kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Роль конструирования в жизни ребенка

Нажмите, чтобы узнать подробности

Консультация для родителей о роли конструирования для дошкольников

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Роль конструирования в жизни ребенка»

Ата – әсәләр өсөн консультация

Баланың тормошонда ҡоролмалар ҡороу”

Маҡсат: ата-әсәләрҙе бала тормошонда ҡоролма ҡороуҙың әһәмиәте менән таныштырыу.

Бурыстар: ата-әсәләрҙең төрлө материалдарҙан конструкторлауҙың төрҙәре тураһында белемдәрен киңәйтеү;

өй шарттарында уйын алымдарын ҡулланып балаларҙы ҡоролма ҡороу эшмәкәрлегенә йәлеп итеү алымдары тураһында мәғлүмәттәрен үҫтереү,

баланың үҫешенә ҡоролмалар ҡороуҙыү әһәмиәтенә иғтибарын арттырыу.


Ҡулланыоған материал: төрлө конструкторҙар, төҙөлөш материалдары, ноутбук, экран, проектор.


Үҙаллы үҫергә һәләтле булып, ижади фекерлә­гән, киләсәктә уңышлы йәштәр булырҙай, ҡыйыу, ижади ҡарашлы, инициативалы балалар тәрбиә­ләү — мәктәпкәсә йәштәге белем биреүҙә Федераль дәүләт белем биреү стандарт­тары­ның мөһим бурыстарының береһе. Был бурысты илебеҙҙәге мәктәпкәсә йәштәге ойошмалар менән бергә хәл итәбеҙ. Бигерәк тә хәҙерге заманда Рәсәйҙәге предприятиеларҙа сифатлы йәш инженер кадрҙарға ҡытлыҡ күҙә­телә. Шуға күрә заман талабына ярашлы балалар баҡсаларында конструкторлау эшмәкәрлегенә айырыуса иғтибар бирелә.

Балалар өсөн иң тәбиғи һәм яратҡан шөғөлдәренең береһе булып ҡоролмалар ҡороу тора, йәғни айырым өлөштәрҙән бөтөндө булдырыу. Конструкторлау балаға үҙенең ҡабатланмаҫ ижади донъяһын асырға мөмкинлек бирә. Әгәр уйнаусы балағыҙға иғтибар итһәгеҙ, уның уйынсыҡтары йортһоҙ, бүлмәһеҙ, йыһазһыҙ “йәшәй” алмай. Шуға күрә конструкторҙары булмаһа ла, ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән: мендәр, йыһаз, ҡумталарҙан үҙенә уйын өсөн ниндәйҙер төҙөлмәләр төҙөй.

Конструктив эшмәкәрлек баланың психик үҫеше һәм аҡыл һәләтенә ҙур йоғонто яһай. Ҡоролмалар ҡороу барышында төрлө өлкәлә белем, күнекмәләрҙе еңел үҙләштерә.

  1. Беренсенән, фекерләү киңлеге һәм конструкторлау һәләте үҫешә. Бала ғәмәлдә уңда, һулда, бейек, тәпәш төшөнсәләрен үҙләштереү менән бер рәттән, теге йәки был объектты нисек төҙөргә кәрәклеген төшөнә.

  2. Конструкторлау образлы фекерләүҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә: сөнки бала нимәнелер төҙөр алдынан ул ҡоролманы күҙ алдына килтерергә тейеш.

  3. Конструкторлау эшмәкәрлеге килеп сыҡҡан ҡоролманы анализлауҙы, айырым өлөштәрҙең урынын һүрәтләүҙе, эш барышын аңлатыуҙы күҙаллағанға күрә, балаларҙың телмәре үҫешә, һүҙ байлығы арта.

  4. Конструкторҙар менән эш иткәндә баланың ваҡ моторикаһы, күҙаллау һәләте үҫешә. Был үҙ сиратында фекерләү ҡеүәһен үҫтерә.

  5. Эшмәкәрлектең был төрө иғтибар, үҙаллылыҡ, ойошҡанлыҡ, башлаған эште аҙағынаса еткереү, ултырып эшләү кеүек сифаттарҙы ла булдыра.

  6. Иң мөһиме: конструкторлау ижади ҡараш үҫтерергә, уйлап эшләргә мөмкинлектәр бирә, бала үҙен ижадсы итеп хис итә.

Конструкторлау төрҙәре:

  1. Төҙөлөш материалдарынан

  2. Ҡағыҙҙан

  3. Тәбиғәт материалдарынан

  4. Ташландыҡ материалдарҙан

  5. Конструкторҙарҙан

  6. Эре модулдәрҙен


Конструкторҙар менән уйнау малайҙарға ла, ҡыҙҙарға ла, сабыйҙарға ла, мәктәп йәшендәгеләргә ла бик файҙалы. Сабыйҙар өсөн тәүге конструкторҙар ул ябай шаҡмаҡтар, кубиктар. Башлап өйрәткәндә балаға 2-3 кубик биреү етә. Яйлап уларҙың һаны 6-8-гә еткерелә.

Был йәштәгеләр өсөн конструкторҙар тәүсиратта хәүефһеҙлегенә ҡарап һайлана. Уның бөтә элеменәнттары ла эре булырға, бер-береһе менән тиҙ тоташтырылырға, ҡоролма тиҙ йыйылырға тейеш.

Кескәйҙәр төркөмөндә төҙөлөш йыйылмаһы яңы деталдәр (пластиналар, кирбестәр һ.б.) менән тулыландырыла. Конструкторлау эшмәкәрлегенә йәлеп итеү балаларҙы материалдар менән таныштырыуҙан башлана. Был йәштә балаларға өлкәндәрҙең өлгөһө, ҡоролмаларҙы йыйыу алымдары менән таныштырыу мөһим. Әкренләп бала ябай төҙөлмәләрҙе (юлдар, йорттар, ҡойма, ҡурсаҡ өсөн йыһаз) үҙ аллы төҙөй башлай.

3-4 йәштә балаларҙың конструкторлау эшмәкәрлеге сюжетлы уйын менән бәйле, сөнки төҙөлөш материалдарының ҙурлығына ҡарап өҫтәлмә атрибуттар индерелә: ҡурсаҡтар, пластмасс уйынсыҡтар, машиналар һ.б. Был ҡоролмаларҙы ошо уйынсыҡтар менән бәйләп сюжетлы уйын ҡорорға булышлыҡ итә һәм был ябай ҡоролма ҡороуға ҡарағанда ҡыҙығыраҡ һәм мауыҡтырғыс.

Әлбиттә, был йәштә лә эшмәкәрлек тиҙ генә бирелмәйәсәк. Өлкәндәрҙең ярҙамы, алдан әйтелгәнсә, эш барышын аңлатыуҙа, ҡоролмаларҙы төҙөп күрһәтеүҙә сағыла. Балаға бөтә деталдәрҙе лә бер юлы бирергә кәрәкмәй, уларҙы яйлап индереү мотлаҡ.

Хәҙерге ваҡытта мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында төрлө белем биреү конструкторҙары ҡулланыла, мәҫәлән, «LEGO». Был конструкторҙар гигиеник талаптарға тап килеүе, эстетик яғы, ныҡлығы, оҙаҡ хеҙмәт итеүе менән үҙен танытты. Отошлолоғо шунда: кескәйҙәрҙең башын да, ҡулын да берҙәй эшләтә.

LEGO конструкторҙары төрлө темаларға ҡоролған, төп элементтары – төрлө төҫтәге кирбестәр. Был ябай ғына уйынсыҡ балаға белем дә бирә, үҫешенә лә булышлыҡ итә.

LEGODUPLO конструкторҙары ла кескәйҙәрҙе тирә–йүн менән таныштырыуҙа алыштырғыһыҙ үҫтереүсе уйын. Конструктор баланың фекерләү ҡеүәһен, ижади ҡарашын үҫтерә. Аэропорт, янғын һүндереү станцияһы, полиция бүлеге, цирк, зоопарк, замок кеүек тематик конструкторҙар менән балалар ихлас уйнай.

LEGOнан ҡоролмалар ҡорғанда балалар төҙөргә өйрәнеү менән бер рәттән эш барышының эҙмә-эҙлелеген, элементтарҙы тоташтырыу, форма һәм төҫтәрҙе, пропорцияларын яраштырыу алымдарын да өйрәнә.

Беҙ, мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмалары педагогтары, бер яҡтан, кескәйҙәрҙең тәбиғәттән бирелгән ижади мөмкинлектәрен табырға һәм уларҙы асырға ярҙам итәбеҙ, ә икенсе яҡтан, киләсәккә һөнәр һайлау йәһәтенән бу­лышлыҡ итеп, дәүләттең социаль заказын үтәйбеҙ.



Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Ишмакова М.С. Конструирование в дошкольном образовании в условиях введения ФГОС: пособие для педагогов/– Всерос. уч.-метод. Центр образоват. робототехники. – М.: Изд. –полиграф. Центр «Маска». – 2013.

  2. Интернет-ресурс: https://pandia.ru/text/77/21/68801.php




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Роль конструирования в жизни ребенка

Автор: Исламгулова Гульназ Билаловна

Дата: 19.05.2019

Номер свидетельства: 511187

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(72) "«роль конструирования в жизни ребёнка»"
    ["seo_title"] => string(38) "rol_konstruirovaniia_v_zhizni_rebionka"
    ["file_id"] => string(6) "570573"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1610984072"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(224) "Роль родителей в формировании индивидуальной образовательной траектории  учащихся 1 классов во внеурочной деятельности. "
    ["seo_title"] => string(131) "rol-roditieliei-v-formirovanii-individual-noi-obrazovatiel-noi-traiektorii-uchashchikhsia-1-klassov-vo-vnieurochnoi-dieiatiel-nosti"
    ["file_id"] => string(6) "155765"
    ["category_seo"] => string(22) "klassnomuRukovoditeliu"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1421322356"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(64) "Консультация "Труд в жизни ребенка""
    ["seo_title"] => string(35) "konsultatsiia_trud_v_zhizni_rebenka"
    ["file_id"] => string(6) "554911"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1595322083"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(166) "Консультация для педагогов на тему: «Развитие связной речи детей с использованием сказок»"
    ["seo_title"] => string(80) "konsultatsiia_dlia_pedagogov_na_temu_razvitie_sviaznoi_rechi_detei_s_ispolzovani"
    ["file_id"] => string(6) "612731"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1662658661"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(123) "Современные сюжетно-ролевые игры для дошкольников из опыта работы "
    ["seo_title"] => string(76) "sovriemiennyie-siuzhietno-rolievyie-ighry-dlia-doshkol-nikov-iz-opyta-raboty"
    ["file_id"] => string(6) "170061"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1423497334"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства