kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Хайуандар донъяһында

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект на башкирском языке о животных 

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Хайуандар донъяһында»

Тема: Ҡыр һәм йорт хайуандары (өлкәндәр төркөмө)


Программа эстәлеге:

  • балаларҙың хайуандар тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү, өйрәнелгән һүҙҙәрҙе практик ҡулланырға күнектереү, бәйләнешле телмәр үҫтереү;

  • балаларҙың телмәр аппаратын нығытыу, хәтерен, күҙәтеүсәнлеген, иғтибарын үҫтереү;

  • йәнлектәргә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.


Йыһазландырыу: хайуандар һүрәттәре, таблица, терәк схемалар, ҡурсаҡ.


Дәрес барышы:


Ойоштороу


  • Хәйерле көн!

  • Бөгөн көн нисек?

  • Аяҙмы әллә болотломо?

  • Тышта нимә яуа?

  • Балалар, бөгөн беҙгә ҡунаҡ килде, кем ул? (Был – ҡурсаҡ). Уның исеме нисек икән, һорағыҙ әле? (Һорайҙар)

  • Минең исемем Зилә. Бөгөн мин дәрестә һеҙҙе ҡарарға килдем.

  • Балалар, бөгөн беҙ Зиләгә хайуандар тураһында белгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ.


Төп өлөш.


Фонетик күнегеү, һөйләмдәр төҙөү (Йорт хайуандарын ҡабатлауға ҡорола)

  • Туҡ-туҡ. Был йортта нимә йәшәй икән? (Эстән тауыш: мө-ө-ө)

  • Бында һыйыр йәшәй.

  • Бергә әйтәйек: мө-ө-ө.

  • Һыйыр ҡайҙа йәшәй?

  • Һыйыр һарайҙа йәшәй.

  • Һыйыр нимә бирә?

  • Һыйыр һөт, ит бирә.

  • Һөттән нимә эшләйҙәр?

  • Ҡатыҡ, ҡаймаҡ, ҡорот.

  • Туҡ-туҡ. Был йортта нимә йәшәй?

  • (Эстән: һау-һау-һау)

  • Был – эт.

  • Эт нимә эшләй? Өй һаҡлай.

  • Эт нимә ашай?

  • Эт ит, икмәк, аш ашай.

  • Тағы ниндәй йорт хайуандары бар. (бесәй, һарыҡ, ат, сусҡа)


  • Хәҙер мин йомаҡтар ҡоям, һеҙ яуаптарын табығыҙ. (Йорт хайуандары тураһында йомаҡтар).


  • Беҙ бесәй тураһында шиғыр беләбеҙ, әйҙәгеҙ шуны Зиләгә һөйләп күрһәтәйек әле: (“Бесәй әле кескәй шул” шиғыры.)



Бесәй, бесәй, бесәй шул,

Бесәй әле кескәй шул.

Үҙе мырлай ҙа мырлай,

Әллә ул шулай йырлай.


  • Һығымта: беҙ ниндәй хайуандар тураһында һөйләштек?

  • Йорт хайуандары тураһында.


- Ял минуты: “Бүре”

Бүре килә лап-лап,

Бүре килә атлап.

Был ҡуянды тотайым,

Тотоп, тиҙерәк йотайым.

Беҙҙең ҡуян һикерҙе,

Шәп йүгергәс, өлгөрҙө.


  • Уйлап ҡарағыҙ әле, беҙ хәҙер нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

  • Дөрөҫ, ҡыр хайуандары тураһында.

  • Әйҙәгеҙ хайуандарҙың сифаттарын әйтәйек. (охарактеризуем животных) Һүрәттәр буйынса.

  • Был нимә? Был – бүре.

  • Бүре ниндәй? Бүре уҫал, һоро.

  • Был – терпе. Терпе сәнскәк.

  • Был – айыу. Айыу ҙур.

  • Был төлкө. Төлкө хәйләкәр.

  • Ниндәй хайуандар тураһында шиғырҙар беләһегеҙ? (Терпе, ҡуян)

Балаларҙан һөйләтеү.


Терпе Ҡуян

Терпелә энә, Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян,

Энәлә алма. Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.

Нимәгә икән Ҡойроғо ҡыҫҡа ғына,

Терпегә алма? Ҡолағы оҙон икән.


  • Балалар, был йәнлектәр ҡайҙа йәшәй? (Урманда)

  • Ҡарағыҙ әле, ағаста тейендәр ултыра. Һеҙ нисә тейен күрәһегеҙ?

(Балалар иҫәпләйҙәр)

  • Зилә, күрәһеңме, балалар иҫәпте лә һәйбәт беләләр.

  • Берәү генә булһа, ҡуян, ә күп булһа нисек? (Ҡуяндар)

  • Тейен – тейендәр, терпе – терпеләр, һ.б.




Йомғаҡлау.


  • Хәҙер дәресебеҙҙе йомғаҡлап, бер уйын уйнап алайыҡ. “Үҙ урыныңды тап” тип атала.

  • Өй һүрәте һәм урман һүрәте элеп ҡуям, балалар хайуандарҙы дөрөҫ урынлаштырырға тейеш. (Русса аңлатам)


  • Зилә, беҙҙең балаларҙың яуаптары һиңә оҡшанымы?

  • Афарин, балалар! Бик һәйбәт эшләнегеҙ.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Хайуандар донъяһында

Автор: Гульназ Билаловна Исламгулова

Дата: 16.11.2021

Номер свидетельства: 591639

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(111) "Презентация и разработка урока по ФГОС "Реки Башкортостана", "
    ["seo_title"] => string(63) "priezientatsiia-i-razrabotka-uroka-po-fgos-rieki-bashkortostana"
    ["file_id"] => string(6) "243426"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(11) "presentacii"
    ["date"] => string(10) "1445717071"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(34) "Что такое доброта? "
    ["seo_title"] => string(19) "chto-takoie-dobrota"
    ["file_id"] => string(6) "165113"
    ["category_seo"] => string(12) "russkiyYazik"
    ["subcategory_seo"] => string(11) "presentacii"
    ["date"] => string(10) "1422770943"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства