Ауыҙҙы киң асырға һәм бер нисә секунд асыҡ тоторға;
Ирендәрҙе йомоп, сәйнәү хәрәкәттәре башҡарыу;
Ирендәр әҙ генә асыҡ, тештәрҙе бер-береһенә тигеҙеп, еңелсә туҡылдатыу;
“Ҡойма” - өҫкө яңаҡты аҫҡыһына төшөрөү, ә ирендәр йылмайыу рәүешен ала;
“Йылмайыу” – ирендәр асыҡ, йылмайыу рәүешендә, тештәр ҡыҫылған;
“Торба” – ирендәрҙе борғо кеүек түңәрәкләтеп алға табан һуҙыу;
“Йылмайыу” һәм “Торба” сиратлап башҡарыла; (был күнегеүҙәрҙе ябыҡ ирендәр менән дә башҡарырға була).
Ирендәрҙе ауыҙ эсенә тартып, тештәр менән ҡыҫыу;
Аҫҡы иренде өҫкө ирен өҫтөнә ҡуйыу;
“Сәғәт” – телде уңға-һулға йөрөтөү;
“Тел күрһәтеү” – телде сығарып күрһәтеү;
“Бәүелсәк” – телде аҫҡа - өҫкә йөрөтөү;
Телде сығарып, ирендәргә тигеҙеп, түңәрәк эшләргә;
“Аттар” – ат сабыуы тауышы сығарыу;
“Көрәк” – телде сығарып, көрәк һымаҡ аҫҡы иренгә һалыу;
“Энә” – телде алға ныҡ итееп һуҙып, ауыҙҙан энә һымаҡ ослатып сығарырға;
“Ҡалаҡ” – телде киң итеп ауыҙҙан сығарырға, ҡалаҡ һымаҡ уның ситтәрен бөкләргә, сикәләрҙе эскә тартып, һауаны эскә һурырға;
“Бәшмәк” – киң булып ятҡан тел ҡаты аңҡауға йәбештерелә, телдең ситтәре төпкө тештәргә тейеп тора, ауыҙ асыҡ;
“Сынаяҡ” – асыҡ ауыҙ эсендәге телдең сынаяҡ өҫтө һымаҡ итеп ситтәрен күтәрергә, телдең алғы сите өҫкө иренгә тейергә тейеш;
“Бесәй асыулана” – телдең өҫтөн күтәреп, осон аҫҡы тештәргә терәреп, телде алға сығарырға;
“Тыңлауһыҙ телде язалау”
а) киң булып остары аҫҡы тештәр өҫтөндә ятҡан телдең осон тешләү,
б) ошо уҡ тороштағы телде ирендәр менән һуҡҡылап алыу.
Сәй эсәләр өсәүләп.
Уртаһында сөй.
Кәпәсем сөйҙә.
Өлөштәрен өләшә.
Өлөшлөләр көлөшә.
Беҙҙең Хәйҙәр ҙә бөҙрә.
Баҙарҙарҙа боҙло ҡаҙ.
Баҙлауыҡ та баҙҙа аҙ.
Ҡапҡа ҡаҡма, тотҡа ҡаҡ.
Ҡапҡанға ҡаптым.
Ҡоштар килде һәр яҡтан.
Ҡайтып китте ҡунаҡтан.
Ылыҫ үҫә, ер тишә.
Ете төҫтән көҙ бешә.
Баҫмала дуҫлашҡандар.
Таҫмалар алышҡандар.
Үҫә - үҫә оҫтара.
Оҫта өҫтәл өҫтөндә.
Һыуыҡ килһә, һыу туңа.
Һыйырҡайым, һәү – һәү.
Һыу һиптеңме, һылыуым.
Һайрай һары һандуғас.
Яланды иңләп йөрөй.
Миңә күңелле, ти, ул.
Бүрәнә үтә бүре күрә.
Яраталар әкиәт.
Вафа аш ярата.
Туп алып бир.
Минең исемем Мансур.
Эт эйәһен эҙләй.
Һин дә миңә тап таҡмаҡ.