kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

В мире имен

Нажмите, чтобы узнать подробности

Исемд?р доъя?ында

Баш?орт хал?ыны? матур исемд?ре бик к?п.Улар?ы? ??р бере?ене? м???н??е бар.Т?би??т к?ренешт?рен? б?йле исемд?р:Буранбай, Айсыуа?, ?ояш.Т?? атамаларынан я?ал?ан исемд?р :А?йегет, ?арас?с, А?сура.??емлек, с?ск? атамаларынан я?ал?ан исемд?р:Муйылбик?, Г?лшат,Г?лд?р.Ер-?ыу атамаларына б?йле исемд?р:Ир?ндек, Урал,Дим,И?елбай, Яйы?бай.Таш,т?рл? металл атамаларынан я?ал?ан исемд?р:Таштимер, Биктимер, Айбулат, Алтынбик?, Алмас,Ынйы?ай.Януар, ?ош-?орт атамаларынан я?ал?ан исемд?р:Ары?лан,?арлу?ас,?анду?ас.

Тарихи ш?хес, халы? батыр?ары исемд?рен м??гел?штереп ?ушыл?ан исемд?р:М?х?мм?т,??йш?,Х??ис?,Салауат,Юлай.

Г?л ???ен ??м г?л ???е мен?м я?ал?ан (Г?лн?зир?, Г?лъямал, Г?лбик? ?. б.) исемд?р?е б?г?нг? к?нд? бер?? ?? баш?орт ???е т?гел, ? фарсы ???е ик?н тип уйламай. Улар?ы  т?п  баш?орт  исемл?рен?н  айырыу  м?мкин  д? т?гел.??л?штерелг?н исемд?р т?рк?м?н? совет д??еренд? барлы??а килг?н исемд?р ?арай. Был т?р исемд?р?е? бер гилке?е Октябрь революция?ыны? кеше а?ына, тормош?а, социаль х?лен? индерг?н я?ылы?тар?ы ?? эсен? ала. Урта Азия халы?тарыны? исемд?ренд? Колх?зб?к, Советб?к, Совет, Совхоз, Женотдел тиг?н исемд?р бар-лыкка килг?н. Баш?орттар ?а был шау?ымдан ситт? ?алма?ан. Райфа (районный финансовый отдел), Райза (районный земельный отдел), Коммунар, Комунара исемд?ре ошо осор?а я?ал?ан. Револю­ция юлбашсыларыны? исемд?ре, революция?а б?йле ва?и?алар ата­малары кеше исемен? ?йл?н?. М??., Вил (Владимир Ильич Ленин). Вилена, Ленар (ленинская армия), Маркс, Ким (коммуниетический интернационал молодежи), Октябрина, Маш, Рифмир (революцион ны й мир), Марат, Клара,   Фрунзе,   Феликс  ?. б.Бер т?рк?м исемд?р Б?й?к Ватан ?у?ышы осоронда барлы??а килде. М??., Анфиса, Флорида, Франгиза, Моряк, Майор. Эльза, Эльви­ра, Лариса, Лиза ?. б. ?у?ыштан ?у??ы исемд?р ара?ында б?т?нл?й м???н??е? исемд?р осратып була. М??., Рафинад, Винегрет, Лек, Ака­демия, Юрис (юрист), Филиал, Эдик, Венерик  ?.б

Баш?орт хал?ы элек-элект?н я?ы тыу?ан бала?а исем ?ушыу?а бик яуаплы ?ара?ан. Исем ?ушыу ?аил?не?  ген? т?гел, ? бала й?ш?г?н т?б?кте? байрамына ?йл?нг?н.??р кем й?ш бала?а исем туйы мен?н ?отлап, б?л?кт?р алып килер бул?ан.? баланы?  ата-?с??е ?уна?тар?а ?? б?л?кт?рен ??ерл?г?н.

Хал?ыбы??ы? б?й?к ша?иры М.К?римде? «О?он-о?а? бала са?» ???ренд? исем ?ушыу йола?ын к???теп кит?йек. «Б?пес тыу?ан йорт?а, уны? м?лк?тлеме, м?лк?т?е?ме булыуына ?арама?тан, икенсе к?нд? ?к ?ый а?ыла башлай.К?рше к?л?н, ту?ан-тыумаса,ду?-иш, таныш-белеш ?атындар, ти?д?ш ?хир?тт?р, бала ?с??ен? к?ст?н?с ташый. Бер????р - ?ы?ыу табала ?ойма?, икенсел?р – б?леш, ?с?нс?л?р- ?ы?тыбый, д?ртенсел?р- тултырыл?ан тауы?, бишенсел?р – ?атлама, алтынсылар – бауыр?а?, етенсел?р. та?ы ла ?лл? н?м?л?р, ?лл? н?м?л?р килтер?.??р кем х?лен?н килг?нс? л?, арты?ында тырыштыра, ??енд? булма?анды к?ршен?н ?теск? алып тора.Бына нинд?й ?ый?ар мен?н х?рм?тл?й??р я?ы тыу?ан баланы! Ирт?н?н киск? тиклем т?р??н самауыр т?шм?й.Т?р башында мамы? менд?р ??т?нд? кендек ?бейе ултыра, уны? эрг??енд? кем ти?еге?ме – мин.Бер а?на шулай ултырабы?.Хатта ашып та кит?.Был к?рк?м тормошто тик бер ген? н?м? бо?а.Ул да бул?а – б?пес мунса?ы».

К?п ата-?с? бала?а исемде алдан уйлап,ту?андары мн?н к???шл?шеп ?уша. Исем ?уш?анда уны? я??ырашына,м???н?ле булыуына, русса –баш?ортса ?йтелешен? и?тибар ит?л?р.Бала исемен ??мер буйы й?р?т?. Исем кешене? бер сифатына ?йл?н?.?ы??ар исемен? ?ара?анда, малай?ар?а исем ?ушыу?а ?ур яуаплылы? ята, с?нки улар?ы? исеме кил?с?кт? та?ы ла бер кешене? исемен? ?йл?н?.

Исемд?рене? т?рби??и м???н??е

         Бала б?л?к?й??н ?? исемене? м???н??ен белеп, исемен яратып ????, унда ??ене? милл?тен? ?арата ?орурлы? уяна.??р кеше исемен ?орур й?р?т??н, бо?ма?ын ??г?ртм??ен, оялма?ын,с?нки атай-?с?й был исемде яратып, матур тел?кт?р мен?н ?уша.

Мостай К?римде? «Бе??е? ?й??? й?ме»повесында?ы ?ай?ы бер герой?ар?ы? исемд?ре? м???н??ен асы?лап ?т?м:

Якуп - 1)?аршылы? белдереусе,ти?к?ре;2)х?йл?к?р
Й?мил-1)матур;2)хол?ло
Ф?рит -1)ти?д?ш?ез,берз?нбер
Марат-1)совет д?уеренд? 1930 й. барлы??а килг?н исем
Тимерб?к-1)ны?, тимер ке?ек
Мансур-1)е?е?се
М?хмут-1)ма?таулы,ма?тал?ан
Ф??им?-1) а?ыллы,зир?к
Ш??ит-1) ?орбан,хак ?орбаны
С??и??-1)б?хетле,мул тормошло
Рауза-1)г?л ба?са?ы
Ш?рифулла-1)алланы? данлы 

Г?лнур-1)Г?л ??м нур 2) я?ты с?ск?.

Йола буйынса борон т??ге исемде бала?а кендек ин??е (кендек ?бейе) ?уш?ан. Кендек ?бейе я?ы тыу?ан сабый?ы ?абул итеп ал?ас (донъяла ??р н?м?не?, ??р затты? исеме –там?а?ы була тиг?н ?араштан сыгып), баланын бер ?улына еб?к еп б?йл?й, ?ола?ына шыбырлап ?ына. исеме? шулай бул?ын, тип бер исем айтеп-й?рг?кк?  т?рг?н. Был т??ге исем - «й?рг?к исеме» тип атал?ан."й?рг?к исеме ??м еб?к еп баланы т?рл? яман заттан, ен-п?рей??н ?а?лай, тиг?н ышаныу й?ш?г?н,?у?ынан бала?а р?сми исем ?ушыу йола?ы ат?а­рыл?ан. Исемде ырыу а??а?алдары, ата-бабалар, ололар ?уш?ан. Халы? йолаларына, ??р?ф-????тт?рен? ниге?л?неп барлы??а килг?н «исем туйы» ?тк?релг?н.

Исем ?уш?анда тик я?шы тел?кт?р ген? тел?г?нд?р.

1.Ата-?с??? иш булып ??!

2.Ауы?ы?да бал да май:теле? балдай татлы бул?ын, эше? май?ай шыма бар?ын!

3.Изгелекле, игелекле бала бул!

4.Исеме?? тап т?ш?рм?!

5.Исеме?де сы?арма!

6.Ватаны?ды данлар бала бул!

7.Исеме? ??е?де ??тер?ен!

         М.К?римде? «Декабрь йыры» поэма?ында бала?а исем ?ушыу халы? йола?ы буйынса баш?арыла.Йоланы? ?ануны : к??г? т?? салын?ан н?м?-бала?а исем.Тик к?? алдында ят?ан таштан алып Ташбулат исеме ?уш?а?, баланы? к??еле таштай ?аты булыр;  ай?а ?арап Айсыуа? ата?а?, ??мере ай?ай ?ы??а? булыр;и? ?улайы –о?он ??м нурлы юл?а о?шашы –Юлдаштыр тип уйлай кендек ?бейе.

?г?р анау таштан ал?а?

Баланы? атын?

Тар бул?а ?у? уны? к??еле.

Таш ?ыма? ?аты?

.

К?кт? тулы ай.Бала?а

Айсыуа? ?уш?а??

Бик ?ы??а бул?а ??мере ошо ай ?ыма??

.

Ана, юл ялтырап ята,

Г?й? са?маташ,

Х?йерле м?лг? тап кил?ен

Был исем – Юлдаш!

Шу?а ла халы?та « исме?? тап т?ш?рм?” “исеме?де сы?арма” тиг?н ?????р бар.

Йом?а?лап шулай тип ?йтер инем, ата-олатай?арыбы? нис? быуат буйы, ?ан ?ойоп, ??мер??рен биреп, хал?ыбы??ы, телебе??е, илебе??е, ижадыбы??ы, рухыбы??ы ?а?лап ?ал?ан.  Я?мышыбы? кил?с?ге  бе??е? ?улда. Б?г?нг? к?нд? Данил,Вадим, Руслан, Богдан, Артем  исемд?рен уры?, сыуаш, мардва, татар, баш?орт малай?ары ла  й?р?т?. Заман я?ылы?тарына ынтылып ?? тамыр?арыбы??ан ситл?шеп китм?йенс?, ?ебе??е? исемд?р?е ?йр?н?йек, кил?с?к быуындар?а еткер?йек.  Б?й?к ш?хест?ребе? Салауат, Юлай,?ара?а?ал, Кинй? ке?ек бе??е? д?  исемд?ребе?  ?орур я??ыра?ын!

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«В мире имен »



МУНИЦИПАЛЬ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

«ЛИЦЕЙ №8» ҠАЛА ОКРУГЫ САЛАУАТ ҠАЛАһЫ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ







Исемдәр доъяһында











Башҡарҙы: 8-се лицей уҡыусыһы

Вәлитова Лилиә

Ғилми етәксеһе:

8-се лицейҙың башҡор теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ғарипова Альбина Малик ҡыҙы







Салауат-2015

ЙӨКМӘТКЕҺЕ

I. Инеш өлөш

1) Ғилми эҙләнеүҙәр буйынса эштең актуаллеге.……………… 2)Тикшеренеү эшенә дөйөм характеристика ……………………

II. Төп өлөш

Башҡорт исемдәренең килеп сығышы……………………………………

Бала тыуа – донъяға яңы кеше килә………………………

3) Әҫәрҙә ҡулланылған «Исем ҡушыу йолалары»……………

III. Йомғаҡлау……………………………………………………………..

1) Эштең перспективаһы.................................................................

2)Ҡулланылған әҙәбиәт..............................................................



















Инеш

Донъяла исемдәр бик күп. Улар үҙҙәренең әйтелеше яңғырашы менән айырылып тора. Ҡайһы бер халыҡ вәкилдәренең беҙ исеменә ҡарап милләтен билдәләй алабыҙ. Исем кешенең визит карточкаһы, шәхес таныҡлығы һымаҡ ул шәхестең ниндәй илдән, ниндәй милләт икәнен күрһәтеп тора. Исемең есемеңә тап килһен.Балаға мәғәнәле исем ҡушырға кәрәк.Исем –ул кешенең ер йөҙөндә булмышын раҫлаусы бер фактор һәм шуның өсөн дә уға ғорурлыҡ тойғоһо өҫтәргә тейеш. Борон быға ныҡ иғтибар иткәндәр һәм шуның өсөндә исемең есемеңә тап килһен тип теләктәр теләгәндәр.Ғәҙәттә бала йә батыр, йә матур, йә аҡыллы, йә шәжәрәһе буйынса абруйлы кешегә оҡшарға тырыша.

Һәр кем үҙенең исеме яңғыраһын өсөн , әлбиттә бәләкәйҙән алып бик күп көс һалырға :яҡшы уҡырға , матур эштәр башҡарырға,Тыуған иле өсөн хеҙмәт итергә тейеш.


Эҙләнеү-тикшеренеү эшенә дөйөм характеристика


Эштең тикшереү оъекты. Исемдәр һәм исем ҡушыу йолалары.

Тикшереү предметы.Башҡорт исемдәренең килеп сығышы, исемдәрҙең мәғәнәләре, исемдәрҙенең тәрбиәүи әһәмиәте.

Тикшеренеү эшенең актуаллеге:быуаттар буйына ижад ителгән “Исемдәр” һәм исем ҡушыу йолалары, бөгөнгө көндә беҙҙең рухи байлығыбыҙҙың ҙур бер өлөшөн тәшкил итә. Заман яңылыҡтарына ынтылып әллә ниндәй мәғәнәһеҙ исемдәр ҡушыу үҙ тамырҙарыбыҙҙан, исемдәребеҙҙән ситләшеүгә алып килгән проблемалар тыуҙыра. Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәрим ижады өлгөләрендә башҡорт халыҡының исем ҡушыу йолаларының тәрбиәүи әһәмиәтен заманса ҡараштарҙан сығып өйрәнеү актуаль мәсьәлә булып тора.

Проблеманан сығып,эҙләнеү-тикшеренеү эшенең темаһы асыҡланды. “Исемдәр донъяһында”.


Эҙләнеү –тикшеренеү эшенең маҡсаты: халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәрим ижады өлгөләрендә исемдәрҙенең тәрбиәүи әһәмиәте сағылышын өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.

Проблема һәм маҡсатҡа ярышлы шундай бурыстар ҡуйылды:

  • башҡорт исемдәренең килеп сығышын асыҡлау;

  • исем ҡушыу йолалары күҙәтеү;

  • башҡорт исемдәренең тәрбиәүи мәғәнәһен асыҡлау;

  • исем ҡушыу йолалары һалынған йөкмәткене билдәләү.


Эштең структураһы.Тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан,һығымтанан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.

















Төп өлөш

1.Башҡорт исемдәренең килеп сығышы.

Башҡорт халҡының матур исемдәре бик күп.Уларҙың һәр береһенең мәғәнәһе бар.Тәбиғәт күренештәренә бәйле исемдәр:Буранбай, Айсыуаҡ, Ҡояш.Төҫ атамаларынан яһалған исемдәр :Аҡйегет, Ҡарасәс, Аҡсура.Үҫемлек, сәскә атамаларынан яһалған исемдәр:Муйылбикә, Гөлшат,Гөлдәр.Ер-һыу атамаларына бәйле исемдәр:Ирәндек, Урал,Дим,Иҙелбай, Яйыҡбай.Таш,төрлө металл атамаларынан яһалған исемдәр:Таштимер, Биктимер, Айбулат, Алтынбикә, Алмас,Ынйыҡай.Януар, ҡош-ҡорт атамаларынан яһалған исемдәр:Арыҫлан,Ҡарлуғас,Һандуғас.

Тарихи шәхес, халыҡ батырҙары исемдәрен мәңгеләштереп ҡушылған исемдәр:Мөхәммәт,Ғәйшә,Хәҙисә,Салауат,Юлай.

Гөл һүҙен һәм гөл һүҙе менәм яһалған (Гөлнәзирә, Гөлъямал, Гөлбикә һ. б.) исемдәрҙе бөгөнгө көндә берәү ҙә башҡорт һүҙе түгел, ә фарсы һүҙе икән тип уйламай. Уларҙы төп башҡорт исемләренән айырыу мөмкин дә түгел.Үҙләштерелгән исемдәр төркөмөнә совет дәүерендә барлыҡҡа килгән исемдәр ҡарай. Был төр исемдәрҙең бер гилкеһе Октябрь революцияһының кеше аңына, тормошҡа, социаль хәленә индергән яңылыҡтарҙы үҙ эсенә ала. Урта Азия халыҡтарының исемдәрендә Колхөзбәк, Советбәк, Совет, Совхоз, Женотдел тигән исемдәр бар-лыкка килгән. Башҡорттар ҙа был шауҡымдан ситтә ҡалмаған. Райфа (районный финансовый отдел), Райза (районный земельный отдел), Коммунар, Комунара исемдәре ошо осорҙа яһалған. Револю­ция юлбашсыларының исемдәре, революцияға бәйле ваҡиғалар ата­малары кеше исеменә әйләнә. Мәҫ., Вил (Владимир Ильич Ленин). Вилена, Ленар (ленинская армия), Маркс, Ким (коммуниетический интернационал молодежи), Октябрина, Маш, Рифмир (революцион ны й мир), Марат, Клара, Фрунзе, Феликс һ. б.Бер төркөм исемдәр Бөйөк Ватан һуғышы осоронда барлыҡҡа килде. Мәҫ., Анфиса, Флорида, Франгиза, Моряк, Майор. Эльза, Эльви­ра, Лариса, Лиза һ. б. һуғыштан һуңғы исемдәр араһында бөтөнләй мәғәнәһеҙ исемдәр осратып була. Мәҫ., Рафинад, Винегрет, Лек, Ака­демия, Юрис (юрист), Филиал, Эдик, Венерик һ. б.

2. Бала тыуа-донъяға яңы кеше килә.

Башҡорт халҡы элек-электән яңы тыуған балаға исем ҡушыуға бик яуаплы ҡараған. Исем ҡушыу ғаиләнең генә түгел, ә бала йәшәгән төбәктең байрамына әйләнгән.Һәр кем йәш балаға исем туйы менән ҡотлап, бүләктәр алып килер булған.Ә баланың ата-әсәһе ҡунаҡтарға үҙ бүләктәрен әҙерләгән.

Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры М.Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәрендә исем ҡушыу йолаһын күҙәтеп китәйек. «Бәпес тыуған йортҡа , уның мөлкәтлеме, мөлкәтһеҙме булыуына ҡарамаҫтан, икенсе көндө үк һый ағыла башлай.Күрше күлән, туған-тыумаса,дуҫ-иш, таныш-белеш ҡатындар, тиңдәш әхирәттәр, бала әсәһенә күстәнәс ташый. Берәүҙәр - ҡыҙыу табала ҡоймаҡ, икенселәр – бәлеш, өсөнсөләр- ҡыҫтыбый, дүртенселәр- тултырылған тауыҡ, бишенселәр – ҡатлама, алтынсылар – бауырһаҡ, етенселәр ... тағы ла әллә нәмәләр , әллә нәмәләр килтерә.Һәр кем хәленән килгәнсә лә, артығында тырыштыра, үҙендә булмағанды күршенән үтескә алып тора.Бына ниндәй һыйҙар менән хөрмәтләйҙәр яңы тыуған баланы! Иртәнән кискә тиклем түрҙән самауыр төшмәй.Түр башында мамыҡ мендәр өҫтөндә кендек әбейе ултыра, уның эргәһендә кем тиһегеҙме – мин.Бер аҙна шулай ултырабыҙ.Хатта ашып та китә.Был күркәм тормошто тик бер генә нәмә боҙа.Ул да булһа – бәпес мунсаһы».

Күп ата-әсә балаға исемде алдан уйлап,туғандары мнән кәңәшләшеп ҡуша. Исем ҡушҡанда уның яңғырашына ,мәғәнәле булыуына, русса –башҡортса әйтелешенә иғтибар итәләр.Бала исемен ғүмер буйы йөрөтә. Исем кешенең бер сифатына әйләнә.Ҡыҙҙар исеменә ҡарағанда, малайҙарға исем ҡушыуҙа ҙур яуаплылыҡ ята, сөнки уларҙың исеме киләсәктә тағы ла бер кешенең исеменә әйләнә.

Исемдәренең тәрбиәүи мәғәнәһе

Бала бәләкәйҙән үҙ исеменең мәғәнәһен белеп, исемен яратып үҫһә, унда үҙенең милләтенә ҡарата ғорурлыҡ уяна.Һәр кеше исемен ғорур йөрөтһөн, боҙмаһын үҙгәртмәһен, оялмаһын,сөнки атай-әсәй был исемде яратып, матур теләктәр менән ҡуша.

Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме»повесындағы ҡайһы бер геройҙарҙың исемдәрең мәғәнәһен асыҡлап үтәм:

Якуп - 1)ҡаршылыҡ белдереусе,тиҫкәре;2)хәйләкәр
Йәмил-1)матур;2)холҡло
Фәрит -1)тиңдәшһез,берзәнбер
Марат-1)совет дәуерендә 1930 й. барлыҡҡа килгән исем
Тимербәк-1)ныҡ, тимер кеүек
Мансур-1)еңеүсе
Мәхмут-1)маҡтаулы,маҡталған
Фәһимә-1) аҡыллы,зирәк
Шәһит-1) ҡорбан ,хак ҡорбаны
Сәғиҙә-1)бәхетле,мул тормошло
Рауза-1)гөл баҡсаһы
Шәрифулла-1)алланың данлы

Гөлнур-1)Гөл һәм нур 2) яҡты сәскә.

Йола буйынса борон тәүге исемде балаға кендек инәһе (кендек әбейе) ҡушҡан. Кендек әбейе яңы тыуған сабыйҙы ҡабул итеп алғас (донъяла һәр нәмәнең, һәр заттың исеме –тамғаһы була тигән ҡараштан сыгып), баланын бер ҡулына ебәк еп бәйләй, ҡолағына шыбырлап ҡына. исемең шулай булһын, тип бер исем айтеп-йүргәккә төргән. Был тәүге исем - «йүргәк исеме» тип аталған."йүргәк исеме һәм ебәк еп баланы төрлө яман заттан, ен-пәрейҙән һаҡлай, тигән ышаныу йәшәгән,һуңынан балаға рәсми исем ҡушыу йолаһы атҡа­рылған. Исемде ырыу аҡһаҡалдары, ата-бабалар, ололар ҡушҡан. Халыҡ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә нигеҙләнеп барлыҡҡа килгән «исем туйы» үткәрелгән.

Исем ҡушҡанда тик яҡшы теләктәр генә теләгәндәр.

1.Ата-әсәңә иш булып үҫ!

2.Ауыҙыңда бал да май:телең балдай татлы булһын, эшең майҙай шыма барһын!

3.Изгелекле, игелекле бала бул!

4.Исемеңә тап төшөрмә!

5.Исемеңде сығарма!

6.Ватаныңды данлар бала бул!

7.Исемең үҙеңде үҫтерһен!

М.Кәримдең «Декабрь йыры» поэмаһында балаға исем ҡушыу халыҡ йолаһы буйынса башҡарыла.Йоланың ҡануны : күҙгә тәү салынған нәмә-балаға исем.Тик күҙ алдында ятҡан таштан алып Ташбулат исеме ҡушһаң , баланың күңеле таштай ҡаты булыр; айға ҡарап Айсыуаҡ атаһаң, ғүмере айҙай ҡыҫҡаҡ булыр;иң ҡулайы –оҙон һәм нурлы юлға оҡшашы –Юлдаштыр тип уйлай кендек әбейе.

Әгәр анау таштан алһаҡ

Баланың атын?

Тар булһа һуң уның күңеле .

Таш һымаҡ ҡаты?

....

Күктә тулы ай.Балаға

Айсыуаҡ ҡушһаҡ?

Бик ҡыҫҡа булһа ғүмере ошо ай һымаҡ?

....

Ана, юл ялтырап ята ,

Гүйә саҡматаш,

Хәйерле мәлгә тап килһен

Был исем – Юлдаш!

Шуға ла халыҡта « исмеңә тап төшөрмә” “исемеңде сығарма” тигән һүҙҙәр бар.





























Йомғаҡлау

Минең тыуған ырыуым Бөрйән яҡтарынан . Ҡарт өләсәйемдең һөйләүе буйынса, ул яҡтарҙа бөгөнгө көндә лә бала тыуғас, уның апаһына , йәки ағаһына күрһәтәләр, йөҙөнән элек аяғын күрһәтәләр.Шулай итһәң улар татыу була.Өлкәне кесеһен йәберләмәй.Бала тыуғас та уны ен-шайтан алмаштырыуҙан һаҡларға кәрәк.Ҡырҡ көн үтмәйенсә, төндә утты һүндерергә ярамай.Баланы яңғыҙ ҡалдырып сыҡҡанда бысаҡ йә ҡайсы һалырға кәрәк.

Минең туғандарым миңә лә төрлө исемдәр һайлап ҡарағандар.Олатайым Зәйнәп исемен ҡушҡыһы килгән.Зәйнәп –ғәрәп исеме таҙа тигәнде аңлатҡан.Өләсәйем үҙенең әсәһе хөрмәтенә Мөғлифә тип атайыҡ тигән. Был исем фарсы теленән алынған ризыҡ биреүсене аңлата. Заһира,Шәһүрә тигән исемдәрҙе лә барлап сыҡҡандар.

Лилиә тигән исемдә туҡталып ҡалғандар.Лилиә исеме -сәскә тигәнде аңлата.Миңә үҙемдең исемем бик оҡшай.

Эшеде йомғаҡлап шулай тип әйтер инем, ата-олатайҙарыбыҙ нисә быуат буйы, ҡан ҡойоп, ғүмерҙәрен биреп, халҡыбыҙҙы, телебеҙҙе, илебеҙҙе, ижадыбыҙҙы, рухыбыҙҙы һаҡлап ҡалған. Яҙмышыбыҙ киләсәге беҙҙең ҡулда. Бөгөнгө көндә Данил,Вадим, Руслан, Богдан, Артем исемдәрен урыҫ, сыуаш, мардва , татар, башҡорт малайҙары ла йөрөтә. Заман яңылыҡтарына ынтылып үҙ тамырҙарыбыҙҙан ситләшеп китмәйенсә, үебеҙҙең исемдәрҙе өйрәнәйек, киләсәк быуындарға еткерәйек. Бөйөк шәхестәребеҙ Салауат, Юлай,Ҡараһаҡал, Кинйә кеүек беҙҙең дә исемдәребеҙ ғорур яңғыраһын!

Һығымталар

1.Тикшеренеү эше менән мин башҡорт исемдәренең килеп сығышын, мәғәнәһен,халыҡ ижадының бер төрө булараҡ “исем ҡушыу”әҙәбиәттә һүрәтләү сараһы булараҡ ҡулланышын осраттым, йолаларҙың тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуҙарына ышандым.

2.Әҙәби текст өҫтөндә эшләргә өйрөндем.

Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Багаутдинова М.И.,Ягафарова Г.Н.Организация научно-исследовательской работы учащихся :Методическое пособие .- Уфа:Китап,2012.-128 с.

  2. Бураҡаева М.С.Тормош һабаҡтары. -Өфө:Китап,2011.-200 бит.

  3. Ғөбәйҙуллина Ф.Х. Башҡорт халыҡ йола байрамдары.-Өфө:Китап,2011.

  4. Бикҡолова Светлана, Кусимова Таңһылыу.Башҡорт исемдәре. Өфө:Китап,2005, -224 бит.

  5. Кәримов М.С.(Мостай Кәрим).Оҙон-оҙаҡ бала саҡ.- Өфө:Китап,2012.-272 бит.

  6. Кәримов М.С.(Мостай Кәрим).Өс таған.Повестар, хикәйә.- Өфө:Башҡортостан китап нәшриәте,1990.-192 бит.

  7. Кәримов М.С.(Мостай Кәрим).Оҙон-оҙаҡ бала саҡ.- Өфө:Китап,2012.-272 бит.

  8. Шарапов И.Ә.Башҡортостан халыҡ шағирҙары. /Мостай Кәрим,Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев./-Өфө:Китап,2009.-192 бит.





Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Литература

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Прочее.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
В мире имен

Автор: Гарипова Альбина Маликовна

Дата: 28.04.2015

Номер свидетельства: 206676

Похожие файлы

object(ArrayObject)#852 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(117) "Урок-соревнование: "Завлекательный мир имени существительного" "
    ["seo_title"] => string(70) "urok-sorievnovaniie-zavliekatiel-nyi-mir-imieni-sushchiestvitiel-nogho"
    ["file_id"] => string(6) "174962"
    ["category_seo"] => string(12) "russkiyYazik"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1424193018"
  }
}
object(ArrayObject)#874 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(51) "ОКЧ "Таинственный мир имени""
    ["seo_title"] => string(29) "okch_tainstviennyi_mir_imieni"
    ["file_id"] => string(6) "378515"
    ["category_seo"] => string(22) "klassnomuRukovoditeliu"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1484227399"
  }
}
object(ArrayObject)#852 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(145) "Презентация к уроку - соревнованию "Завлекательный мир имени существительного""
    ["seo_title"] => string(89) "priezientatsiia-k-uroku-sorievnovaniiu-zavliekatiel-nyi-mir-imieni-sushchiestvitiel-nogho"
    ["file_id"] => string(6) "162394"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(11) "presentacii"
    ["date"] => string(10) "1422353963"
  }
}
object(ArrayObject)#874 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(108) "календарно тематическое планирование по окружающему миру "
    ["seo_title"] => string(68) "kaliendarno-tiematichieskoie-planirovaniie-po-okruzhaiushchiemu-miru"
    ["file_id"] => string(6) "138864"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "planirovanie"
    ["date"] => string(10) "1417617086"
  }
}
object(ArrayObject)#852 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(108) "календарно-тематическое планирование по окружающему миру "
    ["seo_title"] => string(70) "kaliendarno-tiematichieskoie-planirovaniie-po-okruzhaiushchiemu-miru-1"
    ["file_id"] => string(6) "138865"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "planirovanie"
    ["date"] => string(10) "1417617191"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства