Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей
Тема: Милләт – ара татыулыҡты нығытыу
Маҡсат: Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт халҡының ғөрөф – ғәҙәттәренә, хеҙмәтенә, сәнғәтенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу. Милләттәштәребеҙгә ҡарата хөрмәт, дуҫлыҡ тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Тыуған ил тураһында мәҡәлдәр яҙылған плакаттар, сәскәләр һәм шарҙар менән биҙәлгән сәхнә.
Өр – яңы тыуған көнгә.
Сәләм, тиеп көн башлаһаҡ
Донья күмелә йәмгә.
Сәләмләйбеҙ һауаны
Именлек булһын өсөн!
Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы
Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!
Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары араһында иң данлыҡлыһы – ҡурай. Ҡурайҙың ете тажы нимә аңлата? Ә ҡурай?
Иле барҙың – теле бар,
Теле барҙың – иле бар.
Алтын көмөш яуған ерҙән,
Тыуған үҫкән ил яҡшы.
Башҡортостаныбыҙ – сәскәләр гөлләмәһе кеүек төрлө милләткә бай ил. Унда башҡорттар, татарҙар, рустар, мариҙар, удмурттар, мордвалар һәм башҡа халыҡтар дуҫ-татыу ғүмер итә.
Республика халыҡтары араһындагы дуҫлыҡтың киләсәктә лә нығый барыуына ышанабыҙ.
1-се уҡыусы
Төрлө милләт балалары,
Әйтерһең дә, йөҙ сәскә.
Шул сәскәләрҙе үҫтергән
Башҡортостаным, йәшә!
2-се уҡыусы
Минең илем – дуҫлыҡ иле,
Бар халыҡ татыу йәшәй,
Ваҡытында ял итә ул,
Емертеп эшен эшләй….
3-сө уҡыусы
Киң Рәсәйҙең күкрәгендә
Башҡорт тигән илем бар,
Дуҫлыҡ ҡәҙерен белгән халҡым,
Тарихым һәм даным бар.
4-се уҡыусы
Дуҫлыҡ иле, тиҙәр һине,
Башҡортостаным – илем,
Шул дуҫлыҡтай сәскә атһын,
Үлмәһен минең телем!
Башҡортостан – шатлыҡ иле,
Башҡортостан – сафлыҡ иле,
Башҡортостан – «Милләт - ара»
Мәңге һүнмәҫ дуҫлыҡ иле!
Һәр сәскәнең үҙ йәме.
Һәр милләттең үҙ теле бар,
Тарих, ғөрөф – ғәҙәте.
Ғалим һәм яҙыусы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев 1911 йылдың 25 октябрендә Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында тыуған.
Жәлил Кейекбаев туған телдең байлығына, моңло яңғырашына хөрмәт менән ҡараған. Ул халыҡ сәсәндәре кеүек ҡобайырҙар ижад иткән.
Ҡобайыр «Дуҫлыҡ тураһында»
Дуҫ тигәндең эсендә
Эйәрле – йүгәнле ат ятыр,
Дуҫ тигәндең хисендә
Изге ниәт, хаҡ ятыр.
Дошмандарҙың эсендә
Бысраҡ, ҡара тап ятыр,
Бысраҡ, ҡара тап ятыр
2 – се уҡыусы
Дуҫ тигәнең шул булыр –
Теләр теләктең һәйбәтен,
Дуҫ тигәнең шул булыр –
Һөйләмәҫ дуҫының хәбәрен,
Һөйләмәҫ дуҫының хәбәрен…
Балалар өсөн ҡыҙыҡлы әкиәттәр һәм хикәйәләр яҙған.
Ж. Кейекбаев «Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?»
Ж. Кейекбаев «Йылан менән терпе»
Йыр. «Бүләк»
Йомғаҡлау
* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт