kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Рабочая программ по башкирскому языку и литературе для 7 класса

Нажмите, чтобы узнать подробности

Календарь -тематик планлаштырыу.

1-се сирек – 15 с???т.

Я?ынан м?кт?пк?.

1.М. К?рим. У?ытыусыма. VI класта ?телг?нд?р?е ?абатлау.

2.Б.Бикбай. Ту?ан тел. Сифат д?р?ж?л?рен ?абатлау.

3.В.Баймыр?ина.Ду?лы?. ?ылым тура?ында ?телг?нд?р?е ?абатлау.

4.З.Биишева. Баш?орт теле. Исемде? килеш ял?ау?ары.

5 Шифалы ?л?нд?р.К.Кинй?булатова. К????р етк?с.

Ауыл тормошо.

6 Икм?к ?тк?н юл. Исемд?р?е? килеш мен?н ??г?реше.

7 Алтын баша?тар. ??йл?м.

8.М?кт?п ашхана?ында.Сифат ?ылым.

9.Т.Йосопов. Икм?к е?е. ??йл?мд? ?????р т?ртибе.

10 Н.Мусин. Т?би??тте ?а?лау. Текст т???л?ш?.

11 Бал ?орто. Хе?м?т ??м икм?к тура?ында м???лд?р.

Баш?ортостан буйлап с?й?х?т

12 М.К?рим. Баш?ортостан. Исем

13 Урал. Урта?лы? ??м я??ы?лы? исемд?р.

14 Контроль диктант.  ?рем (?ара алтын)

15 Хаталар ??т?нд? эш. Р.?арипов. Урал й?р?ге.

16 Урал им?не

2-се сирек – 15 с???т.

17 Ар?айым. Исем. Исемд?р?е? д?р?? я?ылышы.

18 Т.?.Инша.“Баш?ортостан-тыу?ан т?й?гем.”

19 Хаталар ??т?нд? эш.Т?би??т ??йк?лд?ре. Тыу?ан ил, Ватан тура?ында м???лд?р.

Спорт. Спорт к?р?к-яра?тары.

20 Бе??е? ?аил? ярышта. Тексты ?л?шт?рг? б?ле?.

21?аулы?ы? – байлы?ы?. ??йл?мд? ?????р т?ртибе.

22.Н.И?елбай. Бе??е? катокта. Милли спорт.

23 Т.?.Инша. “Ирт?” (картина буйынса)

24 Хаталар ??т?нд? эш. “А?бу?ат” ипподромы. Ипотерапия.

25.Баш?ортостан ?алаларында спорт. ??йл?м т?р??ре.

26 ?.Рамазанов. Я?ы йыл мен?н! ?отлау тексын я?ыу.

27 ?орау?ар?а яуаптар.

Мин ??м бе??е? ?аил?.

28 К.Шафи?ова. ?с?й к????ре

29 Контроль диктант.Ян?антау.

30 Хаталар ??т?нд? эш. В.Сидоров. Салауатты? ту?андары.?ылымдар?ы? заман формалары.

31 ?с? ???е. 

32?ылымдар?а ??т?м? м???н? бире?се ?????р

33 

3-с?  сирек – 19 с???т.

34 ?ош?а ?йл?нг?н ?бей. ?ылымдар?ы? заман форма?ы.

35 Ду?ым,сер??шем. Яр?амсы. ?ылымдар?ы? зат, ?ан мен?н ??г?реше.

36 Т.?.Изложение.Ер ?атыу.

37 Ду? – ду?ты? к??г???. Текст ??т?нд? эшл??.Интонация буйынса ??йл?м т?р??ре.

38 ?аил?, ата-?с?л?р тура?ында м???лд?р ??м ?йтемд?р. ?ылым тура?ында ?тк?нд?р?е ?абатлау.

?с?й, ?с?к?йем…

39 Ф.Р?хим?олова. Бе??е? ?с?й. Терк??ест?р.

40 Й.Солтанов. ??н?фер с?ск??е.

41 Контроль диктант.Ш?ж?р?.

С?н??т о?талары.

42 Хаталар ??т?нд? эш.  Х.?хм?тов. Тыу?ан ауылым.

43 Баш?орт милли музыка ?оралдары. Терк??ест?р?е?  т?р??ре.

44 ?умы?сы Р.За?ретдинов. Те?е?се терк??ест?р.

45 М?ш??р бейе?се Р?ши?? Туйсина.  Те?е?се терк??ест?р?е? д?р?? я?ылышы.

46 Баш?орт халы? бейе???ре. Эй?рте? терк??ест?ре.

47 Ете – ??ж?п ?ан. ?андар?ы? я?ылышын ?абатлау.

48 Салауат Юлаев.  Терк??ес тура?ында ?тк?нд?р?е ?абатлау.

Исеме? матур, кемд?р ?уй?ан?

49Исемд?р?? – ил тарихы. Б?йл??ест?р.

50 Борон?о баш?орт исемд?ре. Б?йл??ест?р?е? д?р?? я?ылышы.

51 Контроль диктант. А?и?ел.

Борон-борон заманда.

52 Хаталар ??т?нд? эш. ?ки?т.Ир?ндек.Б?йл??ест?р.

53 Ир?ндек. (?     )Я??ы?лы? исемд?р.

4-се сирек -18 с???т.

54 ?ки?т.Ир?ндек

55 Омор?а?ты? тап?ырлы?ы.  Ки??кс?л?р.

56 Ф.Ту?ы?баева.Тайыштабан ни?? уйнар?а сы?маны?Кластан тыш у?ыу.

57 Баш?орт халы? ижады. ?ки?тт?р. Йома?тар.

Бер??млек, ду?лы?, тыныслык 

58 Ш.Бик?ол. Тыныслы? к?р?к. Ки??кс?л?р?е? д?р?? я?ылышы.

59 К.Кинй?булатова. Ду?тарым к?п. М?н?с?б?т ?????р.

60 Р.М?х?мм?тов. Тауыш?ы? Талип. М?н?с?б?т ?????р?е? я?ылышы.

61 С.?либай. ?айын ?ыуы.

62 Изложение.?анду?ас тауышы.

63 Хаталар ??т?нд? эш.Яр?ам. ??йл?мд? ?????р т?ртибе.130-132

64 Я? с?ск??е. Ымлы?тар.Й?мле й?й

65 З.?отлогилдина. Й?й.  Б.Бикбай. Лагерь ирт??е. ??йл?м т?р??рен ?абатлау.138-140

66 Контроль диктант.Халы? ха? ??йл?й.

67 Хаталар ??т?нд? эш. Н.?отдосов, Х.?й?пов. ?ырмы??а.143-146

68 Тыу?ан я?тар.  Кластан тыш у?ыу.Й?мле й?й. Грамматика буйынса ?тк?нд?р?е ?абатлау147-149

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Рабочая программ по башкирскому языку и литературе для 7 класса»



Аңлатма яҙыу.


Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш программаһы 67 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт) .

Төҙөүселәре : Нәфиҡова Хәтимә Хәким ҡыҙы.

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2008.

Программа кимәле : базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты :

  1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

  3. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2006.

  4. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә берҙәм талаптар. (Протокол №4, 13 ғинуар 2010 йыл)

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2008.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының «15-се төп дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.


Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.






Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  2. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).


Маҡсаттар һәм бурыстар:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

  • Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

  • 5-6-сы кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.

  • Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.

  • Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.












Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

I. Яңынан мәктәпкә (5 сәғәт)

5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора.

Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Грамматика:

6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

II. Ауыл тормошо (6 сәғәт)

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.

Грамматика:

Ҡылым. һүҙбәйләнеш. һөйләм төҙөлөшө.

III. Башҡортостан буйлап сәйәхәт (7 сәғәт)

Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Бшҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.

Грамматика:

Яңғыҙлыҡ исемдәр.

IV. Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары (8 сәғәт)

Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.

Башҡортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.

Грамматика:

Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләм төрҙәре.


V. Мин һәм беҙҙең ғаилә (9 сәғәт)

Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.

Грамматика:

Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше.

VI. Әсәйҙәр байрамы. (З сәғәт)

Әсәй, өләсәйҙәрҙең изгелеге, ҡәҙере хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, йөкмәткеһе өҫтөндә эш төрҙәре башҡарыу, һүҙлек байлыҡтарын арттырыу. "Катын-ҡыҙҙар байрамы тураһында әңгәмәләр, иртәлектәр үткәреү, данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.

Грамматика:

Теркәүес тураһында төшөнсә. Теҙеү теркәүестәре.

VII. Сәнғәт оҫталары. (7 сәғәт)

Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

Грамматика:

Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу.

VIII. Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы (З сәғәт)

Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

«Исемдәрҙә – ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк.

Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.


IX. Борон-борон заманда... (6 сәғәт)

Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәренән башҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урын алған. Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк.

Грамматика:

Киҫәксә тураһында төшөнсә.Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Х. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (7 сәғәт) Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу.

Грамматика:

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

XI. Йәмле йәй (6 сәғәт)

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Грамматика:

7-се класта үткәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.



Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар


7 класс өсөн телмәр күнекмәләре:

  • Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү;

  • Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;

  • Эпик һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү;

  • Программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тексын ятлау, 8-10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

  • Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;

  • Художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

  • Ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

  • Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте;

  • Фонетика, телмәр өндәре, ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;

  • Графика, алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыуы төшөнсәләре;

  • Лексика; һүҙҙең лексик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синоним, антоним, омоним;

  • Исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы, яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы;

  • Ҡылымдарҙың заман, һан, зат менән үҙгәреше;

  • Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре, уларҙың яҙылышы, һөйләмдәге роле.

  • Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.



Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау


Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Һорауҙарға яуаптар-1

Диктант- 5

Изложение – 2

Инша - 2



Календарь -тематик планлаштырыу

Сәғәт һаны

Тема

Иҫкәрмә

7 Б

План.

Үткәр.

План.

Үткәр.


1-се сирек – 15 сәғәт.







5

Яңынан мәктәпкә.






1

1

М. Кәрим. Уҡытыусыма.VI класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

3-5 биттәр





2

1

Б.Бикбай. Туған тел. Сифат дәрәжәләрен ҡабатлау.

5-7





3

1

В.Баймырҙина.Дуҫлыҡ. Ҡылым тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

8-9





4

1

З.Биишева. Башҡорт теле. Исемдең килеш ялғауҙары.

10-12





5

1

Шифалы үләндәр.

К.Кинйәбулатова. Көҙҙәр еткәс.

13-15






6

Ауыл тормошо.






6

1

Икмәк үткән юл. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

20





7

1

Алтын башаҡтар. Һөйләм.

21-22





8

1

Мәктәп ашханаһында.Сифат ҡылым.

23-25





9

1

Т.Йосопов. Икмәк еҫе. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

26-28





10

1

Н.Мусин. Тәбиғәтте һаҡлау. Текст төҙөлөшө.

31-32





11

1

Бал ҡорто. Хеҙмәт һәм икмәк тураһында мәҡәлдәр.

33-34






7

Башҡортостан буйлап сәйәхәт

34-35





12

1

М.Кәрим. Башҡортостан. Исем

36-38





13

1

Урал. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.


38





14

1

Контроль диктант. Әрем (Ҡара алтын)







15

1

Хаталар өҫтөндә эш. Р.Ғарипов. Урал йөрәге.

39-41






2-се сирек – 15 сәғәт.






16

1

Арҡайым. Исем. Исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

41-42





17

1

Т.Ү.Инша.

Башҡортостан-тыуған төйәгем.”

42-43





18

1

Хаталар өҫтөндә эш.

Тәбиғәт һәйкәлдәре. Тыуған ил, Ватан тураһында мәҡәлдәр.

44-45






8

Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары.






19

1

Беҙҙең ғаилә ярышта. Тексты өлөштәргә бүлеү.

47-48





20

1

Һаулығың – байлығың. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

49-50





21

1

Н.Иҙелбай. Беҙҙең катокта. Милли спорт.

51-52





22

1

Т.Ү.Инша. “Иртә” (картина буйынса)

53





23

1

Хаталар өҫтөндә эш. “Аҡбуҙат” ипподромы. Ипотерапия.

56-57





24

1

Башҡортостан ҡалаларында спорт. Һөйләм төрҙәре.

58-59





25

1

Ғ.Рамазанов. Яңы йыл менән! Ҡотлау тексын яҙыу.

60-61





26

1

Һорауҙарға яуаптар. Спорт.

62-63






9

Мин һәм беҙҙең ғаилә.






27

1

К.Шафиҡова. Әсәй күҙҙәре.

64-65





28

1

Контроль диктант.Янғантау.






29

1

Хаталар өҫтөндә эш. В.Сидоров. Салауаттың туғандары.Ҡылымдарҙың заман формалары.

65-66





30

1

Әсә һүҙе. Ҡылымдарға өҫтәмә мәғәнә биреүсе һүҙҙәр.

67-68





3-сө сирек – 19 сәғәт.





31

1

Ҡошҡа әйләнгән әбей. Ҡылымдарҙың заман формаһы.

68-70





32

1

Дуҫым ,серҙәшем. Ярҙамсы. Ҡылымдарҙың зат, һан менән үҙгәреше.

71





33

1

Т.Ү.Изложение.Ер Һатыу .

72-73





34

1

Дуҫ – дуҫтың көҙгөһө. Текст өҫтөндә эшләү.Интонация буйынса һөйләм төрҙәре.

74-75





35

1

Ғаилә, ата-әсәләр тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. Ҡылым тураһында үткәндәрҙе ҡабатлау.


77-79






3

Әсәй, әсәкәйем…






36

1

Ф.Рәхимғолова. Беҙҙең әсәй. Теркәүестәр.

80-83





37

1

Й.Солтанов. Ҡәнәфер сәскәһе.

84-85





38

1

Контроль диктант.Шәжәрә..







7

Сәнғәт оҫталары.






39

1

Хаталар өҫтөндә эш. Х.Әхмәтов. Тыуған ауылым.

85-86





40

1

Башҡорт милли музыка ҡоралдары. Теркәүестәрҙең төрҙәре.

87-88





41

1

Ҡумыҙсы Р.Заһретдинов. Теҙеүсе теркәүестәр.

89-92





42

1

Мәшһүр бейеүсе Рәшиҙә Туйсина. Теҙеүсе теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

92-94





43

1

Башҡорт халыҡ бейеүҙәре. Эйәртеү теркәүестәре.

95-96





44

1

Ете – ғәжәп һан. Һандарҙың яҙылышын ҡабатлау.

96





45

1

Салауат Юлаев. Теркәүес тураһында үткәндәрҙе ҡабатлау.

97-99






3

Исемең матур, кемдәр ҡуйған?






46

1

Исемдәрҙә – ил тарихы. Бәйләүестәр.

99-100





47

1

Боронғо башҡорт исемдәре. Бәйләүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

101-104





48

1

Контроль диктант. Ағиҙел. Яңғыҙлыҡ исемдәр.







6

Борон-борон заманда.






49

1

Хаталар өҫтөндә эш. Әкиәт.Ирәндек.Бәйләүестәр.

106





50

1

Ирәндек. (ө )Яңғыҙлыҡ исемдәр.

107-109





4-се сирек -18 сәғәт.






51


Әкиәт.Ирәндек






52

1

Оморҙаҡтың тапҡырлығы. Киҫәксәләр.

110-112





53

1

Ф.Туғыҙбаева.Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?

Кластан тыш уҡыу.

113-116





54

1

Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. Йомаҡтар.

116-117






7

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ






55

1

Ш.Бикҡол. Тыныслыҡ кәрәк. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.

118-119





56

1

К.Кинйәбулатова. Дуҫтарым күп. Мөнәсәбәт һүҙҙәр.

120-124





57

1

Р.Мөхәммәтов. Тауышһыҙ Талип. Мөнәсәбәт һүҙҙәрҙең яҙылышы.

125-126





58

1

С.Әлибай. Ҡайын һыуы.

127-129





59

1

Изложение .Һандуғас тауышы.

129-130





60

1

Хаталар өҫтөндә эш.

Ярҙам. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

130-132





61

1

Яҙ сәскәһе. Ымлыҡтар.

133-135






6

Йәмле йәй.






62

1

З.Ҡотлогилдина. Йәй. Б.Бикбай. Лагерь иртәһе. Һөйләм төрҙәрен ҡабатлау.

138-140





63

1

Контроль диктант.Халыҡ хаҡ һөйләй .






64

1

Хаталар өҫтөндә эш. Н.Ҡотдосов, Х.Әйүпов. Ҡырмыҫҡа.

143-146





65

1

Тыуған яҡтар. Кластан тыш уҡыу.

147-149





66

1

Йәмле йәй. Грамматика буйынса үткәндәрҙе ҡабатлау.






67

1

Башҡорт милли халыҡ уйындары.









Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар


  1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

  3. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2006.

  4. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. – Өфө: Китап, 2009. – 128 бит.

  5. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә берҙәм талаптар. (Протокол №4, 13 ғинуар 2010 йыл)

  6. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  7. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  8. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видео әсбаптар.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  9. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

  10. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. – Өфө, 2004.

  11. Русса-башҡортса һүҙлек. Ураҡсин З.Г., Саяхова К.Г. – Өфө, 1997.

  12. Омонимдар һүҙлеге. Әхтәмов М.Х. – Өфө, Китап, 2006.

  13. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. – Өфө, Китап, 2006.

  14. Башҡортостан энциклопедияһы. Шәкүров Р.З. – Өфө, Китап, 1997.

  15. Балалар әҙәбиәте антологияһы. Әлибаев С. – Өфө, Китап, 1999.

  16. Электрон дәреслек. Башҡорт (дәүләт) теле. 5-11 – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  17. Электрон дәреслек. Башҡорт әҙәбиәте. 5-9 класс – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  18. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит

  19. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.


Материаль-техник ҡулланмалар

  • телевизор;

  • компьютер;

  • принтер;

  • DVD-проигрыватель,

  • Аудио-видеомагнитофон.


Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт


  1. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. һ.б. – Өфө: Китап, 2008

  2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

  3. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  4. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

  5. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  6. Балалар уйын фольклоры. Сөләймәнов А.М. – Өфө, Китап, 2007.

  7. Балалар өсөн йөҙ йыр. Юнысова Г.А. – Өфө, Китап, 2003

  8. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Йәшлек» гәзит-журналдары.

  9. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008

  10. Мостай Кәрим ижадында милли тәрбиә нигеҙҙәре. Вәлиев И.И. – Өфө, Китап, 2005.





Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Всем учителям

Категория: Планирование

Целевая аудитория: 7 класс

Скачать
Рабочая программ по башкирскому языку и литературе для 7 класса

Автор: Нафикова Хатима Хакимовна

Дата: 13.11.2015

Номер свидетельства: 252524

Похожие файлы

object(ArrayObject)#864 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(73) "Рабочая программа по башкирскому языку "
    ["seo_title"] => string(43) "rabochaia-proghramma-po-bashkirskomu-iazyku"
    ["file_id"] => string(6) "228406"
    ["category_seo"] => string(7) "prochee"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "planirovanie"
    ["date"] => string(10) "1441293994"
  }
}
object(ArrayObject)#886 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(108) "Рабочая программа по предмету Башкирский язык для 2 класса "
    ["seo_title"] => string(66) "rabochaia-proghramma-po-priedmietu-bashkirskii-iazyk-dlia-2-klassa"
    ["file_id"] => string(6) "166462"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "planirovanie"
    ["date"] => string(10) "1422964104"
  }
}
object(ArrayObject)#864 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(130) "План работы ШМО учителей начальных классов МОБУ СОШ с. Новофёдоровское"
    ["seo_title"] => string(78) "plan_raboty_shmo_uchitieliei_nachal_nykh_klassov_mobu_sosh_s_novofiodorovskoie"
    ["file_id"] => string(6) "393097"
    ["category_seo"] => string(7) "zavuchu"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "planirovanie"
    ["date"] => string(10) "1487401786"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

Распродажа видеоуроков!
ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства