kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Рабочая программа по предмету Башкирский язык для 2 класса

Нажмите, чтобы узнать подробности

Рабочая программа по предмету "Башкирский язык" для 2 класс

1.Пояснительная записка.

2.Место предмета в базисном учебном плане.

3. Общая характеристика учебного предмета.

4. Цели обучения.

5.Основные требования к знаниям и умениям обучающихся.

6.КТП

7.Литература.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Рабочая программа по предмету Башкирский язык для 2 класса »

Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы Ҡолсора ауылы муниципаль урта дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының филиалы Муллаҡай ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе



“Ҡаралды” “ Килешелде” “ Раҫланды”

ММБ ултырышында филиал етәксеһе мәктәп директоры

Протокол № __ _____ / Ҡаһарманова Ф.З./ ____ /Әбсәләмов И.Х./

_____ /Солтанова М.В./ “__” _____ 2013 й. Приказ № _____

“__” ______ 2013 й. “___” _______ 2013 й.











Беренсе категориялы

башланғыс кластар уҡытыусыһы

Юламанова Рәмилә Рәхмәт ҡыҙының

2013/2014 уҡыу йылына 2-се класс өсөн башҡорт теленән

эш программаһы

















2013 йыл



Аңлатма яҙыу.

Башҡорт әҙәби теле – башҡорт милли мәҙәниәтенең нигеҙе, шуға күрә мәктәптәрҙә уны өйрәнеүгә төп урын бирелә.

Эш программаһы 102 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт). Дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн башҡорт теле буйынса өлгө программалар / төҙ.: Р.Д. Салауатова. – Өфө: Китап, 2011.

Төҙөүсе: Юламанова Рәмилә Рәхмәтулла ҡыҙы

Дәреслек: Ф.Ш. Сынбулатова һ.б. Башҡорт теле.1 киҫәк. Башҡорт мәктәптәренең 2-се класы өсөн дәреслек. -- Өфө: Китап, 2010.

Ф.Ш. Сынбулатова һ.б. Башҡорт теле.2 киҫәк. Башҡорт мәктәптәренең 2-се класы өсөн дәреслек. -- Өфө: Китап, 2011.

Программа кимәле: базис.

Эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла.

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

- Әҙәби телдең дөрөҫ әйтелеше, һүҙьяһалыш,грамматик һәм лексик нормаларын асыҡ, дөрөҫ үҙләштереү.

- Уҡыусылар телмәренең грамматик төҙөлөшөн, һүҙ байлығын ишәйтеүҙән тора.

- Фекерҙе телдән һәм яҙып дөрөҫ, тулы итеп сағылдырыу, бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә.

Маҡсаттар һәм бурыстар.

- Туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү.

- Уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте (уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен) үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү.

- Башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

- Дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

- Башҡорт телен башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү.

- уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.

Программа түбәндәге принциптарға таянып төҙөлдө:

1) Һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу.

2) Фәннилек һәм системалылыҡ принциптары.

3) Уҡыусыларҙы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү.

4) Баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау.

Программаның нигеҙендә коммуникативлыҡ принцибы ята.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Башҡорт теле курсында предмет ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла:

1) Предмет кимәлендә белемгә эйә булыу.

2) Уҡыу техникаһын үҫтереү, текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу.

3) Яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу.

4) Тел тураһында белем алыу һәм системалаштырыу.

5) Орфография һәм пунктуацияны өйрәнеү.

6) Башҡорт теленең тәрбиәүи потенциалын ҡулланыу.

7) Телде тойомлауҙы үҫтереү.

Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше

Башҡорт телен өйрәнеү һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа әсә теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә ихтибар бүлеү мотлаҡ.

Изгелек ҡиммәте – үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте – аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте – башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап үҙләштереү.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте – хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халәте булыуын ҡабул итеү. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте – үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеү. Халыҡтың йолаларын, ғөрөф- ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте – үҙен һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

Башҡорт теле уҡыу предметының йөкмәткеһе

2-се класс

I. Графика. Өн һәм хәреф. Хәреф һәм өн. Ике өндө белдереүсе хәрефтәр: я, е, ё, ю. У, ү хәрефтәренең ике өндө белдереүе. В хәрефенең үҙенсәлеге. Һуҙынҡыларҙың һүҙҙәрҙе үҙгәртеүҙәге, яңы һүҙҙәр яһауҙағы һәм үҙҙәренең янын­да торған тартынҡыларҙың ҡалынлығын йәки нәҙеклеген билдәләүҙәге әһәмиәте. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү, абзац. Башҡорт теле орфографияһының нигеҙҙәре, һүҙҙәге өндәрҙе тикшереү тәртибе. Һүҙҙең өн моделе.

II. Морфология, һүҙ төркөмдәре. Предмет атамаһын белдереүсе һүҙҙәр. Кем? кемдәр? нимә? нимәләр? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. Уларҙың белдергән мәғәнәһе, телмәрҙә ҡулланылышы. Кешенең исем-фамилияһын, хайуандарҙың ҡушаматтарын, ер-һыу атамаларын белдереүсе һүҙҙәр, уларҙы баш хәреф менән яҙыу.

Предметтың хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәр. Уларҙың белдергән мәғәнәһе. Ни эшләй? ни эшләне? ни эшләр? йәки ни эшләйәсәк? һорауҙарына яуап биреүсе һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдәге әһәмиәте һәм урыны.

Предмет билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. Уларҙың аңлатҡан мәғәнәһе, әһәмиәте. Предмет билдәһен белдереүсе һүҙҙәре булған һүҙбәйләнештәр.

Ярҙамсы һүҙҙәр: һәм, менән, -да, -дә, -ҙа, -ҙә, -та, -тә, -ла, -лә, ғына, генэ, -ҡына, кенә. Уларҙың айырым яҙылышы, айырым торғанда мәғәнә аңлатмауы, баҫымһыҙ булыуы һәм телмәрҙә ҡулланылышы.

III. һүҙьяһалыш. Тамырҙаш һүҙҙәрҙе уҡыу, яҙыу, төркөмләү (термин бирелмәй).

IV. Синтаксис, һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм. Уларҙың оҡ­шашлығы һәм айырмаһы. Әйтеү маҡсаты буйынса һөйләм интонацияһы һәм төрҙәре. Хәбәр һөйләм. Һорау һөйләм. Өндәү һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Эйә, хәбәр, эйәрсән киҫәктәр.

V. Орфография һәм пунктуация. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәм ғәмәли ҡулланыу. Йә, йө, йү, йе, йо, йы ҡушымсалы һүҙҙәр, һүҙҙәрҙә ике өндө белдергән я, е, ё, ю хәрефтәре, һүҙ башында [уы], [үэ] өндәре, в хәрефе. Һөйләмдең баш хәреф менән яҙылышы. Кешенең фамилияһы һәм исеменең, хайуан ҡушаматтарының, ер-һыу атамаларының баш хәреф менән

яҙылышы. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр аҙағында тыныш билдәләре. һаналып киткән һүҙҙәр араһында тыныш билдәләре.

VI. Телмәр үҫтереү. Аралашыу ситуацияһы. Уға яраш­лы һөйләшеү (диалог) төҙөү. Текст. Тексты таныу. Текстың атамаһы. Текстағы һөйләмдәрҙең мәғәнәүи эҙмә-эҙлелеге. Текст төҙөү. Монолог (сығыш яһау, иғлан эшләү, доклад). Аралашыу этикеты (сәләм биреү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, һорау менән мөрәжәғәт итеү, рәхмәт белдереү).

VII. Универсаль уҡыу эш төрҙәре. Үҙ аллы белем алыуҙың башланғыс алымдарын өйрәнеү. Уҡыу эшмәкәрлеге буйынса башланғыс күнекмәләр алыу (маҡсат ҡуйыу, уҡыу материалы менән ҡыҙыҡһыныу, эште планлаштырыу, белем алыу буйын­са мәсьәләне хәл итеү, эҙләнеү эше, рефлексия, контроль, баһа). Аралашыу мәҙәниәте.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау.

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характеренда була. Уларға түбәндәгеләр инә:

- Башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр.

- Дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү.

- Һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар.

- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә.Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла.Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Изложение-4

Инша-7

Диктант-2

Тест-3

Башҡорт телен үҙләштереүҙең 2 класс өсөн шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре.

Уҡыу сифатын өйрәнгәндә, йәғни тикшереү процесында, түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:

- Шәхси үҫеш кимәле.

- Метапредмет кимәле.

- Предмет буйынса белем кимәле.

Шәхси үҫеш кимәле

- телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;

- тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларың менән бүлешеү;

- кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;

- башҡа кешеләрҙең яҙма һәм һөйләү телмәренә иғтибар итеү (интонация, темп, тон, һүҙҙәр һәм тыныш билдәләренең ҡулланылышы һ. б.).

Был һөҙөмтәләргә ирешеүҙең сараһы булып дәреслектәге күнегеүҙәр тора.

Метапредмет кимәле

Ойоштороу эшмәкәрлеге:

- уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

- планлаштырыу;

- һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен күҙаллау;

- дәрестә эш барышын һөйләп аңлатып барыу;

- дәреслек материалы менән эшләү барышында фекер, фа­раз менән уртаҡлашыу;

- уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

- коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү;

- тикшереү;

- төҙәтмәләр индереү;

- баһалау.

Танып белеү эшмәкәрлеге:

- дәреслектең, һүҙлектәрҙең, белешмәләрҙең айышына төшөнөү (йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);

- дәреслектән, текстан, таблицаларҙан, схемаларҙан, ил­люстрацияларҙан һорауға яуап табыу;

- күмәкләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;

- ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү;

- бер төрлө информацияны икенсе төрлө формаға үҙгәртеү.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

- үҙеңдең фекереңде телдән һәм яҙма рәүештә формалаш­тырыу;

- кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау, телмәрҙең темаһын, терәк һүҙҙәрен билдәләү;

- тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;

- уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы үтәү, аралашыу тураһында килешеү;

- парлап, төркөмләп эшләргә өйрәнеү, төрлө ролдәр үтәү (башҡарыусы йәки лидер).

Предмет үҙләштереү кимәле

- уҡытыусы йәки уҡыусыларҙың һөйләгән тексын ишетеп ҡабул итеү;

- тексты һөйләмдәр теҙмәһенән айыра белеү;

- бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ, тасуири уҡыу;

- текстың исемен (атамаһын) аңлау, тексҡа исем һайлап алыу йәки ҡушыу;

- тексты өлөштәргә бүлеү, һәр бүлеккә исем ҡушыу (план төҙөү);

- ентекле йәки һайланған өлөштөң йөкмәткеһен һөйләү;

- тексты ентекле һөйләй белеү;

- ҡыҫҡа хикәйә төҙөү;

- һүҙҙең өндәрен дөрөҫ атау, һүҙҙе ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙе табыу, телдән өн-хәреф анализы яһау;

- һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйыу;

- баҫма тексты дөрөҫ итеп күсереп яҙыу, яҙылғанды өлгө менән сағыштырып тикшереү;

- һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе, 30-40 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙыу;

- һүҙҙәрҙең ауыр яҙылышлы урындарын күреү һәм дөрөҫ яҙыу;

- һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын, географик атамаларҙы, хайуан ҡушаматтарын баш хәреф менән яҙыу; нәҙеклек (ь) һәм ҡалынлыҡ (ъ) билдәләрен, йә, йө, йү, йе, йо, йы ҡушымсаларын дөрөҫ яҙыу;

- өйрәнелгән ҡағиҙәләргә хаталарҙы табып төҙәтеү;

- тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу, ялғауҙарҙы айыра белеү һәм билдәләү;

- һүҙҙәргә һорау ҡуйыу; кем? нимә? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе күреү, һөйләмдә кем йәки нимә тураһында һүҙ бары­уын асыҡлау;

- бирелгән һүҙҙәрҙән йәки тема буйынса һөйләмдәр төҙөү;

- картина йәки бирелгән тема буйынса ҙур булмаған текст төҙөү, уҡытыусы ярҙамында 4-5 һөйләмдән торған тексты дәфтәргә яҙыу.

Тематик план.

Темалар

Сәғ. һан.


Дата

Фак.

дата


Иҫкәрмә

1

Уҡымышлы булыу ни өсөн кәрәк?

1

03.09



2

Ҙур хәреф. һөйләм.

1

04.09



3

һөйләм.

1

06.09



4

һөйләм.Һүҙбәйләнеш.

1

10.09



5

Кеше исемдәре нисек яҙыла?

1

11.09



6

Ҙур хәреф. Кеше исемдәре.

1

13.09



7

Ҙур хәреф. Кеше фамилиялары.

1

17.09



8

Кеше фамилияларының яҙылышы

1

18.09



9

Кеше исем- фамилияларының яҙылышы

1

20.09



10

Ҙур хәреф. Ер-һыу атамалары.

1

24.09



11

Ер-һыу атамалары яҙылышы.

1

25.09



12

Ҙур хәреф. Хайуан ҡушаматтары.

1

27.09



13

Хайуан ҡушаматтары яҙылышы.

1

01.10



14

Нығытыу.Хайуан ҡушаматтары.

1

02.10



15

Тикшереү эше. Ҙур хәреф.

1

04.10



16

Үҙ-ара һөйләшеү. Диктант.

1

08.10



17

Үҙ-ара һөйләшеү ҡороу. Диалог.

1

09.10



18

Диалог нисек яҙыла?

1

16.10



19

Нығытыу. Диалог төҙөү.

1

18.10



20

Йәмғиәт урынында осрашыу. Диалог.

1

22.10



21

Яҡын кешеләрҙе ҡотлау, тәбрикләү.

1

23.10



22

Ҡотлау яҙыу.

1

25.10



23-

24

25

Әкиәт геройҙары. Минең тиҫтерҙәрем. Аралашыу этикеты.

3

29.10

30.1006.11



26

Мәғлүмәт, белешмә эҙләү.

1

08.11



27

Мәғлүмәт, белешмә эҙләү.

1

12.11



28

Тикшереү эше.

1

13.11



29

Әйтеш-һамаҡтар.

1

15.11



30

Һынамыш,һанашмаҡ.

1

19.11



31

Мәҡәл-әйтемдәр.

1

20.11



32

Иғлан. Белдереү.

1

22.11



33

Иғлан, белдереү тексы төҙөү.

1

26.11



34

Тикшереү эше. Эшкә анализ

1

27.11



35

Диктант.

1

29.11



36

Һөйләм.

1

03.12



37

Һөйләмдә хәрәкәтте белдергән һүҙҙәр.

1

04.12



38

Һөйләмдең баш киҫәктәре.

1

06.12



39

Эйә, хәбәр

1

10.12



40

Һөйләмдә тыныш билдәләре. Эйә, хәбәр

1

11.12



41

Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы."Торналы күл"

1

13.12



42-

Хәбәр һөйләм.

1

17.12



43

Хәбәр һөйләмдә тыныш билдәһе.

1

18.12



44

Өндәү һөйләм.

1

20.12



45

Өндәү һөйләмдә тыныш билдәһе

1

24.12



46

Һорау һөйләм.

1

25.12



47

Һорау һөйләмдә тыныш билдәһе.

1

27.12



48

Текст. Һорау ,өндәү һөйләмдәр.

1

14.01



49

Текст. Һөйләм.

1

15.01



50

Тексты күсереп яҙыу ҡағиҙәһе.

1

17.01



51

Тикшереү эше. Һөйләмдә тыныш билдәләре.

1

21.01



52

Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

22.01



53

Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр

1

24.01



54

Ә,ө,ү,е,э,и һәм а,о,у,ы хәрефле һүҙҙәр

1

28.01



55

Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү.

1

29.01



56

Диктант.

1

31.01



57

Һүрәт буйынса инша."Елдерәләр саналар"

1

04.02



58

Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.

1

05.02



59

Һүҙҙе юлдан юлға күсереү өсөн ижеккә бүлеү.

1

07.02



60-

У-ү хәрефе.

1

11.02



61

У-ү хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу.

1

12.02



62

Тикшереү эше. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.

1

14.02



63

Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы."Шарлауыҡ янында"

1

18.02



64-

О-ө хәрефле һүҙҙәр.

1

19.02



65

У-ү хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу.

1

21.02



66

Изложение."Терпе ҡыҙына күстәнәс"

1

25.02



67-

Ээ хәрефле һүҙҙәр.

1

26.02



68

Ээ өнө һәм хәрефе.

1

28.02



69

(э) өнө һүҙ уртаһында һәм аҙағында

1

04.03



70-

Ыы хәрефле һүҙҙәр.

1

05.03



71

Ыы хәрефле һүҙҙәр

1

07.03



72

Тикшереү эше. Диктант.

1

11.03



73-

Йй хәрефле һүҙҙәр.

1

12.03



74

Йә,йө,йү йе,йо,йы ҡушымсалары.

1

14.03



75

Йй хәрефле һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

1

18.03



76

. Контроль күсереп яҙыу

1

19.03



77

Нығытыу. Йй хәрефле һүҙҙәр.

1

21.03



78

Инша"Һаумы, Яңы йыл!"

1

01.04



79-

(йа) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана?

1

02.04



80

Яя хәрефе.

1

04.04



81-

(йу) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана?

1

08.04



82

Юю хәрефе.

1

09.04



83-

(йэ) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана?

1

11.04



84

Ее хәрефе.

1

15.04



85

(йо) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана?

Ее хәрефе.

1

16.04



86

Тикшереү эше.Вв(Уу-Үү) хәрефтәре.

1

18.04



87

Һүҙ төркөмдәре

1

22.04



88-

Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәр .

1

23.04




89

Нығытыу.Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр.

1

25.04



90-

Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр

1

29.04



91

Нығытыу. Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр.

1

30.04



92-

Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр.

1

02.05



93

Нығытыу. Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр.

1

06.05



94-

Һөйләмдең тиң киҫәктәре.

1

07.05



95

Һөйләмдең тиң киҫәктәре араһында тыныш билдәһе.

1

13.05



96-

Ярҙамсы һүҙҙәр.

1

14.05



97

Ярҙамсы һүҙҙәрҙең яҙылышы.

1

16.05



98

Диктант.

1

20.05



99-

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Контроль күсереп яҙыу.

1

21.05



100

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

1

23.05



101-

Йыллыҡ тикшереү эше. Эшкә анализ.

1

27.05



102

Үтелгәнде йомғаҡлау.

2

28-30.05











Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

1Башҡорт теле,1 һәм 2 киҫәк -Өфө:Китап,2011.

2. Башҡорт теле дәреслегенә эш дәфтәре 2 киҫәктән- Өфө:Китап,2011. Авторы: Ф.Ш.Сынбулатова. .

3. 1Башҡорт теле дәреслегенә тикшереү эштәре дәфтәре-- Өфө:Китап,2012. Авторы: Ф.Ш.Сынбулатова.

4.Башҡорт теле таблицаларҙа,схемаларҙа һәм ҡағиҙәләрҙә.ӘүбәкироваЗ.Ф.-Өфө,2006

5.Изложениелар йыйынтығы:1-4 класс-Өфө

6.Диктанттар йыйынтығы:1-4 класс-Өфө

7.Программа1-4 класс- Өфө:Китап,2010.-104 бит. Авторы: Ф.Ш.Сынбулатова.

8.Башланғыс дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар (Икенсе быуын стандарттары) .Башҡорт теле 1-4 - Өфө:Китап,2011. Авторы:Р.ДСалауатова.

9..Башҡорт теленә методик ҡулланма:4 класс.-Өфө:Китап,2012.-152 бит.СалауатоваР.Д.

10. Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

11. М. Ғ. Усманова. Башҡортса русса – синонимдар һүҙлеге. Өфө : Китап, 2010.

12. Ураҡсин З. Ғ., Сиразетдинов З. Ә., Суфьянова Н. Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы . . һүҙлеге.: Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн. - Өфө : Китап, 2005 .

13. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2008.








Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Начальные классы

Категория: Планирование

Целевая аудитория: 2 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Рабочая программа по предмету Башкирский язык для 2 класса

Автор: Юламанова Рамиля Рахметовна

Дата: 03.02.2015

Номер свидетельства: 166462

Похожие файлы

object(ArrayObject)#852 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(259) "РАБОЧАЯ ПРОГРАММА учебного предмета «ГОСУДАРСТВЕННЫЙ (БАШКИРСКИЙ) ЯЗЫК РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН» для 5 классов основного общего образования"
    ["seo_title"] => string(80) "rabochaia_programma_uchebnogo_predmeta_gosudarstvennyi_bashkirskii_iazyk_respubl"
    ["file_id"] => string(6) "634141"
    ["category_seo"] => string(7) "prochee"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "planirovanie"
    ["date"] => string(10) "1687299502"
  }
}
object(ArrayObject)#874 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(130) "План работы ШМО учителей начальных классов МОБУ СОШ с. Новофёдоровское"
    ["seo_title"] => string(78) "plan_raboty_shmo_uchitieliei_nachal_nykh_klassov_mobu_sosh_s_novofiodorovskoie"
    ["file_id"] => string(6) "393097"
    ["category_seo"] => string(7) "zavuchu"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "planirovanie"
    ["date"] => string(10) "1487401786"
  }
}
object(ArrayObject)#852 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(44) "Конкурсы по информатике"
    ["seo_title"] => string(24) "konkursy-po-informatikie"
    ["file_id"] => string(6) "265484"
    ["category_seo"] => string(11) "informatika"
    ["subcategory_seo"] => string(11) "presentacii"
    ["date"] => string(10) "1449946635"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства