kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Здоровьесберегающие технологии на уроках башкирского языка

Нажмите, чтобы узнать подробности

Бөгөн башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың маҡсаты, бурыстары,  башҡа фәндәр системаһында тотҡан урыны,  уҡытыусының эшмәкәрлеге,  һүҙ һәм һүҙ сәнғәте ярҙамында мәҙәниәтле  шәхес формалаштырыуға йүнәлтелә. Уҡытыусы  алдына ҡуйылған иң юғары һәм үҙәк талап - башҡа мәҙәниәттәргә ыңғай ҡарашлы,  сәләмәт рухлы, үҙ халҡының патриоты булған шәхес тәрбиәләү. Тормош шарттары ҡырҡа үҙгәреш кисергән дәүерҙә башҡорт  теле уҡытыусыһы ла замандан ҡалышмай, яңы технологиялар,   эффектлы  метод  һәм алымдар ярҙамында ошо бурыстарҙы тормошҡа ашыра.  

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Здоровьесберегающие технологии на уроках башкирского языка»


Использование здоровьесберегающих технологий на уроках башкирского языка

Башҡорт теле дәрестәрендә һаулыҡ һаҡлау технологияларын ҡулланыу

Көн һайын 5- 6 дәрес уҡыған бала бик ныҡ арый. Дәрестә күҙ, ҡулдар, кәүҙә, бигерәк тә арҡа, муйын мускулдары тиҙ тала. Мәктәптә уҡыу йылдарында баланың күҙенә зыян килә, нервы системаһында, ашҡаҙан эшмәкәрлегендә лә төрлө насар үҙгәрештәр барлыҡҡа килә, уҡыусылар насар ғәҙәттәргә дусар булалар.

Башҡорт теле дәрестәрендә һаулыҡ һаҡлау технологияһын ҡулланыуға килгәндә, башҡорт теле һәм һаулыҡ темаһына айырым туҡталып китеү кәрәк.

Көнсығыш илдәрендә, кеше ауырыуҙарының 70 проценты аңдың боҙолоуынан башлана, тигән фекер йәшәй. Аң боҙолоуының бер сәбәбе - ул психик көсөргәнешлек. Көнсығыш илдәрендә, мәҫәлән, Һиндостанда, Ҡытайҙа психик көсөргәнешлекте бөтөрөү юлдарын уйлап тапҡандар. Ул “медитация” тип атала. “Тара-бара” тигән “медитация башҡаларҙан ябайлығы менән айырылып тора. Кеше үҙ телендә булған, шулай уҡ булмаған да өндәр әйтергә тейеш. Ни тиклем күберәк өн әйтһәң, шул тиклем яҡшыраҡ икән. Ашыҡмай, һәр өндө дөрөҫ һәм асыҡ итеп әйтергә кәрәк, алфавитты ятлаған кеүек була инде. Ҡысҡырып йәки һуҙып, көйләп әйтһәң, бигерәк тә яҡшы. Ҡайһы бер илдәрҙә һуҙынҡы өндәрҙе көлөү формаһында башҡаралар: ха-ха-ха, хо-хо-хо, хэ-хэ-хэ, хә-хә-хә…

Бындай медитацияның әһәмиәте нимәлә һуң? Баҡһаң, өндәр аңда барлыҡҡа килгән көсөргәнешлекте ҡыуып сығара икән. Иң мөһиме, ниндәйҙер бер өн алып сыға алғанды, икенсе өн алып сыға алмай. Мәҫәлән, а өнөн таҙарта алған көсөргәнешлекте ҙ өнө таҙарта алмай, ә ҙ өнөнә ө өнө хужа түгел һәм башҡалар. Йәғни, һәр өндөң үҙ таҙартыу көсө бар.

Беҙҙең алфавитта 42 хәреф - донъя телдәрендә булған бөтә өндәр ҙә бар. Башҡорт теле медитатив тел, шуға күрә был телдә һөйләшеү аңды психик көсөргәнешлектән таҙарта. Аң сәләмәт булғас, һаулыҡ та ныҡ була. Шулай итеп, башҡорт теле үҙе генә лә һаулыҡ өсөн бик кәрәкле. Тимәк, башҡорт теле донъялағы иң сәләмәт телдәрҙең береһе.

Һәр дәресте яҡшы елләтелгән, таҙа, төрлө санитар-гигиена талаптарына яуап бирерлек йыһазландырылған бүлмәләрҙә үткәреү һаулыҡ һаҡлау технологияһының мөһим бер талабы. Дәресте яҡшы кәйеф менән башлау кәрәк. Уҡыусыларҙы шиғри юлдар менән сәләмләү , бергәләп шиғыр уҡыу дәрескә илһам бирә, уҡыусыларҙы шаулы тәнәфестән һуң тынысландыра. Ҡайһы бер уҡыусылар өндәрҙе йота-йота, һауаға сәсәй, ижектәрҙе өҙә -йырта, һүҙҙәрҙе вата-емерә уҡый һәм һөйләшә. Ә дәрестәрҙе тын алыу күнекмәләренән, шиғыр уҡыуҙан башлағанда, ошо йүнәлештә ыңғай һөҙөмтәләргә ирешергә була.

Программа буйынса рус кластарында башҡорт теле дәрестәрендә кеше һәм һаулыҡ тураһында айырым темалар бар. 5- се рус класында “Кеше.Тән ағзалары.Шәхси гигиена” темаһын кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулыҡ темалары бергә алып барыла. Кешегә һау- сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу ойошторола. Мәҡәл- әйтемдәр менән эш, йомаҡ-тиҙәйткестәр әйтеү, артикуляцион күнегеүҙәр эшләү барышында хеҙмәткә һөйөү, бөхтәлек, ихтыяр сифаттары менән бер рәттән балалар һаулығына ла иғтибар бирелә.

Шулай уҡ тик спорт темаһына ҡараған дәрестәр ҙә бар. 7-се класта Нәжиб Иҙелбайҙың “Беҙҙең катокта” шиғырын өйрәнгәндә, һаулыҡты йәштән һаҡлау һәм нығытыу тураһында әңгәмәнән башларға була. “Ҡышҡы уйында” сюжетлы һүрәте өҫтөндә эш, “Үткер күҙ” уйынын үткәреү бик ҡыҙыҡлы. Шулай уҡ спортсмендар тураһында белешмә биреү ҙә отошло. Ошо уҡ ваҡытта уҡыусылар арыһындағы спортсмендарҙы асыҡларға була. Бынан һуң спорт уйындарын күп белеүсе рәт ярышы башлана. Ял минуттарында “Ә һеҙ спорт менән дуҫмы?” тип аталған зарядка элементтары булған күнегеүҙәр яҡшы. Таҡтала хоккей уйнарға мөмкин, кем бирелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ төржемә итә, шул ҡапҡаға шайба индерә. Хоккей клубтары тураһындағы мәғлүмәт дәресте тулыландыра төшә. Дәресте һау- сәләмәт булыр өсөн спорт менән шөғөлләнеү кәрәк, тип йомғаҡлап ҡуйырға була.

Аш-һыу темаһын үткәндә балаларҙың иғтибарын башҡорт милли аштарының һаулыҡ өсөн бик файҙалы булыуы тураһында әңгәмә ҡороуға йүнәлтергә була. Башҡорт халҡының милли ашамлыҡтары кеше организмының яҡшы эшмәкәрлеге өсөн бик кәрәкле сифаттарға эйә.

Ял минуттары тәжрибә күрһәтеүенсә, аң эшмәкәрлеген нығыта, арыуҙы кәметә, балаларҙың эмоционаллеген үҫтерә, уларҙың кәүҙәләренең дөрөҫ формалашыуына булышлыҡ итә. Уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә, дәрестең ҡатмарлылығына, эш төрҙәренә ҡарап, яңы санитар-гигиена талаптарына ярашлы ял минутын уҡытыусы үҙе һайлай. Улар контроль, практик һәм башҡа дәрестәрҙә үткәрелмәҫкә мөмкин. Был маҡсатта М.И. Баһауетдинованың “Күңелле минуттар” тигән китабын ҡулланырға була.

Таҙалыҡ- сәләмәтлелек нигеҙе. Бөтә нәмәне таҙа тотоу өсөн һыу кәрәк. Һыу тураһында әңгәмә ҡорабыҙ. Боронғолар һыу тураһында былай тип әйткән: Хушбуйҙың иң яҡшыһы- һыу. “Һәр ваҡыт һыу менән йыуынып, пакланып йөрө, һинән һәр ваҡыт тик тәбиғи еҫтәр генә сығып торһон”, – тип өйрәткән боронғолар. Шулай уҡ мунса, уның файҙаһы тураһында уҡыусыларға мәғлүмәт бирелергә тейеш. Халыҡ медицинаһы буйынса мунсала бал, миндек ҡулланыу бик файҙалы,- тип өйрәтә өләсәйҙәр.

Уҡыусыларҙың көн режимына, ашауына, йоҡоһона, физик тәрбиәһенә ҡағылған төп гигиена талаптарын белеүе һәм уларҙың үтәлеүе лә уҡыусы һаулығын һаҡлау һәм нығытыу эшендә төп шарт булып тора.



Әҙәбиәт

1. Ғәләүетдинов И.Ғ. Башҡорт халыҡ балалар уйындары.-Өфө.:Китап,2000.

2. Башҡорт фольклоры. .-Өфө.:Китап, 2001.

3. Башҡортостан уҡытыусыһы, №1, 2012.

4.Муллағәлиева Л.Р.Дәрестәрҙә Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарының үтәлеше.Башҡортостан уҡытыусыһы, 2017, № 6.




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Внеурочная работа

Категория: Прочее

Целевая аудитория: 6 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Здоровьесберегающие технологии на уроках башкирского языка

Автор: Насырова Илюза Баязитовна

Дата: 20.02.2018

Номер свидетельства: 458716

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(162) "Использование здоровьесберегающих технологий на уроках башкирского языка и литературы"
    ["seo_title"] => string(80) "ispol_zovaniie_zdorov_iesbierieghaiushchikh_tiekhnologhii_na_urokakh_bashkirskog"
    ["file_id"] => string(6) "358272"
    ["category_seo"] => string(6) "corect"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1479007386"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(113) "Здоровьесберегающие технологии в обучении башкирского языка"
    ["seo_title"] => string(66) "zdorovesberegaiushchie_tekhnologii_v_obuchenii_bashkirskogo_iazyka"
    ["file_id"] => string(6) "571843"
    ["category_seo"] => string(13) "vsemUchitelam"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1612008310"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(100) "Конспект открытого урока на тему "Имя существительное""
    ["seo_title"] => string(62) "konspiekt-otkrytogho-uroka-na-tiemu-imia-sushchiestvitiel-noie"
    ["file_id"] => string(6) "278661"
    ["category_seo"] => string(12) "russkiyYazik"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1453121148"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(130) "План работы ШМО учителей начальных классов МОБУ СОШ с. Новофёдоровское"
    ["seo_title"] => string(78) "plan_raboty_shmo_uchitieliei_nachal_nykh_klassov_mobu_sosh_s_novofiodorovskoie"
    ["file_id"] => string(6) "393097"
    ["category_seo"] => string(7) "zavuchu"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "planirovanie"
    ["date"] => string(10) "1487401786"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства