kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

М. Аҡмулла “Нәсихәттәр ”

Нажмите, чтобы узнать подробности

Маҡсат:  М.Аҡмулланың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү, киләсәк быуынға фәһем булырлыҡ “Нәсихәттәр” әҫәре менән таныштырыу.

Милли рух тәрбиәләү, үҙ халҡыңдың арҙаҡлы улдары, тарихы менән ғорурланыу тойғоһо уятыу; тасуири уҡыу күнекмәләрен булдырыу, ижади фекерләүҙе, һөйләү телмәрен үҫтереү, һығымта яһай белеүҙе үҫтереү.

Саф күңеллелек һыҙаттары, әҙәплелек, кеселеклек, кешелеклелек сифаттары тәрбиәләү.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«М. Аҡмулла “Нәсихәттәр ”»


М. Аҡмулла “Нәсихәттәр ” (Рус мәктәптәренең 6-сы синыфында)

Маҡсат: М.Аҡмулланың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү, киләсәк быуынға фәһем булырлыҡ “Нәсихәттәр” әҫәре менән таныштырыу.

Милли рух тәрбиәләү, үҙ халҡыңдың арҙаҡлы улдары, тарихы менән ғорурланыу тойғоһо уятыу; тасуири уҡыу күнекмәләрен булдырыу, ижади фекерләүҙе, һөйләү телмәрен үҫтереү, һығымта яһай белеүҙе үҫтереү.

Саф күңеллелек һыҙаттары, әҙәплелек, кеселеклек, кешелеклелек сифаттары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Аҡмулла тураһында видеопособие, уның китаптарынан күргәҙмә, портреты, аудиокассета, магнитофон.


Дәрес барышы

I.Ойоштороу моменты.Уңай-психологик климат булдырыу.

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестең темаһын билдәләү өсөн түбәндәге һорауҙарға яуап биреп ҡарайыҡ.

  1. Аҡ төҫтәге таш.

  2. Нәҙек ағас эсенә буяулы үҙәк ҡуйылған яҙыу-һыҙыу ҡоралы.

  3. Ниндәйҙер шарттағы билдәле һандар ярҙамында билдәһеҙ һанды табыуға ҡоролған һорау.

  4. Уҡытыу эше менән шөғөлләнгән кеше.

  5. Тура һыҙыҡ һыҙа торған үлсәмле планка.

  6. Телдең бөтә һүҙ байлығы.

  7. Уҡыу йортон тамамлау хаҡындағы рәсми документ.


















































  • Шаҡмаҡтарҙа кемдең исеме килеп сыҡты?

  • Аҡмулла. Уҡыусылар, кем һуң ул Аҡмулла?

  • Бөгөнгө дәресебеҙҙең эпиграфы итеп, мин Рәшит Шәкүрҙең шиғыр юлдарын алдым.

Шағир ҙа күп ерҙә, йырсы лы күп,

Тик Аҡмулла берҙән-бер бит ул.

Быуаттарҙан алып быуаттарға,

Нурҙар сәсеп торор ир бит ул.

Рәшит Шәкүр

Шиғыр юлдарынан аңлауығыҙса, беҙ һеҙҙең менән дәресте Миәкә еренең йәмле Дим буйындағы Туҡһанбай ауылында тыуған, ауыр тормош юлы үтеүгә ҡарамаҫтан, саф күңелле булып ҡалған, белемле булыуҙы байлыҡ тип һанаған – яҡтылыҡ йырсыһы, шағир һәм фекер эйәһе, мөғәллим һәм атаҡлы мәғрифәтсе Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмуллаға бағышлайбыҙ. Башҡорт халҡында төҫтө белдереүсе аҡ һүҙе айырым үҙенсәлеккә эйә. Ул төҫ белдереүҙән тыш, күңел аҡлығы, рухи таҙалыҡ, ғәҙеллекте символлаштыра. Аҡһаҡал, Аҡсәскә, Аҡбәйел - яҡшы күңелле кеше, Аҡһаҡал — хөрмәт ҡаҙанған ихтирамлы оло кеше.

Аҡмулла-бөйөк шағир. Аҡ күңелле, тура һүҙле, ғәҙеллекте яҡлаусы шағир бөгөн дә хәтерҙә, үҙенең үлемһеҙ, һәр заманға актуаль шиғырҙары менән киләсәккә бара.

  • Уҡытыусы. Әйтегеҙ әле, уҡыусылар, ни өсөн ул үҙен Аҡмулла тип атай? Үҙе быны нисек аңлата? ( яуаптар тыңлана).

  • Уҡыусылар. Кешеләр менән аралашҡанда саф, аҡ күңелле булғаны, халыҡты мәғрифәткә һәм мәҙәниәткә өндәгәне, был изге эштәргә тулыһынса бирелгәне өсөн, мөғәллим мулланы ҙурлап, Аҡ мулла тип йөрөтә башлайҙар. Был исем уның фамилияһына әйләнә.

  • Эйе, Аҡмулла ла быны раҫлап, бер шиғырында түбәндәге юлдарҙы яҙа:

“Иң әүүәл паҡлау кәрәк эстең керен

Эстә тулып ятмаһын һаҫыҡ эрен.

Аһ, дәриға! Эс таҙарһын, эс тазарһын,

  Булмаһа, файҙа бирмәҫ ҡоро белем!”

- Был фекер менән килешмәй мөмкин түгел, шулай бит, уҡыусылар? Ни ҡәҙәр заманса яңғырай был юлдар!


II. Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү. Актуалләштереү. Яңы теманы аңлатыу. Дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө дата һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.

Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға аудиояҙма тыңларға тәҡдим итәм. Иғтибар менән тыңлағыҙ. Унда кем тураһында һүҙ бара? Кем ул Аҡмулла? (уҡыусылар кәрәкле даталарҙы яҙа баралар)

Аҡмулла(ысын исеме — Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы) –башҡорт халҡының күренекле, киң билдәле талантлы шағиры.Мифтахетдин Аҡмулла 1831 йылдың 14 декабрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Елдәр волосы (хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай тигән башҡорт ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы – Камалетдин Ишҡужа улы, әсәһе – Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы – икеһе лә аҫаба башҡорттары. Мифтахетдин Аҡмулланың үҙе иҫән саҡта бер генә китабы – “Даменла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе” донъя күрә. Шағир вафат булғандан һуң, уның бер нисә йыйынтығы Ҡазанда, Алматыла баҫылып сыға. 1981 йылда Өфөлә бер ни тиклем тулы шиғырҙар китабы нәшер ителә.Ғалим һәм уҡытыусы, шағир балта оҫтаһы Аҡмулла һәр ваҡыт, үҙенең берҙән-бер мөлкәте булған яңғыҙ атын китап һәм столярлек ҡорамалдары тейәгән арбаһына егеп алған да, ауылдан-ауылға, ҡаланан-ҡалаға мәғрифәтселекте пропагандалап йөрөгән.Мифтахетдин Аҡмулланың шулай йәштән үк бөтә ҡалаға, ауылдан ауылға, йәйләүҙән йәйләүгә күсеп йөрөр илгиҙәр тормошо уның ижадының халыҡ тормошона, көнкүрешенә үтә яҡынлығын, уй-теләктәренең хеҙмәтсән халыҡ менән уртаҡлығын билдәләгән. Ул үҙе йөрөгән, йәшәгән ерҙәрҙә, башҡорттоң да, ҡаҙаҡтың да, татар һәм бүтән халыҡтарҙың да ауыр тормошон күргән, шул яҙмышты үҙе уртаҡлашҡан.Тура һүҙле, халыҡ ғәменә, ил фекеренә тоғро күңелле булғаны өсөн дә Аҡмулланың тормош юлы бик ауыр һынауҙар һәм ҡаршылыҡтар аша үтә. Ошо уҡ сифаттары арҡаһында ул 1867 – 1871 йылдарҙа ялған ялыу буйынса төрмәгә ултырып сыға. Зиндан тормошоноң ҡот осҡос картиналарын һүрәтләп, шағир бөтөн йәмғиәттең ытырғаныс яҡтарын асып һала, уның фондында йәмғиәттә барған изгелек һәм яуызлыҡ, рәхимһеҙлек һәм гуманлыҡ, иҫкелек һәм яманлыҡ араһындағы мәңгелек алышты күрһәтә.Мифтахетдин Аҡмулланың үлеме ҡапыл һәм фажиғәле була. 1895 йылдың 8 октябрендә Златоустан Миәс ҡалаһына юл тотҡанда Һарыҫтан ауылынан йыраҡ түгел тирмән эргәһендә төнгөлөккә туҡтай. Төндә Аҡмулла аттарын үлән утларға ебәрә, ә үҙе шәм яҡтыһында китап ҡараштырып ултыра. Шул мәлдә ике кеше көтмәгәндә баҫышып, Мифтахетдинды үлтерәләр, кәүҙәһен йылғаға ташлайҙар, аттарын һәм кейемдәрен алып юҡ булалар. М. Аҡмулла Миәс ҡалаһының мосолман зыяратында ерләнгән. М. Аҡмулла рус халҡының Пушкины, татар халҡының Туҡайы һымаҡ, халҡыбыҙҙың яҡты йондоҙо булып тора.

  • Әйҙәгеҙ әле, алған мәғлүмәттәрҙе схемала күрһәтәйек.



Сәсән Мәғрифәтсе


уҡытыусы




Шағир

Аҡмулла балта оҫтаһы



III. “Нәсихәттәр” шиғыры өҫтөндә эш, шиғырҙы үҙләштереү.

Шиғырҙың йөкмәткеһен күҙаллатыу. Уҡыусылар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән “Нәсихәттәр” шиғыры өҫтөндә эшләйбеҙ. Был һүҙҙе беҙ беренсе тапҡыр ишетәбеҙ. Ә нимә һуң икән ул нәсихәт?

Уҡытыусы аңлатмаһы.

  • Уҡыусылар, “Нәсихәттәр” ете дүрт юллыҡтан тора. Һәр ҡайһыһы тамамлаған бер уй-фекерҙе белдерә. Аҡмулла үҙе әйтергә теләгән ысын Кеше тураһындағы уй-фекерҙе бер тәртиптә теҙеп кенә сыҡҡан.

Күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, сәсән М. Аҡмулла үҙ шиғырҙарында кешелекте борсоған проблемаларҙы күтәреп сыға. Аҡмулланың ҡайһы бер шиғырҙары уның үҙ дәүеренән бигерәк беҙҙең бөгөнгө, быуаттар аша хәҙерге заман кешеһенә төбәп әйтелгәндәй. Шундай шиғырҙарының береһе “Нәсихәттәр”.

1.Уҡытыусының шиғырҙы тасуири уҡыуы.

2.Һүҙлек эше.(һүҙлек эшен үткәреү)

Шиғырҙа һеҙгә таныш булмаған һүҙҙәр осрар, шуларҙы ҡарап үтәйек

нәсихәт– өйрәтеү, аңлатыу, наставление

иман – вера, религиозные убеждения

инаныу–верить

ихлас–искренность

тәүфиҡ–благовоспитанность

таҡыр –скудный

көфөр – грешный, безбожный

шөкөр – благодарность, признательность

хурлыҡ–позор

морат –цель, стремление

ихлас – искренний

3.Шиғырҙы үҙ аллы уҡыу.

4. Комментарийлы- строфалы анализ.

(Шиғырҙы бергәләп ҡысҡырып уҡыу)

  • Уҡыусылар, хәҙер бергәләп шиғыр юлдарын уҡыйыҡ.

