kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады. “Нәсихәттәр” шиғыры

Нажмите, чтобы узнать подробности

Урок по жизни и творчеству великого просветителя 19в. Мифтахетдина Акмуллы. Начало знакомства со стихотоворением "Нәсихәттәр"

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады. “Нәсихәттәр” шиғыры»











Мифтахетдин Аҡмулланың

тормош юлы һәм ижады. “Нәсихәттәр” шиғыры









Әҙерләне һәм үткәрҙе

Стәрлетамаҡ ҡалаһы

10-сы мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбите

уҡытыусыһы

Япарова Г.Н..





Маҡсат: Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеп, киләсәк быуынға фәһем булырлыҡ өндәүҙәре менән таныштырыу. Тыуған илгә һөйөү, туған телгә хөрмәт, саф күңеллелек һыҙаттары, әҙәплелек сифаттары тәрбиәләү. Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен һәм һүҙлек байлығын үҫтереү.

Йыһазландырыу: Аҡмулланың портреты, шиғырҙар йыйынтығы дәреслек, мультимедия, тестар, гәзит-журналдар, фотолар.

Дәрес барышы:

А) Ойоштороу мәле

Б) Яңы тема

В) Йомғаҡлау


Дәрес шиғыр юлдары менән башлана

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!


  • Был шиғыр юлдарының авторы кем тип уйлайһығыҙ?

  • Дөрөҫ, Мифтахетдин Аҡмулла.

  • Кем ул Аҡмулла? Бөгөнгө дәрестең темаһын асыҡлайыҡ әле.

  • Эйе, дәрәҫ уйлайһығыҙ. Бөгөн шағирҙың, мәғрифәтсенең тормош юлына байҡау яһаясаҡбыҙ. “Нәсихәттәр” шиғыры менән танышырбыҙ, үҙегеҙ яттан белгән шиғырҙарын иҫкә төшөрөрбөҙ.

  1. М. Аҡмулланың тормош юлын иҫкә төшөрөү;

  2. Мультимедия аша Аҡмулланың үҙ ҡулы менән эшләгән әйберҙәрен ҡарау;

  3. Һорауҙарға яуап биреү:

  • Аҡмулланың ысын исеме? (Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы).

  • Ни өсөн уны халыҡ Аҡмулла тип атаған? (Тура һүҙле, ғәҙел, уҡымышлы, сәсән булғаны өсөн, ҡаҙаҡ халҡы хөрмәт итеп, Аҡмулла тип йөрөтә башлай).

Аҡмулла Салауат Юлаевтан һуң беренсе булып, үҙ халҡына “Башҡорттарым” тип мөрәжәғәт итә. Халҡына белемле, һөнәрле, ғилемле булырға саҡыра. Кешенең яҡтылыҡҡа ынтылыуын раҫлап, аҡыллылыҡты, ғәҙеллекте, кешелек сифаттарын данлай. Сәсән башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Аҡ күңелле Аҡмулланың фажиғәле үлеме башҡорт, ҡаҙаҡ, татар халҡы өсөн ҙур юғалтыу була. Аҡмулла силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында ерләнгән. Аҡмулланың тыуған ерен күптәрҙең барып күргәне бар, ә мәңгелек өйөн күргәндәр һирәк. “Аҡмулла эҙҙәре буйлап” проект эшен башлағанда, юл ыңғай Мейәс ҡалаһының мосолман зыяратына инеп сыҡтым. Зыяратта эшләүселәрҙең Аҡмуллаға булған ихтирамы таң ҡалдырҙы. Ҡәбере ҡаралған, тирә-яғы таҙа, килгән кешеләргә юл күрһәтеп, мөләйем һөйләшәләр. Шулай уҡ, Силәбе өлкәһенең Ҡоролтай ағзаларына ла ҙур рәхмәттәр әйтәһе килә. Сөнки, Аҡмулланың ҡәбере әлеге көнгә тиклем һаҡланған икән, был ҙур эшкә улар ихтирам!



  1. Башҡортостанда Аҡмулла иҫтәлегенә: а) Туҡһанбай ауылында 1981 йылда музей аыла;



Б) 1989 йылда Аҡмулла исемендәге премия булдырыла;





В) 2008 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетына Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә.





Йыл һайын декабрь айында Аҡмулла көндәре, төбәк-ара конкурстар үткәрелә.

  1. Уҡыусыларҙың Аҡмулла ижад иткән шиғырҙарын тасуири уҡыу, яттан һөйләү.

  2. “Нәсихәттәр” шиғыры менән танышыу. Нәсихәт – ул тәртип, ҡылыҡ тураһында өйрәтеүсе һүҙ. Уҡытыусының тасуири уҡыуы.

а) Һүҙлек эше. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе күсереп алыу, мәғәнәһен аңлатыу.

ниғмәт – байлыҡ

моратына иерешер – маҡсатына ирешер

шөкөр – ҡәнәғәт

төңөлөү – өмөтөн юғалтыу

тәүфиҡ- тәртип

әҙәп – тыйнаҡ

б) уҡыусыларҙан шиғырҙы тасуири уҡытыу, шиғырҙан кешегә хас яҡшы сифаттарҙы белдергән һүҙҙәрҙе табып, күсереп яҙыу, кире мәғәнәләрен аңлатыу.

Иман-иманһыҙ

Аҡыл- иҫәр

Шөкөр-ризаһыҙлыҡ

Сабыр – түҙемһеҙ

Ихлас – тар күңелле



  1. Викторина һорауҙарына телдән яуап биреү.

а) Аҡмулла ҡасан һәм ҡайҙа тыуған?

б) Аҡмулла уҡыған мәҙрәсә?

в) Аҡмулла һабаҡ алған уҡытыусы?

г) Аҡмулла һүҙе нимә аңлата?

д) Аҡмулла ниндәй һөнәрҙәргә эйә булған?

е) Аҡмулла иҫтәлегенә нимәләр эшләнгән?



  1. Дәресте йомғаҡлау. Шулай итеп, уҡыусылар, Аҡмулла кеүек шәхестәрҙән өлгө алып, аҡыллы, белемле, тәртипле, эшһөйәр, саф күңелле, ҡыйыу кешеләр булып үҫегеҙ. Тыуған илгә, туған телгә, ата-әсәйҙәрегеҙгә битараф булмағыҙ.

-Үҙегеҙ өсөн файҙалы мәғлүмәттәр алдығыҙмы бөгөнгө дәрестән? Бик яҡшы!

9) Өй эше биреү: “Нәсихәттәр” шиғырын ятларға. Кластан тыш уҡыу буйынса Яныбай Хамматовтың “Һырдаръя” романын уҡырға тәҡдим итәм. Был романда Аҡмулланың тормошо бик асыҡ сағылған.

10) Баһалау.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 9 класс

Скачать
Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады. “Нәсихәттәр” шиғыры

Автор: Япарова Гульнара Нургалиевна

Дата: 17.01.2019

Номер свидетельства: 495898


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства