kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

М. Аҡмулланың “Нәсихәттәр” шиғырында рухи ҡиммәттәр

Нажмите, чтобы узнать подробности

Аҡмуллаға бағышланған дәрес үрнәге. 9 класс өсөн ҡулланма.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«М. Аҡмулланың “Нәсихәттәр” шиғырында рухи ҡиммәттәр»

Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

Учалы ауылының башҡорт гимназияһы












М. Аҡмулланың “Нәсихәттәр” шиғырында

рухи ҡиммәттәр


(Авторҙары: Тикеев Д. С., Ғафаров Б.Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге буйынса төҙөлдө.)








Дәрес өлгөһөн төҙөнө:

Учалы районы муниципаль районының

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

Учалы ауылы башҡорт гимназияһының

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Хәкимова Гөлдәр Арыҫланғәли ҡыҙы







2016 йыл




М. Аҡмулланың “Нәсихәттәр” шиғырында рухи ҡиммәттәр

(Авторҙары: Тикеев Д. С., Ғафаров Б.Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге буйынса төҙөлдө.)

Хәкимова Гөлдәр Арыҫланғәли ҡыҙы,

Учалы районы,

Учалы ауылы башҡорт гимназияһы

Маҡсаттар:

М. Аҡмулланың тормошо һәм ижад юлы тураһында белемдәрен тулыландырыу, системалаштырыу;

“Нәсихәттәр” шиғырын уҡыу, әҫәрҙең телен үҙләштереү, идея-тематик йөкмәткеһен асыу, әҫəрҙең бөгөнгө көн өсөн актуаль булыуын, тəрбиəүи əһəмиəтен күрһəтеү;

Аҡмулла ижады йоғонтоһонда уҡыусыларҙа мәғрифәткә ынтылыш, ғәҙеллек, юғары әхлаҡи-әҙәплелек тәрбиәләү;

уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, һүҙлек байлығын, фекерләү ҡеүәһен, ижади эшмәкәрлеген һәм тасуири уҡыу һәләттәрен үҫтереү.

Коммуникатив уҡыу эшмәкәрлеге: телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды дөрөҫ, теүәл әйтеп бирә белеү; иптәштәре менән аралашыуҙы ҡороу.

Танып-белеү: проблеманы алдан һиҙемләү, күҙаллау, асыҡлау, фантазияһын, донъяны танып-белеү белеүен, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү, логик яҡтан дөрөҫ фекер йөрөтөү, уны иҫбатлай белеү.

Регулятив: маҡсатты дөрөҫ һәм аңлайышлы ҡуя белеү; эшмәкәрлекте эҙмә-эҙ планлаштырыу һәм кәрәк саҡта үҙгәртҽү.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт туплау, уларҙы дәрес барышында дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Шәхси: әхлаҡи-этик нормаларҙы һаҡлау, шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереү. Метапредмет: төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте дөрөҫ һайлап алыу, урынлы ҡулланыу.

Дәрес төрө: яңы белем алыу.

Эш төрҙәре: төрөкөмләп эшләү, фронталь эшләү күнекмәләрен үҫтереү.

Предмет-ара бәйләнеш: рус теле, әҙәбиәт, тарих.

Ҡулланылған технология : проблемалы уҡытыу, проект, логик мәғәнә моделе.

Йыһазландырыу: М. Аҡмулланың әҫәрҙәр күргәҙмәһе, портрет, М. Аҡмулла премияһы лауреаттары портреттары, логик мәғәнә моделе, проект дәфтәре, мультимедиапроектор, ижадына арналған презентация, дәреслек, һүҙлек.


Дәрес барышы

1. Ойоштороу моменты. “Психологик атмосфера” ситуацияһын тыуҙырыу.

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Бөтәбеҙ ҙә урындарыбыҙға ултырҙыҡ та матур һәм яғымлы итеп бер-беребеҙгә ҡарап йылмайыштыҡ. Кәйефтәр күтәрелдеме?

Уҡыусылар:Эйе.

Уҡытыусы: Бик яҡшы. Күтәренке кәйеф беҙгә дәрестә тырышып эшләргә ярҙам итәсәк.


II.Булған белемдәрҙе актуалләштереү - өй эшен тикшереү.

Уҡытыусы:Уҡыусылар, дәресте өйгә эште тикшереүҙән башлайыҡ. Ни эшләргә кәрәк ине?

Уҡыусы: Беҙ М. Аҡмулланың биографияһын һәм ижад юлын ентекле өйрәнергә һәм шул белемдәребеҙҙе логик мәғәнә моделендә күрһәтергә тейеш инек.

Уҡытыусы: Белемегеҙҙе тикшереү өсөн һеҙгә блиц-турнир тәҡдим итәм. Ризаһығыҙмы?

Уҡыусылар: Эйе, беҙ белемдәрҙе тикшерергә әҙер.

Уҡытыусы: Башланыҡ:(2-4-сеслайдтар)

  • Ысын исеме (Камалетдинов Мифтахетдин ), атаһының исеме (Камалетдин Ишҡужа улы), әсәһенең исеме (Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы)

  • М. Аҡмулла тыуған губерна, өйәҙ, волость (Ырымбур губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Мең волосы)

  • Район, ауыл, ғаилә (хәҙерге Миәкә районы,Туҡһанбай ауылы, мулла ғаиләһендә)

  • Тыуған көнө (1831 йыл, 31декабрь)

  • Аҡмулла уҡыған мәҙрәсәләр (Мәнәүезтамаҡ, Әсән, Стәрлебаш, Троицк)

  • Стәрлебаш мәҙрәсәһендә белем биргән шағир (Шәмсетдин Зәки)

  • Ҡаҙаҡ далаларында шөғөлләнгән эшеҡытыусылыҡ, балта оҫтаһы,слесарлыҡ, тегенселек, сәсән-шағир)

  • Төрмәлә ултырған йылы һәм урыны (1867 йыл, Троицк)

  • Тотҡонда яҙған әҫәре (“Урыным — зиндан”)

  • Ҡаҙанда осратҡан бөйөк ғалим һәм яҙыусы (Шиһабетдин Мәржәни, Ҡәйүм Насыри)

  • М. Аҡмуллаға 1895 йылдың 8 октябрендә бысаҡ ҡаҙаған яуыздар (Ғәфиәт һәм Дәүли)

  • Аҡмулланың ерләнгән ере (Миәс ҡалаһы зыяраты)

  • Ҡаҙаҡ дуҫтары ҡушҡан исем, аңлатҡан мәғәнә ҡ мулла-тура һүҙле, ғәҙел кеше.)

  • Аҡмулла белгән телдәр (Ҡаҙаҡ, татар, яҙма тел - төрки,ғәрәп, фарсы, рус)

  • Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия булдырылған йыл (1989)

  • М. Аҡмулла исемен йөрөткән уҡыу йорто

(2006 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетына Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә. 2008 йылда уның төп корпусы алдында һәйкәл ҡуйылған)

  • “Арғымағың яманлап

Толпар ҡайҙан табырһың;

Тойғоноңдо яманлап,

Шоңҡар ҡайҙан табырһың”. Был шиғырҙың исеме(“Бәхет”)

  • Аҡмулланың кешеләрҙе ҡараңғылыҡтан ҡотолорға, ғилем-һөнәргә эйә булырға, шунан шатлыҡ табырға саҡырған шиғыры (“Уяныу”)

  • Аңыра айыуҙан ҡурҡҡандай,

Эй, туғадар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк”. Был шиғырҙың исеме

(“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!”

  • Тәбиғәтте тасуирлаған шиғырҙары (“Күкләм”, “Көҙ”, “Яҙ”, “Ел”, “Уяныу”)

  • 1892 йылда шағир үҙе иҫән сағында нәшер ителгән берҙән-бер китабы

(«Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе»)

  • Үҙ заманы өсөн ысын мәғәнәһендә әхлаҡ-тәрбиә кодексы төҙөп, халыҡҡа өгөт-

нәсихәтен биргән әҫәрҙәре (“Инсафлыҡ”, “Нәсихәттәр”)

Уҡытыусы: Блиц-турнир тамам, һәр кем үҙ белеменә баһа ҡуйһын. М Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы буйынса мин әҙерләгән логик мәғәнә моделен экранда ҡарағыҙ, үҙегеҙҙеке менән сағыштырығыҙ, ниндәй етешһеҙлектә бар, төҙәтегеҙ, һығымта яһағыҙ.


(5-се слайд)


Тыуған ере

  • Атаһы – Камалетдин Ишҡужа улы

  • Әсәһе - Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы

  • Ырымбур губернаһы

  • Бәләбәй өйәҙе

  • Мең волосы

  • Хәҙерге Миәкә районы

  • Туҡһанбай ауылы

Белеме

  • Троицк

  • Стәрлебаш

  • Әсән

  • Мәнәүезтамаҡ

  • “Лоҡман мулла” мәҙрәсәһе







Тематика

  • Ғилем- мәғрифәт

  • Әхлаҡи – этик

  • Тәбиғәт

  • Мөхәббәт

  • Синфи тигеҙһеҙлек






Кем ул?

  • Балта оҫтаһы

  • Слесарь

  • Тегенсе

  • Уҡытыусы

  • Сәсән - шағир









Жанрҙар

  • Шиғыр

  • Ҡобайыр

  • Мәрҫиә

  • Нәсихәт






Әҫәрҙәре

  • “Шиһабетдин Мәржәни

мәрҫиәһе"

  • “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”

  • “Урыным зиндан”

  • “Инсафлыҡ”

  • “Мәжлесенә ҡарай гына”

  • “Нәсихәттәр”

  • “Бәхет”

  • “Ҡәнәғәт”

  • “Донъя”

  • “Тиһеңме”

  • “Уяныу”

  • “Бадбәхеткә һүҙең үтмәҫ”


ҡыусылар логик мәғәнә моделе менән менән үҙ аллы эшләйҙәр,

хаталарын төҙәтәләр, моделде тулыландыралар)


II. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу, мотивация формалаштырыу.

  • 1. Дәрестең буласаҡ темаһын куҙаллау.

Уҡытыусы: Уҡыусылар, хәҙер бөтәбеҙ ҙә экранға ҡарайбыҙ (6-сы слайд). Унда нимәләр яҙылған?

Уҡыусылар: Мәҡәл.

Уҡытыусы:Дөрөҫ, әйҙәгеҙ, мәҡәлде ҡысҡырып уҡығыҙ.

ҡыусылар мәҡәлде ҡысҡырып уҡый)

  • Әҙәп барҙа иман бар, әҙәп юҡта иман юҡ.

(Һүҙлек эше: иман-совесть, вера)

Уҡытыусы: Афарин! Был мәҡәл һеҙгә оҡшаймы? Әйҙәгеҙ, был мәҡәлде дәресебеҙҙең девизы итеп алайыҡ һәм уның йөкмәткеһенән сығып, М. Аҡмулланың ижадын өйрәнеүҙе дауам итәсәк дәрестә бөгөн һүҙ нимә һәм ниндәй шиғыры тураһында барасаҡ икәнлеген билдәләйек.

Уҡыусы: Минең уйымса, “Нәсихәттәр” шиғырын өйрәнербеҙ һәм тәрбиә, әҙәп, әхлаҡ тураһында һүҙ алып барырбыҙ.

Уҡытыусы: Ни өсөн шулай уйлайһың?

Уҡыусы: Сөнки бирелгән мәҡәлдә, шағирҙың “Нәсихәттәр” шиғырындағы кеүек, кешеләргә хас матур ҡылыҡтар тураһында әйтелә.

Уҡытыусы: Афарин,беҙҙең алдан шулай әйтеүебеҙ, күҙаллауыбыҙ дөрөҫ булырмы икән? Уныһын дәрес барышында асыҡларбыҙ һәм проектта, синквйен төҙөрбөҙ.


  • 2. Дәрескә маҡсат ҡуйыу.

  • Уҡыусылар, әйткәндәрҙән сығып, дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырбыҙ?

Уҡыусылар: “Нәсихәттәр” шиғырын уҡып, идея-тематик йөкмәткеһен асырбыҙ, әҫəрҙең бөгөнгө көн өсөн актуаль булыуын күрһәтеп һәм тəрбиəүи əһəмиəтен асыҡлап, уны проектта күрһәтербеҙ, синквйен төҙөрбөҙ.(7-се слайд)

Уҡытыусы: Бик яҡшы. Был маҡсатҡа өлгәшер өсөн, һеҙгә дәрес барышында бик иғтибарлы булырға тура киләсәк. Нисә проект төҙөйбөҙ: берҙеме, икенеме? Бер-береһе менән сағыштырып ҡарау өсөн икене төҙөһәк, ризаһығыҙмы?

Уҡыусы: Риза (тауышҡа ҡуйыу).

Уҡытыусы:Улай булғас,беҙгә ике төркөм кәрәк буласаҡ, әйҙәгеҙ, төркөмдәргә бүленәйек. ҡыусылар ике төркөмгә бүленеп ултыра.)


3.Проект эшенең темаларын асыҡлау (8-се слайд)

-1-се төркөм, һеҙҙең проекттың темаһы:

“М. Аҡмулланың “Нәсихәттәр” шиғырында рухи ҡиммәттәр.”

-2-се төркөмдөң темаһы: “Бөгөнгө көн рухи ҡиммәттәре”.

- Һеҙ төркөмдәрҙә күмәкләп кәңәшләшеп эшләйәсәкһегеҙ.Ә һеҙҙе уртаҡ фекергә алып килеүсе эксперт булырға тейеш. Ул компьютер менән эшләйәсәк һәм һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе проект эшенә теркәп барасаҡ, үҙенең фекерен әйтәсәк.Әгәр рөхсәт итһәгеҙ, мин уның ярҙамсыһы ролен үҙемә алыр инем. Һеҙ быға ҡаршы түгелме?

(Тауышҡа ҡуйыу, бер уҡыусыны эксперт итеп билдәләү.)

- Ә хәҙер, уҡыусылар, алдығыҙҙа ятҡан проект дәфтәрҙәрен астыҡ һәм бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуйҙыҡ (9-сы слайд).


IIIҡыу мәсьәләһен хәл итеү.Төп өлөш. Ғәмәли эштәр.

  • 1. Һүҙлек эше

Уҡытыусы:Тимәк, беҙ бөгөн Аҡмулланың «Нәсихәттәр»  шиғырын өйрәнәсәкбеҙ. Иң башта нимә һуң ул нәсихәт икәнлеген аңлап китәйек, был һүҙ ҡайһы берҙәрегеҙгә таныш түгелдер. Әйҙәгеҙ, 1-се төркөм уның башҡортса-русса һүҙлектән тәржемәһен ҡараһын, ә 2-се төркөм аңлатмалы һүҙлектән ҡарап, мәғәнәһен аңлатһын.

ҡыусылар һүҙлек менән эшләй.)

1-се төркөмдәге уҡыусы: Рус теленә тәржемә иткәндә нәсихәт - назидание, наставление, поучение тип тәржемә ителә.

2-се төркөмдәге уҡыусы:Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә нәсихәт – тәртип, ҡылыҡ тураһында өйрәтеп әйтелгән һүҙ тип күрһәтелә (10-сы слайд).

Уҡытыусы: Яҡшы, ә хәҙер шиғырҙа осораясаҡ аңлашылмаған һүҙҙәр өҫтөндә лә эшләйек

(11-се слайд).

Һүҙлек эше:

Әхирәт эштәренә инан – вера в загробную жизнь

ниғмәт – богатство

“Иман шарты” – религиозный учебник

төңөлөү – терять надежду

тәүфиҡ – благочествие, благонравие

моратын табыр – достигнет цели

шөкөр – доволен, вежливость

сабыр – терпиливый

ҡыусылар һүҙлек эшен үтәй, дәфтәргә күсереп яҙа.)


  • 2. Шиғырҙы тасуири уҡыу

Уҡытыусы: Һүҙлек эшен үтәп бөттөк, бөтәбеҙ ҙә китапҡа ҡарайбыҙ, шиғырҙы башта мин һеҙгә уҡыйым, шунан һеҙ миңә тасуири итеп уҡып күрһәтерһегеҙ.

ҡытыусы уҡып күрһәткәндән һуң, уҡыусылар шиғырҙы тасуири

һәм шыма итеп уҡыу өҫтөндә уҡытыусы менән бергәләп эшләйҙәр.)


  • 3. Шиғырға анализ.

Уҡытыусы: М. Аҡмулла нимәләргә иғтибарҙы йүнәлтә?

Уҡыусы: Кешеләргә иң кәрәкле, мөһим, ҡиммәт нәмәләрҙе һанап бирә. Тормошта юғары әхлаҡи нормаларҙы үтәргә саҡыра. Яныбыҙҙағы кешеләргә иғтибарлы, ихтирамлы булырға өндәй.

Уҡытыусы: Шиғырҙа Аҡмулла һанап киткән ҡиммәттәр нисәү?

Уҡыусылар: Етәү

Уҡыусы: Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн ул мотлаҡ 7 ҡиммәт тураһында әйтә?

Уҡыусы: Сөнки башҡорттарҙа ете һаны изге һанала.


  • Ял минуты. Ете һаны менән бәйле нәмәләрҙе иҫкә төшөрөү.

Уҡытыусы: Әйҙәгеҙ,ял итеп алайыҡ, төркөмдәр ярышып алһын. Ҡайһы төркөм шәберәк эшләр? Ете һаны менән мәҡәл, әйтем, йомаҡ, әкиәт, йыр, йәғни ете һаны менән бәйле нәмәләрҙе иҫкә төшөрөп китәйек.

Уҡыусылар: - Ете юл сатында осрашыу.

- Егәрленең ҡулы етәү.

- Етәү берәүҙе көтмәй.

- Ете теш араһынан хәбәр.

- Ете ҡат ер аҫтынан йылан көйшәгәнен ишетеү.

- Етегән йондоҙ.

- Ете диңгеҙ аръяғында, ете йылға, ете күл артында.

- Йәйғорҙоң ете төҫө.

- Ете ырыу (12-се слайд).

Уҡытыусы: Бик һәйбәт, ике төркөм дә яҡшы эшләне.Уҡыусылар, ә М. Аҡмулланың беҙ өйрәнгән шиғыры нисә дүртюллыҡтан тора?

Уҡыусы: Ете.

Уҡытыусы: Шиғырҙағы кешегә хас ете ҡағиҙә-нәсихәтте уҡып ишеттерегеҙ.

Уҡыусылар: Иман, күңел, аҡыл, шөкөр, әҙәп, сабыр, ихлас.

Уҡытыусы:Тимәк, шағир кешегә кәрәкле 7 сифатты атап нимә әйтергә теләгән?

Уҡыусы: Кеше бәхетле булыр өсөн аң-белемдән башҡа тағы ошо сифаттарға эйә булырға тейеш ти, шағир.

Уҡытыусы: Яҡшы, әйҙәгеҙ, тағы ла башҡорт теленең һүҙлегенән уларҙың аңлатҡан мәғәнәләрен асыҡлайыҡ. Төркөмләп эшләйбеҙ




Һүҙлек эше: (13-сө слайд).


1-се төркөм

2-се төркөм

Иман, күңел, аҡыл

Шөкөр, әҙәп, сабыр, ихлас

Иман - ислам диненә булған ышаныс.

Күңел – кешенең эске рухи донъяһы,

хис – тойғоһо.

Аҡыл – кешенең фекер йөрөтөү, уйлау һәләте.

Шөкөр – тормоштан,

хәл - әхүәлдәр риза булған ҡәнәғәтлек хисе.

Әҙәп – яҡшы ғәҙәт, йола.

Сабыр – ҡыйынлыҡҡа түҙеү, сыҙау һәләтлеге

Ихлас–саф күңелле, ысын теләкле.


(Төркөмдәр үҙ аллы эшләй һәм бирелгән һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлата.)


  • 4. Шиғырға анализды дауам итеү.

Уҡытыусы: Шиғырҙан күренеүенсә, тормошта әхлаҡи-этик нормаларҙың иң юғары нөктәһе булып ниндәй һүҙ тора?

Уҡыусы: Иман.

Уҡытыусы: Дөрөҫ, ә уның нигеҙен ниндәй һүҙ тәшкил итә, тип уйлайһығыҙ?

Уҡыусы: Минең уйымса, был һүҙҙәрҙең бөтәһе лә кешелә матур сифаттар тәрбиәләүгә йүнәлтелгән, шуға ла был нәсихәттәрҙең нигеҙен тәрбиә тәшкил итә.

Уҡытыусы: Рәхмәт, бик матур яуап бирҙең. Уҡыусылар, был шиғыр ете дүртюллыҡтан тора, тигән инегеҙ, ә уларҙың һәр ҡайһыһы тамамланған бер уй-фекерҙе белдерәме? Авторҙың бик тапҡыр мәҡәл – әйтемдәре нимәне хәтерләтә?

Уҡыусы: Был һүҙҙәр афоризмдарҙы иҫкә төшөрә. Был сәсәнлек традициялары сағылышы. Сөнки ул һүҙҙең мәғәнәлелеге, ҡыҫҡалығы, затлылығы өсөн сығыш яһай. Поэтик юлдары еңел, иркен яңғырай.

Уҡытыусы:Афарин.Әйҙәгеҙ, уларҙың мәғәнә үҙенсәлеген асыҡлайыҡ.

Иман – шартын өйрәнмәһә - иван, тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

(Төркөмдәр алмашлап эшләй)

1-се төркөм уҡыусыһы: Иманһыҙ кеше тигәнде аңлата.

Уҡытыусы: Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ.

2-се төркөм уҡыусыһы: Боҙолған, тәртипһеҙ кеше, ер өҫтөндә генә түгел, аҫтында ла йөрөргә тейеш түгел.

Уҡытыусы: Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр.

1-се төркөм уҡыусыһы: Аҡылһыҙ кеше тәртипһеҙ, әҙәпһеҙ тигән мәғәнәлә бирелгән.

Уҡытыусы: Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк – көфөр.

2-се төркөм уҡыусыһы: Байлыҡҡа ҡәнәғәтләнмәү.

Уҡытыусы: Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп.

1-се төркөм уҡыусыһы: Әҙәпһеҙ кешенең аллаға ышаныуы  ғәжәп булып тора.

Уҡытыусы:Сабыркешеморатынтабыр.

2-се төркөм уҡыусыһы:Сабыр кеше маҡсатына ирешер.

Уҡытыусы: Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ.

1-се төркөм уҡыусыһы: Ысын, саф күңелдән эш эшләмәһәң, эшең килеп сыҡмаҫ.

Уҡытыусы:Уҡыусылар,шағир  шиғырҙағы ысын кешенең портретын һүрәтләп, уны уны ниндәй сифаттар менән айырғыһыҙ бәйләнештә ҡарай?

2-се төркөм уҡыусыһы: Был шиғырҙа Аҡмулла үҙенең  ысын кеше тураһында уй-ҡараштарын билдәле бер тәртипкә һалып, дөйөмләштереп ҡуя һәм күңел сафлығы, намыҫ, аҡыллылыҡ, ихласлыҡ, кеүек сифаттарҙы уның менән айрылғыһыҙ бәйләнештә икәнлеген аңлата.

1-се төркөм уҡыусыһы: Ул  кешеләрҙе тыштан ғына түгел, эстән дә матур, паҡ булырға саҡыра, шул саҡта йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлектәр, тигеҙһеҙлектәр бөтөр, тигән фекерҙе алға ҡуя.

Уҡытыусы: Рәхмәт. Ә һеҙҙең ошо сифаттарҙың ҡайһыһына эйә булғығыҙ килә? Ни өсөн? Хәҙерге заманда ошо сифаттарға эйә булып буламы?

2-се төркөм уҡыусыһы: Мин, шағир һанаған бөтә сифаттарға ла эйә булып, тәрбиәле кеше булаһым килә. Сөнки тәрбиәле кеше – матур кеше.

1-се төркөм уҡыусыһы: Хәҙерге заманда ла ошо сифаттарға эйә булып була, улар бөгөн дә актуаль. Аҡыллы, иманлы, сабырлы, ихлас, намыҫлы кешеләр илебеҙгә бик кәрәк. Шундай кешеләр булған да ғына илебеҙ киләсәге яҡты, күге тыныс булыр.


  • 5. Үҙ аллы ижади эш. Сәсәндәр ярышы.

Уҡытыусы: Афарин, ике төркөм дә шәп эшләне. Ә хәҙер, уҡыусылар, сәсәндәр ярышы ойошторабыҙ. Ризаһығыҙмы? Аҡмуллаға эйәреп нәсихәттәр яҙып ҡарағыҙ. 1-се төркөм башлай, 2-се төркөм дауам итә. Мәҫәлән, 1-се төркөм : “Бер тигәс тә ни яман?” – тип һорай, ә 2-се төркөм яуап бирә. Артабан 2-се төркөм: “Ике тигәс тә ни яман?” – тип һорай, ә 1-се төркөм яуап бирә. Ярыш ете һанына тиклем барһын. Ҡайһы команда яуап бирә алмай, шул еңелә.

ҡыусылар үҙ аллы ҡобайыр яҙып ҡарай. )

1-се төркөм: Бер тигәс тә ни яман?

2-се төркөм: Маңҡорт булһаң, шул яман.

Ике тигәс тә ни яман?

1-се төркөм: Илһеҙ ҡалһаң, шул яман.

Өс тигәс тә ни яман?

2-се төркөм: Өйһөҙ булһаң, шул яман

Дүрт тигәс тә ни яман?

1-се төркөм: Дәртһеҙ булһаң, шул яман.

Биш тигәс тә ни яман?

2-се төркөм: Бишектәге балаң илап ҡалһа, шул яман.

Алты тигәс тә ни яман?

1-се төркөм: Алтмыш йәшлек ҡарт атаң,

Тумыртҡалай туҡылдап,

Ябалаҡтай ухылдап,

Утын ҡырҡһа, шул яман.

Ете тигәс тә ни яман?

2-се төркөм: Етмеш йәшлек ҡарт әсәң,

Һуҡыр күҙен секерәйтеп,

Ҡатҡан билен бөкөрәйтеп,

Һыу ташыһа шул яман.

  • 6. Үҙ аллы ижади эш. Проект эше.

Уҡытыусы: Рәхмәт, сәсәндәр ярышы бик ҡыҙыу барҙы. Ике төркөм дә еңеүсе булды. Ә хәҙер дәресебеҙҙең проектын әҙерләйбеҙ. Дәрес барышында иғтибарлы булһағыҙ, был эште бик тиҙ атҡарып сығырһығыҙ (14-се слайд).

-1-се төркөм, һеҙҙең проекттың темаһы: “М. Аҡмулланың “Нәсихәттәр” шиғырында рухи ҡиммәттәр.”

-2-се төркөмдөң темаһы: “Бөгөнгө көн рухи ҡиммәттәре”.

(Төркөмдәр үҙ аллы эшләй, бирелгән темалар буйынса проект эшен әҙерләй һәм уны яҡлай.)


Уҡытыусы:1-се төркөм үҙенең проект эшен яҡлай.

1-се төркөм: М. Аҡмулланың “Нәсихәттәр” шиғырында рухи ҡиммәттәр:

Беренсе һәм иң юғары рухи ҡиммәт– иман

Икенсе ҡиммәт нәмә – күңел.

Өсөнсө ҡиммәт нәмә – аҡыл.

Дүртенсе ҡиммәт нәмә – шөкөр.

Бишенсе ҡиммәт нәмә – әҙәп.

Алтынсы ҡиммәт нәмә – сабыр.

Етенсе ҡиммәт нәмә – ихлас

Шул ҡиммәттәрҙең нигеҙе – тәрбиә.

Һығымта: Тәрбиәле кеше – тәрбиәле киләсәк, тәрбиәле йәмғиәт ул.


Уҡытыусы: Афарин, 2-се төркөм үҙенең проект эшен яҡлай.

2-се төркөм: Бөгөнгө көн рухи ҡиммәттәре:

Беренсе рухи ҡиммәт –ер.

Ер булһа, дәүләтебеҙ булыр.

Икенсе рухи ҡиммәт– тел

Телебеҙ булһа, милләтебеҙ йәшәр.

Өсөнсө – рухи ҡиммәт – иман.

Иман булһа, тәрбиәле йәмғиәт үҫер.

Һығымта: Тәрбиәле йәмғиәт – ул күңелле, аҡыллы, шөкөр итә белгән, әҙәпле, сабыр, ихлас кешеләр.

Уҡытыусы: Рәхмәт, хәҙер һүҙҙе экспертҡа бирәбеҙ. Ул нимә әйтер икән?

(Эксперт экранда проек эштәрен күрһәтә (15-16-сы слайдтар).)

Эксперт: Ике төркөм дә үҙҙәренең темаһына ярашлы бик матур проект төҙөнө. Аҡмулла шиғыры нигеҙендә ысын кешенең портретын һүрәтләне, уға хас һәм бөгөнгө көндә лә актуаль рухи ҡиммәттәрҙе күрһәтә алды.

Уҡытыусы: Бик яҡшы. Мин дә уның фекере менән килешәм. Уҡыусылар, ә Аҡмулла үҙе ниндәй кеше икән? Әйҙәгеҙ, уға хас сифаттарҙы синквейнда сағылдырайыҡ.

  • 7. Шағирға хас сифаттарҙы синквейнда сағылдырыу. ҡыусылар һанайҙар)

Шағир

  • Бер туҡтауһыҙ ижад иткән,

бай йөкмәткеле әҙәби мираҫ ҡалдырған.

Әҫәрҙәрендә актуаль проблемалар күтәргән,

шуға ла ул онотолмай.

Тимәк, ул

тынғыһыҙ,үлемһеҙ.

  • Ғәҙеллеккә, намыҫлы булырға,

Хеҙмәтте яратырға, белемгә ынтылырға өйрәтә.

Тормоштағы етешһеҙлектәрҙе, әхлаҡһыҙлыҡты, кәмселектәрҙе тәнҡитләй.

Кешеләрҙе төрлө яҡлап тәрбиәләй.

Тимәк, ул

өйрәтә, тәнҡитләй, тәрбиәләй

  • Әҫәрҙәрен бөгөн дә яратып уҡыйбыҙ,

һоҡланабыҙ,
фәһем алабыҙ.

Тимәк,

ул бөгөн дә беҙҙең арала.

  • Беҙ уның тураһында гениаль әҫәрҙәр ижад иткән, тип әйтә алабыҙ,

бындай баһаға ул лайыҡ

Тимәк, ул

Гений

Уҡытыусы: Синквейн әҙер, бергәләп уҡыйыҡ (15-се слайд):

Шағир.

Тынғыһыҙ, үлемһеҙ.

Өйрәтә, тәнҡитләй, тәрбиәләй.

Ул бөгөн дә беҙҙең арала.

Гений

VI. Йомғаҡлау.


Уҡытыусы:Уҡыусылар, Аҡмуллаға ҡарата бик матур ҡылыҡһырлама төҙөнөгөҙ. Афарин. Ә бына шағирҙың ижады буйынса йомғаҡлап нимә әйтә алаһығыҙ? Дәрес башындағы беҙҙең куҙаллауыбыҙ дөрөҫ булдымы? Һеҙ үҙегеҙгә фәһем алдығыҙмы?

1-се төркөм уҡыусыһы: Эйе, куҙаллауыбыҙ дөрөҫкә сыҡты һәм үҙебеҙгә ҙур фәһем алдыҡ. М. Аҡмулла үҙенең бөтә көсөн, бөтә йөрәк йылыһын үҙ халҡына, беҙгә биргән. “Нәсихәттәр” шиғыры, шағирҙың үҙе кеүек, уҙған юлдарыбыҙҙы яҡтыртып, беҙҙе әҙәпле, әхлаҡлы булырға өндәй.

2-се төркөм уҡыусыһы: Минең уйымса, яҙыусының ижадын, уның бигерәк тә нәсихәттәрен уҡыған кеше бер ваҡытта ла боҙоҡлоҡ юлына баҫмаясаҡ.


VII. Рефлексия.

Уҡытыусы: Амин, шулай булһын! Уҡыусылар, дәрес оҡшанымы? Балалар, үҙебеҙҙең ҡуйған маҡсаттарға ирештекме? Дәрестә ниндәй эштәр башҡарҙыҡ?

ҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау.)

Уҡыусы: Дәрес бик оҡшаны. Дәрескә алған эштәрҙе бөтәһен дә үтәнек, маҡсатыбыҙға ирештек. Дәрес башында шағирҙың ижадын логик мәғәнә моделе аша ҡабатланыҡ, уның “Нәсихәттәр” шиғырын уҡыныҡ, анализланыҡ, һүҙлек эшен үтәнек, Аҡмуллаға эйәреп, ҡобайыр ижад иттек, проект, синквейн төҙөнөк.

Уҡытыусы: Дәрес барышында һеҙ төркөмләп эшләнегеҙ, әйҙәгеҙ, төркөмдәр бер-береһенең эшен баһалап китһен. Иптәшегеҙҙең дәрестә эшләүе бик оҡшаһа, күк түңәрәк күтәрегеҙ, уртаса эшләне тиһәгеҙ, йәшел түңәрәк, ә инде бөтөнләй оҡшаманы, тип уйлаһағыҙ, ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ.

(Төркөмдәр бер-береһенең эшен баһалай.)

- Дәрес өсөн бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт, ике төркөм дә бик тырышып эшләне.

- Уҡыусылар, дәресебеҙҙе йомғаҡлап әйткәндә, бөгөн Аҡмулла аҡыл эйәһе булараҡ, үҙ заманы өсөн ысын мәғәнәһендә әхлаҡ-тәрбиә кодексы төҙөп, халыҡҡа өгөт-нәсихәтен әҫәрҙәре аша әйтеп биргән. Һеҙ быны дәрес барышында аңланығыҙ һәм тәрбиәле кешенең генә тәрбиәле киләсәге булғанлығын төшөндөгөҙ. Башҡорт халыҡ мәҡәле лә бит: “Әҙәп барҙа иман бар, әҙәп юҡта иман юҡ”- ти. Иманлы булығыҙ, матур сифаттарҙы бер ваҡытта ла үҙегеҙҙән ебәрмәгеҙ! Ә өйҙә М. Аҡмулланың нәсихәттәре буйынса инша яҙып килегеҙ.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Башҡортса-русса һүҙлек

2. Башҡорт теленең һүҙлеге. Мәскәү “Русский язык”, 1993й.

3. Хөсәйенов Ғ. Б.Башҡорт әҙәбиәте. Урта мәктәптең 9-сы класы өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 2010.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Внеурочная работа

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 9 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
М. Аҡмулланың “Нәсихәттәр” шиғырында рухи ҡиммәттәр

Автор: Гарифьянова Елена Разифовна

Дата: 10.11.2016

Номер свидетельства: 357529


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства