| 01.02.2021 Дүшәмбе Иртә Ойошторолған тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге Саф һауала | Х. э. Уйын э. Ком. э. Э-т.э. Хәр. э. Э-т. э. Уйын э. Хеҙ. э. | -Иртәнге гимнастика. -Бармаҡ уйындары “Ағастар”. Маҡсат: ҡул суғы моторикаһын, телмәр үҫтереү. -Әңгәмә ҡороу “Тылсымлы һүҙҙәр”. Маҡсат: балаларҙы итәғәтле, яғымлы һөйләшергә, бер-береһен ихтирам итергә өйрәтеү. -Тирә-яҡ мөхит менән таныштырыу “Электр ҡорамалдары”. Маҡсат: балаларҙы электр ҡорамалдары менән таныштырыую электр энергияһы тураһында башланғыс белем биреү. Электр ҡорамалдарының кешегә файҙаһын аңлау, улар менән һаҡсыл эш итеүҙе төшөндөрөү. -Физкультура эшмәкәрлеге. -Майҙансыҡта ҡар күпме яуған, ҡарҙың үлсәмен тикшереү, ҡарҙағы эҙҙәрҙе күҙәтеү. Маҡсат:балаларҙың күҙәтеүсәнлеген, ихтибарҙарын үҫтереү. -Х.у. “Мөйөш алыш”, “Беҙ ун ике ҡыҙ инек”. Аҙ х.у. “Әбәк-көбәк”. Маҡсат: башҡорт халыҡ уйындарының ҡағиҙәләрен нығытыу. -Хеҙмәт: майҙансыҡты ҡарҙан таҙартыу. Маҡсат: таҙалыҡ, эшһөйәрлек тәрбиәләү. | -Тәбиғәт календарен тултырыу. -Өҫтәл уйындары “Шашкалар”, “Математик лото” тәҡдим итеү. -Тауҙан шыуыу -Һикергестәр менән “Һыбайлылар” хәрәкәтле уйын тәҡдим итеү. |