- телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыуға ынтылышты үҫтереү.
- үҙ-үҙеңә баһа биреүҙе тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү.
- үтелгән ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау.
Дәрестең этабы | Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусы эшмәкәрлеге |
1. Ойоштороу моменты. | Коммуникатив: уҡыусыны шәхес итеп күреү. | Уҡыусылар менән һаулыҡ һорашыу, уларҙың дәрескә әҙерлеген тикшереү. Артикуляцион күнегеү. | Уҡытыусы менән һаулыҡ һорашалар, дәрескә әҙерләнәләр. |
2. Белемде актуалләштереү. | Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу. | Әңгәмә: - Әле ниндәй йыл миҙгеле? - Тәбиғәттә ниндәй үҙгәрештәр күрәһегеҙ? Йомаҡ биреү. Өндәрҙе дөрөҫ уҡыуҙы контролләү. Һорауҙар биреү. | Һорауҙарға яуап бирә. Уҡый. Йомаҡ сисә. |
3.Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу. | Танып–белеү эшмәкәрлеге: проблема ҡуйыу. Коммуникатив: уҡыу мәсьәләһен сисеү, үҙ фекереңде әйтергә өйрәнеү. | Проблемалы ситуация тыуҙырыу. - Беҙҙә ҡышлаусы ниндәй ҡоштарҙы беләһегеҙ? - Улар тураһында нимәләр беләһегеҙ? - Ҡышлаусы ҡоштарға ҡыш көнө еңелме? | Уҡыу мәсьәләһен сисә. Үҙ фекерен әйтергә өйрәнә. Үҙ ҡарашын яҡлай. |
4. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. | Регулятив: маҡсаттар ҡуйыу. | Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. - Нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ, нимә тураһында беләсәкбеҙ? Дәфтәрҙә эш | Уҡыусыларҙың яуаптары. Теманы яҙыу. |
5. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. | Регулятив: китап менән эшләү, уҡыу һәләтен үҫтереү. Танып–белеү эшмәкәрлеге: таныш араһынан таныш булмағанды билдәләү. Коммуникатив:әңгәмәлә ҡатнашыу, һорауҙарға яуап биреү. | Тексты тасуири уҡыу. Һүҙлек эше үткәреү , һүҙҙәрҙе аңлатыу. Уҡыу процесын күҙәтеү: үҙ аллы, сылбырлап уҡыу алымдарын ойоштороу. | Белем ала, тыңлай. Дөрөҫ уҡырға өйрәнә. Сылбыр менән уҡый. |
6. Ял минуты. | | Уҡыусыларҙы контрольдә тотоу. | Ял итәләр – ҡоштар моңон тыңлау, Һүҙҙәрҙе яттан әйтәләр, хәрәкәт яһайҙар. |
7. Нығытыу. | Регулятив: дөрөҫ һөйләү телмәрен үҫтереү. Уҡыусының үҙ аллы эшмәкәрлеген булдырыу. Танып–белеү эшмәкәрлеге: үҙ аллы эшмәкәрлектең уҡыусыны үҫтереүе һәм уның ошо үҫеште (үҙгәреште) аңлауы. | 2-се эш. Һүрәттәрҙе ҡарау. - Ҡоштарҙың исемдәрен әйт. Тағы беҙҙә ҡышлаусы ниндәй ҡоштарҙы беләһегеҙ? Компьютерҙағы ҡоштар һүрәтен ҡарау, плакатта бирелгән ҡоштарҙың русса исемдәрен уҡып сағыштырыу. :оштар тураһында өҫтәлмә материал биреү. | Белем ала, нығыта, күнекмәләр эшләй. Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныусанлығы үҫә. |
9. Үҙ аллы тикшереү. | Танып – белеү эшмәкәрлеге: яҙыу һәләтен үҫтереү. | 3- сө эш. Эште аңлатыу. | Уҡыусыларҙың дәфтәрҙә үҙ аллы эше: һүҙбәйләнештәрҙе дөрөҫ парлап күсереп яҙа. |
9. Контроль тикшереү. | Коммуникатив: әңгәмәлә ҡатнашыу, һорауҙарға яуап биреү, тәрбиәүи проблемалы ситуацияны сисеү. | 4-се эш. Диалогты уҡып күрһәтеү, ролгә бүлеп уҡыу. Әңгәмә: - Ҡоштарға ҡыш көнө ярҙам итәргә кәрәкме? - Ҡоштар өсөн ниндәй тағараҡтар яҫар инегеҙ? | Үтәлгән эштең дөрөҫмө, юҡмы икәнен билдәләй. Уҡыу мәсьәләһен сисә. |
10. Рефлексив анализ. | Һығымта яһау. | Төркөмдәрҙә эш: Һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөп яҙ. | Башҡарылған эшкә баһа бирә, үҙ-үҙен тикшерә. |
11. Баһалау. Йомғаҡлау. | | Баһалау. Өйгә эш биреү: тағараҡтар эшләп элергә. | Һорауҙарға яуап бирә. |