-Аҡмулла “Нәсихәттәр” әҫәрендә кеше өсөн иң кәрәкле нисә сифатты атап үтә?

  • Ете төп сифатты һанап үтә.

  • Ниндәй сифаттар ул (китап менән эш)

1.Иң әүүәл кәрәк нәмә – иман тигән,

Ахирәт эштәренән инан тигән.

"Хоҙай, кисер!" - тигән менән эш бөтмәйҙер,

"Иман шартын" өйрәнмәһә – Иван тигән.

  • Уҡыусылар, һеҙ «Кеше өсөн иң кәрәкле нәмә - иман, тигән…» юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

  • Ошо юлдарҙа күпме әхлаҡ, күпме һабаҡ, күпме хикмәт бар. Һуңғы ике юлды ғына алайыҡ.

  • Ошо юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

  • Эйе, Аҡмулла һәр строфаға сер йомған. ”Иман шарты”н өйрәнмәгән кеше Иван булыр, йәғни русҡа әйләнер, тигән мәғәнәне һалған ул был юлдарға. Яман эштәр ҡылып йөрөп, хоҙайҙан ғәфү үтенеү менән генә иманлы булып булмай. Кешенең күңелендә иман йәшәргә тейеш. Кеше башҡа милләт кешеләренә, телдәренә хөрмәт менән ҡарап, ул үҙенең телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, байрамдарын, милли үҙенсәлектәренғүмер буйы һаҡлап йәшәргә тейеш. Ул үҙенең милләте менән ғорурланырға, телдең матурлығын, байлығын башҡаларға еткерергә тейеш.

Уҡыуҙы дауам итәбеҙ.

2.Икенсе ҡиммәт нәмә – күңел тигән,

Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл тигән.

Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,

Булмаһа күңел таҙа – күмел тигән.

  • Уҡыусылар, «Икенсе ҡиммәт нәмә» тип Аҡмулла нимәне атай?

  • Ошо юлдарҙы һеҙ нисек аңлайһығыҙ?

  • Күңеле боҙоҡ әҙәмде ниндәй итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ?

  • Был юлдарҙан күренеүенсә, Аҡмулла беҙҙе рухи яҡтан таҙа, саф күңелле булырға өйрәтә. Теләһә ниндәй боҙоҡлоҡтарҙан, күңеле боҙоҡ, насар холоҡло кешеләрҙән алыҫ торорға өндәй.

Уҡыуҙы дауам итәбеҙ.

3.Өсөнсө ҡиммәт нәмә – аҡыл тигән,

Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр тигән.

Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,

Иманын көфөрлөккә һатыр тигән.

  • «Өсөнсө ҡиммәт нәмә » тип Аҡмулла нимәне атай? (аҡылды атай).

  • Был шиғыр юлдары менән Аҡмулла ни әйтергә теләй?

  • Был юлдарҙа Аҡмулла беҙҙе аҡыл менән эш итәргә өндәй. Ниндәй эшкә тотонһаң да, аҡыл менән эш итәргә, яманды яҡшынан айырырға өйрәтә. Был хаҡта халыҡ ауыҙ ижадында бик күп мәҡәлдәр бар.

  • Һеҙ ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

4.Дүртенсе ҡиммәт нәмә - шөкөр тигән,

Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк - көфөр тигән.

Ятҡан ерҙән: "Хоҙай, кисер!" - тигән – хурлыҡ,

Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер тигән.

  • Уҡыусылар, шағир «дүртенсе ҡиммәт нәмә» тип нимәне атай? (Шөкөр).

  • Шөкөр итә белеү бөтә кешегә лә хасмы?

  • Шөкөр һүҙе мәғәнәһенен нисек иҫтә ҡалдырдығыҙ?

  • Үҙ эштәреңә нәтижә яһау, булғанға ҡәнәғәт була белеү, мөмкинселектәреңдән сығып эш итеү, шөкөр итеп йәшәй белеү төшөнсәләрен һәр кем тейенсә еренә еткереп башҡарырға тейеш.

5.Бишенсе ҡиммәт нәмә – әҙәп тигән,

Әҙәп тигән - мөхәббәткә сәбәп тигән.

Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,

Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп тигән.

  • Бишенсе дүрт юллыҡта ниндәй ҡиммәт тураһында һүҙ бара ?( әҙәп).

  • Ниндәй кешене әҙәпле тип атайбыҙ?

  • Уҡыусыларҙың яуабы.

  • Уҡытыусы. Тәртипле , итәғәтле, тәрбиәле, яғымлы, ололарны ололау, кеселәрне кеселәү- әҙәпле кешенең төп сифаттары.


6. Алтынсы ҡиммәт нәмә – сабыр тигән,

Сабыр кеше моратын табыр тигән.

Һәр эштә сабырһыҙҙың төбө – хурлыҡ,

Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр тигән.

  • Алтынсы ҡиммәт тип Аҡмулла нәмәне атай?

  • Сабыр, тип иҫәпләй шағир.

  • Башҡорт халҡында юҡҡа ғына “Сабыр төбө-һары алтын”, Сабыр иткән- моратына еткән тип әйтмәгәндәр. Сабыр итә белгән кеше генә теләгенә (моратына) ирешә ала.

7.Етенсе ҡиммәт нәмә – ихлас тигән,

Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ тигән.

Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:

Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас - юлдаш тигән.

  • Етенсе ҡиммәт итеп Аҡмулла нәмәне атай?

  • Был төшөнсәне нисек аңлайһығыҙ? (ихласлыҡты)

  • Һәр эште ихлас башҡарһаң ғына, ул файҙалы була.

  • Аҡмулла “Нәсихәттәр” әҫәрендә кеше өсөн иң кәрәкле ете төп ҡиммәтте һанап үтә.

  • Уҡыусылар, ниндәй ҡиммәттәр ул?

  • Иман

  • Саф күңелле

  • Аҡыл

  • Шөкөр

  • Әҙәп

  • Сабыр

  • Ихлас

  • (Кеше бәхетле булыр өсөн аң-белемдән башҡа тағы ошо сифаттарға эйә булырға тейеш ти, шағир).

  • Ете һанын автор юҡтан ғына ҡулланғанмы?

  • (Ете һаны башҡорттарҙа тылсымлы көскә эйә тип иҫәпләнгән. Халыҡ элек - электән уның изге көсөнә ышаған)

  • Уҡыусылар, шулай итеп шиғырҙа кешене кеше итә торған ҡиммәттәр итеп нимәләрҙе иҫтә ҡалдырдығыҙ.(Уҡыусыларҙың яуаптары)


  • Һығымта яһау. Кешемен тигән кешегә иман, аҡыл, әҙәп, ихлас юлдаш булырға тейеш тип өйрәтә шағир.

  • Үҙенең “Нәсихәт” исемле әҫәрендә Аҡмулла кеше өсөн иң ҡиммәт нәмәләр тип иман, күңел, аҡыл, шөкөр, әҙәп, сабыр булыуҙы атай. Минеңсә, был ҡиммәттәр хәҙерге заманда ла иң беренсе урында торорға тейеш.

  • Борон бер аҡыл эйәһенең: “Донъяла иң ҡурҡҡаның нимә?” – тигән һорауына: “Иманымдан айырылмаһам ине”, - тип яуаплай әҙәм балаһы. Иман тигән төшөнсәне беҙҙең быуынға ата-балаларыбыҙ үҙ ғүмер һабаҡтарынан ынйылай сүпләп, аманат итеп ҡалдыра барған. “Әҙәплелек, оятлылыҡ иманымдандыр” – ти изге Көръән. Аҡмулла поэзияһында ла сабыр холоҡло булыу, әҙәплелек, аҡыллылыҡ “иман” төшөнсәһе менән бер ҡатарға ҡуйып ҡарала. Был изге төшөнсәнән һуң “Нәсихәттәр” ҙә күңел, аҡыл,шөкөр, әҙәп, сабыр, ихлас кеүек төшөнсәләр бер-бер артлы атап үтелә.

IV. Ял минуты.

V. Белемде нығытыу

1.Иман, күңел, аҡыл, шөкөр, әҙәп, нәсихәт, сабыр, ихлас. Һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү.

2. Төркөмдәрҙә эш. (Һәр төркөм сығыш яһай, үҙенең тәҡдимдәрен индерә) Ер йөҙөндә үҙеңдең барлығыңды, донъяла йәшәүеңде аҡлар өсөн тормошоңдо аҡыл менән файҙалы итеп ҡороу мотлаҡ. Бының өсөн кеше ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш һуң? Уларҙы таҡтала моделләштереү.

Шиғырҙан кешегә кәрәкле ете сифатты яҙыу. Схема төҙөү.

КЕШЕ


Иман



Шөкөр

Ихлас

Са

Саф күңелллле

Сабыр


Шөкөр

Әҙәп

Аҡыл








3.Был сифаттар яҡшы кешеләрҙә генә була, ә ошо сифаттар кире мәғәнәһендә нисек атала? (Антонимдар)

4. Төркөмдәрҙә эш. Ошо һүҙҙәрҙең тураһына тап килтереп ошо сифаттарға эйә булған кешегә әйтелгән һүҙҙәрҙе, икенсе бағанаға ошо һүҙҙәрҙең антонимдарын яҙыу.

Иманлы - иманһыҙ

Аҡыллы - иҫәр

Шөкөр - ризаһыҙлыҡ

Әҙәпле - әҙәпһеҙ

Сабыр - түҙемһеҙ

саф күңелле - тар күңелле

5. Әңгәмә.

  • Ә һеҙҙең ошо сифаттарҙың ҡайһыһына эйә булғығыҙ килә? Ни өсөн? Хәҙерге заманда ошо сифаттарға эйә булып буламы?

VI.Теманы йомғаҡлау.

Аҡмулла, үҙ заманы өсөн ысын мәғәнәһендә, әхлаҡ-тәрбиә кодексы тыуҙырып, халыҡҡа өгөт-нәсихәтен ҡанатлы шиғриәт саралары менән әйтеп биргән. Аҡмулланың вәғәз һәм өгөт-нәсихәттәре уның үҙ дәүеренән быуаттар аша хәҙерге заман кешеһенә төбәп әйтелгәндәй. “Нәсихәттәр” шиғырында тапҡыр һүҙле юлдар бөгөнгө хәүефле заманда үҙе үк киҫәтеү булып яңғырай. Ул шиғырҙа “беренсе”, “икенсе”, “өсөнсө” тип, кеше өсөн кәрәкле сифаттарҙы бер-бер артлы атап үтеүгә ҡоролған. Иман, күңел, аҡыл, шөкөр, әҙәп, сабыр һәм ихлас – Аҡмулланың мораль кодексының иң мөһим төшөнсәләре.

VII. Рефлексив анализ, баһалау этабы.

  • Кем ул Аҡмулла?

  • Сәсән, шағир, мәғрифәтсе, балта оҫтаһы

  • Ниндәй кеше булған?

  • белемле, уҡымышлы

  • тура һүҙле

  • ҡыйыу фекерле

  • үткер телле

  • ғәҙел

  • көслө рухлы

  • оҫта ҡуллы

  • Дәрестә һеҙгә нимә нығыраҡ тәьҫир итте?

  • Һеҙ бөгөнгө дәрестә ниндәй яңылыҡ белдегеҙ? (яуаптарын тыңлау, һығымта яһатыу: бөтәһе лә кешенең үҙенән, уның теләгенән тора).

  • “Нәсихәттәр”шиғырының бөгөнгө көндәге әһәмиәте нимәлә?

  • “Беҙ иманлы, саф күңелле, аҡыллы булғанға шөкөр итеп, әҙәп, сабырлыҡ, ихласлыҡ менән йәшәргә тейеш;

VIII.Өй эше: “Нәсихәттәр” шиғырының дүрт куплетын ятларға.


Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестән һеҙ үҙегеҙгә кәрәкле мәғлүмәттәр, фәһем алғанһығыҙҙыр тип уйлайым. Беҙҙең дәрес ошоноң менән тамам. Һау булығыҙ, уҡыусылар!


М. Аҡмулла “Нәсихәттәр ”

Маҡсат: М.Аҡмулланың тормош юлын өйрәнеү, киләсәк быуынға фәһем булырлыҡ “Нәсихәттәр” әҫәре менән таныштырыу.

Милли рух тәрбиәләү, үҙ халҡыңдың арҙаҡлы улдары, тарихы менән ғорурланыу тойғоһо уятыу; тасуири уҡыу күнекмәләрен булдырыу, ижади фекерләүҙе, һөйләү телмәрен үҫтереү, һығымта яһай белеүҙе үҫтереү.

Саф күңеллелек һыҙаттары, әҙәплелек, кеселеклек, кешелеклелек сифаттары тәрбиәләү.

Уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләргә өйрәтеү. Уҡыусыларҙың уҡыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен, һүҙлек эше аша башҡорт һүҙҙәренең мәғәнәләренә иғтибарын, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү.

Дәрес  төрө: яңы материал менән танышыу дәресе.

Уҡытыу методы: күрһәтеү-аңлатыу, эҙләнеү методтары.

Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, мәҡәл әйтеү, таҡтала һәм дәфтәрҙә эш, һүҙлек менән эш, тәржемә итеү, уҡытыусының тасуири уҡыуы, уҡыусыларҙың уҡыуы, ИКТ ҡулланыу, ял минуты.

Предмет буйынса һөҙөмтәләр: Аҡмулланың тормошо һәм ижады тураһында өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү, уҡыу техникаһын ҡамиллаштырыу.

Метапредмет буйынса һөҙөмтәләр: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, үҙ эшеңде тикшерә алыу, уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде бәйәләү.

Шәхси һөҙөмтәләр: туған телебеҙҙең матурлығын аңлау.

Предмет ара бәйләнеш: туған телебеҙҙең матурлығын аңлау.

Принциптар: фәннилек, теория һәм практика берлеге, эҙмә-эҙлеклелек, коммуникатив.

Яңы термин-төшөнсәләр: нәсихәт, иман, инаныу, ихлас, тәүфиҡ, таҡыр көфөр, шөкөр, хурлыҡ, морат, ихлас.

Йыһазландырыу: Аҡмулланың портреты, ижадына бағышланған китаптар, һүҙлектәр, компьютер, һүҙлек һүҙҙәре, интерактив таҡта, аудиокассета , магнитофон, таҡта, аҡбур.


























Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Всем учителям

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 6 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
М. Аҡмулла “Нәсихәттәр ”

Автор: Хазиева Альфия Нагимяновна

Дата: 05.01.2017

Номер свидетельства: 375696

Похожие файлы

object(ArrayObject)#853 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(98) "М. Аҡмулланың “Нәсихәттәр” шиғырында рухи ҡиммәттәр"
    ["seo_title"] => string(54) "m_ak_mullanyn_n_sikh_tt_r_shig_yrynda_rukhi_k_imm_tt_r"
    ["file_id"] => string(6) "357529"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1478797727"
  }
}
object(ArrayObject)#875 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(122) "Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады. “Нәсихәттәр” шиғыры"
    ["seo_title"] => string(67) "miftakhetdin_akmullanyn_tormosh_iuly_h_m_izhady_n_sikh_tt_r_shigyry"
    ["file_id"] => string(6) "495898"
    ["category_seo"] => string(7) "prochee"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1547747585"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

Распродажа видеоуроков!
ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства