Балдан татлы
баланы һаҡлап
Йыл һайын республикала машина аҫтына 500-ҙән ашыу бала эләгә.
Бик хәүефле күрһәткестәр. Төп сәбәп нимәлә икән? Әлбиттә, тәрбиәлә.
Шуға күрә ата-әсәләр ғаиләһенә ҡаза килмәһен өсөн, барыһын да эшләргә тейеш:
балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ, уларға төрлө хәл-осраҡта үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеген аңлатығыҙ.
мәктәп уҡыусыларының юлын өйрәнеп, уның хәүефһеҙ урындарын билдәләгеҙ. Артабан балағыҙға тик шул ерҙән генә юлды үтеү мөһимлеген аңлатығыҙ.
баланы хәүефте алдан күрә белергә өйрәтегеҙ.
Әлбиттә, ололар һәр ваҡыт эш менән мәшғүл, уларҙың мәңге ваҡыты юҡ. Шулай ҙа:
балағыҙ өсөн бер көн буш ваҡыт табып, уның менән ҡала урамдары буйлап йәйәү йөрөп килегеҙ.
балағыҙҙың юл ҡағиҙәләрен ниндәй кимәлдә белеүен һәм үтәүен тикшерегеҙ.
уның мәктәпкә тиклем юлын икәүләшеп өйрәнегеҙ.
балағыҙҙың велосипед, мопед, скутер тураһындағы хыялын тормошҡа ашырыр алдынан, тәүҙә йәшәгән ерегеҙҙең юл ҡағиҙәләре яғынан хәүефһеҙлегенә иғтибар бирегеҙ.
Баланың үҙ урамынан сығып икенсе яҡҡа йүнәлеүе бар. Ә машиналар йөрөгән юлда үҫмерҙәр генә түгел, ә водитель таныҡлығы булған кешеләр ҙә юғалып ҡала.
Шулай уҡ РФ закондарына ярашлы,
юл буйлап велосипедта йөрөү – 14,
мопедта 16 йәштән генә рөхсәт ителә.
Бөгөн руль артында ултырған өлкәндәр янында баланы ла күрергә мөмкин.
Хөрмәтле ата – әсәләр, ҡағиҙә барыһына ла бер:
үҙегеҙ руль артында саҡта 12 йәше тулмаған баланы махсус автокреслола йөрөтөүҙе,
12 йәштән һуң хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерергә кәрәк икәнлеген онотмағыҙ.
Юл ҡағиҙәләренә каникул юҡ.
Шуға күрә:
каникул мәлендә балағыҙ ҡайҙа ғына ял итһә лә, уға юл ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртергә онотмағыҙ.
уларҙы урамда яңғыҙ ҡалдырмағыҙ,
машина юлында уйнарға рөхсәт итмәгеҙ.
Балағыҙҙы кескәй саҡтан юл ҡағиҙәләрен күҙәтергә өйрәтегеҙ!
Хәүефһеҙлек саралары – үҙ ҡулығыҙҙа!
Телевизорҙан «Формула-1» йәки «Париж-Дакар» маршруты буйынса автоуҙыштарҙы ҡарағанығыҙ барҙыр, моғайын. Улар барышында йыш ҡына машиналар бәрелешә, йә түңкәрелеп ҡуя. Әммә, ҡағиҙә булараҡ, пилоттар әллә ни зыян күрмәй.
Бының сере ябай – хәүефһеҙлек ҡайышы.
Ул авария осраҡтарында имгәнеүҙән һаҡлай. Сит ил киноларын ҡарағанда ла һәр кемдең машинала хәүефһеҙлек ҡайышынан файҙаланыуына иғтибар итәһегеҙҙер.
Ә ысынбарлыҡта юлдарға күҙ һалһаҡ хәл нисек тора һуң?
Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары күҙәтеүенсә, водителдарҙың күпселеге ҡайышҡа етди ҡарамай. Уны эләктермәйенсә йөрөргә ярамағанлығын, бының эҙемтәләрен белә тороп, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы дауам итәләр. Ә унда аҡҡа ҡара менән «хәүефһеҙлек ҡайышы менән йыһазландырылған транспорт сараһы руленә ултырған кеше үҙе лә ҡайышын эләктерергә, пассажирҙарҙың да ҡайыш кейеүен күҙәтергә тейеш» тип яҙылған.
Хәүефһеҙлек ҡайышын файҙаланыусылар араһында йәрәхәтләнеү, имгәнеү осраҡтары – 20-50 процентҡа, ә һәләк булыусылар һаны 40-50 процентҡа кәмерәк.
Был «ҡағиҙә» трассаларҙа юғары тиҙлек менән йөрөүселәргә лә, ҡала эсендә хәрәкәт итеүселәргә лә берҙәй ҡағыла.
Әгәр водитель хәүефһеҙлек ҡайышын файҙаланмай икән, сәғәтенә 20 км тиҙлек менән барғанда ла авария һөҙөмтәһендә һәләк булыуы ихтимал, тип һанала. Ә ҡайышты эләктерһәң, бындай хәүеф сәғәтенә 95 км тиҙлек менән елгәндә генә янай.
Б елгестәр баһалауынса, автомобилдә «Ҡайышығыҙҙы эләктерегеҙ!» - тигән автоматик тауыш булһа, ҡайыштан файҙаланыу кимәле 97% етә, ә юл-транспорт һөҙөмтәһендә һәләк булыусылар һаны 20% кәмей.
Ҡағиҙә булараҡ, алғы урында ултырған пассажир руль артындағы кешегә ҡарағанда нығыраҡ имгәнә. Балалар иһә юл-транспорт ваҡиғаларында айырыуса ауыр йәрәхәттәр ала. Ата-әсәләре уларҙы нисек кенә һаҡларға тырышһа ла, авария ваҡытында бер ни ҙә эшләй алмай. Шуға күрә беҙҙең илдә балалар өсөн махсус хәүефһеҙлек саралары ҡулланыуға етди иғтибар бирелә.
Юл-транспорт ваҡиғалары һөҙөмтәһендә һәләк булған балалар һанына ҡағылышлы статистика мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, уларҙың күпселеге ата-әсәһенең автомобилендә хәүефһеҙлек яйланмаларын ҡулланмаған, йәки хәүефһеҙлек ҡайышынан файҙаланмаған осраҡта һәләк була.
Ҡайһы бер ата-әсәләр балалар креслоһын файҙаһыҙ, тип баһалай һәм тейешле иғтибар бирмәй.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре һәр кемгә ҡағыла, шуға күрә балаларҙы кесе йәштән үк машинала йөрөү тәртибенә өйрәтергә кәрәк. Дүрт йәшлек балаға ла хәүефһелек ҡайышының әһәмиәтен асыҡ итеп аңлатырға ла мөмкин.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: балалар өсөн автомобиль креслоһы һәм хәүефһеҙлек ҡайышы – һис тә артыҡ нәмә түгел, ә бик мөһим, кәрәкле сара!
Һаҡ булығыҙ, скутер!
Ер ҡарҙан әрселеп, ҡояш юлдарҙы киптерә башлау мәлен юл хәүефһеҙлеген һаҡлаусы инспекторҙар, һағайып ҡаршы алалар. Сәбәбе - мотоциклдар һәм скутерҙар юлға күпләп сығыу менән фажиғәле хәлдәр артыу.
Халыҡ араһында мотоцикл һәм скутерҙарҙы
“Ике тәгәрмәсле үлем ” тип тә йөрөтәләр.
Йөрөтөүселәрҙең,
рөхсәт ителгән тиҙлекте күпкә арттырыуы,
рәт ҡағиҙәһен боҙоуы,
йәйәүлеләрҙе үткәрмәүе,
хәүеф тыуҙырып, ҡаршы һыҙатҡа сығыуы,
хатта спиртлы эсемлек ҡулланып, руль артына
ултырыуы менән аңлатырға була.
Һанап үтелгән ҡағиҙә боҙоуҙар йыш ҡына үлемесле тамамлана. Мәҫәлән, үткән йылда Сибайҙа скутерҙа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы ике үҫмер йөк автомашинаһы бәрелә. Ҡағиҙәләрҙе тупаҫ боҙоу һөҙөмтәһендә үҫмерҙәрҙең береһе һәләк була, икенсеһе ауыр тән йәрәхәттәре ала.
Балаһына мопед һатып алып биреүсе ата-әсәләр был аҙымдың ни тиклем хәүефле булыуын аңлаһын ине.
Автомобилдә йөрөүселәр шуны белергә тейеш, ни әйтһәң дә уларҙы техниканың корпусы һаҡлай, хәүефһеҙлек мендәре, ҡайышы бар, ә скутер, мотоциклдағын баш шлемы, терһәк, тубыҡты еңел - елпе ҡаплағыстан башҡа һаҡларҙай ышаныслы әйбере юҡ.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, балаһының һәр теләген үтәргә әҙер ололар, скутер алып биргәс, уның һаҡ йөрөрөргә вәғәҙә биреүенә, балаһының яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә ышана.
Балалар башта баҡса юлында, ауылда йөрөй. Хәйер, унда ла бәлә-ҡазаһыҙ түгел. Һуңынан юл хәрәкәтенә ҡушыла һәм, ҡағиҙәләрҙе бөтөнләй белмәү сәбәпле, фажиғәгә осрай.
Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса, мотоцикл һәм скутер (мопед) араһында ҙур айырма бар.
скутерҙың двигатель күләме 50 куб сантиметрҙан кәм булһа, бер
ҡайҙа ла теркәлмәй, танытма ла кәрәкмәй. Берҙән-бер шарт уны йөрөтөүсегә 16 йәш тулған һәм , әлбиттә, ул алкоголь йәки наркотик ҡулланмаған булырға тейеш.
Балиғ булмаған ҡағиҙә боҙоусылар өсөн ата-әсәһе яуап бирә!
Ата-әсәләр өсөн административ штраф яуапһыҙ һәм еңел уйланылған ҡылыҡ һөҙөмтәһендә күрелгән яза бала ғүмере ҡыйылыу менән сағыштырырлыҡ түгел.
Хөрмәтле ата - әсәләр!
скутер менән баланы ҡыуандырыр алдынан, юл ҡағиҙәләрен белеүенә инанығыҙ, хәүефһеҙлек һәм даими һаҡланыу сараларын үтәүҙе талап итегеҙ!