Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
средняя общеобразовательная школа с.Карабашево муниципального района
Илишевский район Республики Башкортостан
«Рассмотрено»
Рук. ШМО ________
А.М.Кадирова
Пр. № 1 от 28 августа 2015г.
«Согласовано»
Зам. директора по УВР
_________ Г.Р.Мустафина
«Утверждаю»
Директор МБОУ СОШ с.Карабашево
___________ Р.С.Гареев
Пр.№ ____ от 29 августа 2015г.
Рабочая программа
на 2015 / 2016 учебный год
Предмет : Родной (башкирский) язык и литература
Класс: 6
Общее количество часов: 102
Количество часов в неделю: 3
Программа: Баш ҡорт теленән программа (5-11 кластар өсөн),
Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В., Ижевск : КнигоГрад, 2008
Баш ҡорт әҙәбиәт енән программа (5-11 кластар өсөн)
М.Ғималова, Ғ.Хөсәйенов.,Өфө : Информреклама, 2003
Учебник: Толомбаев Х.А.,Солтанбаева Х.В.,Әсә теле: Дөйөм урта белем биреү учреждениеларының 6 класы өсөн дәреслек
.- Өфө: Китап,2004
Башҡорт әҙәбиәте: Дөйөм белем биреү мәктәбенең 6- c ы класы у ҡыусылары өсөн дәреслек-хрестоматия. М.Х.Иҙелбаев,М.Б. Юлмөхәмәтов.-Өфө: Китап, 2012
Контрольные диктанты: 4
Учитель: Камалова Ф.Ф.
Аңлатма яҙыу
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы өсөн туған(башҡорт)теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.
Эш программаһы аҙнаға 3 сәғәт иҫәбенән төҙөлдө һәм 105 сәғәткә бүленгән.
Башҡорт теленән программа (5-11 кластар өсөн),
Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В., Ижевск : КнигоГрад, 2008
Башҡорт әҙәбиәтенән программа (5-11 кластар өсөн)
М.Ғималова, Ғ.Хөсәйенов.,Өфө: Информреклама, 2003
Дәреслектәр: Әсә теле: Дөйөм урта белем биреү учреждениеларының 6 класы өсөн
дәреслек.Толомбаев Х.А.,Солтанбаева Х.В.,- Өфө:Китап,2004
Башҡорт әҙәбиәте: Дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-cы класы уҡыусылары өсөн дәреслек-хрестоматия. М.Х.Иҙелбаев,М.Б. Юлмөхәмәтов.-Өфө: Китап, 2012
Программа кимәле: базис
Уҡыу предметына дөйөм характеристика
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-11-се кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы нигеҙендә төҙөлдө .
Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Илеш районы муниципаль районы хакимиәте муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Ҡарабаш дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
6 кластың программаһы әсә теленән булған барлыҡ эштәрҙең йөкмәткеһен һәм йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Ул йүнәлештәрҙең иң мөһиме- туған тел һәм туған әҙәбиәт дәрестәрендә белем менән бер рәттән тәрбиә биреүҙе тығыҙ бәйләнештә алып барыу
-башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу;
-башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү;
-бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.
Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:
Программала уҡыусыларҙың туған телгә, һүҙгә булған ҡыҙыҡһыныуын һәр саҡ үҫтерә барыу, туған телдең байлығын, төрлө һүрәтләү сараларын күрһәтеү, һүҙ һәм уның формалар төрлөлөгөн телмәрҙә ҡулланыуға ынтылыш тәрбиәләү, уҡыусыларҙы туған телдән ныҡлы, аңлы белем алырлыҡ итеп уҡытыу бурысы ҡуйыла.
-Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
-Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
-Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
-Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
-Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
-Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.
Уҡытыу предметының(әҙәбиәт) төп йөкмәткеһе
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы
Ф.Ғөбәйҙуллина. Башҡортостан флагы
Алтын һуҡмаҡ
С.Әлибаев. Мәктәп юлы, Я.Вәлиев. Беренсе көн.Я.Ҡолмой. Мәктәп,Р.Фәхретдин. Мәктәп
Уйҙың күрке-тел, телдең күрке-һүҙ.
З.Биишева. Башҡорт теле,Ҡ.Аралбай. Башҡорт Ҡоролтайына.
Әҫәрҙәрҙә яҡтылыҡты, яңылыҡты данлау йәмғиәтте яңыртыу, үҙгәртеп ҡороуға саҡырыу. Кешелек тормошонда һүҙҙең әһәмиәтен, туған телдең матурлығын, нәфислеген, яғымлылығын данлау.
Г.Юнысова. Ер улына, Д.Бүләков. Ҡара икмәк. Ф.Чанышева. Икмәк еҫе Халыҡ ижады буйынса V синыфта үтелгәндәрҙе (әкиәттәр, йырҙар, мәҡәлдәр, йомаҡтар) ҡабатлау, тәрәнәйтеү.
Халыҡ ижады жанрҙары тураһында төшөнсә.
«Урал батыр», «Ҡариҙел» әкиәттәре
«Урал батыр» әкиәтенең йөкмәткеһе. Халыҡтың ауыр тормошон кәүҙәләндереү. Урал батыр менән Аҡъял батыр образдарында халыҡ бәхете өсөн көрәш һәм халыҡҡа хеҙмәт итеү идеяһының сағылышы. Әкиәттәрҙең художество үҙенсәлектәре (эпитет, гипербола, ҡабатлауҙар), теленең байлығы, образлылығы.
«Ҡариҙел» әкиәтенең йөкмәткеһе, жанр үҙенсәлектәре өҫтөндә күҙәтеүҙәр.
Әҙәбиәт теорияһы. Әкиәт тураһында төшөнсәне ҡабатлау. Гипербола тураһында төшөнсә.
Бәйеттәр Халыҡ ижадының бер төрө булыу яғынан бәйет. Бәйеттәрҙең тарихи ерлеге. Уларҙың тематикаһы (һуғыш, тормош-көнкүреш бәйеттәре), төрлө осорҙарҙың сағылышы.
Бәйеттәрҙең үҙенсәлектәре: сюжетлы булыуы, йырҙар менән оҡшаш¬лығы, традицион алым менән башланыу һәм тамамланыуы.
«Герман һуғышы бәйеттәре». Беренсе Бөтә донъя һуғышы картинала¬рын кәүҙәләндереү. Империалистик һуғыштың халыҡ мәнфәғәттәренән алыҫ булыуын, һалдаттар араһында революцион фекер тарала барыуын, уларҙың азатлыҡҡа, тыныс тормошҡа ынтылыуын күрһәтеү.
«Дон далаларыңда» бәйете. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауыр һалдат юлын бәйән итеү. Бәйеттәрҙең яңы йөкмәткеле, яңы идея йүнәлешле һәм оптимистик характерҙа булыуы.
Әҙәбиәт теорияһы. Бәйет тураһында төшөнсә.
Таҡмаҡтар .
«Егеттәр» таҡмағында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алып барылған Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт егеттәренең батырлыҡтарын, еңеүгә булған ышанысын һәм рух күтәренкелеген күрһәтеү. Көләмәстәрҙә халыҡҡа хас үткер аҡыллылыҡтың сағылышы. Уларҙың әһәмиәте.
Әҙәбиәт теорияһы. Таҡмаҡтар, көләмәстәр тураһында төшөнсә.
К.Кинйәбулатова.Уҡытыусым. Л.Яҡшыбаева.Уҡытыусы-ул белем биреүсе лә, икенсе әсәй ҙә...
Беҙҙең боронғо әҙәбиәтебеҙ
Ҡол Ғәли. Йософтоң матурлығы («Йософ ҡиссаһы»нан өҙөк). Табын ҡәбиләһенең Ҡара Табын ырыуы шәжәрәһе. Шәжәрә тураһында.'
Т. Йосопов. «Ай Уралым,Уралым» (1 сәғәт).
Ш. Бабич. «Башҡортостан»,
Р. Ғарипов, «Әсәм ҡулдары.
Әсә образы аша хеҙмәттең бөйөклөгөн, фиҙакәрлекте, рухи ныҡлыҡты данлау.
Г. Юнысова. «Талы бөгөлөп тора»
А. Игебаев. «Сыйырсығым». Ф.Ғөбәйҙуллина «Умырзая .
Яҙҙың билдәләрен, шатлыҡлы хистәр уятыуын, матурлығын тасуирлау.
Ғ. Туҡай. «Шүрәле»
Виталий Бианки. Ҡоторған тейен
И.Йосопов. Ҡара бүрек
Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Башҡорт теле предметының йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө
Программала ҡаралған курстың йөкмәткеһе фәнни һәм еңел аңлайышлылыҡ, системалылыҡ һәм күсәгилешлек (дауамсанлыҡ) нигеҙендә эшләнде.
Тел материалы кластар буйынса милли мәктәптәрҙең уҡыу планына яраҡлаштырып бүленде.
Башҡорт теле курсында фонетиканы, лексиканы, һүҙьяһалышты, грамматиканы (морфологияны һәм синтаксисты) өйрәнеү ҡаралған.
Әйтелгәндәрҙән тыш, дөрөҫ әйтелеш, дөрөҫ яҙыу(орфография), тыныш билдәләренең ҡуйылышы буйынса күнекмәләр булдырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен камиллаштырыу, стилистик күнекмәләр формалаштырыу, шулай уҡ тел белеменән ҡайһы бер белешмәләр ҙур урын биләй.
Программала билдәләнгән теоретик белешмәләр башҡорт тел белеменең бөгөнгө ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып бирелә.
Программала материал өлөшләтә һыҙма-баҫҡыслы принципта урынлаштырылды. Исем менән ҡылым һүҙ төркөмдәре ике класта (5-6 кластарҙа) өйрәнелә, сөнки ул һүҙ төркөмдәре башҡорт телендә иң ныҡ үҫешкән һәм ҡатмарлыларҙан һанала. Был үҙенсәлек уҡыусыларҙың йәш һәм белем кимәлен иҫәпкә алыу мәсьәләһен ҡуя. Ҡалған һүҙ төркөмдәре һыҙма(теҙмә) принципта бирелә.
Лексика менән уҡыусылар 5-6 кластарҙа танышалар: 5-се класта һүҙҙең мәғәнәләре өйрәнелһә,6-сыла башҡорт теленең һүҙҙәре килеп сығышы, ҡулланылышы яғынан тикшерелә.
Материалды ныҡлы һәм тотороҡло үҙләштереүгә системалы ҡабатлап барыу ҙа булышлыҡ итә. Шуға күрә, үткән материалды ҡабатлауға мөмкин тиклем киң иғтибар бирелә.
Башҡорт телен уҡытыу барышында телмәр
үҫтереүҙең кайһы бер мәсьәләләре
Башҡорт теле программаһы яңы шарттарҙа тел уҡытыуҙың практик йүнәлешен көсәйтеү бурысын ҡуя һәм бәйләнешле телмәр үҫтереүгә махсус сәғәттәр бүлә, ундай сәғәттәр әҙәбиәт дәрестәренәнән дә алына.
6 класта бәйләнешле телмәр үҫтереүгә башҡорт теленән-6, әҙәбиәттән 6
( бөтәһе 12) сәғәт ваҡыт бүленә. Шул ваҡыт эсендә уҡыусылар уҡығанды аңлы тыңлау,яңы терминдарҙы үҙләштереү, диалогик һәм монологик телмәрҙе төшөнөү, күркәм телмәрҙән сағыштырыу, йәнләндереү, эпитет кеүек һүрәтләү сараларын табыу, һөйләгәнде тыңлай һәм аңлай белеү, тексты уҡыу һәм аңлау,һөйләү һәм яҙыу, текстар төҙөй белеү.Шулай уҡ төрлө стилдәге текстарҙы аңлап, төрлө етеҙлектә уҡыу.Текстың өлөштәре тураһында төшөнсә, ябай план, текстың киң һәм тар темаларын,уның төп фекерен билдәләү, телмәрҙең стиле тураһында, йәнле һөйләү художестволы стилдәре тураһында башланғыс төшөнсә, хикәйәләү һәм тасуирлау тураһында мәғлүмәттәр бирелә.Программаның был бүлегендә айырым предметтарҙы, хайуандарҙы һүрәтләүгә ҡоролған текстар буйынса тулы һәм ҡыҫҡартылған изложениелар яҙыу, уҡыусыларҙың тормошонан берәй ваҡиға, сюжетлы картина буйынса файҙалы хеҙмәттә ҡатнашыу тураһында хикәйә- иншалар төҙөргә өйрәтеү ҡаралған.
Телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләгәндә ул бүлектәрҙәге төшөнсәләрҙе өйрәнеүгә киң урын бирелергә, алдан сәғәттәргә бүленгән пландар төҙөлөргә тейеш. Шул саҡта ғына телмәр үҫтереү проблемаһына яҡын килеп була һәм ҡаралған күнекмәләрҙе еренә еткереп үтәргә мөмкин.
Тел һәм әҙәбиәтте бер үк уҡытыусы алып барғанлығын иҫәпкә алып, был ике предметҡа ла ҡараған бәйләнешле телмәр үҫтереү программаһы берләштерелде. Телдән дә, яҙма формала ла бәйләнешле телмәр төҙөү күнекмәләре, ул күнекмәләрҙе формалаштырыусы эш төрҙәре( изложениелар, иншалар һ.б.) һаналып күрһәтелде.
Изложение текстарын, инша темаларын һайлағанда, уларҙың тәрбиәүи йөкмәткеһе, әһәмиәте һәр саҡ иҫкә алынырға тейеш.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса бәйләнешле телмәр үҫтереүгә тәғәйенләнгән сәғәттәр түбәндәгесә файҙаланыла:
1сирек
2 сирек
3 сирек
4 сирек
6 класс
3
2
3
2
Тсуири уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу телмәр үҫтереү эштәре менән бергә алып барыла. Тасуири уҡыуҙы ойоштороуҙан алда һүҙҙең өндәрен айыра белеү, һүҙҙәрҙе асыҡ әйтеү;баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙе айыра белеү, һөйләмдәрҙең сиген билдәләү, дөрөҫ тауыш, интонация һайлау, телмәр темпын күҙәтә белеү, йәғни баҫымлы һүҙҙәрҙе айыра алыу кеүек күнекмәләр формалаштырыла. Ундай күнекмәләргә тел дәрестәрендә лә, әҙәбиәт дәрестәрендә лә иғтибар ителә. Уҡытыусы үҙе тасуири уҡырға , уҡыусыларҙың да тасуири уҡыуҙарын талап итергә тейеш. Тел дәрестәрендә уҡыусыларҙың төрлө темаларға телдән сығыш яһауҙарын мотлаҡ ойошторорға кәрәк, уны системаға әйләндереү маҡсатҡа ярашлы. Уҡыусыларҙың асыҡ, бәйләнешле һәм йәнле итеп һөйләүҙәренә ирешергә кәрәк.
Эш төрҙәре буйынса сәғәттәр бүленеше
Кластар
Изложение
Инша
Эш ҡағыҙҙарын
яҙырға өйрәтеү
Бөтә
сәғәт.
һаны
өйрәтеү
изложениелары
контроль
изложение
Өйрәтеү
иншалары
Контроль
иншалар
6 класс
1
1
3
1
2
8
Күрһәтелгән сәғәттәр һаны бәйләнешле телмәр үҫтереүгә билдәләнгән махсус эштәр үткәреүгә бирелә. Программаға индерелгән эш ҡағыҙҙарын яҙыуға өйрәтеү бөтә кластарҙа ла беренсе сиректән үк башлана, ә икенсе-дүртенсе сиректәрҙә уларҙы яҙа белеү күнекмәһен булдырыу өсөн уҡыусылар менән дәрестән тыш индивидуаль эштәр алып барыла
6 класта диктанттар һаны:
Кластар
Өйрәтеү диктант.
Контроль диктант.
6 класс
2
2
6 класс өсөн программа
( аҙнаға 3 сәғәт, бөтәһе 105 сәғәт) Телмәр үҫтереү: әҙәбиәттән - 8 , телдән – 5
- Уҡығанды аңлы тыңлау ;
- Һөйләгәнде тыңлай һәм аңлай белеү;
- Тексты уҡыу һәм аңлау;
- Һөйләү һәм яҙыу;
- Текстар төҙөү;
- Телмәр төрҙәре;
- Тел белеме. Телмәр күнекмәләре. Әсә теле тураһында әңгәмә ( 1 сәғәт)
5 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау ( 1 сәғәт)
Лексика (4 сәғәт)
Исем һәм уны телмәрҙә ҡулланыу ( 5 сәғәт )
Сифат һәм уны телмәрҙә ҡулланыу (3 сәғәт)
Һан һәм уны телмәрҙә ҡулланыу (3 сәғәт)
Алмаш һәм уны телмәрҙә ҡулланыу (3сәғәт)
Ҡылым. Уны телмәрҙә ҡулланыу ( 12 сәғәт )
Рәүеш һәм уны телмәрҙә ҡулланыу (3 сәғәт)
Теркәүестәр (2 сәғәт)
Бәйләүестәр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу( 2 сәғәт)
Киҫәксәләр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу ( 2 сәғәт)
Мөнәсәбәт һүҙҙәр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу (1 сәғәт)
Ымлыҡтар һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу (1 сәғәт)
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау ( 1 сәғәт ).
6 класс уҡыусылары белергә тейеш төшөнсәләр:
- һүҙҙең грамматик мәғәнәһе; тулы мәғәнәле һүҙҙәрҙең һан, эйәлек, килеш, хәбәрлек менән үҙгәреүе, сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙһытыу дәрәжәләре, һөйкәлеш, зат һәм заман;һүҙ төркөмдәрен классификациялау принциптары, үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре;һүҙ төркөмдәре булараҡ исем, сифат, һан, рәүеш, алмаш, ҡылым, ҡылым төркөмсәләре, сифат ҡылым, исем ҡылым, хәл ҡылым, теркәүес, бәйләүес, киҫәксә, мөнәсәбәт һүҙ, ымлыҡ;
- рус теленән үҙләштерелгән исемдәрҙең, сифаттарҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы, ҡыҫҡартылған ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы;
- эпиграф төшөнсәһенең билдәләмәһе, рәсми эш ҡағыҙҙары стиле хаҡында төшөнсә, рәсми эш ҡағыҙҙары стилендә телмәр этикеты( әҙәплеге) тураһында төшөнсә.
Күнекмәләр:
-һүҙҙең грамматик мәғәнәһен билдәләү;
- үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен айыра белеү;
- исем, сифат, һан, рәүеш, алмаш, ҡылым, теркәүес, бәйләүес, киҫәксә, мөнәсәбәт һүҙ, ымлыҡтарҙың төп морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролдәрен әйтә белеү; исем, сифат, һан, рәүеш, алмаштарҙың төрлө ысулдар менән яһалышын белеү; стилистик үҙенсәлеген иҫәпкә алып, исем, сифат, ҡылым, һан, рәүеш, алмаштарҙы телмәрҙең төрлө формаларында һәм типтарында ҡуллана белеү; кеше һәм башҡа предметтарға, күренештәрҙе белдергән исемдәргә һорау ҡуя белеү.
- рус теленән һәм башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе һәм ҡушма һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙа белеү;
- ҡатмарлы план төҙөү, текстың төп фекерен сағылдырыу маҡсатында эпиграфты ҡуллана белеү; текст эсендәге һөйләмдәрҙе бер- береһенә алмаштар ярҙамында бәйләй белеү.
VI класс уҡыусыларының белем күнекмәләренә
төп талаптар
уҡыусылар түбәндәгеләрҙе белергә тейеш:
— өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемдәрен;
өйрәнелгән әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаны һәм геройҙарҙы (геройҙар менән ваҡиғаларҙың үҙ-ара бәйләнешен);
— портрет, пейзаж, аллегория, гипербола, даими эпитет төшөнсәләренең төп билдәләрен;
— ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр тексын.
Уҡыусылар түбәндәге күнекмәләргә эйә булырға тейештәр:
1-се төр күнекмәләр
— яҙыусы һүрәтләгән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтыра белеү;
— өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;
— өйрәнелгән әҫәрҙәге ваҡиғалар араһындағы ваҡыт һәм сәбәп-һөҙөмтә бәйләнешен билдәләй белеү;
— өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең һүрәтләү сараларын (шул иҫәптән даими эпитет, гипербола һәм аллегорияны), шулай уҡ пейзажды табып күрһәтә һәм уларҙың контекстағы урынын аңлата белеү;
— геройҙың эше-ҡылығы һәм үҙен тотоуы нигеҙендә уға ҡылыҡһырлама биреү.
2-се төр күнекмәләр
— художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып дөрөҫ һәм тасуири уҡыу;
— художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;
— ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен тулы итеп, һайлап йәки ҡыҫҡартып һөйләү;
— өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки фекер йөрөтөү характерын¬дағы инша төҙөү (һорауға тулы яуап биреү һәм герой тураһында хикәйә һөйләү);
— эпик әҫәрҙең йәки уның өҙөгөнөң планын төҙөү;
— үҙ аллы уҡыған әҙәби әҫәр йәки башҡа сәнғәт әҫәрҙәре хаҡында геройҙар һәм ваҡиғаларға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереп телдән йәки яҙма баһалама төҙөү.
VI синыфта әҙәбиәттән, телдән һәм яҙма рәүештә үткәрелә торған эш төрҙәре
Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик темаларҙы ҡысҡырып етеҙ уҡыу.
Художестволы әҫәрҙәрҙе һәм уларҙың өҙөктәрен ҡысҡырып уҡыу.
Эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен тулы итеп, һайлап йәки ҡыҫҡартып һөйләй белеү.
Өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки яҙма рәүештә фекер йөрөтөү характерындағы инша яҙыу. һорауға тулы яуап һәм әҙәби геройҙарҙы ҡылыҡһырлау.
Телдән һүҙ менән һүрәт эшләү. Художестволы әҫәрҙе инсценировкалау.
Эпик әҫәрҙең йәки уның өҙөгөнөң планын төҙөү.
Яҙма йәки телдән сығыш яһау өсөн план төҙөй белеү.
Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡылған әҙәби әҫәрҙәр, ҡаралған һынлы сәнғәт әҫәрҙәре, кинофильмдар, телетапшырыуҙар хаҡында (үҙҙәренең геройҙарға һәм ваҡиғаларға булған мөнәсәбәтен асыҡлап яҙған) баһаламалары.
Предмет-ара бәйләнештәр. Башҡорт теле. Публицистик стиль. Фекер йөрөтөү характерындағы инша. Кешене ҡылыҡһырлау сараһы булыу яғынан уның тышҡы күренешен тасуирлау. Фекер йөрөтөү характе¬рындағы инша. Ижтимағи-сәйәси темаға һөйләү. Кешенең тышҡы ҡиәфәтен, хеҙмәт процесын тасуирлау элементын эсенә алған текст буйынса тулы, ҡыҫҡартып һәм һайлап изложение яҙыу.
Тематик планлаштырыу
№
Дәрес темаһы
Үткәре ү ва ҡ ыты
И ҫкәрмә-
ләр
Планл.
Фактик
1
Ф.Ғөбәйҙуллина. «Башҡортостан флагы»
1.09.
2
Лексика
5.09
3
С. Әлибаев «Мәктәп юлы», Я. Валиев «Беренсе көн»
7.09
4
Я. Ҡолмой “Мәктәп”, Р Фәхретдин “Мәктәп” (“Нәсихәттәр” китабынан)
8.09
5
Фразеологик берәмектәр
12.09
6
З. Биишева “Башҡорт теле”
14.09
7
Ҡ. Аралбай “Башҡорт Ҡоролтайына”
15.10
8
Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше
19.10
9
Р. Бикбаев “Халҡыма хат”
21.09
10
Г. Юнысова “Ер улына”
22.09
11
Б.т.ү. Инша ”Башҡортостан-тыуған төйәгем”
26.09
12
Д. Бүләков “Ҡара икмәк”
28.09
13
Ф Чанышева “Икмәк еҫе”
29.09
14
Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше
3.10
15
Ә. Вахитов “Өс бөртөк бойҙай”
5.10
16
“Урал батыр” әкиәте
6.10
17
Исем тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау
10.10
18
Батырҙар тураһында әкиәттәр
12.10
19
“Ҡариҙел”. Легенда тураһында
13.10
20
Сифат
Сифаттарҙың исем урынында килеүе һәм һөйләмдәге роле.
17.10
21
Бәйеттәр. “Герман һуғышы бәйеттәре”
“Дон далаларында”
19.10
22
Таҡмаҡтар тураһында. “Егеттәр”
20.10
23
Контроль диктант.
Күңелле ваҡыттар.
24.10
24
К. Кинйәбулатова “Уҡытыусым!”,
Л. Яҡшыбаева “Уҡытыусы – ул белем биреүсе лә, икенсе әсәй ҙә.”..
26.10
25
Р. Шаммас “Уҡытыусыға”,
Ф. Иҫәнғолов “Уҡытыусы Ғүмәров”
27.10
26
Сифаттарҙың яһалышы
7.11
27
Яҙма ҡомартҡыларыбыҙ, Ҡ. Ғәли “Йософтоң матурлығы”
9.11
28
“Табын ҡәбиләһенең Ҡара Табын ырыуы шәжәрәһе”. Шәжәрә тураһында.
10.11
29
Сифат дәрәжәләре.
Сифат дәрәжәләренең дөрөҫ яҙылышы
14.11
30
С. Сараи. Парсалар (“Төрки Гөлстаны“әҫәренән)
16.11
31
Т. Йосопов “Ай Уралым, Уралым”
17.11
32
Һан. Ябай һәм ҡушма һандар
21.11
33
Н. Иҙелбай “Салауат ташы”
23.11
34
Ж. Кейекбаев “Урал тураһында ҡобайыр”
24.11
35
Һан төркөмсәләре һәм уларҙың дөрөҫ яҙылышы
28.11
36
С. Юлаев “Ағиҙелкәй аға ҡая аралап”...
30.11
37
“Юлай менән Салауат “(эпостан өҙөк)
1.12
38
Алмаштар һәм уның төркөмсәләре.
5.12
39
М. Иҙелбаев “Төш” (“Юлай улы Салауат“ китабынан)
7.12
40
Образ тураһында төшөнсә
8.12
41
Алмаштарға грамматик анализ тәртибе
12.12
42
Рәми Ғарипов “Салауат батыр”
14.12
43
Т.ү. Инша. Салауат Юлаев- ил батыры.
15.12
44
Ҡылым.Ҡылым төркөмсәләре
19.12
45
Шәйехзада Бабич “Башҡортостан”
21.12
46
“Ялыҡ Бурнаҡ улы “ ( “Һуңғы Һартай “ әҫәренән өҙөк)
22.12
47
Контроль диктант. Тартай.
26.12
48
Зәйнәб Биишева ” Башҡортостан”
28.12
49
Назар Нәжми “Башҡортостан”
29.12
50
Исем ҡылым. Уртаҡ ҡылым
16.01
51
“Ҡурай “ (Башҡорт халыҡ йыры)
18.01
52
Нур Ғәлимов “Яуҙан ҡайткан ҡурай”
19.01
53
Сифат ҡылым. Хәл ҡылым.
23.01
54
Ҡәҙим Аралбай “Йомабай ҡурайы”
25.01
55
Абдулхаҡ Игебаев ” Әсәйемә”
26.01
56
Б.т.ү. Изложение. Тәнәфес ваҡытында.
30.01
57
Йыһат Солтанов ”Ҡәнәфер сәскәһе” әҫәре.
1.02
58
Й. Солтанов ”Ҡәнәфер сәскәһе” әҫәре.
02.02
59
Ҡылым йүнәлештәре
06.02
60
Рәми Ғарипов “Әсәм ҡулдары”
08.02
61
“Бер әсәнең зарыҡҡаны “(Башҡорт халык әкиәте).
09.02
62
Рәүеш төркөмсәләре
13.02
63
Б.т.ү. Инша Әсәйемдең йылы ҡосағында.
15.02
64
Ҡадир Даян ,Заһир Исмәғилев “Шайморатов генерал”
16.02
65
Рәүеш дәрәжәләре.
20.02
66
Әнүәр Бикчәнтәев “Бөркөт һауала үлә”
22.02
67
Ә. Бикчәнтәев “Бөркөт һауала үлә” әҫәре.
23.02
68
Рәүештәрҙең яһалышы.
27.02
69
Тимерғәле Килмөхәмәтов “Турайғыр”
29.02
70
Т. Килмөхәмәтов “Турайғыр” әҫәре
1.03
71
Теркәүес
5.03
72
“Турайғыр” әҫәре
7.03
73
“Турайғыр” әҫәренә анализ.
8.03
74
Бәйләүес
12.03
75
БТҮ. Инша. Ир ҡанаты ат була.
14.03
76
Бәйләүес
15.03
77
Контроль диктант. Күҙәтеүсәнлек.
19.03
78
Гөлфиә Юнысова ” Талы бөгөлөп тора”
21.03
79
Киҫәксә.
22.03
80
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ”Умырзая”
4.04
81
Абдулхаҡ Игебаев “Сыйырсығым”
5.04
82
Б.т.ү.Инша. Тыуған яғымда яҙ.
9.04
83
Рәшит Назаров “Офоҡтағы ҡояш”
11.04
84
К.т.у. “Аманат ” журналына күҙәтеү
12.04
85
Мөнәсәбәт һүҙҙәр.
16.04
86
Сәлмән Яҡупов “Ҡарабаш турғай”
18.04
87
С. Яҡупов “Ҡарабаш турғай” әҫәре.
19.04
88
Б.т.ү.Изложение. Илгизәрҙең эше.
23.04
89
КТУ. «Йәшлек» гәзитенә күзәтеү
25.04
90
Ғабдулла Туҡай “Шүрәле”
26.04
91
Ғ. Туҡай “Шүрәле” әҫәре.
30.04
92
Халыҡ ижады һәм әҙәбиәт
205
93
Ымлыҡ.
3.05
94
Виталий Бианки “Ҡоторған тейен”
7.05
95
Оҡшатыу һүҙҙәре.
9.05
96
Виталий Бианки “Ҡоторған тейен”
10.05
97
И. Йосопов “Ҡара бүрек хаҡында һүҙ”
14.05
98
Контроль диктант. Һәр саҡ ҡәрҙәш.
16.05
99
Б.т.ү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса әңгәмә
17.05
100
Б.т.ү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса әңгәмә
21.05
101
Ярҙамсы һүҙҙәрҙе ҡабатлау
23.05
102-105
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау
24.05
28.05
30.05
6 класс өсөн ҡулланыу әсбаптары, методик күрһәтмәләр.
1. Толомбаев Х.А. Атнағолова С.В. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы: 5-9 кластар. – 2-се баҫма, Өфө, Китап, 2009. – 256 б.
2. Ғималова М.Ғ. Рәхимова С.М. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы: 5-9 кластар. - 3-сө баҫма, Өфө, Китап, 2009. – 256 б.
3. Усманова М.Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа: - Өфө, Китап, 2007. – 111 б.
4. Шарапов И.А. Башҡорт теленән (5-9 кластар) һәм әҙәбиәтенән (5-9 кластар) тест һорауҙары: Өфө, Китап, 2001, 296 б.
5. Ғафаров Б.Б.Башҡорт әҙәбиәтенән яҙма эштәр: Өфө, Китап, 1999. -206 б.
Һүҙлектәр .
6.Агишев И.М. Биишев Ә.Г. Башҡорт теленең һүҙлеге: -2 томда, Мәскәү, 1993. – 987 б.
7.Ураҡсин З.Ғ. Урыҫса-башҡортса һүҙлек: -2 томда, Өфө, Китап, 2005. -677 б.
8.Ураҡсин З.Ғ. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге: Өфө, 2004. – 527 б.
9.Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге: Өфө, 2006. -337 б.
10.Әхтәмов М.Х. Грамматика һүҙлеге: Өфө, 2007. – 172 б.
11.Әхтәмов М.Х. Антонимдар: Өфө, 2009. – 343 б.
12.Әхтәмов М.Х. Синонимдар һүҙлеге: Өфө, 2006. – 250 б.
Материаль-техник ҡулланмалар
телевизор;
компьютер;
принтер;
Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт
3.Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
4.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
Балалар өсөн йөҙ йыр. Юнысова Г.А. – Өфө, Китап, 2003
«Башҡортостан уҡытыусыһы», «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Йәшлек» гәзит-журналдары.
Башҡорт теле. 6- кластар өсөн электрон дәреслек.
Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
16