Конеспект ООД по изучению башкирского языка
Просмотр содержимого документа
«"Знаем считалки"»
Тема: “Кем һанашмаҡ белә?”
Маҡсат:
яңы һүҙҙәрҙе өйрәтеү: һана(-йыҡ), һанашмаҡ, сыпсыҡ, сыҡ, еләк; өйрәнелгән һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға күнектереү;
балаларҙың фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү, һ, ҡ, р, ы өндәрен ишетә, дөрөҫ әйтә белеү күнекмәләрен үҫтереү;
балаларҙы һанашмаҡ менән таныштырыу, “Айыу бүре юҡ икән” уйынын уйнарға өйрәтеү;
балаларҙың хәтерен, уйлау һәләтен, иғтибарлылығын үҫтереү.
Йыһаз: ковролинда ҡояш һүрәте һәм уйынсыҡ йәнлектәр, пластилин.
Дәрес барышы:
Балалар ярымтүңәрәк яһап, өҫтәл артында ултыралар. Элек өйрәнгән бармаҡ уйынын уйнау:
Был бармаҡ - олатай,
Был бармаҡ - өләсәй,
Был бармаҡ – атай,
Был бармаҡ - әсәй,
Был бармаҡ – бәләкәй,
Исеме уның – (һәр бала үҙенең исемен әйтә).
Бармаҡтарҙы уйнатып алыу:
Бына беҙ йүгерҙек урамға. – Һуҡ һәм урта бармаҡтарҙы өҫтәл йә итәк буйлап йүгертеү, бармаҡтарҙы йөрөткәндә “тып – тып” тип әйтеп барыу кәрәк. Тәүҙә тауышһыҙ, шым ғына, аҙаҡ ныҡ баҫып, шәп итеп йүгертеү. Аяҡтар менән ярҙам итергә була. Иң һуңынан аяҡтар бейей, бармаҡтар пианинола уйнай.
“Айыу бүре юҡ икән” башҡорт халыҡ уйынын уйнау. Иң беренсе көтөүсене һайлау – һанашмаҡ аша һайлана.
Тәрбиәсе балаларға һанашмаҡты нисек итеп әйтеү һәм һанау ысулын күрһәтә.
Берең ҡал, берең сыҡ.
Бер нисә баланан һанашмаҡты әйттереү. Балалар һанашмаҡты ятлап алғас, бөтәһе лә түңәрәккә торалар. Бер бала уртаға сығып, һанашмаҡты әйтә һәм көтөүсене билдәләйҙәр. (Уйындың ҡағиҙәһе русса аңлата).
Айыуға бүлмәнең бер мөйөшөндә “өң” билдәләнә, ә балалар бүлмәнең икенсе башында үҙ “өйҙәрендә” – йәки иҙәндә ултыралар.
Балалар йырлай – йырлай, айыу йөрөгән яҡҡа күмәкләп еләк йыйырға китәләр.
Еләк йыям, еләк йыям,
Әсәйемә бүләккә.
Бында еләк күп икән,
Айыу, бүре юҡ икән.
Һуңғы юл ике тапҡыр ҡабатлана.
Балалар йырлап бөткәс, “айыу” өңөнән йүгереп сығып, уларҙы баҫтыра, балалар “өйҙәренә” ҡасалар.
Тотолған бала йә башҡа бала үҙ теләге менән “айыу” була, уйын яңынан башлана.
Уйнап бөткәс балалар урындарына ултыралар, һамаҡ әйтеп Ҡояш апайҙы саҡыралар.
Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ,
Һыуыҡ бабай, кит, кит!
Көндәр йылынып китһен
Һәм ҡарҙар иреп бөтһөн!
Һамаҡты әйткәндән һуң балалар ҡояшты әүәләйҙәр.
Эшләп бөткәс эштәр ҡарала, дәрес йомғаҡлана.