kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Алтын аҡыл инәйем

Нажмите, чтобы узнать подробности

Инәйем Разия бай мираҫ ҡалдырҙы. Уның мөнәжәттәре һаман да актуаль.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Алтын аҡыл инәйем»

Инәйемдең һүҙе—аҡылдың үҙе

1998 йылдың февраль айы. Мин күршелә генә йәшәгән Разия инәйемә хәл белергә ингәнмен. Бер саҡ инәйем миңә: «Ҡыҙым, әйҙә, яҙ, һаҡлаһаң—һин генә һаҡларһың»,-тип ейәнсәре Рәлиәнән дәфтәр, ручка алдырып, мәҡәл-әйтем, бәйеттәрен яуҙыра ла башланы. Яҙып ҡына өлгөр! Мәктәптә уҡыған сағымда унан ауылдың ер-һыу атамалары тарихын яҙып ала инем. Студент йылдарында ла был ҡомартҡының кәрәге тейҙе.

Разия ҡыҙы Йыһаншина 1922 йылда Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында Зәйнәп һам Низамитдин Иҫәнгилдиндар ғаиләһендә ағаһы Ҡыямитдиндан һуң тәүге ҡыҙ бала булып донъяға килә. Өләсәйем Зәйнәп (ҡәртәсәйемдең дә әсәһе): «Разия ҡаты йот йылында тыуҙы, шуға ла бәхете булманы. Бигерәк сос, зирәк булды. Минән дә алдан тороп үҙемде уятыр ине»,-тип әйтер булған.

Ысынлап та, тормош уны бик күп һынай. Бала сағы аслыҡ йылдарына тура килеп, ауыр колхозлашыу осорон, Бөйөк Ватан һуғышы михнәттәрен, үҙ иңендә татый. Утыҙ туғыҙ йәшендә биш балаһы менән тол ҡала, кинйәһе иһә өс кенә көнлөк була. Бала юғалтыу ҡайғыһын да кисерә. Ауырлыҡтарға сыныҡҡан тыл ветераны балаларын етем итмәй, атай ҙа, әсәй ҙә урынында ҡалып, кешеләргә мейесен дә сығара, балаҫын да, тиҙәген дә һуға, кейеҙен дә баҫа, утынын да яра. Ҡыҙҙарына ғына түгел, ейәнсәрҙәренә бирнә итеп ҡорама юрған, түшәктәр эшләп оҙата. Шул уҡ ваҡытта намаҙ, ураҙаһын да ҡалдырмай. Кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫырай.

Бына шундай тынғыһыҙ, эш тип янып-көйөп йәшәгән кеше 2000 йылдың апрелендә баҡыйлыҡҡа күсте.

Разия Низамитдин ҡыҙының күңел түренән сыҡҡан халыҡ ижады өлгөләренең бер аҙын һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итергә булдым.

*Ололарҙы ҡәҙер итһәң, үҙең ҡәҙер табырһың.

*Фатихалы ҡол арымаҫ, фатихалы ҡол йәремәҫ.

* Алтын алма—доға ал, доға алтын булимаҫмы.

*Апһын-әзе татыу булһа аш етер.

*Ҡайғың күп булһа—ашың күп булһын.

*Йылы-йылы һөйләһәң йылан өңөнән сыға, ҡаты-ҡаты һөйләһәң мосолман диненән сыға.

*Етем ҡатындың тышы хуп булһа ла эсе ут.

*Бишек ҡайҙа—ел унда, етем ҡайҙа—һүҙ шунда.

Мөнәжәт

Сәхрәләргә сығып йөрөһәң ине

Ер еләккәйҙәре бешкәндә.

Аҡылдарым бөтөп, һушым китә

Үткән ғүмерем иҫкә төшкәндә.

Самауырҙар ҡайнап, сәйҙәр бешә

Ҡазандарҙан килгән байҙарға.

Эскенәйем бошоп, йөрәгем яна,

Ҡара ҡаҙан түгел ҡайнарға.

Үтәһең дә ғүмерем, эй, үтәһең,

Һауаларҙа осҡан ҡош кеүек.

Үткән ғүмеркәйҙе уйланы ниһәң,

Йоҡоларҙа күргән төш кеүек.

Иртә тороп тышҡа сыҡһам

Ишегем алды йәшел кәрешкә.

Сабырлы ла солтан, сабырһыҙ шайтан,

Сабырлылар кәрәк һәр эшкә.

Бара ла ғына торғас, ултыра төштөм,

Аяҡҡайҙарым талып барғанға.

Ултыра ла торғас йыр йырланым,

Йөрәккәйҙәрем янып барғанға.

Һауаларҙа осар ҡошҡайҙарҙың

Тәпәйҙәрен дә күргән бармы икән?

Эскенәйем тулы ҡайғы-һағыш,

Тыштарымдан күргәндәр бармы икән?

Ултырҙым да кәмәнең, ай, түренә,

Ҡараным да һыуҙың төбөнә.

Һыу төпкәйҙәрендә һис ҡара юҡ,

Алла яҙған эшкә сара юҡ.

Һыуға төшкәс кенә белдем,

Һыуҙың һалҡын икәнен.

Бер Алланан башҡа һис кем белмәй—

Күңелемдең ярым икәнен.

Этҡара ла тауҙың, ай, башында

Ултыра ла төштөм ташына.

Таптым да тип үк ҡыуанғайным

Улым ҡайғы булды башыма.

Иртәнсәккәй тороп тышҡа сыҡһам,

Ишегем алдын ҡар алған.

Мирсәйет тә тигән ғәзиз балам

Ҡайғы-хәсрәт өсөн яралған.

Алтын ғынамы икән, ай, был донъя?

Көмөш кенәме икән был донъя?

Ҡәҙерҙәрен белеп йәшәмәһәң—

Зәһәр-зауҡум икән был донъя.

Теүәлбаева Разалия Наил ҡыҙы.

Сибай ҡалаһы.





Этҡара тауы—Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылындағы тау.

Апһын-әзе, зәһәр-һауҡым һүҙҙәренең мәғәнәһен әйтә алмайым.








Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Алтын аҡыл инәйем

Автор: Тувальбаева Разалия Наиловна

Дата: 07.11.2021

Номер свидетельства: 590702

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(46) "е?бек саба?ынан ашы? саба? "
    ["seo_title"] => string(31) "ien-biek-sabag-ynan-ashyk-sabak"
    ["file_id"] => string(6) "246458"
    ["category_seo"] => string(3) "izo"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1446384850"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(38) "«Аяулы асыл жандар!» "
    ["seo_title"] => string(19) "aiauly-asyl-zhandar"
    ["file_id"] => string(6) "199953"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1428680695"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(49) "Сыныптан тыс: Аяулы анашым!"
    ["seo_title"] => string(27) "synyptan_tys_aiauly_anashym"
    ["file_id"] => string(6) "373630"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1482771319"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(53) "Елін с?йген, елі с?йген Елбасы"
    ["seo_title"] => string(33) "ielinsuighienielisuighienielbasy1"
    ["file_id"] => string(6) "282388"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1453699445"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(51) "?ліппені? ар?ы жа?ы білім ба?ы"
    ["seo_title"] => string(27) "lippieninargyzhagybilimbagy"
    ["file_id"] => string(6) "320555"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1461087642"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства