“ Сәскә ат- Башҡортостаным!”
Маҡсат:Уҡыусыларҙа Тыуған илгә,туған халҡына,туған теленә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү. Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте буйынса белемдәрен киңәйтеү, дуҫлыҡ истәре тәрбиәләү.
Ҡурай моңо янғырай
1алып барыусы:
Һыҙғырт ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,
Өҙҙөрт ҡурай ,йөрәккәй ҡылдарын,
Һиҙҙерт ҡурай ,ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын.
2 алып барыусы:
Һөйлә Һаҡмар, Яйыҡ,Ашҡаҙарҙы,
Һөйлә йәмле Урал буйҙарын,
Һөйлә ожмах кеүек сәхрәләрҙе,
Йәйелеп ятҡан йылҡы, ҡуйҙарын.
1 алып барыусы:
Быуын-быуын ғүмер Башҡортостан,
Һуғарылды ҡара ҡан менән,
Сыҡтыҡ ҡара көстән ҡанды эскән,
Һуғарылһын инде йәм менән.
2 алып барыусы:
Килде заман, инде шатлан ҡурай,
Йәмле тауышың илгә яңғыраһын!
Ҡыуанып китһен урман, сәхрә, туғай,
Буҙ турғайҙар ҡыуанып һайраһын!
Ҡурай моңо көсәйә һәм яйлап һүнә.
1-Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар!Хәйерле көн уҡыусылар, уҡытыусылар!
2-Сәскә ат Башҡортостаным, исемле әҙәби-музыкаль кисәгә
рәхим итегеҙ.
1-Бөгөнгө кисәбеҙҙә Башкортостан , унын тарихы, тел, дуҫлыҡ тураһында һүҙ алып барырбыҙ.
2- Башҡортостан – иркен ил. Майҙаны 143 мең 600 квадрат километр тәшкил итә. Илебеҙҙең сиктәре Пермь, Екатеринбург, Силәбе, Ырымбур өлкәләре һәм Татарстан республикалары ерҙәре менән тоташа. Башҡортостандың халҡы 4 миллиондан артыҡ. 100-ләп милләт татыу һәм дуҫ йәшәй.
Юламанов Иршат һөйләй Ф.Рахимгулова “Откуда родом ты?”
1- Тыуган еребеҙ, азатлыҡ өсөн көрәшселәр Салауат Юлаев һәм Кәнзәфәр Усаев, Минлеғәле Шайморатов тураһында рус һәм башҡорт әҙәбиәтендә күп яҙылған.
2-Салауат илен, ерен, халҡын яратҡан.Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәне.Уның шиғырҙары халыҡ телендә.
Йәлилов Алмаз һөйләй.
С.Юлаев."Уралым" ҡобайырын.
Ай, Уралым, Уралым,
Күгәреп ятҡан Уралым,
Нурға сумған түбәһе,
Күккә ашҡан Уралым,
Һине маҡтай йырҙарым,
Һине данлай йырҙарым,
Төнөн күккә ай ҡалҡһа ,
Алтындай балҡый Уралтау,
Көндөҙ күккә көн ҡалҡһа,
Көмөштәй балҡый Уралтау,
Ай, Уралым, Уралым,
Һылыу ҙа һылыу, Уралым,
Һүҙем бөтһә лә телемдә,
Йырым бөтмөне Уралым.
Маҡтап ҡурай уйнаһам,
Бөтмәй ҙә торған көй булыр,
Данлап йырым йырлаһам,
Бөтмәй ҙә торған йыр булыр!
Йыр “Бәхет өсөн”
1-Беренсе һәм икенсе Ватан һуғышында батырлыҡтары таң ҡалырлыҡ булды башҡорт егеттәренең.1812 йылғы рус-француз һуғышында яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Кутузов һалдаттарҙы маҡтап "Любезные , вы , мои молодцы!" тигән .Шунан инде "Любизар" йыры тыуа.
Малайҙар башҡарыуында йыр "Любизар"
2-Кисәбеҙҙе дауам итеп, тыуған телебеҙҙе данламау мөмкин түгел.Бөгөн беҙ мәғрифәт һәм ғәҙеллек йырсылары М.Аҡмулла, М. Өмөтбаев һәм Ш.Бабичты ҙур хөрмәт менән телгә алабыҙ.
Ш.Бабич."Кем өсөн?" Корманаева Диана һөйләй
Айға үрләп, нурҙа уйнап ,
Күкрәгемде нурланым,
Ит ғәфү әй, ай тинем мин,
Нурҙарыңды урланым.
Һис зарар юҡ ал тине ай,
Ал да сәс нур халҡыңа,
Мин дә бит төн хаҡына,
Алдым ҡояштың нурҙарын!
1-Башҡорт теле! Кемдәр генә һиңә һоҡланмаған һәм маҡтау йырламаған!?Кемдәр генә һинең ярҙамың менән донъяны танып белмәгән һәм үҙенең уй-хистәрен башҡаларға һөйләмәгән.
Р.Назар “ Башкорт” Ҡоҙаҡаев Динис һөйләй
Б.Бикбай"Тыуған тел" Ҡоҙаҡаева Алтынай һөйләй
Минең телем -тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы,
Ерҙә халыҡ йәшәй икән
Теле лә йәшәй,
Телен асҡанда һәр бала ,
Әйтәсәк "Әсәй!
Р.Ғарипов "Урал йөрәге"
Иҙрисова Азалия һөйләй
Урал күкрәгендә йөрәк кеүек
Башҡортостан тыуған илкәйем,
Шул йөрәктең ҡан тамыры булып,
Күкһелләнә Ағиҙелкәйем!
Шул йөрәктең ауыр-моң зарҙарын,
Ҡойған саҡта еңел ҡурайы,
Яу юлдары буйлап мин халҡымдың
Үткәндәрен ҡайтып урнайым.
Ҡоҙаҡаев Динис башҡарыуында “Перовский” бейеүе
2-Ил тарихына мәҙәниәтенә сәйәхәт үҙең йәшәгән төбәктән башлана.Беҙҙең төбәк мәрхәмәтле Кырмыҫкалы ере.Унда күпме сәнғәт оҫталары, күренекле шәхестәр тыуған.Шуларҙың береһе Рәмил Сорағол.Уның шиғырҙарын һәр беребеҙ яратып тыңлайбыҙ, һөйләйбеҙ һәм йырлайбыҙ .
Йыр “Ауылым-Малайым”
1-Татар, башҡорт , урыҫҡа ла,
Мари ға ла тыуған яҡ,
Башҡортостан тыуған ерем,
Дуҫлыҡ сәкә атҡан яҡ.
2-Гөл баҡсаһы -Башҡортостан ере,
Милләттәре-матур гөлләмә,
Татыу, тыныс йәшәй барса халҡы,
Шатланып йәшәйбеҙ был илдә.
Милләтем урыҫ
Ләкин тыуған ерем,
Гүзәл Башҡортостан ерендә,
Шуға ла теләп өйрәнәм ,
Һөйләшергә башҡорт телендә.
Йыр "Башҡорт телендә һөйләшәм"
1 вед ---Башҡортостан тәбиғәте бик бай. Уның иң ҡәҙерле тәбиғәт байлыҡтарының береһе — урман. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы ла күп төрлө. Урмандарҙа үҫемлектәрҙең һирәк осрай торғандары ла һаҡланған. Ура-урау юлдар үтеп, беҙҙең данлыҡлы, тынғыһыҙ Ағиҙелебеҙ киңлектәргә ашыға.
2 вед - Башҡортостан файҙалы ҡаҙылмаларға бик бай. Барыһы ла бар Уралда. 1932 йылда тәүге нефть ятҡылыҡтары табыла. Белорет металлургия , Учалы тау-байыҡтырыу комбинаттары илгә ҡара һәм төҫлө металл бирә.
Корманаева Диана башҡарыуында “Хан ҡыҙы” бейеүе
1-й вед.: Башҡортостан балы менән бер рәттән, шифалы ҡымыҙы менән дә элек-электән дан тотҡан. Кымыҙ батырҙар эсемлеге булһа, ә балы алыш-тырғыһыҙ дауалау ысулы булып тора. Элек - электән башҡорт ҡайғыһын да, һағышын да ҡурай менән баҫҡан. Ул уның йыуанысы булған. Шатлыҡ-ҡыуа-нысын да ҡурай ярҙамында уртаҡлашҡан.
Зөлфиә Һаннанова “ Песня курая” Ғәйфуллин Ильяс һөйләй
Малайҙар башҡарыуында йыр “Эх, егеттәр,егеттәр! “
1-й вед.: Бөгөн беҙ ғәзиз Тыуған илебеҙ – Башҡортостаныбыҙ, уның гүзәл тәбиғәте, киң күңелле халҡы, яғымлы, моңло теле, һоҡланып бөтә алмаҫлыҡ матурлығы, байлығы тураһында дан йырланыҡ. Башҡортостандың иң ҙур байлығы – уның халҡы. Киләсәктә лә ошо күркәм илдең ҡәҙерен белеп, татыу-лыҡта, дуҫлыҡта йәшәйек.
Белә бөгөн халыҡ киләсәген, Нисек атасағын таңының. Хәҙер беҙҙе донъя ныҡлы белде, Хәҙер беҙҙе донъя таныны. Беҙҙе күрергә, тип, тормош серен, Тирә-йүндән килә көллөһө. Башҡортостан бөгөн – эш өлгөһө, Башҡортостан – йәшәү өлгөһө.
(И.Кинйәбулатов)
Йыр “ Башҡортостан – тыуған ерем “