kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Пришла зима в родные края

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект по речевому развитию на башкирском языке

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Пришла зима в родные края»

Тема: “Ҡыш” (йомғаҡлау дәресе)


Программа эстәлеге:

  • ҡыш тураһында балаларҙың белгәндәрен дөйөмләштереү, өйрәнелгән һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе телмәрҙә ҡулланыу;


  • бәйләнешле телмәр үҫтереү: һорауҙарға яуап биреү, һөйләмдәр, бәләкәй хикәйә төҙөү;


  • тәбиғәткә һөйөү, башҡорт телен өйрәнеүгә ынтылыш тәрбиәләү.


Яңы һүҙҙәр: ҡар бабайы, буран, боҙ, туңа, миҙгел


Һүҙҙәрҙе активлаштырыу: ҡыш, һыуыҡ, ҡар яуа, ел иҫә, һыу, тун, бейәләй, быйма, шыуа, яһай, сана, саңғы, тау, дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы, кесаҙна, йома, шәмбе, йәкшәмбе


Индивидуаль эш: ауыр үҙләштергән балаларҙы схема буйынса һөйләм төҙөргә өйрәтеү, аҙналағы көн исемдәрен ҡабатлау


Йыһазландырыу: һөйләм төҙөү өсөн терәк схема, хикәйә төҙөү өсөн сюжет һүрәттәре, туп, ҡар бабайы, һүрәт төшөрөү өсөн альбом бите, фломастерҙар.


Дәрес планы:


  1. Ойоштороу.

  1. Сәләмләү.

  2. Түңәрәктә уйын.

  3. Фонетик эш.

  4. Ҡар бабайы менән таныштырыу.


  1. Төп өлөш.

  1. Һауа торошо.

  2. Йыр “Тышта ҡар яуа”

  3. Йыл миҙгелдәре.

  4. Ҡыш тураһында хикәйә төҙөү.

  5. Хәрәкәтле уйын “Ҡар бөртөктәрен йый”

  6. Ял минуты “Тау башында”

  7. Йомаҡтар сисеү.


  1. Йомғаҡлау.

  1. Ҡар бабайының һүрәтен төшөрөү.

  2. Һығымта, бүләкләү.

Дәрес барышы:


  • Һаумыһығыҙ, балалар! Бөгөн беҙҙә ҡунаҡтар. Әйҙәгеҙ, ҡунаҡтарҙы сәләмләйек.

  • Һаумыһығыҙ!

  • Хәҙер түңәрәккә торайыҡ та уйнап алайыҡ. Был уйын аҙналағы көн исемдәрен ҡабатлауға. “Мин башлайым, һин дауам ит!” тип атала.

  • Дүшәмбе, шишәмбе,…

  • Бөгөн ниндәй көн? (Балаларҙың яуабы).

  • Балалар, беҙ уйын уйнағансы, көн һыуынған, ел сыҡҡан.

  • Һеҙгә һыуыҡ. (Күрһәтәләр)

  • Минең арттан ҡабатлағыҙ:


ыж-ыж-ыж – һыуыҡ әйтә “ыж-ыж-ыж”

аж-аж-аж – йүгереп йөрө Ғилаж.

жыу-жыу-жыу – елдәр әйтә: жыу-жыу-жыу,

шыу-шыу-шыу – тауҙан шыу ҙа шыу, шыу ҙа шыу.


  • Афарин. Хәҙер күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ (Ҡар бабайын асам)

  • Ҡарағыҙ әле, беҙгә ҡунаҡ килде. Нимә ул?

  • Был ҡар бабайы.

  • Ҡар бабайы беҙҙең дәресте ҡарарға, һеҙҙең менән уйнарға килгән. Уның ҡулында нимәлер бар. (Ҡарайбыҙ).

  • Был ҡар бабайының эштәре икән. Уларҙың бөтөһен дә эшләһәгеҙ, дәрес аҙағында һеҙҙе приздар көтә.

  • Бына ҡар бабайының беренсе эше:


Бөгөнгө һауа торошон тасуирлағыҙ.

(Терәк схема буйынса һауа торошон һүрәтләйҙәр)

Бөгөн көн йылы. (һыуыҡ).

Көн ҡояшлы (болотло).

Ел бар (юҡ).

Тышта ҡар яуа (яумай).

- Балалар, ҡар бабайы йыр ярата. Йырлап ишеттерәйекме?

(Бергәләп “Тышта ҡар яуа” йырын йырлайҙар).


  • Ә ҡайһы миҙгелдә ҡар яуа? (Ҡышын)

  • Нисә миҙгел бар? (Дүрт миҙгел бар).

  • Миҙгелдәрҙе әйтегеҙ әле. (Бер бала сығып йыл миҙгелдәрен схема буйынса күрһәтә, әйтә).

  • Иң һыуыҡ миҙгел? (Ҡыш)

  • Иң йылы миҙгел? (Йәй).


- Бер уйын уйнап алайыҡ (Дидактик уйын “Һәр миҙгелдә нимә күп?”

(2 бала сығып, береһе йыл миҙгелдәрен, икенсеһе ошо миҙгелдә нимә күплеген әйтә)

Ҡыш – ҡар, яҙ – һыу,

Йәй – сәскәләр, көҙ – япраҡтар.


  • Афартин, балалар! Был эште һәйбәт башҡарҙығыҙ.

  • Ҡар бабайының киләһе эше “Картина буйынса хикәйә төҙө”.

  • Тәүҙә һорауҙарға яуап бирегеҙ:


Һүрәттә ниндәй миҙгел?

Ерҙә нимә ята?

Йылғала нимә?

Ағастар нисек?

Шыршы ниндәй?

Балалар нисек кейенә?

Улар нимә кейә?

Балалар ниндәй уйындар уйнайҙар?

(Тәүҙә һәр һорауға айырым яуап алына)

  • Кем сығып һүрәт буйынса һөйләргә теләй?

(2-3 баланан һөйләтеү)

- Бик һәйбәт, һеҙҙең хикәйәләрегеҙ ҡар бабайына оҡшаны. Ә хәҙер уйнап алайыҡ. Уйын “Ҡар бөртөктәрен йый” тип атала.

(2 бала сығып ҡар бөртөктәрен йыя, иҫәпләй)

- Һиндә нисә?

- Кемдә күберәк?


- Хәҙер ял итеп алайыҡ: (хәрәкәттәр менән имитация).


Тау аҫтында ҡар, ҡар,

Шыршы аҫтында ҡар, ҡар.

Унда айыу бар, бар,

Уятмағыҙ! Йоҡлаһын!

Тауышығыҙ сыҡмаһын!


  • Был эшендә ҡар бабайы һөйләм төҙөргә ҡуша. Схемаға ҡарап, һөйләм төҙөгөҙ.

Балалар һөйләмдәр төҙөй.


… сана шыуа.

… саңғы шыуа.

…ҡар бабайы яһай.

… тун кейә.

… бейәләй сисә.

… быйма киптерә.

  • Бик һәйбәт.


  • Ҡар бабайының һуңғы эше: “Йомаҡтарҙы сисегеҙ”

  • Урамда айыу олой. (Буран).

  • Утта янмай, һыуҙа батмай. (Боҙ).

  • Аҡ юрған таптым, ер өҫтөнә яптым. (Ҡар).


  • Афарин, балалар! Ҡар бабайының бөтә эштәрен дә үтәнегеҙ.

  • Әйҙәгеҙ, балалар, ҡар бабайын ҡыуандырайыҡ: уның портретын төшөрәйек. (Балалар таҡтаға сығып, альбомда ҡар бабайының һүрәтен төшөрәләр.)

  • Кәүҙәһе ниндәй?

  • Биҙрәһе ниндәй?

  • Күҙе ниндәй?

  • Ауыҙы ниндәй?


  • Бик һәйбәт, балалар! Ҡарағыҙ әле, ҡар бабайы йылмая. Ул бик шат, сөнки уға дәрес оҡшаған. Уның һеҙгә бүләктәре лә бар. (Бүләктәр биреү).


  • Ҡунаҡтар менән хушлашығыҙ.


  • Һау булығыҙ!




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Пришла зима в родные края

Автор: Гульназ Билаловна Исламгулова

Дата: 16.11.2021

Номер свидетельства: 591637

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(140) "Конспект урока «Математическая география, или Путешествие по родному краю» "
    ["seo_title"] => string(85) "konspiekt-uroka-matiematichieskaia-ghieoghrafiia-ili-putieshiestviie-po-rodnomu-kraiu"
    ["file_id"] => string(6) "151121"
    ["category_seo"] => string(10) "matematika"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1420638115"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(68) "Описание природы "Зима в моем городе" "
    ["seo_title"] => string(39) "opisaniie-prirody-zima-v-moiem-ghorodie"
    ["file_id"] => string(6) "155903"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1421337630"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(171) "Методическая разработка урока русского языка по теме "Сочинение по картине И.И.Шишкина "Зима" "
    ["seo_title"] => string(104) "mietodichieskaia-razrabotka-uroka-russkogho-iazyka-po-tiemie-sochinieniie-po-kartinie-i-i-shishkina-zima"
    ["file_id"] => string(6) "163895"
    ["category_seo"] => string(12) "russkiyYazik"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1422547990"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(107) "Сценарий литературной гостиной "Здравствуй, гостья - зима" "
    ["seo_title"] => string(59) "stsienarii-litieraturnoi-ghostinoi-zdravstvui-ghost-ia-zima"
    ["file_id"] => string(6) "192533"
    ["category_seo"] => string(10) "literatura"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1427467644"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(52) "Православные праздники зимы"
    ["seo_title"] => string(28) "pravoslavnyie-prazdniki-zimy"
    ["file_id"] => string(6) "316574"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1460113310"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства