Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
“Башҡортостан Республикаһы Балтас районы муниципаль
район Хакимиәтенең мәғариф бүлеге” муниципаль учреждениеһы Тусыбай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
Кластан тыш сара
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Сафина Гөлфирә Абдула ҡыҙы
2009 йыл.
1.Ҡарап томай ара йыраҡҡа
Дуҫтар килә беҙгә ҡунаҡҡа
Дуҫлыҡ – беҙҙең томош үҙәге
Дуҫлыҡ – беҙҙең байрам биҙәге.
2.Бөгөн беҙҙә оло байрам,
Ҡунаҡ килә! Ҡунаҡ килә!
Хөрмәт менән ҡунаҡтарҙы
Ҡаршы ала матур ғаилә.
Әсә : Балаҡайҙарым! Мин магазинға барып киләм. Ҡайтҡанда күрше Бибинур һәм Анна инәйҙәрегеҙгә керәм. Уларҙың ейәндәре Өфөнән ҡунаҡҡа килгән икән. Уларҙы ҡунаҡҡа саҡырып ҡайтам. Ҡамыр иҙеп ҡуйҙым. Ҡайтҡас бергәләшеп бешерербеҙ.
Ҡыҙҙар : Ярар әсәй иҫән-һау йөрөп ҡайт
( Ҡыҙҙар үҙ-ара һөйләшеп ҡул эштәре эшләйҙәр. Уҡына-уҡына өләсәйҙәре инә).
Өләсәй : И... рәхмәт яуғыры, балаҡайҙарым иртүк тороп эшләргә лә ултырҙығыҙмы? Сәй эстегеҙме һуң?
Ҡыҙҙар: Эйе, беҙ әсәй менән эстек.
Өләсәй : Әсәйегеҙ ҡайҙа китте?
Ҡыҙҙар: Әсәй магазинға китте. Бибинур инәй менән Анна инәйҙе ҡунаҡҡа саҡырып ҡайтам тине.
Өләсәй : Эйе, саҡыр, тигән инем шул. Бик һәйбәт. Беҙҙең халыҡта әйтем бар. “Ете йәшлек юлдан ҡайтһа – етмеш йәшлек хәлен белер”,- тигән. Күршеләрҙең дә күңеле булыр. Ах, ярай улай булғас, бәләкәй ейәндәремде саҡырып сәй эсере алайым.
(Кереп китә. Ҡулына бутҡа тотоп ейәндәрен эйәртеп сығ а.)
Өләсәй : Әйҙәгеҙ, балаҡайҙарым, сәй эсәйек. Бына эҫҫе бутҡа бешерҙем үҙегеҙгә.Ултырығыҙ, бисмилағыҙҙы әйтегеҙ, ашығыҙ тәмле булыр. Анаапаларығыҙ эштәренә ултырғандар ҙа инде.
(Бутҡа ашайҙар, сәй эсәләр).
1.Өләсәй күҙлек кейгән,
Сәстәренә сал ҡунған.
Бер көндә һуңға ҡалмай
Иртүк тора йоҡонан
Өләсәй алтыным.
2.Ниндәй серҙәр һаҡлай икән ул?
Ғүмер буйы йыйған хазинаны
Әллә инде күңел биҙәгеме
Ниндәй серҙәр һаҡлай икән ул?
3. Өләсәйҙең күңел һандығын
Бер асаһы ине, асаһы.
Әби-бабаларҙың йолаларын
Халҡыбыҙҙың изге ҡомартҡыһын.
Бер асаһы ине, асаһы.
4.Өләсәйҙең күңел һандығы
Ҡыҙыҡтыра инде күптәндән
Ас, өләсәй, беҙгә күңелеүде
Йәш быуынға мираҫ булып ҡалһын,
Бер хазина ҡалһын үткәндән.
Өләсәй : Килегеҙ, балаҡайҙарым, үҙемдең яныма яҡыныраҡ. Ултырышығыҙ яйлап.
( Барлыҡ ейәндәре янына киләләр).
Өләсәй: Был минең йәш сағымдағы күлмәгем. Бала итәкле күлмәк башҡорт ҡыҙҙарының милли кейеме. Башҡорт ҡыҙҙары оҙон күлдәк кейә. Ул ҡыҙҙарҙәың балтырҙарын сит-ят күҙҙән һаҡлай. Күлдәктәр асыҡ төҫтәге ситса туҡыманан тегелә, икенсе төрлө туҡыманан ҡатмар һалына.
Ейән: Өләсәй нисек матур итеп
Кейенгән йәш сағында
Диңгеҙ һыуы кеүек тора
Дулҡынланып итәге.
Өләсәй:
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бармаҡтарҙы, ғөмүмән, ҡулды биҙәүгә әүәҫ булған. Бармаҡтарға көмөштән һуғылған балдаҡ, ҡашлы йөҙөк, шулай уҡ, ҡулға көмөш беләҙек кейгән. Уның шифалы булыуына ышанғандар. Тән температураһы күтәрелгәндә көмөш тәңкә һалынған һыу эсергәндәр.
(Әсәйҙәре ҡайтып керә, бәләкәй ҡыҙҙары йүгереп ҡаршы алалар).
Әсәй: Бына мин Бибинур инәй менән Анна инәйҙе ҡунаҡҡа саҡырҙым.
Өләсә й: Балаҡайҙарым! Ҡунаҡтарҙы матур итеп көтөп алырға кәрәк. Әйҙәгеҙ әлә, ҡыҙҙарым.. Сәй янына бәлеш, ҡыҫтыбый, бауырһаҡ бешереп алайыҡ.
(Әсәйҙәре бер нисә ҡыҙ менән сыға, ҡалғандары өй йыйыштыра).
Ейән : Ҡунаҡтарҙы матур итеп көтөп алырға кәрәк. Өйҙө йыйыштырып ҡуяйыҡ.
(Өләсәй бәләкәй ейәндәре менән һөйләшеп ултыра.)
Бәләкәй ейән: Ә, өләсәй. Иртәнсәк өй алдына һайыҫҡан төшкән ине. Һайыҫҡан төшһә, ҡунаҡ килә, тигән инең дөрөҫ булды бит.
Өләсәй: Һайыҫҡан әрһеҙ ҡош ул, көнөнә нисә тапҡыр төшә торғандыр ишек алдына. Ә һин ҡунағың алдында һынатма. Мин бит өйгә ҡунаҡ килеү тураһында күпме һынамыштар, юрауҙар өйрәткән инем. Бына Вилсур онотмаған. Йәле, һеҙ ҡайһыһын иҫегеҙҙә ҡалдырҙығыҙ.
(Һынамыштар әйтәләр. Шул ваҡытта ҙур ейәндәр өҫтәл әҙерләй)
-Ҡунаҡ һыйы – яҡты йөҙ, унан ҡала икмәк тоҙ.( икмәкте өҫтәлгә ҡуя).
--Ҡоро табынға ҡунаҡ ултыртмайҙар.(ҡоймаҡ ҡуя)
Өләсә й: Рәхмәт, балаҡайҙарым, һынамыштарҙы ла, мәҡәл, әйтемдәрҙе лә беләһегеҙ, онотмағанһығыҙ.
( Ейәндәре менән күрше инәй керә.Ҡулында бүләк- таҫтымал. Иҫәнләшәләр .)
Бибинур инәй : Йортоғоҙға именлек, бәрәкәт килһен, әйҙәгеҙ, доға ҡылайыҡ ( доға ҡылалар)
Килеп керҙем өйөгөҙгә
Доға ҡылдым түрегеҙҙә
И, хоҙайым, иман нуры
Балҡып торһон йөҙөгөҙҙә.
(Бүләген бирә)
Әсәй : Рәхмәт, күрше инәй! Йылдар үтер, мин дә уны балаларыма иҫтәлек итеп ҡалдырырмын.
Гөльямал инәй : Эйе, эйе .Өйҙөң эсе балалар менән күңелле шул. Бына минең ейәндәрем өйҙә бар эште лә эшләйһәр. Әйҙәгеҙ әле, ҡунаҡтарға һәләттәрегеҙҙе күрһәтегеҙ. Күңелле булһын.
-Хәҙер, өләсәй.
- Беҙ һеҙгә “Был дуҫың менән күреш” уйынын күрһәтәбеҙ.
( “Һандуғас-күгәрсен” көйөнә уйынды уйнайҙар)
Гөльямал инәй: Рәхмәт, рәхмәт, балаҡайҙарым! Бик матур уйнайһығыҙ.
Бибинур инәй : Гөльямал, ейәндәребеҙ үҙебеҙ йәш саҡта уйнаған уйындарҙы уйнайҙар бит.
Гөльямал инәй : Рәхмәт, һеҙ килгәс бик күңелле булды. Күрше Анна түтәйҙе лә саҡырған инем, улар ҙа килерҙәр инде. Әйҙәгеҙ әле күршеләр, берәр һөнәрегеҙҙе күрһәтегеҙ.
(Бейеү)
Инәйҙә р: бик мтур бейене.
(Ейәндәре менән Анна инәй керә).
Анна инәй: Как у вас весело. Ни хәлдә күршеләр? Вот принесла гостинцу. ( Дает чай )
Внук: Чай горячий, ароматный,
И на вкус весьма приятный,
Он недуги исцеляет
И усталось прогоняет.
Силы новые дает
И друзей за стол зовет.
Гөльямал : Ой, рәхмәт күрше. Һинеүҙебеҙҙең телде аңларға ғына түгел, сәй яратырға ла өйрәттек шул. Аллаға шөкөр, инде нисәмә йылдар бер туғандар кеүек йәшәйбеҙ. Ейәндәрең дә үҙең кеүек матур йырлаймы?
Анна инәй: Внучка, покажи свое искусство.
(Йыр)
Гөльямал: Ҡыҙҙарым, ҡунаҡҡтарға һеҙ ҙә үҙ һөнәрегеҙҙе күрһәтегеҙ.
(Ҡыҙҙар бейей)
Ейән: Беҙ олатай-өләсәйҙәребеҙҙең уйнаған уйындарын уйнарбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәрен дауам итербеҙ. Үҙ- ара дуҫ, татыу йәшәрбеҙ.
Алла бирһә һайрарбыҙ беҙ
Үткәнсе ғүмер.
Иҫәнбеҙ беҙ, йәшәйбеҙ бәҙ
Аллаға шөкөр.
Иҫәнбеҙ беҙ, йырлайбыҙ беҙ
Аллаға шөкөр.
7