Маҡсат:уҡыусыларҙың иғтибарын ,хәтерен, ихтыяр көсөн, дуҫлыҡ хистәрен тәрбиәләү, йыр-бейеү өйрәтеү,халыҡ уйындарына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазлау:”Башҡорт халыҡ уйындары” китабы, магнитофон,кассета.
-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!Бөгөн беҙ уйындар ярҙамында башҡорт һәм рус халҡының уйындары менән танышасаҡбыҙ.Өйрәнгән йыр-бейеүҙәребеҙҙе күрһәтәсәкбеҙ.
Иң беренсе таҡмаҡтар әйтешеп алайыҡ.
Ҡыҙҙар:
Ҡулъяулығың алһыу-алһыу ,
Алһыуға мандың мәллә,
Моңаяһың, һарғаяһың,
Икеле алдың мәллә?
Малайҙар:
Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Миңлегөл,
Дәрестә йоҡлап ултырма,
Тәнәфестә уйна көл.
-Ә хәҙер “Аҡ тирәк , күк тирәк “ уйынын уйнап алайыҡ.Ике төркөмгә бүленеп ,10 метр самаһы ер ҡалдырып , ҡапма-ҡаршы теҙелешеп баҫабыҙ.Ҡулға-ҡул тотоноп һамаҡлайбыҙ:
Ҡабыр-ҡабыр ҡабырсаҡ,
Ат башындай кимерсәк.
Аҡ тирәк, күк тирәк,Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Икенсе төркөм:
Матур йырлай белеүсе ,
Сәлимә һылыу кәрәк!
Сәлимә ҡулға-ҡул тотоношоп торған яҡҡа йүгереп барып ,берәй араны өҙөргә тейеш.Әгәр өҙә алмаһа, шул яҡта тороп ҡала.Өҙһә теге яҡтан бер уйнаусыны үҙенең яғына алып ҡайта.
Хәҙер икенсе яҡ һамаҡлай:
Аҡбуҙ атым йүгәнле,
Көмөшләнгән эйәрле,
Ҡабырғалы , ҡамсылы,
Тама торған ҡамсылы.
Аҡ тирәк, күк тирәк
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Бер-ике тапҡыр уйнағас, рус телендәге вариантын уйнайбыҙ.
-Ракушка, ракушка,
Хрящ слошадиную голову,
Тополя,да тополя,
От нас кого вам нужно?
-Мой конь Акбузат в узде,
На нем серебристое седло,
Бока украшены плетьми,
С капающими каплями.
Тополя да тополя,
От нас кого вам надо?
-Азамат батыра надо!
-Тағы ла ниндәй яратҡан уйыныбыҙ бар беҙҙең?
-“Беҙ ун ике ҡыҙ инек” уйыны.
-Баш бармаҡтарҙы тотоношоп баҫабыҙ,һәм һамаҡлайбыҙ:
-Беҙ,беҙ,беҙ инек, Беҙ ун ике ҡыҙ инек,
Баҙға төштөк Бал ашаныҡ,
Келәткә керҙек, май ашаныҡ ,
Бер таҡтаға теҙелдек,
Таң атҡансы юҡ булдыҡ.Кемдең теше күренә уға наказ бирелә.Йыр,шиғыр, бейеү, әтәс, эт тауыштары сығарыу.
-Әйтеш әйтеү:
-Бындағы май ҡайҙа?
-Бесәй ашаған.
-Бесәй ҡайҙа?
-Һалам аҫтында.
-Ул һалам ҡайҙа?
-Һыйыр ашаған.
-Ул һыйыр ҡайҙа?
-Көтөүгә китте.
Бергәләп ҡытыҡлашалар.Кети-кети.
-Хәҙер бергәләшеп “Күрһәт әле үҫкәнем” хороводын уйнайбыҙ.
Уртала бер бала.
-Кү-рһәт әле үҫкәнем,
Гөлдәр нисек үҫәләр?
-Бына шулай, бына шулай,
Гөлдәр шулай үҫәләр.
-Күрһәтәле, үҫкәнем,
Ҡоштар нисек осалар?
-Бына шулай, бына шулай,
Ҡоштар шулай осалар.
-Хәҙер ике төркөмгә бүленеп мәҡәлдәр әйтешәбеҙ.
Бер төркөм мәҡәлдең башын әйтә, икенселәр аҙағын әйтеп бөтөрә.
-Йөҙ һум аҡсаң булғансы-
-Йөҙ дуҫың булһын.
-Эше барҙың-
-Ашы бар.
-Көҙгө көн йылды -
-туйҙырыр.
“Кәриә-Зәкәриә”,Платочек”,”Йәшрәм яулыҡ”уйындарын уйнау.
-Бына беҙ нисек яҡшы ял иттек.Был халыҡ уйындарын беҙ белергә, уйнарға тейешбеҙ.
5 класс Үткәрҙе: Валитова Г.Ф. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы 2014 |