83 авг 2018 в 17:00
БУҘА ҠОЙОУ РЕЦЕБЫ
3 литр һыуыҡ һыуға, 0,7 литрлык банка менан "Геркулес" ярмаһы һалып, 5-10 минут ултыртып бүрттерергә. Талгын утта 1 сәғәт ҡайнатырға, 1 ҡалаҡ аҡ май һалырга, бер туктыуһыҙ болғап торорға. Бер сәғәт үткәс, кисель һымак массаны иләк аша һөҙөргә, һәм һыуытырға ҡуйырға.
Һыуытылған массаға 1-2 стакан магазин ҡымыҙы, 1 стакан шәкәр өҫтәп бутарға, 1 тәүлеккә йылы урынға ултырытып ҡуйырға.
Теүәл бер тәүлектән, телде йоторлоҡ башҡорт милли эсемлеге әҙер буласаҡ!
29 апр 2018 в 15:16
Ике балам,ике бөртөк бит алмам.
Бер үк һаҡла балаларымды,Аллам!
Изге фәрештәләр ҙә һаҡлаһын.
Юҡ-бар әҙәм генә ҡаҡмаһын.
Ашап-эсер ризыҡтары мул булһын.
Йөрәктәре бәхеттәр менән тулһын!
Аҡыл,тәүфиҡ,оҙон ғүмер теләйем.
Күңелем нурҙарын һеҙгә генә бирәмен.
Һеҙ бит минең тормошом мәғәнәһе.
Һеҙҙән башҡа юҡ миңә доңъя йәме.
Теләгән теләктәрем ҡабул булһын.
Йөрәгем дә көмөш нурҙарға тулһын!
Раушания Мөлөкова.
Бәхет икән...
Ҡыҙың булыу үҙе бәхет икән,
Хоҙай биргән татлы йыуаныс.
Иркәләнеп, инеп килеүҙәре,
Әйтеп бөтөргөһөҙ ҡыуаныс...
Ҡыҙың булыу үҙе бәхет икән,
Әйтерһеңдә тере сәскә ул.
Ҡатҡан бәғерҙәрҙе иретерлек,
Ҡыҙ баланың наҙы башҡа шул...
Ҡыҙың булыу үҙе бәхет икән,
Бәхет икән беләм, бик аҙға.
Бәхеткәйең мөлдөрәмә тулып,
Йәшә күмеп мине, тик наҙға...