kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Разработка классному часу

Нажмите, чтобы узнать подробности

Разрабока предназначена для мероприятия ко дню республики

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Разработка классному часу»

Темәс урта белем биреү мәктәбенең филиалы

Ишей төп дөйөм белем биреү мәктәбе


  1. октябрь – Башҡортостан Республикаһы көнө


Республика көнөнә арналған кисәнең эшкәртмәһе

( әҙәби – музыкаль композиция )





Кисәне башланғыс синыфтаруҡытыусыһы

ҒәбдрәшитоваЭльмира

Морат ҡыҙы әҙерләне.

07.11.15.




Башҡортостан

З.Күлбәков һүҙҙәре

К.Рәхимов музыкаһы.

Башҡортостан ! Һинең гүзәллеккә

Тиң булырлыҡ ерҙәр бар микән ?

Аҡҡош кеүек ап – аҡ Ағиҙелкәй

Ҡайһы илдә генә бар икән ?

Башҡортостан – алһыу таң иле,

Гөл – баҡсалар иле, дан иле.

Күкрәгеңда нефть шишмәләре,

Тупрағыңда бөтмәç алтының.

Киң Рәсәйҙең сикһеҙ киңлегендә

Яҡты йондоҙ булып балҡының.

Һиндә тыуа изге теләктәр,

Ярһып табә ҡайнар йөрәктәр.

Шаулап үçә мәғрур урмандарың,

Туҡ башаҡлы иркен ҡырҙарың.

Данлы илем, гүзәл республикам,

Бүләк булһын һиңә йырҙарым.


Башҡортостан республикаһы Рәсәй составындағы суверенлы (үҙ аллы ) демократик дәүләт. Ул Урал тауҙарының көньяҡ өлөшөндә, Европа менән Азия сигендә урынлашҡан.

Башҡорттарҙа дәүләтселектең барлыҡҡа килеүе IX-XIII быуаттарға тура килә. XVI быуат урталарында башҡорттар батша хөкүмәте менән килешеү төҙөп урыç дәүләтенә ҡушыла. 1919 йылдың 23-сө мартында Башҡорт Автономиялы республика тип иғлан ителә.

1990 йылдың 11 октябрендә Дәүләт суверенитеты тураһында дек-ларация ҡабул ителә, 1992 йыдың февраль айынан Башҡортостан республикаһы тип атап йөрөтөлә башлай.


I. « Башҡортостан – гөлбостан» тип аталған әҙәби – музыкаль

композиция, тапҡырҙар һәм зирәктәр өсөн конкурстар.

  1. Исем, девиз, йыр. Һәр бер команданың сығышы.

  2. Шиғырҙар конкурсы (Тыуған ил, тел, ер темаһына арнала




II. Милләт – ара татыулыҡты нығытыу йылы.

1. Һорау: Башҡортостанда иң күбе ҡайһы милләт йәшәй ?

Халыҡтың милли составы. Башҡортостанда 30-ҙан ашыу милләт вәкилдәре йәшәй. Иң күп һанлы милләт – урыçтар, улар дөйөм республика халҡының 39.3% тәшкил итә. Икенсе урында татарҙар-

28,4%. Башҡорттар - өсөнсө урында ғына тора, улар һаны 21,9%

2. Һорау : Саф башҡорт телендә ҡайһы райондарҙа күберәк һөй-ләшәләр ? (Баймаҡ, Борйән, Белорет, Учалы, Әбйәлил, Ишембай )

3. Һорау Тағы ла республикабыҙҙа сыуаштар, мариҙар, украиндар, мордвалар, удмурттар, белорустар, немецтар һ.б.

4. Һорау. Башҡортостанда күпме кеше йәшәй ? ( 4. млн. ашыу)


III. Һәр бер командаға ҡағыҙ таратыла һәм Республика тигән һүҙҙән айырым һүҙҙәр уйлап табалар (Мәçәлән: рис, кил, бур, Урал, ер, бер, кер, ал, сик һ.б.


IV. Шиғырҙарҙан өҙөктәр уҡыла, командалар шиғырҙың исемен,

һәм кем яҙғанын асыҡлайҙар:

1. (6 кл) Башҡортостан – гөлбостан,

Сөмбөлөстан, нурбостан,

Шунда тыуып, шунда үçкән

Башҡорт атлы арыçлан (Ш.Бабич «Башҡортостан»)

2. (7 кл) Рус һәм башҡорт юлда һәр сәҡ юлдаш,

Табындаштар оло байрамда,

Яуҙа яуҙаш, дандаш һәм ҡәберҙәш

Изге һуғыш үткән майҙанда. (М.Кәрим «РОссиянмын)

3. (8 кл) Ай Уралым, Уралым,

Күгәреп ятҡан уралым.

