kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

В гостях у сказки ( Әкиәттә ҡунаҡта)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект занятия во второй младшей группе "В гостях у сказки" на башкирском языке ("Әкиәттә ҡунаҡта") 

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«В гостях у сказки ( Әкиәттә ҡунаҡта)»

МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМИЯЛЫ МӘКТӘПКӘСӘ

БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БЕРЕНСЕ КАТЕГОРИЯЛЫ 8- СЕ ҺАНЛЫ «АЙГӨЛ» БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ –БАЛА ҮҪТЕРЕҮ ҮҘӘГЕ







Икенсе кескәйҙәр төркөмөндө

телмәр үҫтереү буйынса

«Әкиәттә ҡунаҡта» темаһына дәрес конспекты











Әҙерләне һәм үткәрҙе:

тәрбиәсесе Ғабдуллина

Зарима Сафуан ҡыҙы





Күмертау

Белем биреү өлкәләренең интеграцияһы: коммуникация, нәфис әҙәбиәт уҡыу, музыка.

Балалар эшмәкәрлеге төрө: уйын, коммуникатив, белем биреү, эҙләнеү, музыкаль, нәфис, уҡыу.

Тәрбиәсе эшмәкәрлеге маҡсаты: балаларҙың “Шалҡан” әкиәтен белеүҙәрен нығытыу, әкиәтте эҙмә-эҙлекле күҙ алдына баҫтырырға өйрәтеү, музыкаль уйынсыҡтарҙы тауышынан танырға, һорауҙарға тулы яуап бирергә; балаларҙың музыкаль һәләттәрен, иғтибарлылыҡ, хәтерен үҫтереү һәм ойошоусанлылыҡ, уйынға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Балаларҙың планлаштырған интегратив сифаттарын үҫтереү һөҙөмтәһе: ойошторолған дөйөм уйынға ҡыҙыҡһыныу белдерә (“Дөрөҫ урынлаштыр”, “Һайлап алсы, Ҡуянҡай”), тәрбиәсе һөйләгән “Шалҡан” әкиәтен иҫе китеп тыңлай, һөйләшеү- әңгәмәлә ихлас ҡатнаша, әҫәр эстәлеге буйынса бирелгән һорауҙарға тулы яуап бирә.

Материал: шалҡан, “Шалҡан” әкиәте геройҙары, музыкаль уйынсыҡтары (ҡыңғырау, барабан, шылтырауыҡ).

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле

Тәрбиәсе баларға шалҡан макетын күрһәтә.

  • Был йәшелсә нисек атала? (Яуап) Дөрөҫ, был шалҡан.

  1. Әкиәт тураһында һөйләшеү

Тәрбиәсе: Әкиәт нисек атала?

Әкиәттә кемдәр ҡатнаша?

Бабай нимә ултыртҡан?

Шалҡан ҡайһылай булып үҫкән?

Бабай ярҙамға кемде саҡырған?

Әбей кемде саҡырған?

Ейәнсәрҙәре кемде саҡырған?

Эт ярҙамға нимәне саҡырған?

Бесәй нимәне саҡырған?

Сысҡан килгәс шалҡанды күмәкләшеп тартҡандар, ә шунан нимә булған?



  1. Уйын “Дөрөҫ урынлаштыр”

Тәрбиәсе өҫтәлгә “Шалҡан” әкиәтенең персонаждарын ҡуя һәм балаларға уларҙы шалҡанды тартыу буйынса бер-бер артлы теҙергә тәҡдим итә. Балалар тәрбиәсе ярҙамында геройҙарҙың эш-хәрәкәтен һүрәтләй (бабай шалҡан сәскән, шалҡан ҙур булып үҫкән,.. әбей ярҙамға ейәнсәрен саҡырған,...)

Тәрбиәсе: Афарин, балалар, һеҙ бик иғтибарлы тыңлағанһығыҙ әкиәтте, һис бер яңлышмайынса теҙеп ҡуйҙығыҙ геройҙарҙы.

  1. Ял минуты “Ағастар”



  1. Бармаҡ уйыны “Бармаҡ ғаиләһе”



  1. Музыкаль уйын “Һайлап алсы, Ҡуянҡай”



Уйында барлыҡ балар ҙа ҡатнаша. Балалар ярымтүңәрәктә ултырғыстарҙа ултыра. Тәрбиәсе матур ҡумта сығара, уны һелкетеп балаларға эсендәге уйынсыҡтарының тауышын ишеттерә.

Тәрбиәсе: Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ҡумта эсендә нимәләр бар икән? (балалар уйлап яуап бирә) Тәрбиәсе ҡумтаны аса, уйынсыҡтарҙы берәм-берәм сығара. Үҙе һәр уйынсыҡтың атамаһын, нисек, ниндәй тауыш сығарыуын һорай. Һәр бала берәй уйынсыҡта уйнап ҡарай, атай. Тәрбиәсе һәр уйынсыҡтың үҙ тауышы- моңо булыуына иғтибар итә- береһе шылтырай, икенсеһе туҡылдай, өсөнсөһө ҡыңғырай) уйынсыҡтарҙы ҡарап бөткәс тәрбиәсе ҡорма элә (ҡора), уйынсыҡтарҙы уның артына й!шерә. Балаларҙан берәйһен саҡырып уға ҡуян башлығын кейҙерә, ҡорма артына инеп үҙенә оҡшаған музыка уйынсығын һайлап алырға ҡуша. Бала уйынсыҡты тауышын сығара, башҡа балалар уны тауышынан танырға, атарға тейеш. Әгәр ҙә балалар дөрөҫ әйтһә, ҡуян уйынсыҡты күрһәтә, баш эйә, башҡалар ҡул саба.



  1. Һығымта

-Балалар, беҙ ниндәй әкиәт тураһында һөйләштек?

-Әкиәт геройҙары кем?

-Ниндәй музыка ҡоралдарын күрҙек?

-Афарин! Балалар һеҙ миңә бик-бик оҡшанығыҙ.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
В гостях у сказки ( Әкиәттә ҡунаҡта)

Автор: Габдуллина Зарима Сафуановна

Дата: 05.02.2018

Номер свидетельства: 454860


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства