Тема: ” Алтын көҙ “
Маҡсат: Көҙгө гүзәллеккә һоҡланыу, мул уңышлы миҙгелдең әһәмиәтен төшөндөрөү,күҙәтеүсәнлектәрен,иғтибарлыҡтарын,логик фекрләүҙәрен үҫтереү,коллетивизм,дуҫлыҡ тойғолары тәрбиәләү,көҙгө тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу : Зал байрамса биҙәлгән ,шарҙар эленгән,
Кисәнең барышы.
Хөрмәтле ҡунаҡтар,уҡыусылар,ата-әсәләр! Беҙ бөгөн йылдың гүзәл бер миҙгеле- байлыҡ, муллыҡ килтереүсе көҙ байрамын билдәләргә йыйылдыҡ.
-Ә ни өсөн көҙҙө беҙ байлыҡ,муллыҡ килтереүсе тип әйтәбеҙ?
Күңелдәргә яҡты нур өләшеп,
Шатлыҡ өҫтәп һәр бер йөрәккә.
Үҙ муллығы менән көҙҙәр килә,
Йомғаҡ яһап йәйге хеҙмәткә.
Табындағы икмәк,һый, ниғмәтте
Күреп ил ҡарттары шатлана.
Муллыҡ менән ергә килә көҙҙәр,
Көҙгө муллыҡ ҡыла тантана.
-Балалар,ә һеҙ ниндәй уңыштар йыйҙығыҙ? (һөйләйҙәр)
-Ә һеҙ беләһегеҙме тағы ла өҫтәлебеҙҙең иң түрендә һәр саҡ ултырыусы
иң ҙур байлығыбыҙ ҙа көҙ йыйып алына.Ул нимә ул?(.....)
Икмәк – ул бәхет-муллыҡ билдәһе.Бына шуға ла иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршы алалар. Икмәк алтындан ҡиммәт.Икмәктең ҡәҙере валсығынан башлана. Икмәкте ташламағыҙ,ҡәҙерләйек,балалар.
Шулай итеп,бөгөн беҙҙә байрам –Алтын көҙ байрамы.
Бөгөн беҙҙә ике команда көс һынаша.Уларҙы ғәҙел баһалап ултырыусы жюри эшләйәсәк.
1.Таныштырыу (Команданың исеме,девизы,йыры)
2. Көҙ тураһында шиғырҙар һөйләү
Йәшел йәй ,һау бул инде,
1.Беҙгә инде көҙ килде.
Уҡырға,уҡырға тип
Сентябрь ҡыңғырау бирҙе.
Йәшел түгел урмандар,
Ҡыҙыл,һары булғандар.
Буш ҡалды хәҙер ялан,
Туғайҙа бешкән балан.
2.Көҙ килгән,көҙ килгән,
Көҙ быйыл бик тиҙ килгән,
Ҡайындар,тирәктәр,талдар
Һарынан күлдәк кейгән
Көҙ килгән,тиҙ килгән
Тиҙ килгәнен кем белгән?
Көҙ бит һорап та тормаған
баҡсаға барып кергән
3.Килдек күмәкләп көҙгө урманға,
Япраҡта нурҙар уйнап торғанда.
Япраҡтарҙың бар алы, һарыһы,
Бурҙат ҡыҙылы- матур барыһы.
4.Ҡайҙа барма,ҡайҙа баҡма,
Янып тора көҙгө биҙәк.
Баландарҙың балы тама,
Бәлеш мул була,тимәк.
5.Көҙ етеүгә алтын баҫыу
Яланғас тороп ҡалды.
Тырышып эшләп, ағайҙар
Мул уңыш йыйып алды.
6.Көҙгө көндәр бик күңелле,
Бик күп емештәр бешә.
Помидор,ҡарбуз өлгөрә,
Алмалар өҙөлөп төшә.
7.Көҙ етте инде
Ҡоштар китерҙәр,
Йылы яҡтарға
Сәләм илтерҙәр.
8.Көҙ төрлө-төрлө төҫтәргә
бар ерҙе буяй гелән.
Шатландырып барыбыҙҙы
Һыйлай йәшелсә менән
9.Урман шаулай,гөрләй болон,
Япраҡ яра тал-тирәк.
Йәшел баҡса төҙөү өсөн
Беҙгә тыныслыҡ кәрәк.
3. Күргәҙмәләр менән таныштырыу
4.Йомаҡ тарҙы сисегеҙ
----Япраҡтары тармаҡ-тармаҡ,
Әйтерһең дә биш бармаҡ,
Әллә инде оялған,Әллә инде ҡыҙарған.(саған)
----Һыу буйында ул үҫә,
Көнө-төнө һыу эсә.
Ярға баҫып башын сайҡай,
йәйге йомшаҡ ел иҫһә.( тал)
----Ҡыҙарып беште,ергә өҙөлөп төштө.(алма)
----Емештәрен үрелеп ал,Етмәһә әгәр буйың.
Кем яратмай тиһең уны ,бигерәк тәмле..(муйыл)
5.Уйын “Кем тиҙерәк?”
4-әр уҡыусы сыға.Команда менән 1-се торған уҡыусы 1 ултырғыстан 2-се ултырғысҡа кишер,2-се уҡыусы ҡыяр,3-сө уҡыусы йүгереп картуф ташый ,ә 4-се уҡыусы кире ташый берәмләп.
6.Уйын «Кем күберәк» 1-се команда ҡағыҙға ҡоштар исемен,2-се команда йәнлектәр исеме яҙа
7.Уйын “Алма эстафетаһы”
Һәр команданан 8 уҡыусы сыға.Команда менән парлашып алманы сикәләре менән ҡыҫтырып ярышалар.2 пар ҡапма-ҡаршы торалар.
8.Үҙ-ара йомаҡтар әйтешеү
9.Кроссворд
ҡ а б а. .и л ә ш
с л и в . .р м а н
ма л а . . ы л а н
ш ы р ш . . р ғ а ҡ
с а ғ а . .и м о н
10. Художестволы номер. Йомғаҡлау