Нурға сумған түбәһе

Күккә ашҡан Уралым! (С.Юлаев «Уралым»)

4. ( 5 кл) Минең тыуған ҡырҙарым,

Балдай татлы һыуҙарым,

Яландарым, урманым,

Күккә ашҡан Уралым,-

Минең изге төйәгем,

Һеҙҙе һөйә йөрәгем. С.Юлаев «Тыуған илем»)



Арҙаҡлы шәхестәребеҙ, Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев:

- Кем ул Салауат Юлаев ?

- С.Юлаев ҡайҙа һәм ҡасан тыуған ?

- Уның ниндәй шиғырҙары бар ?

- Уның исемен нисек мәңгеләштергәндәр ?

1. Башҡорт халҡы борон ырыу менән йәшәгәндәр, ниндәй

ырыуҙарҙы беләҙегеҙ?

2. Һәр бер ырыуҙың батыры булған, уларҙан кемдәрҙе беләҙегеҙ ?

3. Башҡортостандың билдәле рәссамдары

4. Сәсәндәр.

5. Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары ?

6. Башҡортостан һүҙе менән бәйле газета – журналдар.

VI. Ете мөғжизә.

2009 йылда республикабыҙҙың тәбиғәт мөғжизәләрен билдәләүҙә бик кү халыҡ ҡатнашып, үҙ тауыштарын белдерҙе. Исемлектә бөтәһе 200-ләп мөғжизә бар инее. Шуларҙың тик етәүһе генә еңеп сыҡты. Ниндәй мөғжизәләр икән улар ?

1. Башҡорт балы.

2. ҡурай.

3. «Урал батыр» эпосы

4. Шүлгәнташ мәмерйәһе.

5. «Янғантау»

6. Красноусол минераль сығанаҡтары.

7. Салауат Юлаев һәйкәле.

VII. Сәсәндәр конкурсы.

«Бер тигәс тә ни яҡшы»

Башҡортостан һандар менән.

- Башҡортостан Республикаһының майҙаны күпме? -143,6 мең кв. км.

- Башҡортостан Республикаһында нисә район һәм ҡала бар?

54 район бар һәм 21 ҡала бар

- Башҡортостанда бөтәһе нисә кеше йәшәй - 4 млн. ашыу

- Башҡортостанда күпме һәм ниндәй милләт вәкилдәре йәшәй?

–30-ҙан ашыу.

- Башҡортостандың өс баш ҡалаһы булған, һанап бирегеҙ.

Темәс, Стәрлетамаҡ, Өфө.

- Ҡурайға һәйкәл ҡайҙа ҡуйылған? Беҙҙең Баймаҡ районының Төркмән ауылындағы Туғажман тауына ҡуйылған, бейеклеге 15 м

- Башҡортостан ҡасан суверенитет ҡабул итә? 1990й. 11октябрендә

Викторина һорауҙары.

1. Беҙҙең республика нисек атала? (Башҡортостан)

2. Башҡортостан Респ-на нисәнсе йылда уҙаллылык бирелде? 11.11.90

3. Республикабыҙҙың баш ҡалаһы нисек атала? (Өфө)

4. Башҡортостан Республикаһының президенты кем? (Р.З.Хәмитов)

5. Нимә ул "ҡоролтай"? (Дәүләт йыйылышының Юғары органы)

6. «Башҡортостан символикаһы» нимәләрҙән тора? (флаг, герб, гимн)

7. Республикабыҙҙың флагы ниндәй төçтә ? (Йәшел, аҡ, зәңгәр)

8. Республиканың гербында нимәләр төшөрөлгән ? (С.Юлаев, ҡурай)

9. Флагтағы төҫтәр нимә аңлата?

10. Башҡортостан гимнының авторы кем? (Р.Шәкүр, Ф.Иҙрисов)

11. "Башкорт" һүҙе иимә аңлата? (легенданы һөйләйҙәр)

12. Башҡортостан кайҙа урынлашҡан? (Көнъяҡ Уралда)

13. Башҡорттарҙың боронғо торлағы нисек атала. (тирмә)

14. Башҡорт хәлҡының милли геройы кем? (С.Юлаев)

15. "Салауат Юлаев" романының авторы кем? (С.Злобин)

16. Салауат Юлаев һәйкәле ҡайҙа урынлашҡан, скульпторы кем?

( Өфө ҡалаһының Ағиҙел буйы ярында, Сосланбәк Тавасиев)

17. Башҡортдарҙың ниндәй байрамдары бар? Ураҙа, ҡорбан)

18. Яҙғы сәсеү бөткәс,башхорттарҙың ниндәй байрамы уҙа? (Һабантуй)

19. "Науруз" байрамы касан була? Яҙғыһын ҡар ирей башлаһа.

20. .Башҡорттарҙың милли аҙығын ата.(Бишбармаҡ, сәксәк, ҡаҙы…)

21. Айранды нимәнан эшләйҙәр? (Ҡатыҡтан)

22. Башкорттарҙың ниндәй шифалы эсемлеге бар? (Ҡымыҙ)

23. Башҡорттарҙың милли кейемдәрен һанап сығығыҙ.(Елән, камзул..)

24. Башкортостандағы иң бейек тау? (Ямантау)

25. Башхортостанда ниндәй йылғалар бар? (Ағиҙел, Дим, Ыҡ, Өршәк )

26. Башкортостандағы иң оҙон йылға? (Ағиҙел)

27 Башкортостанда нисә ҡала бар? (21)

28. Башҡортостандағы иң йәш ҡала? (Ағиҙел)

29. Ниндәй ҡала үҙенең нефтселәре менән ғорурлана? (Ишембай)

30. "Баигкортостанда иң ҙур күл?(Асылыкүл)

31. Башҡортостан нимәгә бай ? (нефть, бал, урман…)

32. Башҡортостандың милли музыка ҡоралы: (ҡурай)

33. Беҙҙең райондың администрация етәксеһе кем (ИХ.Ситдиков)





Баймаҡ районы. Баймаҡ районы БР-ҙың көньяҡ – көсығыш өлөшөндә урынлашҡан, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. Дөйөм майҙаны 5432 кв.км. Районда ҙур Һакмар, Таналыҡ, Оло Урғаҙа йылғалары бар, Талҡаç, Күлтабан күлдәре бар.

Баймаҡ районы буйынса һорауҙар:

- Беҙҙең район Башҡортостандың ниндәй райондары менән сиктәш?

- Беҙҙең райондың ауылдарын Һанап сығығыҙ .

- Районыбыҙ ниндәй арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән дан тота ?


VIII. Һүрәттәр һәм мода конкурсы

«Мин ауылымды киләсәктә нисек күҙ алдына килтерәм ?»

« Хәҙерге заманда башҡортмон тигән Кеше нисек кейенеп йөрөгә тейеш ?»


Мәҡәлдәрҙең дауамын әйт:

Ил өçтөндә илле дуçың булһын

Ил төкөрһә күл булыр

Ил ҡәҙерен белмәгән башын юғалтҡан

Сит илдә солтан булғансы үҙ илеңдә олтан бул

Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ер яҡшы

Батыр үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә.

Ил намыҫы ир күңелендә

Бала ҡәҙерен әсә белер, ир ҡәҙерен ил белер;

Иле барзың теле бар.

Туған телде ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр.


IX. Йыр конкурсы

Тыуған , тел еребеҙ, халҡыбыҙ хаҡында йырҙар йырлау.

Йомғаҡлау.

1. Башҡорт Автономиялы республика тип ҡасан иғлан ителә ?

1919 йылдың 23-сө мартында Башҡорт Автономиялы республика тип иғлан ителә.

2. Башҡортостан ҡасан суверенлы республика булып китә ?

1990 йылдың 11 октябрендә Дәүләт суверенитеты тураһында дек-

ларация ҡабул ителә

3. Башҡортостанда иң күбе ҡайһы милләт йәшәй ?

4. Башҡортостанда күпме кеше йәшәй ? ( 4. млн. ашыу)

Тест.

1. Башҡортостанда бөтәһе нисә кеше йәшәй ?

1) 1 млн. тирәһе; 2) 4 млн. ашыу; 3) 10 млн. тирәһе.

2. Башҡор-тан территорияһында күпме милләт вәкилдәре йәшәй ?

1) 100 тирәһе; 2) 30-ҙан ашыу; 3) 80дән артыҡ

3. Башҡортостан Республикаһының майҙаны күпме?

1) 143,6 мең кв. км. 2) 200 мең кв. км. 3) 45 мең кв.км.

4. Ғалимдарҙың иçәпләүҙәре буйынса Башҡортостанда 166 ашыу үçемлектәр, 270 төр ҡоштар, 83 төр хайуандар, 40 төр балыҡтар һәм 60 төр бөжәк бар икән. Ағастарҙың ниндәй төрө Башҡортостанда күберәк үçә ?

1) ҡарағай; 2) йүкә; 3) ҡайын

5. Йылҡы малының һөтөнән ниндәй шифалы эсемлек яһайҙар?

1) ҡымыҙ; 2) айран; 3) буҙа

6. Дашҡортостан дан тотҡан продукт, уны беҙҙең республикала

етештерәләр ? 1) шәкәр; 2) ҡымыҙ; 3) бал

7. Башҡортостан буйлап 600-ҙән ашыу йылға аға. Был йылға иң ҙуры. Уның тураһында легендалар, йырҙар, поэмалар, шиғырҙар ижад итәләр. Ниндәй йылға был

1) Йүрүҙән 2) Ағиҙел 3) Һаҡмар

8. Башҡортостанда 1000 ашыу күл бар. Шуларҙың береһен башҡорт диңгеҙе тип әйтәләр. Уның оҙонлоғо 8км., киңлеге 5км. Был ниндәй күл тураһында һүҙ бара 1) Ҡандракүл; 2) Асылыкүл; 3) Талҡаç Башҡортостан территорияһында үҙенсәлекле тауҙар бик күп. Уның тураһында “Урал батыр” эпосында ла һүҙ бара. Был ниндәй тау ? 1) Ирәндек 2) Торатау 3) Янғантау 9. Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһына ингән үҙ аллы республикаларҙың береһе. Уның тыуған көнө ҡасан 1) 10 октябрь 2) 11 октябрь 3) 12 октябрь 10. Башҡортостан Респуб-на үҙ аллылыҡ нисәнсе йылда бирелә ? 1) 1919 йылда 2) 1991 йылда 3) 1992 йылда 11. Башҡортостанда Юғары орган власы булып нимә тора ? 1) Парламент; 2) Ҡоролтай; 3) Йыйын;

12. Беҙҙең ил өсөн йәнен биреп хеҙмәт иткен арҙаҡлы шәхестәре-беҙ бик күп. Шулар араһында ил етәкселәре республакабыҙҙың үçешендә мөһим роль уйнай. Башҡорт-дың тәүге президенты кем? 1) Хамитов 2) Шаймиев 3) Рахимов 13. Билдәле урыç яҙыусыһының тыуған - ере Башҡортостан. Кем ул? 1) Аксаков 2) Чехов 3) Некрасов 14. Беҙҙең милли геройыбыҙ кем ? 1) А. Матросов 2) С.Юлаев 3) М.Ғөбәйҙуллин 15. Башҡортостанда 21 ҡала бар, райондар унан да күберәк, ә ауылдарҙың, ҡала тибындағы ауылдарҙың иçәбе –һаны юҡ. Һорау: Башҡортостанда нисә район бар ? 1) 43 район 2) 54 район 3) 74 район 16. Башҡортостан бай үҙенең тарихи менән күптәрҙе ҡыҙыҡһынды-ра. Беҙҙең территорияла ла тәүтормош кешеләр йәшәгәнен күҙ ал-длына килтереүе лә ҡыйын. Ул кешеләрҙең меңәр йыл элек уҡ – һөңгөләр менән мамонттарға һәм төрлө ҡырағай хайуандарға һу-нар иткәндәре билдәле. Быны Бөрйән районындағы мәмерйәлә булған һүрәттәр иçбатлай. Ул ниндәй мәмерйә ? 1) Ҡыҙылташ 2) Ҡуштау 3) Шүлгәнташ. 17. Башҡорт халҡы ҡунаҡсыл халыҡ булараҡ, элек – электән бай-рамдар ойоштороп, батырҙарын тәбрикләп күңел асыр булғандар. Ҡайһы бер байрамдар халыҡ байрамына әүерелгән. Ул ниндәй байрам ? 1) Олимпиада 2) Яңы йыл 3) Һабантуй 18. Иң ҡәҙерле ҡунаҡтар өсөн әҙерләнгән аш – һыу төрөнән был аш төрө милли ризыҡ араһында беренсе урында тора ? 1) бауырһаҡ 2) бишбармаҡ 3) ҡорот 19. Башҡортостанда ҡунаҡты һәр ваҡыт яҡты йөҙ, тәмле аш менән ҡаршы алалар, ҡымыҙ эсереп бал ашаталар, тағы ла төрлө уйындар уйнатып, бейеп йырлап халыҡтың күңелен аса беләләр. Ә ниндәй музыкаль инструментта күберәген ҡатын – ҡыҙ уйнай? 1) Ҡурай 2) ҡумыҙ 3) думбыра 20. Борон – борондан килгән башҡорт халыҡ ижадын уҡығандан уҡығы килеп тора, ул әкиәт булһынмы, ҡобайырмы, көләмәсме һ.б., ә шағир – импровиза-торҙарҙы кем тип йөрөтәләр ? 1) Йырау 2) Сәсән 3) Аҡын

21. Башҡортостандың өс баш ҡалаһы булған . Иң беренсе баш ҡала итеп ҡайһыныһын билдәләгәндәр ?

1) Темәс, 2) Стәрлетамаҡ, 3) Өфө.

22) Ҡурайға һәйкәл ҡайҙа ҡуйылған?

1) Өфөлә 2) Темәстә 3) Төркмәндә.

23) Үçмерҙар өсөн баçтырылған журнал нисек атала ?

1) “Аҡбуҙат” 2) “Шоңҡар” 3) “Аманат”

24) Башҡорт халҡы борон күсмә тормош менән тирмәләрҙә йәшәгәндәр, ба-лаларына әкиәттәр, легендалар, риүәйәттәр һөйләгәндәр, мәҡаәл - әйтемдәр аша тәрбиәләгәндәр ә хәҙер бөтә уңайлыҡтары булған иркен өйҙәрҙә йәшәй-ҙәр, балалар кистәрен телевизорҙан төрлө тапшырыуҙар ҡарайҙар. Кескәйҙәр өсөн ниндәй тапшырыу күрһәтәләр ?

1) Яңылыҡтар 2) “Йырым булһын бүләгем 3) “Сәңгелдәк”


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Начальные классы

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 2 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Разработка классному часу

Автор: Габдрашитова Эльмира Муратовна

Дата: 04.11.2016

Номер свидетельства: 355335

Похожие файлы

object(ArrayObject)#853 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(151) "Методическая разработка классного часа:"Толерантные отношения между поколениями""
    ["seo_title"] => string(86) "mietodichieskaiarazrabotkaklassnoghochasatolierantnyieotnoshieniiamiezhdupokolieniiami"
    ["file_id"] => string(6) "299986"
    ["category_seo"] => string(22) "klassnomuRukovoditeliu"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1456649895"
  }
}
object(ArrayObject)#875 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(84) "Разработка классного часа "Подросток и закон" "
    ["seo_title"] => string(45) "razrabotka-klassnogho-chasa-podrostok-i-zakon"
    ["file_id"] => string(6) "152696"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1420896277"
  }
}
object(ArrayObject)#853 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(129) "Разработка классного часа на тему "Праздник Праздников - Святая Пасха" "
    ["seo_title"] => string(72) "razrabotka-klassnogho-chasa-na-tiemu-prazdnik-prazdnikov-sviataia-paskha"
    ["file_id"] => string(6) "101777"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1402444897"
  }
}
object(ArrayObject)#875 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(112) "Разработка классного часа на тему: "Моя малая Родина" (8 класс) "
    ["seo_title"] => string(63) "razrabotka-klassnogho-chasa-na-tiemu-moia-malaia-rodina-8-klass"
    ["file_id"] => string(6) "175704"
    ["category_seo"] => string(8) "istoriya"
    ["subcategory_seo"] => string(11) "presentacii"
    ["date"] => string(10) "1424288065"
  }
}
object(ArrayObject)#853 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(175) "Методическая разработка  классного часа  для 5 класса на тему «Правила поведения  в коллективе» "
    ["seo_title"] => string(103) "mietodichieskaia-razrabotka-klassnogho-chasa-dlia-5-klassa-na-tiemu-pravila-poviedieniia-v-kolliektivie"
    ["file_id"] => string(6) "145774"
    ["category_seo"] => string(22) "klassnomuRukovoditeliu"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1418992462"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства