kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Мероприятие, посвященное 75-летию Победы в ВОВ

Нажмите, чтобы узнать подробности

Мероприятие с приглашением  ветеранов ВОВ  и труженников тыла.

Для учащихся 8-11 классов.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Мероприятие, посвященное 75-летию Победы в ВОВ»

Сценарий внеклассного мероприятия, посвященный

к 75-летию Победы.

( с приглашением ветеранов войны , тружеников тыла, участников боевых действий.)

Цели: воспитание чувства любви к Родине; воспитание чувства гордости за героизм нашего народа; воспитание чувства уважения к ветеранам – защитникам нашей родины в годы ВОВ.


Задачи: развитие творческих способностей обучающихся, развитие навыков устной речи, выразительного чтения; воспитание интереса к героическому прошлому своей страны.


Оформление: Сцена празднично украшена. (Плакаты, рисунки учащихся ко Дню Победы, цветы, надпись «Тыныс булһын һәр саҡ Ер шары!»).


Оборудование: Компьютер, мультимедийный проектор, плакаты, Звучат песни военных лет.

На доске: Атай булһын, әсәй булһын,

Тыныс булһын һәр саҡ Ер шары!


Еңеү! Һағындырған данлы Еңеү!

Ҡосаҡланы бөгөн илемде

Йөрәктәрҙән шатл ыҡ ташты урғып,

Бар донъяның баҫып киңлеген.



Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә

Бер битеңдә моңһоу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән һаман йәш тама.....



1 алып барыусы :Хәйерле көн, хөрмәтле һуғыш һәм тыл ветерандары, хөрмәтле өләсәйҙәр,олатайҙар. Беҙ богон оло тантана- Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған сараға йыйылдыбыҙ.



2 алып барыусы:Беҙ инде 75 йыл тыныс күк йөҙө, яҡты ҡояш менән көнөбөҙҙө ҡаршылайбыҙ. Һуғыш йылдары йылдан-йыл артта ҡала. Ләкин ғүмер алға барған һайын , ул көндәрҙең батырлығы беҙҙе нығыраҡ һоҡландыра, халыҡтың батырлығына таң ҡалаһың.

1 уҡыусы : Хәтерҙән уйыла күп нәмә,

Онотола иң гузәл яҙ, ҡыштар.

Онотолмай үҙенең иңендә

Ил данын күтәргән яҙмыштар.



2 уҡыусы: Ваҡыттар үтеүгә һүрелеп

Һүнәләр иң яҡты балҡыштар.

Һүнмәйҙәр, яҡтылыҡ һибәләр

Көрәштә ҡабынған яҙмыштар.



1 алып барыусы : 1941 йылдың 22 июне. Ҡояшлы ял көнө була ул. Тирә – яҡта халҡыбыҙҙың милли байрамы – һабантуйҙар гөрләй. Мәктәп уҡыусыларының сығарылыш кисәләре. Ер еләге өлгөргән , бесән сапҡан ваҡыттар.



2 алып барыусы: 1941 йыл. 22 июнь. Тыныс ятҡан илебеҙгә фашистик Германия ябырылды, Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Бөтә ил дошманға ҡаршы кутәрелде.

Быға тиклем кешелек тарихы белгән теләһә ниндәй һуғыш менән сағыштырғанда ла Бөйөк Ватан һуғышы иң ҡот осҡос, иң ауыр, иң емергес һуғыш булды.



Йыр « Священная война», «Башҡорттар китте һуғышҡа»



1 алып барыусы : Һуғыш.... Мәскәүҙән Берлинғаса 2 мең 600 саҡрым...



2 алып барыусы: Бик әҙ. Был- әгәр поезд менән барһаң – ике тәүлек, самолетта өс сәгәт тигән һүҙ.



1 алып барыусы : Ә һәр ҡарыш ер өсөн көрәшеп,имгәкләп һәм шыуышып барһаң- дүрт йыл.



2 алып барыусы: Дүрт йыл.



1 алып барыусы :1418 көн.



2 алып барыусы: 34 мең сәғәт!



1 алып барыусы :27 миллион һәләк булған кеше ғүмере.



2 алып барыусы: 2 мең 600 саҡрым араға 27 миллион ҡорбан. Был һәр саҡрымға 10 мең 800 кеше, минутына 13 кеше үлтерелгән тигән һүҙ.....



2 алып барыусы: 27 миллион ҡорбан..... Ә күпме әсәләр – улһыҙ, балалар атайһыҙ, ҡыҙҙар- һөйгән йәрһеҙ, ҡатындар ирһеҙ ҡалған.



3 уҡыусы: 41, июнь, һуғыш. Ул һуғыштың

Барыбыҙға тейҙе шойҡаны.

Күпме өмөт селперәмә килде,

Купме аҡ хыялдар онталды!

41,июнь, һуғыш. Тетрәндерҙе

Левитандың набат тауышы!

Ватандаштар! Тыуған тупраҡ яна!

Ҡыл өҫтөндә илдең яҙмышы !



2 алып барыусы: , Бөйөк Ватан һуғышы елдәре беҙҙен колхозға ла ҡағылмайынса үтмәй. Яу ҡырында Тыуған илен, бәхетле балалыҡты ,тормошто һаҡлап Дәрбиш ауыл советынан 551 кеше һуғышҡа китте. Шуларҙың 358 кеше генә кире әйләнеп ҡайта, 193 ауылдаштарыбыҙ яу ҡырында һәләк булып ҡала. Һуғышта ҡыйыулыҡ күрһәткән 11603 ҡаһарманға Советтар Союзы Геройы исеме бирелде. Беҙҙең яҡташыбыҙға ла Ғәзиз Габидуллович Мурзагалимовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелде. Беҙҙең мәктәп уның исемен ғорурлыҡ менән йөрөтә.

( Слайд. Мурзагалимов тураһында. 1 уҡыусы уның биографияһы һәм батырлығы тураһында һөйләй)



1 алып барыусы :Бер ҡайтмаһаҡ, бер ҡайтырбыҙ,- тиеп китһәләрҙә, күпме ир- егеттәребеҙ туған тупрағын күреү бәхетенә ирешә алманылар. Туған ерҙәре өсөн баштарын һалған был батырҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ!



2 алып барыусы: Ҡәҙерле туғандар, ауылдаштар, балалар! Эйҙәгеҙ, бер минут тын ҡалайыҡ! Һуғышта яу яланында ятып ҡалған олатай-бабайҙарыбыҙҙың, атайзарыбыҙҙың исемдәрен әйтеп, уларҙың рухтарына тыныслыҡ теләйек.

Слайд № һуғыштан ҡайтмаған ауылдаштарыбыҙ.

1 алып барыусы :Һыуыҡ окоптарҙа бар һаулығын юғалтып, яу яраларынан, аурыуҙарҙан бөгөнгө шатлыҡлы көндәргә килеп етә алмай үлеп ҡалған һуғыш ветерандарын хәтергә алып тын ҡалайыҡ.

( Минута молчания, на экране список погибших воинов)



2 алып барыусы:Һуғыш йылдары алыҫлаша барған һайын, беҙҙең ветерандарыбыҙ һаны, үкенескә ҡаршы, һирәйгәндән –һирәгәйә бара. Һәм бөгөнгө көндә Дөрбиш ауыл биләмәһендә бары бер ветераныбыҙ гына ҡалған. Ҡаршы алығыҙ.



1 алып барыусы : Мажитов Фарух Мажитович.



4 уҡыусы: Сафта килә олатайҙар.

Орден, миҙал таҡҡандар.

Шул бөркөттәр дошман ҡырып,

Еңеү яулап ҡайтҡандар.



Ҙурлайыҡ ҡарт һалдаттарҙы.

Ҡәҙер,хөрмәт итәйек,

Еңеү көнө менән ҡотлап

Сәскә бүләк итәйек ! ( Буләк биреү)



1 алып барыусы : Һүҙҙе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мажитов Фарух Мажитовичҡа бирәбеҙ.



Йыр « Олатайым миҙалдары»



2 алып барыусы: Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дошманға ҡаршы көрәшеү фронтта ғына тугел, ә тылда ла барҙы. Фронтты икмәк,кейем- һалым менән тәмьин итеп торҙо ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр. Тылда эшләүселәр был еңеүгә үҙҙәренең баһалап бөткөһөҙ өлөшөн индерҙе.



5 уҡыусы : Эх, әсәләр, һуғыш йылдарында

Теңкәгеҙгә тейҙе ауырлыҡ.

Заман ауырлығын күтәрергә,

Ҙур ҡайғылар баштан үткәрергә



Ҡайҙан тылсымлы көс таптығыҙ ҙа

Ҡайҙан алдығыҙ һеҙ сабырлыҡ?!

Һеҙҙең сабырлыҡҡа, батырлыҡҡа

Мәңге-мәңге хайран ҡалырлыҡ.

2 алып барыусы: Ир – егеттәр һуғыш яланында, ә һеҙ ауыл, ҡалаларҙа еңеү яуланығыҙ. Һеҙ күргән ауырлыҡтар , хәсрәт – ҡайғыларҙы һөйләп, аңлатып бирерлек түгел.



1 алып барыусы :Ололар менән бер рәттән һабан һөргән, иген үҫтергән, урман ҡырҡып бүрәнә ағыҙған малайҙар, ҡыҙҙар ,хәҙер инде олоғайып барған әбей-бабайҙар алдында баш эйәбеҙ.



2 алып барыусы: Бөтә ауырлыҡтарҙы ла ирҙәр кеүек сабыр кисерҙе улар. Һуғыш яланындағы ирҙәр подвигына тиң булды улар күрһәткән батырлыҡтар.



1 алып барыусы : Һүҙҙе тыл хеҙмәтсәне ------------------------------------------------------

-------------------------------------------------------------- бирәбеҙ.

-------------------------------------------------------------- бирәбеҙ.



2 алып барыусы: Бына шулай үтте һуғыш йылдары. Үтте микән? Юҡ, үтмәне! Ул йылдар ҡурҡыныс һуғышты күргән һәр бер кешенең иҫендә йәшәп килә.



1 алып барыусы : Ҡыҙғанысҡа ҡаршы һуғыш бының менән бөтмәне. Афганистан, Чечня һуғыштары – барыһы ла яралы йылдар булып ҡалдылар.



2 алып барыусы: Афганистандың комло сүлдәре, таш ҡаялары, һәр йәшеллектән ут асырға торған дошмандар- былар береһе лә онотолмаҫ. Эле тормоштоң йәмен, тәмен дә белмәгән егеттәр Афган ерендә батырҙарса һәләк булдылар.



1 алып барыусы : Усманов Миндияр , Габбасов Радис.

( Слайд № Афган һуғышында һәләк булған М. Усманов, Р. Габбасов тураһында)



2 алып барыусы: Мәңгелек дан уларға! Мәңгелек дан! Батырҙарын иҫкә алғанда, Тыуған ил уларҙы бер ҡасан да онотмай.



1 алып барыусы : Беҙҙең ауылдан Афган ерҙәрендә һуғыш утын кисеп, тыуған яҡтарына иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡан егеттәр ҙә бар. Һүҙҙе Афган һуғышы ветераны ____________________________________________ бирәбеҙ.



2 алып барыусы: Еңеү шатлығы оло юғалтыуҙар менән йәнәшә килә. Быны оноторға һис тә ярамай. Кеше хәтере бик ҡыҫҡа булһа ла, был фәжиғәле йылдарҙы иҫтә тоторға кәрәк.

1 алып барыусы :Киләсәк быуынға аңлатыр, һөйләп бирер өсөн генә түгел – бөгөнгө тормоштоң ҡәҙерен белер өсөн, доңъя именлеген һаҡлар өсөн кәрәк! Йәшәһен тыныслыҡ!

6 уҡыусы: Булмаһын ул, булмаһын,

Кәрәкмәй беҙгә һуғыш.

Булмаһын ҡурҡыныс,

Булһын бөтөн ил тыныс.



Кәрәкмәй беҙгә ҡан ҡойоу

Кәрәкмәй беҙгә һуғыш!

Беҙҙең теләк- яҡты, матур,

Тыныс хеҙмәт һәм тормош.



7 уҡыусы: Аяҙ булһын күгебеҙ,

Яҡты ҡояш гел көлһөн.

Туған илем, туған ерем

Тыныс,имен булһын гел.



8 уҡыусы; Алыҫ осһон аҡ күгәрсен,

Иңләп киң донъя күген,

Болот ҡапламаһын өсөн

Беҙ йәшәгән ер йөҙөн.



Яҡтырһын атҡан ал таң,

Мәңгегә һүрелмәһен.

Булмаһын һуғыш ҡайтанан,

Ғумерҙәр өҙөлмәһен.



Уҡытыусы: Ҡәзерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл ветерандары, Афган, Чечня һуғышы ветерандары! Бөтә йөрәктән һеҙҙе Бөйөк Еңеу байрамы менән ҡотлайбыҙ! Баһалап бөткөһөҙ батырлығығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Һеҙгә оҙон ғүмер, сәләмәтлек, шатлыҡ, яҡшы кәйеф , үҙегеҙгә һәм ғаиләгеҙгә,яҡындарығыҙға аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Еңеү байрамында һеҙҙең исемегеҙ изгелек һәм тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын.





9 уҡыусы: Алығыҙ һеҙ бөгөн бүләк итеп

Ҡотлауҙарҙың иң ҙур бәйләмен.

Ҡаршылагыҙ тағын бик күп тапҡыр

Яҡты Еңеү байрамын.



Песня « День Победы»
























Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Внеурочная работа

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 9 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Мероприятие, посвященное 75-летию Победы в ВОВ

Автор: Фахретдинова Гульсира Фасхитовна

Дата: 06.02.2020

Номер свидетельства: 538669

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(268) "Отчёт о проведении предметной недели ШМО учителей русского языка, литературы и истории, посвящённой 70-летию Победы в Великой Отечественной войне "
    ["seo_title"] => string(172) "otchiot-o-proviedienii-priedmietnoi-niedieli-shmo-uchitieliei-russkogho-iazyka-litieratury-i-istorii-posviashchionnoi-70-lietiiu-pobiedy-v-vielikoi-otiechiestviennoi-voinie"
    ["file_id"] => string(6) "220207"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1434545723"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(42) "Проект "70-летие Победы" "
    ["seo_title"] => string(26) "proiekt-70-lietiie-pobiedy"
    ["file_id"] => string(6) "213806"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(11) "presentacii"
    ["date"] => string(10) "1432141591"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(144) "Внеурочное мероприятие посвященное 70-летию Победы в ВОВ "Мы этой памяти верны" "
    ["seo_title"] => string(94) "vnieurochnoie-mieropriiatiie-posviashchiennoie-70-lietiiu-pobiedy-v-vov-my-etoi-pamiati-vierny"
    ["file_id"] => string(6) "169125"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1423371864"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(126) "Мероприятие, посвященное Дню Великой Победы 9 мая — Никто не забыт … "
    ["seo_title"] => string(77) "mieropriiatiie-posviashchiennoie-dniu-vielikoi-pobiedy-9-maia-nikto-nie-zabyt"
    ["file_id"] => string(6) "129555"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1415723314"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(90) "Внеклассное мероприятие, посвященное Дню Победы "
    ["seo_title"] => string(59) "vnieklassnoie-mieropriiatiie-posviashchiennoie-dniu-pobiedy"
    ["file_id"] => string(6) "238575"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1444586432"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства