kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Конспект "Моя семья"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект организованной образовательной деятельности по обучению башкирской разговороной речи в подготовительной к школе группе на тему "Моя семья"

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Конспект "Моя семья"»

Программа эстәлеге:

- ғаилә темаһына ҡағылышлы һүҙҙәрҙе нығытыу, телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.

- һөйләм төҙөү күнекмәләрен, бәйләнешле телмәр үҫтереү.

- ғаилә ағзаларына хөрмәт тәрбиәләү.


Яңы һүҙҙәр: рәссам, талҡан, ҡорот, бишбармаҡ


Һүҙҙәрҙе активлаштырыу: ғаилә, атай, әсәй, олатай, өләсәй, ҙур, бәләкәй, кеше, йәшәй, дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы, кесаҙна, йома, шәмбе, йәкшәмбе, зәңгәр, күк, аҡ, ҡара, ҡыҙыл, һары, йәшел, иҫәп 1 – 10.


Индивидуаль эш: балаларҙың һүрәттәре буйынса әңгәмә, өн ҡуйыу өҫтөндә эш.


Йыһазландырыу: уйын өсөн туп, рәссам һүрәттәре (конвертта), балаларҙың ғаилә тураһында һүрәттәре, бейеү көйө, башҡорт милли аштары (талҡан, ҡорот, бишбармаҡ (һүрәт), сәк – сәк, һауыт – һаба, күргәҙмәләр.


Дәрес планы:


  1. Ойоштороу.

  1. Ҡунаҡтарҙы сәләмләү.

  2. Ҡояшты сәләмләү.

  3. Дидактик уйын “Кем белә, шул әйтә”


  1. Төп өлөш.

  1. Дидактик уйын “Иғтибарһыҙ рәссам”

  2. Йыр “Был – мин”

  3. Һүрәттәр буйынса һөйләү

  4. Шиғыр “Минең ғаиләм”


  1. Йомғаҡлау

  1. Башҡорт милли аштары тураһында белешмә

  2. Ҡунаҡтарға сәй эсереү


Дәрес барышы:


  • Хәйерле иртә, балалар!

  • Хәйерле иртә, ҡунаҡтар!

  • Балалар, тышҡа ҡарағыҙ әле. Ниндәй матур көн! Әйҙәгеҙ, ҡояшты сәләмләйек, унан һаулыҡ, йылылыҡ һорайыҡ.

  • Ҡулдарығыҙҙы ҡояшҡа һуҙығыҙ.

Балалар: - Һаумы, ҡояш! Беҙгә, ҡунаҡтарға һаулыҡ, йылы бир! Рәхмәт!

  • Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ. Түңәрәккә тороғоҙ. Был уйын “Кем белә, шул әйтә” тип атала. (Тәрбиәсе балаларға туп бирә, улар аҙналағы көн исемдәрен, иҫәпте, төҫтәрҙе әйтеп, тупты артабан тапшыра).

  1. Дүшәмбе, шишәмбе,…

  2. 1, 2, 3,…

  3. синий – зәңгәр, белый – аҡ, ….

  • Бик һәйбәт, балалар! Һеҙ аҙналағы көн исемдәрен, иҫәпте, төҫтәрҙе һәйбәт беләһегеҙ. (Урындарға ултырыу).


  • Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙгә бер хат килгән. Конверт эсендә нимә икән? (Конверт эсендә һүрәттәр)


  • Ниндәй матур портрет! Оҡшаймы һеҙгә?


  • Эйе.


  • Был рәссамдың һүрәте. Бында тағы ла нимәлер бар. (Сығарам)


  • Ниндәйҙер ҡыҙыҡ һүрәттәр. Нимәһе етмәй был һүрәттә?


  • Танауы юҡ. (Һүрәттә нимә етмәгәнен балалар билдәләй һәм сығып һүрәтте эшләйҙәр).


  • Афарин, балалар! Бик иғтибарлы икәнһегеҙ. Әйҙәгеҙ йырлап алайыҡ. (Йыр “Был – мин” Ә.Зиннурова)


  • Үҙегеҙҙең тән өлөштәрен дә яҡшы беләһегеҙ икән.


  • Балалар, беҙ һеҙҙең менән танышбыҙ. Һеҙ бөтәгеҙ ҙә ғаиләлә йәшәйһегеҙ. (Һөйләмде руссаға тәржемә итеү).


  • Мы все живем в семье.


  • Мин һеҙгә үҙегеҙҙең ғаиләгеҙ тураһында һүрәт төшөрөргә ҡушҡайным. (Һүрәтте рәсем дәресендә тәрбиәсе менән төшөрәләр). Бына һеҙҙең һүрәттәрегеҙ. Кем үҙенең ғаиләһе тураһында һөйләргә теләй? (Бер нисә бала сығып һөйләй).


Беҙҙең ғаилә ҙур (бәләкәй). Ғаиләлә … кеше. Минең олатайым, өләсәйем, атайым, әсәйем, ағайым (апайым, ҡустым, һеңлем) бар. Атайым … эшләй. Әсәйем … эшләй. Апайым (ағайым) класта уҡый. Мин балалар баҡсаһына йөрөйөм.

(Бер нисә баланан һөйләтәм).

- Хикәйәләрегеҙ бик һәйбәт килеп сыҡты.


  • Балалар, әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ.

Сәп-сәп-сәпәкәй

Минең ҡустым бәләкәй.

Топ-топ атлаған була,

Үҙе шатланған була.

  • Үҙенең ғаиләһе тураһында бала шиғыр һөйләй.


Атайҙы ҙурлайым, Һеңлемде уйнатам,

Әсәйҙе тыңлайым. Ҡустымды йыуатам.

Йорт эшен ҡарашам, Баҡсаға барырға

Һис тик тормайым. Иртәнсәк уятам.


  • Бик матур шиғыр. Балалар, һеҙгә оҡшанымы?

  • Балалар, һүрәттәрегеҙҙе ҡарап, хикәйәләрегеҙҙе, шиғырҙарығыҙҙы тыңлап, һеҙҙең ғаиләгеҙ татыу икәнен белдем.

  • Ундай матур ғаиләләргә ҡунаҡтар ҙа йыш киләләр.

  • Һеҙгә ҡунаҡтар киләме? (Яуаптар). Ҡунаҡтарҙы әсәйҙәрегеҙ нимә менән һыйлай?

  • Бәлеш бешерә, сәк-сәк бешерә,…

  • Башҡорттар бик ҡунаҡсыл халыҡ. Улар ҡунаҡтарға ошондай милли ашамлыҡтар әҙерләй: бишбармаҡ, ҡорот, талҡан, сәк-сәк,… (Һүрәттәрен күрһәтәм).

  • Балалар, әйҙәгеҙ беҙ ҙә ҡунаҡтарҙы сәй менән һыйлайыҡ. Өҫтәлгә нимәләр ҡуяйыҡ.

  • Самауыр, сынаяҡтар, ҡалаҡтар, …(балалар әйтә һәм ҡуя).

  • Балалар, әйҙәгеҙ ҡунаҡтарҙы сәйгә саҡырайыҡ.

  • Әйҙәгеҙ, сәйгә рәхим итегеҙ.

Балалар ҡунаҡтарға үҙ ҡулдары менән эшләнгән бүләктәр бирәләр.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Конспект "Моя семья"

Автор: Исламгулова Гульназ Билаловна

Дата: 17.10.2018

Номер свидетельства: 481003

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(129) "Занятие познавательного цикла "Моя семья" с элементами проектирования"
    ["seo_title"] => string(70) "zaniatiiepoznavatielnoghotsiklamoiasiemiaseliemientamiproiektirovaniia"
    ["file_id"] => string(6) "283675"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1453873145"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(36) "Конспект "Моя семья""
    ["seo_title"] => string(21) "konspekt_moia_semia_3"
    ["file_id"] => string(6) "652268"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1717739666"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(34) "Конспект Моя семья"
    ["seo_title"] => string(22) "konspiekt_moia_siem_ia"
    ["file_id"] => string(6) "384971"
    ["category_seo"] => string(15) "angliiskiyYazik"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1485634929"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(185) "Конспект  занятия по духовно-нравственному направлению «Я - гражданин» на тему: «Моя  семья » 1  класс. "
    ["seo_title"] => string(105) "konspiekt-zaniatiia-po-dukhovno-nravstviennomu-napravlieniiu-ia-ghrazhdanin-na-tiemu-moia-siem-ia-1-klass"
    ["file_id"] => string(6) "119346"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1413388758"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(215) "Конспект  непосредственно образовательной деятельности  по социализации. Тема: «Моя семья» для детей средней группы "
    ["seo_title"] => string(129) "konspiekt-nieposriedstvienno-obrazovatiel-noi-dieiatiel-nosti-po-sotsializatsii-tiema-moia-siem-ia-dlia-dietiei-sriedniei-ghruppy"
    ["file_id"] => string(6) "174820"
    ["category_seo"] => string(7) "prochee"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1424183589"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства