kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Конспект "Дары осени"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект организованной образовательной деятельности в старшей группе по обучению башкирской разговорной речи на тему "Дары осени"

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Конспект "Дары осени"»


Беҙҙең баҡсала


Программа эстәлеге:

- балаларҙың һүҙлегендә предметты белдереүсе йәшелсә , емеш, ҡыяр, картуф, шалҡан, һуған, кишер, борос, сөгөлдөр, баҡса, ағас, түтәл, алма, әфлисун, банан, груша, лимон һүҙҙәрен; эш – хәрәкәтте белдереүсе үҫә, ултырттым, яратам, һыу һибәм һүҙҙәрен; билдәне белдереүсе ҡыҙыл, һары, көрән, йәшел, түңәрәк, оҙонса, тәмле, әсе һүҙҙәрен нығытыу, телмәрҙә ҡулланырға күнектереү.

  • ҡ, ы, у – ү өндәрен дөрөҫ әйтергә күнектереү, телмәр аппаратының һығылмалылығын үҫтереү.

  • башҡорт телендә аралашыуға теләк, ынтылыш тәрбиәләү.


Һүҙ байлығын арттырыу: йәшелсә, емеш, ағас, түтәл.


Һүҙҙәрҙе телмәрҙә нығытыу: картуф, ҡыяр, кишер, һуған, сөгөлдөр, кәбеҫтә, борос, шалҡан, алма, әфлисун, лимон, груша, банан, үҫә, тәмле, әсе, ҡыҙыл, һары, йәшел, көрән, түңәрәк, оҙонса.


Индивидуаль эш: өндәрҙе ҡуйыу өҫтөндә эш, ҡайһы бер балаларға шиғыр өйрәтеү.


Йыһаз: йәшелсә, емеш муляждары, предмет һүрәттәре, йәшелсә, емеште һүрәтләүгә мнемосхема, ағас, түтәл һүрәттәре, дидактик уйындарға атрибуттар.


Дәрес барышы:

Балалар ярымтүңәрәк яһап тора. Ҡулдарында көҙгө япраҡтар.

Сәләмләү: - Һаумыһығыҙ!

Фонетик эш:

  • Балалар, хәҙер ниндәй миҙгел?

  • Көҙ.

  • Бергә әйтәйек әле: көҙ.

  • Әйҙәгеҙ, һауа торошон күрһәтәйек. Әкрен генә ел иҫә: ү – ү – ү (балалар ҡулдары менән ел иҫеүен күрһәтә).

  • Ел көсәйҙе: у – у – у (балалар ҡулдары, бөтә кәүҙәләре менән көслө елде күрһәтәләр).

  • Көҙгө елгә япраҡтар ҡойолоп төшәләр. (Ҡулдарындағы япраҡтарҙы өрөп төшөрәләр)

  • Япраҡтар аяҡ аҫтында ҡыштырлайҙар: ҡыштыр – ҡыштыр, ҡыштыр – ҡыштыр.

  • Балалар, әйҙәгеҙ, көҙгө урманда япраҡтар йыяйыҡ. Кем күберәк йыйыр? 1, 2, 3 – башланыҡ. (Бөтә балалар ҙа япраҡтарҙы йыя. Йыйғас, 2 – 3 баланан иҫәпләтеү).

  • Ой, ямғыр яуа башланы: тып – тып – тып, тып – тып – тып.

  • Ямғыр көсәйә, әйҙәгеҙ төркөмгә ҡайтайыҡ. Урындарығыҙға ултырығыҙ. (Балалар урындарына ултыралар. Өҫтәлдәр түңәрәк яһап ҡуйылған).

  • Балалар, ҡарағыҙ әле, бер кәрзин тора. Уны беҙгә Көҙһылыу ҡалдырған. Унда нимәләр булыуын белер өсөн йомаҡтар сисәйек.


Кәрзиндә алма, груша, кәбеҫтә, кишер, картуф муляждары. Йомаҡты сисеү барышында улар өҫтәлдәге батмусҡа ҡуйыла.

Лампочкаға оҡшаған, татлы был емеш. (Груша)


Ҡыҙарып беште, ергә төштө. (Алма)


Аяҡһыҙ – ҡулһыҙ, үҙе йөҙ ҡат кейенгән. (Кәбеҫтә)


Осо нәҙек, төбө йыуан,

Ярата уны ҡуян. (Кишер)


Берәү генә күмелде,

Көҙгә балалар күренде. (Картуф)


  • Балалар, былар нимә ул? - Емештәр.

  • Былар нимәләр? - Былар йәшелсә.

  • Балалар, беҙ бөгөн йәшелсә, емештәр тураһында һөйләшәбеҙ.

  • Көҙһылыу беҙгә уйындар килтергән. Беренсе уйын “Дүртенсе артыҡ” тип атала. Һәр берегеҙ үҙенең карточкаһында нимә артыҡ икәнен билдәләй. Каждый определяет, что лишнее в его карточке. (Һәр баланың алдында карточкалар ята. (Әйләндереп һалынған). Урында ултырып яуап бирәләр. Мәҫәлән, картуф, помидор, кишер – йәшелсә, лимон – емеш. Һәр береһенең яуабынан һуң маҡтарға).

  • Киләһе уйынға мин һеҙҙе таҡта янына саҡырам. Миңә килегеҙ. (Балалар сыға). Мин емеште, йәшелсәне тасуирлайым, һеҙ ниндәй йәшелсә икәнен белегеҙ һәм ҡайҙа үҫеүен билдәләп урынлаштырығыҙ. (Я буду описывать овощ или фрукт, вы определите, о каком овоще или фрукте я говорю и поместите на грядку или на дерево, смотря где он растет.)

Был йәшелсә. Ул йәшел, оҙонса, тәмле. (Ҡыяр). Түтәлдә үҫә.

Был емеш. Ул ҡыҙғылт – һары, түңәрәк, тәмле. (Әфлисун). Ағаста үҫә.

Был емеш. Ул йәшел, түңәрәк, тәмле. (Алма). Ағаста үҫә.

Был йәшелсә. Ул һары, түңәрәк, әсе. (Һуған). Түтәлдә үҫә.

Был йәшелсә. Ул ҡыҙыл, түңәрәк, тәмле. (Помидор). Түтәлдә үҫә.

Был емеш. Ул һары, түңәрәк, тәмле. (Груша). Ағаста үҫә.

Был йәшелсә. Ул ҡыҙғылт - һары, оҙонса, тәмле. (Кишер). Түтәлдә үҫә.

Был йәшелсә. Ул һары, түңәрәк, тәмле. (Шалҡан). Түтәлдә үҫә.


Балалар ниндәй йәшелсә йә емеш икәнен билдәләйҙәр һәм түтәлгә йәки ағасҡа урынлаштыралар.


  • Балалар, емештәр ҡайҙа үҫә? Ағаста.

  • Йәшелсәләр ҡайҙа үҫә? Түтәлдә.


- Түңәрәккә тороғоҙ, ял итеп алайыҡ.

Айгөл барҙы, барҙы, (Атлау хәрәкәттәре яһау)

Айгөл алма тапты. (Үрелеп алма алыу хәрәкәте)

Ам, ашаны. (Ашау имитацияһы)

Их, тәмле алма. (Башты сайҡау)


Айгөл барҙы, барҙы, (Атлау хәрәкәттәре яһау)

Айгөл кишер тапты. (Эйелеп кишер алыу хәрәкәте)

Ам, ашаны. (Ашау имитацияһы)

Их, тәмле кишер. (Башты сайҡау)


  • Афарин, балалар! Балалар, беҙ бөгөнгө дәресебеҙҙең иң ауыр эшенә еттек: схема буйынса йәшелсә, емештәрҙе һүрәтләргә кәрәк. Перед нами самое трудное задание сегодняшнего занятия: вам нужно описать какой – нибудь овощ или фрукт. Пожалуйста, выберите себе один овощ или фрукт. Урындарығыҙға ултырығыҙ. (Таҡтаға мнемосхема эленә. Балалар шул схемаға таянып, йәшелсәне йә емеште һүрәтләйҙәр).

Был сөгөлдөр. Ул йәшелсә. Сөгөлдөр түтәлдә үҫә. Сөгөлдөр ҡыҙыл, түңәрәк, тәмле.

Был әфлисун. Ул емеш. Әфлисун ағаста үҫә. Әфлисун ҡыҙғылт – һары, түңәрәк, тәмле.

Был помидор. Ул йәшелсә. Помидор түтәлдә үҫә. Ул ҡыҙыл, түңәрәк, тәмле.


  • Бик һәйбәт, балалар, әйҙәгеҙ хәҙер дәресте йомғаҡлап, бергә шиғыр һөйләйек. Урындарығыҙҙан тороғоҙ.

Был – кишер, был – һуған, Кәбеҫтә ултырттым,

Быныһы – сөгөлдөр. Картуф үҫтерҙем.

Помидор, шалҡанды Боросҡа, ҡыярға

Яратып өлгөрҙөм. Һыу һиптем үҙем.


  • Балалар, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләштек? (О чем мы сегодня говорили?)

  • Йәшелсә, емеш.

3



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Конспект "Дары осени"

Автор: Исламгулова Гульназ Билаловна

Дата: 17.10.2018

Номер свидетельства: 481005

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(53) "конспект "Дарит осень чудеса""
    ["seo_title"] => string(30) "konspiekt_darit_osien_chudiesa"
    ["file_id"] => string(6) "346210"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1474960152"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(34) "Дарит осень чудеса"
    ["seo_title"] => string(20) "darit-osien-chudiesa"
    ["file_id"] => string(6) "263857"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1449599528"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(91) "Конспект НОД в средней группе на тему: "Дары осени""
    ["seo_title"] => string(55) "konspiekt_nod_v_sriedniei_ghruppie_na_tiemu_dary_osieni"
    ["file_id"] => string(6) "343324"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1473616186"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(61) "Конспект НОД "Дары осени с грядки""
    ["seo_title"] => string(36) "konspiekt-nod-dary-osieni-s-ghriadki"
    ["file_id"] => string(6) "252720"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1447431425"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(232) "Конспект непосредственно образовательной деятельности по рисованию в подготовительной группе "Дары осени. Фруктовая сказка" "
    ["seo_title"] => string(135) "konspiekt-nieposriedstvienno-obrazovatiel-noi-dieiatiel-nosti-po-risovaniiu-v-podghotovitiel-noi-ghruppie-dary-osieni-fruktovaia-skazka"
    ["file_id"] => string(6) "145206"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "planirovanie"
    ["date"] => string(10) "1418871181"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства