәләр эшләй?
(Яуаптар: Агроном игендең сифатын тикшерә. Агроном уңыш йыйыу ваҡытын әйтә. Агроном сәсеүгә һәйбәт игенде һайлай. Агроном ҡасан бойҙай сәсергә әйтә.)
Тәрбиәсе: Балалар, беҙ һеҙҙең менән икмәктең өҫтәлгә килеп еткәнсе ниндәй юл үтеүен белдек. Хәҙер беҙ һеҙҙең менән тикшеренеүселәргә (исследователи) әйләнәбеҙ. Балалар, мин һеҙҙе өҫтәлдәр артына саҡырам. (Өҫтәл янында эшләү). Балалар, өҫтәлдәрҙә бойҙай һәм арыш ята. Бына был бойҙай. Әйтегеҙ әле: бойҙай. Бойҙайҙы күрһәтегеҙ. Ә быныһы – арыш. Хәҙер арышты күрһәтегеҙ. Бергәләп әйтәйек: арыш. Әйҙәгеҙ уларҙы ҡарап сағыштырып ҡарайыҡ әле. Бойҙай менән арыш нимәһе менән оҡшаған?
(Яуаптар: Икеһенең дә һабағы бар. Бойҙайҙың да, арыштың
да мыйыҡтары бар. Улар бөртөклөләр. Икеһе лә һары төҫтә.)
Тәрбиәсе: Ә нимәһе менән айырыла?
(Яуаптар: Арыштың бөртөгө оҙонса. Игендең бөртөгө түңәрәк. Бойҙайҙың мыйығы ҡыҫҡа, арыштың мыйығы оҙонораҡ).
Тәрбиәсе: Балалар, хәҙер арышты өҫтәлдең ситенә һалып тороғоҙ. Бына был бойҙай башағы. Ҡулға тик бойҙай башағын ғына алабыҙ. Башаҡтың эсендә бойҙай бөртөктәре. Әйҙәгеҙ, устарығыҙға алып ыуалап ҡарағыҙ әле. Ипләп кенә эшләргә тырышығыҙ, сөнки бойҙай башағының ҡылсыҡтары сәнсә. Бер башаҡтан нисә бөртөк сыға икән?
(Яуаптар: Минең башағымда биш бөртөк. Минең башағымда ете бөртөк.)
Тәрбиәсе: Бер булка икмәкте бешереү өсөн 10000 тирәһе бойҙай бөртөгө кәрәк. Балалар, бойҙай бөртөгөн ҡулығыҙға алып ҡарағыҙ әле. Ул ниндәй?
(Яуаптар: Бойҙай бөртөгө ҡаты. Бойҙай бөртөгө бәләкәй. Бойҙай бөртөгө шыма. Бойҙай бөртөгө һары төҫтә.)
Тәрбиәсе: Бына мин һеҙгә арыш бөртөгөн таратып бирәм. Уны ла ҡарағыҙ. Әйҙәгеҙ, бойҙай бөртөгө менән сағыштырайыҡ. (Арыш бөртөгө лә бәләкәй. Ул оҙонса. Төҫө ҡарараҡ.)
Тәрбиәсе: Балалар, ысынлап та, бойҙай бөртөгө бик бәләкәй, шуға ла икмәк бешереү өсөн бик күп кәрәк. Балалар, ҡарағыҙ әле, бына был бойҙай ононан бешерелгән икмәк, ә был икмәк арыш ононан бешерелгән. Улар бер – береһенән айырыламы? Нимәһе менән? (Батмуста арыш икмәге һәм бойҙай ононан икмәк күрһәтәм).
(Яуаптар: Бойҙай ононоң икмәге аҡ. Арыштан икмәк ҡара.)
Тәрбиәсе: Бына был аҡ икмәк. Ашап ҡарағыҙ. Быныһы арыш икмәге. Уныһын да ашап ҡарағыҙ. (Шпажкаларҙа һәр балаға икмәк бирәм). Йә, нимә тип әйтерһегеҙ? Тәмдәре айырыламы?
(Яуаптар: Бойҙай ононоң икмәге тәмле. Арыш икмәге әсе.)
Тәрбиәсе: Балалар, арыш икмәге әсе булһа ла, бик файҙалы, шуға уны ла ашарға кәрәк.
Тәрбиәсе: Балалар, мин һеҙҙе үҙегеҙҙең ултырғыстарығыҙ янына торорға саҡырам. Күреүегеҙсә, иген бөртөгө икмәк булғансы күпме көс һалына. Шуға ла әйтәләр: тир түкмәй, иген үҫмәй. Беҙ һеҙҙең менән икмәк, игенсе хеҙмәте тураһында мәкәлдәр әйткәнебеҙ бар. Әйҙәгеҙ, уйын уйнап, уларҙы иҫкә төшөрөп алайыҡ. Уйын “Мин башлайым, дауам ит” тип атала. Беҙгә туп ярҙам итәсәк. Мин башлайым, кемгә туп эләгә, шул мәҡәлдең аҙағын әйтеп бөтөрә.
Икмәктән ... оло булма.
Икмәк - ... ил байлығы.
Игенле ил - ... көслө ил.
Асыҡ ауыҙҙан ... икмәк тә ҡаса.
Икмәк булһа, ... йыр ҙа була.
Тәрбиәсе: Балалар, әйҙәгеҙ урындарығыҙға ултырығыҙ.
Балалар, “Икмәк булһа, йыр ҙа була”, тигән мәҡәлде һеҙ нисек аңлайһығыҙ?
(Яуаптар: Икмәк ашаһаң, кәйеф күтәрелә. Кем икмәк ашай, уның йырлағыһы килә. Туҡ булһаң, кәйеф тә һәйбәт була.)
Тәрбиәсе: Балалар, мин һеҙгә тағы бер ҡыҙыҡлы уйын тәҡдим итәм. Экрандағы схемаларҙа мәҡәлдәр йәшеренгән. Һеҙ уларҙы таба алырһығыҙмы икән. Әйҙәгеҙ, табып ҡарайыҡ.
Иген алтындан ... ҡиммәтерәк.
Ауыҙҙа икмәк,... ҡулда көс.
Икмәк бөтәһенә лә ... баш.
Икмәк тундан ... йылыраҡ.
Бешкән икмәк еҫе - ... сәскәнән дә хуш еҫле.
Икмәк табын ҡояшы.
Тәрбиәсе: Афарин, мәҡәлдәрҙе бик һәйбәт беләһегеҙ. Балалар, мин һеҙгә бер хәлде һөйләйем әле. Бер көндө мин эштән ҡайтҡанда ерҙә икмәк ятҡанын күрҙем. Уны кемдер ташлап киткәндер, күрәһең. Һеҙ ошо хәлгә нисек ҡарайһығыҙ? Икмәкте ташларға яраймы?
(Яуаптар: Икмәкте ергә төшөрөргә ярамай. Икмәкте ташларға ярамай. Икмәкте үҫтереү өсөн күп көс түгелә. Икмәк – бөтәһенә лә баш.)
Тәрбиәсе: Һеҙ был осраҡта нимә эшләр инегеҙ?
(Мин икмәкте алып, берәй ағас төбөнә, ситкә һалыр инем. Уны ҡоштар алып китеп ашай. Мин берәй эткә бирер инем.)
Тәрбиәсе: Дөрөҫ, балалар. Икмәкте ҡәҙерләргә кәрәк. Уны ергә төшөрөргә, ташларға ярамай. Сөнки икмәк – ҙур байлыҡ.
Балалар, әйҙәгеҙ бөгөнгө дәрестә һөйләшкәнебеҙҙе, нимә тураһында белгәнебеҙҙе дөйөмләштереп матур плакат яһайыҡ. Бының өсөн беҙгә схема – модель, ошо һүрәттәр һәм минең һорауҙарым ярҙам итәсәк.
Беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләштек? Икмәк.
Икмәк ниндәй? Йылы. (Берәй балаланан һүрәтте таҡтаға ҡуйҙырам.) Тағы ла ниндәй? Йомшаҡ. Тәмле. (Таҡтаға ҡуя)
Икмәкте нимә эшләйбеҙ? Ашайбыҙ.
Һеҙ икмәкте яратаһығыҙмы? Яратабыҙ.
Икмәккә ниндәй мөнәсәбәт булырға тейеш? Ҡәҙерләйбеҙ.
Балалар, әйҙәгеҙ, икмәк һүҙе менән һөйләм төҙөп ҡарайыҡ әле. (Бер нисә баланан һөйләм әйттереү).
Бер бала таҡта янында һөйләмдең моделен төҙөй һәм үҙенең һөйләмен әйтә.
(Икмәк мейестә бешә. Мин икмәк яратам. Мин аҡ икмәк яратам. Мин йылы икмәк яратам. Икмәк ҡабарып бешә.)
Балалар, әйҙәгеҙ, Азалияның һөйләмең тыңлап, моделен ҡарайыҡ әле.
Икмәк тураһында мәҡәлдәр нимә ти?
Ҙур байлыҡ.
Әйҙәгеҙ ошо төҙөгән плакатыбыҙ буйынса кешеләргә мөрәжәғәт итеп әйтәйек.
Икмәк.
Йылы, йомшаҡ.
Ашағыҙ! Яратығыҙ! Ҡәҙерләгеҙ!
Гел ҡабарып бешһен.
Ҙур байлыҡ.
Бик һәйбәт мөрәжәғәт плакат килеп сыҡты. Афарин, балалар. Һеҙгә бөгөнгө дәрес оҡшанымы? Миңә лә һеҙҙең дәрестә яуаптарығыҙ, ҡатнашыуығыҙ бик оҡшаны. Рәхмәт, балалар. Мин һеҙгә ондан бешерелгән башҡорт һәм татар халҡының милли ризығы – сәк – сәк менән сәй эсергә саҡырам. Әйҙәгеҙ, ҡунаҡтарға ла күстәнәс бирәйек.