|         Аҙна көндәре       |        Режим    моменттар   |         |         Балаларҙың үҙ-аллы эшмәкәрлеге   |  
  |         Төркөмдәге эш     |          Индивидуаль   эш   |    Режим моменттарҙағы белем эшмәкәрлеге   |  
  |      Дүшәмбе   |        Иртә       |     Балаларҙы ҡаршы алыу,һаулыҡ һорашырға өйрәтеүҙе дауам итеү   Дидак.уйын «Берәү һәм күп»  Маҡсат: предметтар менән уйнарға өйрәтеү,бер предметты айырып күрһәтә белеү   |    Марсель менән Данилды ҡулдарын дөрөҫ итеп йыуырға өйрәтеүҙе дауам итеү,шәжси таҫғтамалдар менән ҡулланырға күнектереү     |     Социаль коммуникатив тәрбиә  Аҡыл-зиһен   |          Хәрәкәтле уйын «Миңә табан йүгерегеҙ!»  Маҡсат;Бер–береһенә бәрелешмәй йүгерергә өйрәтеүҙе дауам итеү   |  
  |       БББЭ            |     1.Аҡыл-зиһен һәләтен үҫтереү   Тема;”Үҙемде танып беләм”   Маҡсат;балаларҙың тышҡы ҡиәфәттәре тураһында белемдәрен арттырыу,кеше тураһында күҙаллауҙарын үҫтереү,үҙҙәренә һөйөү тәрбиәләү.   “Мин Шәхес”26-сы бит   Музыкаль тәрбиә   Маҡсат:Таныш йырҙарҙыһәм пьесаларҙы танырға өйрәтеү,музыкаль әҫәрҙе аҙағына тиклем тыңларға күнектереү,көйгә ярашлы итеп, парлашып йөрөргә өйрәтеү.       |  
  |        |        Саф һауала йөрөү   |     Балалар менән бөжәктәрҙе күҙәтеү   Маҡсат; Бөжәктәргә ҡарата иғтибарлы булырға,уларға теймәҫкә өйрәтеү   Хәрәкәтле уйын «Бесәй һәм турғайҙар».   Маҡсат: сигнал буйынса хәрәкәт итергә өйрәтеү, иғтибарлыҡ үҫтереү  Хеҙмәт;ҡойолған япраҡтарҙы йыйыу .   |     Бтыр һәм Ясмина менән «Сәп-Сәп сәпәкәй” шиғырын иҫкә төшөрөү.       |     Телмәр үҫтереү                                     |          Ҡом менән уйындар   Маҡсат;Балаларҙы татыу,дуҫ уйнарға өйрәтеү,ҡомдо бер-береһенә һипмәй генә уйнарға күнектереү                                      |  
  |   Көндөң икенсе яртыһы   |     Дидактик .уйын « Ниндәй йәшелсә?»   Маҡсат: Йәшелсәләрҙе төҫөнә һәм формаһына ҡарап танырға һәм дөрөҫ әйтергә өйрәтеү   «Көҙ килгән» Г.Юнысованың шиғырын уҡыу  Маҡсат: телмәрен үҫтереү, шиғырҙы отоп алырға ярҙам итеү.   |    Данил менән сандали эләктерергә өйрәнеү   |     Социаль коммуникатив тәрбиә       |     Төҙөлөш матариалдары менән уйындар  Маҡсат;Төҙөлөш материалдары менән балаларҙы таныштырыу.   |  
  |   Саф һауала йөрөү   |     Һауа торошон күҙәтеү   Хәрәкәтле уйын «Ҡош һәм ҡошсоҡтар»  Маҡсат: сигнал буйынса хәрәкәт итергә өйрәтеүҙе дауам итеү, берҙәмлек тәрбиәлә.   |    Балаларһы һаубуллашырға өйрәтеүҙе дауам итеү   |         Физик тәрбиә   |    Туп менән уйындар: «Мин тәгәрәтәм ,ә һин тот», «Тупты ҡыуып ет»   |